Эстәлеккә күсергә

Ҡаҙаҡлар (Туҡай районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ҡаҙаҡлар
татар. Казаклар
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципаль район

Туҡай

Ауыл биләмәһе

Теләнсетамаҡ

Координаталар

55°27′ с. ш. 52°36′ в. д.HGЯO

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1737 йыл

Халҡы

188 человек (2002)

Милли состав

татарҙар[1]

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Почта индексы

423874 

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

922 578 740 02 

Код ОКТМО

92 657 474 111

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ҡаҙаҡлар (Рәсәй)
Ҡаҙаҡлар
Ҡаҙаҡлар
Ҡаҙаҡлар (Туҡай районы) (Татарстан)
Ҡаҙаҡлар

Ҡаҙаҡлар — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Туҡай районындағы ауыл. Теләнсетамаҡ ауыл биләмәһе составына керә.

Ауыл Игәнә йылғаһы буйында, Яр Саллы ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 37 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Ҡаҙаҡлар — ҫарайлы-мең ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. 1737 йылдан билдәле[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенең Ҫарайлы-Мең улусына ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Нөркәй улусы составына керә.

ХХ быуат башында бакалея кибете, 3 хужалыҡ магазины, тимерлек, мәсет, мәктәп, һыу тирмәне теркәлгән[1][3].

1920 йылда ауыл Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1921 йылдан — Саллы кантоны, 1930 йылдан — Сарман районы, 1935 йылдан — Ворошилов районы, 1957 йылдан — Яңы Юл районы, 1959 йылдан — Сарман районы, 1984 йылдан — Туҡай районы составына керә[1].

1870 йылда — 90 башҡорт, 84 типтәр, 511 татар; 1912 йылда — 249 башҡорт һәм 833 типтәр (татар сығышлы) йәшәй[2][3].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
18591897192019261938194919581970197919892002
6857571019740658468453440311187188

Ауылда башланғыс мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Игенселек үҫешкән[1].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Татарская энциклопедия.
  2. 2,0 2,1 История башкирских родов. Минг. Том 17. Ч. 1 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов. — Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Башкирское издательство «Китап» имени Зайнаб Биишевой, 2016. — С. 100—101. — 488 с. — ISBN 978-5-85051-605-5.
  3. 3,0 3,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 56—58. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.