Торрес Фернандо
Торрес Фернандо | ||
Информация | ||
Тулы исеме | Фернандо Хосе Торрес Санс[1] | |
Тыуа | 20 март 1984[2][3][4] (40 йәш) Фуэнлабрада, Мадрид, Испания[5] | |
Гражданлығы | ||
Буйы | 186[6] см | |
Клубы | ||
Клубы | карьераһын тамамлаған | |
Карьера | ||
Йәштәр клубтары | ||
1989—1991 | Парке 84 | |
1991—1994 | Мариос Холанда | |
1994—1995 | Райо 13 | |
1995—2001 | Атлетико Мадрид | |
Клуб карьераһы* | ||
2001—2007 | Атлетико Мадрид | 214 (82) |
2007—2011 | Ливерпуль | 102 (65) |
2011—2015 | Челси | 110 (20) |
2014—2015 | → Милан | 10 (1) |
2015—2016 | Милан | 0 (0) |
2015—2016 | → Атлетико Мадрид | 49 (14) |
2016—2018 | Атлетико Мадрид | 58 (13) |
2018—2019 | Саган Тосу | 35 (5) |
Йыйылма командаһы** | ||
2000 | Испания (15 йәшкә тиклем) | 1 (0) |
2001 | Испания (16 йәшкә тиклем) | 9 (11) |
2001 | Испания (17 йәшкә тиклем) | 4 (1) |
2001 | Испания ((18 йәшкә тиклем)|) | 1 (1) |
2002 | Испания (19 йәшкә тиклем) | 5 (6) |
2002—2003 | Испания (21 йәшкә тиклем) | 10 (3) |
2003—2014 | Испания | 110 (38) |
Халыҡ-ара миҙалдары | ||
Донъя чемпионаттары | ||
Алтын | КАР (ЮАР) 2010 | |
Конфедерациялар кубогы | ||
Бронза | ЮАР 2009 | |
Көмөш | Бразилия 2013 | |
Европа чемпионаттары | ||
Алтын | Австрия/Швейцария 2008 | |
Алтын | Польша/Украина 2012 | |
* Профессиональ клуб өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе милли чемпионаттарҙың төрлө лигалары өсөн генә һанала. ** Рәсми матчтарҙа милли йыйылма команда өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе. | ||
Хосе Санс Фернандо Торрес (исп. Fernando José Torres Sanz; 20 март 1984 йыл, Фуэнлабраде, Мадрид, Испания) — Испания футболсыһы, һөжүмсе, 2003—2014 йылдарҙа Испания йыйылма командаһы уйынсыһы, өс Европа чемпионатында һәм өс Донъя чемпионатында ҡатнашыусы.
Торрес — Мадридтың «Атлетико» клубы тәрбиәләнеүсеһе, 2007 йылда Англияға күсенә һәм унда «Ливерпуль» һәм «Челси» өсөн сығыш яһай, беренсе тапҡыр Чемпиондар лигаһы һәм Европа лигаһында ҡатнаша. 2014 йылдың көҙөндә Италияла «Милан» өсөн ҡыҫҡа сығыштарынан һуң, 2015 йылдың ғинуарында «Атлетико»ға ҡайта, уның менән карьераһында икенсе тапҡыр Чемпиондар лигаһында һәм Европа лигаһында уйнай һәм һуңғыһында еңеү яулай.
Мата Хуан менән бергә Европаның һәм донъяның дүрт иң абруйлы турнирының — УЕФА чемпиондары лигаһы, УЕФА Европа лигаһы, Европа чемпионаты һәм Донъя чемпионаты — алтын миҙалдар тупланмаһы эйәһе европа йыйылмаһы булып тора[7].
Юниорҙар карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фернандо Торрес 1984 йылдың 20 мартында тыуа. Бала сағында уҡ футбол менән ҡыҙыҡһына, тағы ла балаһы була, үҙенең беренсе «84 Parque» командаһына биш йәшендә ҡушыла[8]. Олатаһы футболға битараф була, әммә «Атлетико Мадрид» тураһында һүҙ сыҡһа, ул ажар көйәрмәнгә әүерелә. Фернандоға Мадрид клубына һөйөү тап олатаһынан күсә.
