Яңы Байлар
Ауыл | |
Яңы Байлар татар. Яңа Байлар | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Нигеҙләнгән | |
Халҡы | |
Милли состав | |
Конфессиональ составы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
+7 +7 |
Почта индексы |
423883 |
Цифровые идентификаторы | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО |
Яңы Байлар — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Туҡай районы ауылы. Күсәкәй ауыл биләмәһе составына керә.
География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ауыл Тиргәүеш йылғаһы буйында, Яр Саллы ҡалаһынан көнсығыштараҡ 35 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Яңы Байлар — байлар ырыуы башҡорттарының ауылы. Иҫке Байлар ауылы кешеләре тарафынан нигеҙләнә. Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Күсәкәй улусы составына керә.
ХХ быуат башында бында мәсет (1846 йылдан билдәле), мәктәп теркәлгән[1].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылда — Минзәлә районы, 1976 йылда — Күсәкәй ауылы, 1984 йылда — Туҡай районы составына инә, 1991 йылда — йәнә айырым тораҡ пункт итеп теркәлә[1].
Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1858 | 1870 | 1884 | 1897 | 1906 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1970 | 1989 | 2002 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
296 | 463 | 492 | 725 | 842 | 854 | 833 | 508 | 479 | 369 | 340 | 179 | 166 |
Инраструктура[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ауылда клуб, мәсет бар. Игенселек, малсылыҡ үҫешкән[1].