Әжмәкәй
| Деревня | |
| Әжмәкәй татар. Әҗмәкәй | |
| Ил | |
|---|---|
| Федерация субъекты | |
| Муниципальный район | |
| Ауыл биләмәһе | |
| Координаталар | |
| Беренсе мәртәбә телгә алынған |
1773 йыл[1] |
| Элекке исеме |
Асекәй, Иҫәкәй[1] |
| Халҡы |
145 человек (2000) |
| Милли состав | |
| Сәғәт бүлкәте | |
| Һанлы танытмалар | |
| Автомобиль коды |
- |
| Код ОКАТО | |
| Код ОКТМО | |
| Номер в ГКГН | |
|
| |
Әжмәкәй — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Туҡай районы ауылы. Әжмәкәй ауыл биләмәһе составына керә.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Шилнә йылғаһы буйында, Яр Саллы ҡалаһынан көнсығыштараҡ 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әжмәкәй (Иҫәкәй) — байлар ырыуы башҡорттарының ауылы. 1773 йылдан билдәле[1]. Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Макарьевск улусы составына керә.
1859 йылда ауылда мәсет, мәҙрәсә, ел тирмәне; ә ХХ быуат башында — икмәк магазины теркәлгән[1].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылда — Саллы районы (1976 йылдан Туҡай районы) составына инә[1].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1834 йылда — ир енесле 64 йән башҡорт; 1870 йылда — 124 башҡорт һәм 456 татар; 1912 йылда — 322 башҡорт һәм 885 татар йәшәй[2].
| 1795 | 1859 | 1897 | 1913 | 1922 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2000 |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 80 | 580 | 962 | 1207 | 990 | 793 | 723 | 663 | 486 | 488 | 385 | 189 | 145 |
Инраструктура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылда башланғыс мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Игенселек, малсылыҡ үҫешкән[1].