Торресҡа ете йәш тулғанда ул күршеләге"Holanda Mario' ' s" кафеһы командаһы өсөн уйнай башлай[8]. Бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, ул даими рәүештә гол индерә. Өс йыл үткәс, ун йәшендә, беренсе «Райо 13» командаһына ҡушыла[9]. 1994 йылда, «Райо 13» балалар командаһында Торрес ун 55 туп индерә һәм «Атлетико Мадрид»ҡа саҡырыла. Скауттар уның уйыны менән һоҡлана, ә йәш футболсы үҙен яҡшы яҡтан ғына күрһәтеп, 1995 йылда Мадрид клубына ҡушыла. Өс йылдан һуң Торрес йәштәр командаһы составында карьераһында беренсе еңеүен яулай. «Атлетико Мадрид» етәкселеге «Nike Cup Europe» турнирында ҡатнашыуға заявка бирә, унда 15 йәшкә тиклем бик күп билдәле Европа командалары ҡатнашырға теләк белдерә. Торрес команда лидерҙарының береһе була һәм «Атлетико Мадрид»ҡа турнирҙа еңергә ярҙам итә, ә һуңғараҡ ошо йәш категорияһында Европаның иң яҡшы уйынсыһы булып таныла[10].
Клуб карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Атлетико Мадрид»
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1999 йылда Торрес клуб менән беренсе контрактын төҙөй[9]. Шулай уҡ йәш форвардтың 16 йәшкә тиклемге йәш категорияһында Испания йыйылма командаһында сығышы ҙур уңыштарға килтерә. 2001 йылда испандар Алгарвиҙа 16 йәшкә тиклем Европа чемпионаты турнирында еңә, Фернандо 6 уйында 7 туп индереп, иң яҡшы уйынсы булып таныла. Йәш голеадорҙың "Атлетико Мадрид"ның өлкәндәр командаһы өсөн дебюты 2000/01 йылдар миҙгеле һуңында була, ә инде бер аҙнанан ул «Альбасет» менән уйында үҙенең тәүге голын индерә[10]. Бер миҙгелдән һуң "матрасник"тар Ла лигаһына әйләнеп ҡайта. Ул ваҡытта Торрестың күрһәткестәре бик ҙур булмай — Сегунданың 36 матчында 6 гол. Әммә был Фернандоға төрлө йәш категорияларындағы йыйылма командалар өсөн сығыш яһауын дауам итә. Беренсе миҙгелдә юғары дивизионда ул дәғүәселәренең ҡапҡаһына 13 тапҡыр гол индерә, ә «Атлетико Мадрид» чемпионатты 12-се баҫҡыста тамамлай. Саҡ ҡына һуңыраҡ Фернандо Испания йәштәр йыйылма командаһы өсөн уйнай.
Бер нисә миҙгел буйына Мадрид клубы Еврокубоктарҙа ҡатнашыу хоҡуғы өсөн һөҙөмтәһеҙ көрәш алып бара. Мәҫәлән, 2003/04 йылдар миҙгелендә 35 уйында 19 йәшлек Торрес 19 туп индерә һәм клуб тарихында иң йәш капитан була, әммә «Атлетико Мадрид» 7 урын биләп, УЕФА кубогына путевканы «Севилья» клубына бирә. Һуңынан Эль Ниньо Португалия йыйылма командаһына ҡаршы иптәштәрсә матчта дебют яһап, илдең ололар командаһына саҡырыу ала[10].
Европаның алдынғы клубтарының Торресҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныуы арта бара, әммә ул һәр ваҡыт «Атлетико Мадрид»ҡа тоғро ҡала һәм Испания йыйылма командаһы өсөн сығыш яһауын дауам итә. 2004 йылда уның составында Европа чемпионатында ҡатнаша. 2006 йылда Германиялағы донъя чемпионатында Торрес өс гол индерә. 2006/07 йылдар миҙгеле «Эль Ниньо» өсөн «Атлетико Мадрид» командаһында һуңғыһы була.
