Эстәлеккә күсергә

Тирә-яҡ мөхит

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тирә-яҡ мөхит
Рәсем
Ҡайҙа өйрәнелә экология, экологическая экономика[d], география һәм экосоциология[d]
Зимнее изображение
 Тирә-яҡ мөхит Викимилектә
Шарлауыҡ Хоуптон (Австралия)
Арктика

Тирә-яҡ мөхит — берәй урындағы тәбиғәт шарттарын һәм экологик халәтен ҡылыҡһырлаған дөйөмләштерелгән төшөнсә. Ғәҙәттә, мөхиттең организм (кеше, хайуан һәм башҡалар) менән, тере һәм йәнһеҙ тәбиғәт объекттары менән мөнәсәбәткә ингән бер өлөшө итеп ҡарала.

"Тирә-яҡ мөхит" һүҙтеҙмәһе, ҡағиҙә булараҡ, Ер өҫтөндәге тәбиғәт шарттары, уның глобаль һәм локаль экосистемаһы торошо һәм кеше менән үҙ-ара мөнәсәбәткә бәйле ҡулланыла. Шул мәғәнәлә халыҡ-ара термин булараҡ ҡулланыла[1].

Хәҙерге дәүерҙә кешенең эшмәкәрлеге үҙ эсенә бөтә географик тышлыҡты алған, бының дәүмәле хәҙер глобаль масштабтағы тәбиғәт процестары хәрәкәте менән сағыштырып була һәм тирә-яҡ мөхит торошона кире йоғонто яһай[1].Тирә-яҡ мөхит — йәшәү мөхите һәм кешелектең эшмәкәрлеге, тәбиғәтте һәм антропоген мөхитте лә индереп, кешеләрҙе уратып алған бөтә донъя ул [1].

БМО сиктәрендә махсус төҙөлгән ойошма — тирә-яҡ мөхит буйынса БМО программаһы (ингл. UNEP) бар. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау проблемаларына иғтибарҙы йәлеп итеү маҡсатында БМО Бөтә донъя тирә-яҡ мөхит көнө иғлан итте.

Башҡортостан тәбиғәте

Рәсәйҙә терминдың закон нигеҙендә билдәләмәһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәйҙә — Рәсәй Федерацияһында закон рәүешендәге «уңайлы тирә-яҡ мөхит» билдәләмәһе «Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау тураһында» № 7-ФЗ Федераль закондың 1-се статьяһында бирелгән (10 ғинуар, 2002 йыл):

Уңайлы тирә-яҡ мөхит - тәбиғи экологик системаларҙың, тәбиғи һәм тәбиғи-антропоген объекттарҙың тотороҡло эшмәкәрлеген тәьмин итеп торған тирә-яҡ мөхит.

Һис шикһеҙ, « тәбиғи экология системалары тотороҡло эшмәкәрлегенә» юридик факт билдәләү ғәмәлдә уны тормошҡа ашырыуҙа ярайһы ҡатмарлыҡ тыуҙыра. Шуға күрә терминдың башҡа билдәләмәһенә мөрәжәғәт итергә кәрәк - шул уҡ 1-се статьяла былай тиелә:

Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендәге нормативтар (артабан шулай уҡ — тәбиғәтте һаҡлау нормативтары) — тирә-яҡ мөхиттең сифат нормативтары һәм уға рөхсәт ителгәнсә тәьҫир итеү нормативтары билдәләнгән, уларҙы үтәгән осраҡта тәбиғи экологик системаларҙың тотороҡло эшмәкәрлеге тәьмин ителә һәм биологик төрлөлөгөн һаҡлана.


Шулай итеп, уңайлы тирә-яҡ мөхиткә хоҡуҡ тәбиғәтте һаҡлау нормативтары системаһы менән тәьмин ителә, ә был хоҡуҡты үтәү критерийы булып тирә-яҡ мөхиттең сифаты һәм уға тәьҫир итеү тәбиғәтте һаҡлау нормативтарына ярашлы булырға тейеш.

  1. 1,0 1,1 1,2 Окружающая среда // Российский энциклопедический словарь. / глав. ред. А. М. Прохоров. — М.: «Большая российская энциклопедия», 2000. — С. 1090 (книга 2).