Эстәлеккә күсергә

Толомбаев Хәсән Абдулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Толомбаев Хәсән Абдулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 16 май 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Тыуған урыны Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Ейәнсура районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 17 май 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (73 йәш)
Вафат булған урыны Өфө районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө педагогия фәндәре кандидаты
Эшмәкәрлек төрө педагогика һәм башҡортса‎

Толомбаев Хәсән Абдулла улы (16 май 1935 йыл17 май 2008 йыл) — башҡорт телсеһе, педагог, педагогия фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы.

Толомбаев Хәсән Абдулла улы 1935 йылдың 15 майында БАССР‑ҙың Ейәнсура районы Байдәүләт ауылында тыуған[1] 1958 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң Бишбүләк районының Бикҡол тулы булмаған урта мәктәбендә директор булып эшләй. 19711977 һәм 19791988 йылдарҙа Милли мәктәптәр Ғилми-тикшеренеү институтының Башҡортостан филиалында эшләй, 1976 йылдан алып һәм 1981 йылдан башлап өлкән ғилми хеҙмәткәр була, 19771979 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында уҡыта. 19882007 йылдарҙа (өҙөклөктәр менән) Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында эшләй. 1990—1996 йылдарҙа мәктәпкәсә тәрбиә һәм башланғыс белем биреү методикаһы кафедраһы мөдире, 1996—1997 йылдарҙа һәм 2000—2001 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия университетында, 1997—1998 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу методикаһына арналған. 150‑нән ашыу фәнни‑методик хеҙмәт, шул иҫәртән урыҫ телле мәктәптәрҙең башланғыс кластары өсөн башҡорт теле буйынса дәреслектәр һәм программалар авторы.

Толомбаев, Хәсән А.

  • Яҙырға өйрәнеү дәфтәре: уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмалары өсөн (башҡорт телен туған булараҡ өйрәнеүселәр өсөн) "Бүләк" дәреслегенә ҡушымта / Х. А. Толомбаев, М. С. Дәүләтшина. - 25-се баҫма. - Өфө : Китап, 2016. - 47 с. : ил.; 22 см.; ISBN 978-5-295-06381-7 : 10180 экз[2].
  • Филологические науки. Художественная литература -- Языкознание -- Тюркские языки -- Северо-западная (кыпчакская) группа языков -- Башкирский язык -- Преподавание и методика изучения языка -- Учебники и учебные пособия общего характера -- Учебные пособия для начальной школы