«Ливерпуль»
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2007 йылдың 4 июлендә футболсы «Ливерпулгә» ҡушыла, унда шунда уҡ билдәле «туғыҙ» һанлы футболкаға эйә була. был номер менән элек Иан Раш һәм Робби Фаулер кеүек билдәле футболсылар сығыш яһай.
«Ливерпулдә» беренсе миҙгелендә үк Торрес Робби Фаулер заманынан алып Премьер-лигала 20-нән ашыу гол индереп, быға тиклем дебюты ваҡытында индергән голдары буйынса рекорд ҡуйған Руду ван Гистелройҙы уҙып китеп, яңы рекорд ҡуя (Фернандо лигала 24 гол индереүгә өлгәшә)[10], шулай уҡ өйҙәге һигеҙ уйында рәттән дәғүәсеһенең ҡапҡаһын ҡоро ҡалдырмай һәм Роджер Ханттың рекордын ҡабатлай. Беренсе миҙгелдә Торрес барлыҡ турнирҙарҙа үҙ иҫәбенә 33 гол яҙа. 2008 йылдың июнендә Фернандо Торрес Австрияға һәм Швейцарияға Европа чемпионатына юллана. Унда Давид Вилья менән бергә команданың төп һөжүмсеһе була. Европа беренселегендә ул 2 туп индерә, уның береһе — 29 июндә Германияла Венала ҡаршы финал уйынында. Был еңеү испандар өсөн мөһим була. Улар иналда 1:0 иҫәбенә еңә һәм иң яҡшы команда тип таныла.
Англия Премьер-лигаһының яңы миҙгелендә Торрес «Ливерпуль» өсөн «Сандерленд» командаһы менән уйындың 83-сө минутында турнирҙың тәүге голын индерә, уйын 0:1 иҫәбенә тамамлана.
Яңы миҙгел башында Торрес командаһына 3 гол менән ярҙам итә, әммә был уны «Тоттенхэм Хотспур» (1:2) һәм «Астон Вилла» (1:3) клубтарынан еңелеүҙән ҡотҡармай. Торрес «Сток Сити», «Астон Вилла» һәм «Болтон Уондерерс» командалары менән уйнағанда айырылып тора.
2009 йылдың 29 декабрендә «Астон Вилла» менән уйындың 93-сө минутында хәл иткес тупты индерә, шул уҡ ваҡытта был гол Премьер-лигала 50-се була. Матч 0:1иҫәбенә «Ливерпулдең» еңеүе менән тамалана.
2009/10 йылдар миҙгелендә Торрес йыш йәрәхәтләнә һәм дөйөм алғанда чемпионат матчтарының яртыһында тиерлек уйнамай. Әммә ошо ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, ул 22 матчта 18 гол индерә һәм бомбардирҙар рейтингында «Тоттенхэм Хотспур» командаһынан 11 уйынға күберәк уйнаған Дефо Джермейн менән 6-сы урынды бүлешә.
2010/11 йылдар миҙгеле уртаһында Торрес менән «Челси» ҡыҙыҡһына һәм форвардтың трансферы өсөн 35 миллион фунттәҡдим итә, әммә «мерсисайдтар» испанлыны һатыуҙан баш тарта[11]. Фернандо клуб етәкселегенә үҙен һатыуға ҡуйыуҙе һорап мөрәжәғәт итә, әммә уның үтенесе кире ҡағыла[12].
«Челси»
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2011 йылдың 31 ғинуарында «Ливерпуль» етәкселеге «Челсиҙың» Фернандоны һатып алыуы тураһындағы тәҡдимен ҡабул итә[13]. Шул уҡ көндө Торрес яңы клуб менән биш йыллыҡ контрактҡа ҡул ҡуя[14], эш хаҡы аҙнаһына 175 мең фунт тәшкил итә. Трансфер суммаһы — 58,5 миллион фунт — инглиз Премьер-лигаһы клубының футболсы өсөн түләгән иң ҙур хаҡ була[15]. «Ливерпулдең» бер нисә көйәрмәне Торрестың китеүенә яуап итеп, клуб офисы эргәһендә уның футболкаһын яндыра[16]. Күскәндән һуң үҙенең интервьяһында Торрес, «ҡыҙылдар» фандары тураһында бер ниндәй насар һүҙ әйтмәй һәм, ҡарарҙы һуңғы көндәрҙә түгел, ә алдан, «Челси» тәҡдим менән мөрәжәғәт иткән ваҡытта уҡ ҡабул итеүен белдерә[17]. 6 февралдә өйҙәге матчта «Челси» командаһы өсөн «Ливерпуль» клубына ҡаршы дебют үткәрә[18]. 14 матчта (903 минут)[19] яңы клубта айырылып тора алмай, әммә Карло Анчелотти[20], Петр Чех[21] һәм Питер Одемвингие[22] уны яҡлай. 23 апрелдә «Вест Хэм Юнайтед»ҡа ҡаршы матчтың 83-сө минутында яңы клубы өсөн беренсе голын индерә, өҫтәмә ваҡытта Флоран Малудаға һөҙөмтәле пас тапшыра[23]. Шуға ҡарамаҫтан, 2011/12 йылдар миҙгелендә Фернандо бик һирәк гол индерә, голһыҙ осоро биш ай тиерлек дауам итә[24][25], футболсының психологик торошо ҡатмарлы булып ҡала[26][27], ә Испания йыйылма командаһы етәкселеге Торресты 2012 йылғы Европа чемпионатына саҡырыу мөмкинлеген ҡарай[28][29][30].
2012 йылдың 29 апрелендә, Премьер-лигала «Куинз Парк Рейнджерс»ҡа ҡаршы уйында Торрес 3 туп индереп, «Челси» составында иң тәүге хет-тригын эшләй.
2012/13 йылдар миҙгелендә Торрес Европа лигаһында 6 гол индереп, «Челси»ҙың иң яҡшы бомбардиры була. Бер тупты ул турнирҙың финалында «Бенфики» ҡапҡаһына керетә, һөҙөмтәлә «Челси» 2:1 иҫәбенә еңеп трофей яулай. 2012/13 йылдар миҙгелендә барлыҡ турнирҙарҙа бөтәһе 22 гол индереп, «Челси»ҙың иң яҡшы бомбардиры исемен ала[31].
Тарихта «Челси» командаһы өсөн бер миҙгелдә ете турнирҙа гол индергән беренсе уйынсы[32].
«Милан» һәм «Атлетико»ға кире ҡайтыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2014 йылдың 29 авгусында «Челси» һәм «Милан» футболсыны 2 йылға ҡуртымға алыу тураһында килешә, рәсми трансфер шәхси контракт тураһында килешкәндән һәм медосмотр үткән һуң төҙөлә[33].
2014 йылдың 23 сентябрендә «Эмполгә» ҡаршы матчта «Милан» өсөн беренсе голын индерә. Уйын 2:2 иҫәбе менән тамамлана[34].
2014 йылдың 27 декабрендә Торрес Мадридтың «Атлетико» командаһына Алессио Черч менән алмашыу өсөн 2015 йылдың 5 ғинуарынан[35] даими нигеҙҙә «россонери» уйынсыһы буласағы тураһында белдерелә[36]. 2015 йылдың 7 ғинуарынан Торрес «Атлетико» өсөн беренсе матчын уҙғара. Ул Испания кубогында Мадридтың "Реал"ына ҡаршы уйнай. Майҙанда 60 минут самаһы булғас, Коко менн алмаштырыла. 2015 йылдың 15 ғинуарынан «Атлетико»ға ҡайтҡандан алып беренсе голын ҡабат шул уҡ «Реал» ҡапҡаһына индерә, матч 2:2 иҫәбенә тамамлана.
2015 йылдың майында көйәрмәндәр версияһы буйынса "Атлетико"ның иң яҡшы уйынсыһы булып таныла. Быға «Вильярреала» ҡапҡаһына индергән берҙән-бер голы һәм «Леванте»ға индергән тубы сәбәп була.
2016 йылдың апреленән "Атлетико"ның старт составында нығына. Чемпиондар лигаһының сирек финалында «Барселона» ҡапҡаһына гол индерә.
2018 йылдың апрелендә 2017/18 йылдар миҙгеле Фернандо Торрес өсөн Мадридтың «Атлетико» составында һуңғыһы булыуы асыҡлана[37].
«Саган Тосу»
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2018 йылдың 10 июленән Фернандо Торрес «Саган Тосу» уйынсыһы булып китә[38]. Испания клубы һөжүмсеһе Япония клубына ирекле агент хоҡуғында күсә.
2019 йылдың 21 июнендә Фернандо Торрес үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә карьераһын тамамларға теләүе тураһында иғлан итә[39]. Ике көндән һуң ул Япония чемпионатында үҙ командаһының «Виссел Кобе» (клуб өсөн Андрес Иньеста һәм Давид Панч уйнай) командаһына ҡаршы матчы уның профессиональ футболда һуңғы уйыны буласағын белдерә[40].
Халыҡ-ара карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Торрес Европа чемпионатында (2008) 33-сө минутта еңеү голын индерә[10]. Испания йыйылма командаһы өсөн ике хет-трик эшләй. Уларҙың береһе Конфедерациялар кубогында Яңы Зеландия йыйылма командаһына ҡаршы уйнағанда башҡарыла. Йәрәхәттәргә тулы 2009/10 йылдар миҙгеле Торрестың Көньяҡ Америкалағы Донъя чемпионатында ла сағылыш таба. Ул турнир барышында үҙенең яҡшы уйынын күрһәтә алмай, бер генә гол да индермәй, хатта 2010 йылдың 11 июлендә ярымфинал һәм финал уйындарына сығарылмай. Финал уйындарында Нидерланд йыйылма командаһына ҡаршы Фернандо бары тик икенсе өҫтәмә таймда Давид Вильены алмаштыра. Һуңғы минутта йәрәхәтләнгән футболсы минут тирәһе газонда ята, әммә уйын дауам итә[41]. 2012 йылдың 14 июнендә Европа чемпионатында Торрес дубль яһап, Испанияға Ирландияны 4:0 иҫәбе менән еңергә ярҙам итә, шул уҡ матчта Давид Сильва һәм Фабрегас гол индерә. 2012 йылдың 1 июлендә Европа чемпионатының финал матчтарында Испания Италия мпнән уйнағанда икенсе таймда алмашҡа сыға һәм 84-се минутта гол индерә, шулай уҡ һөҙөмтәле пас бирә һәм өс гол индергән иң яҡшы бомбардир тип таныла, шулай уҡ «Алтын бутса»ға лайыҡ була[42]. Торрес Европа чемпионатының ике финал матчында (2008, 2012)гол индергән беренсе футболист була. 2012 йылдың 7 сентябрендә ул Испания йыйылма командаһы өсөн 100-сө уйынын үткәрә һәм шундай ҡаҙанышҡа еткән алтынсы футболсы була. Бразилияла уҙған Конфедерациялар кубогында (2013), Фернандо Торрес турнирҙың иң яҡшы бомбардиры булараҡ (5 гол) «Алтын бутса»ға эйә була.
Ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Командала
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Атлетико Мадрид»
- Сегунда чемпионы: 2001/02
- Интертото кубогы финалисы: 2004
- УЕФА-ның Чемпиондар лигаһы финалисы: 2015/16
- УЕФА-ның Европа лигаһы еңеүсеһе: 2017/18
«Челси»
- Англия кубогы эйәһе: 2011/12
- УЕФА-ның Чемпиондар лигаһы еңеүсеһе: 2011/12
- УЕФА-ның Европа лигаһы еңеүсеһе: 2012/13
Испания йыйылма командаһы
- 17 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында Европа чемпионы: 2001
- 19 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында Европа чемпионы: 2002
- Европа чемпионы (2): 2008, 2012
- Донъя чемпионы: 2010
Шәхси
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ПФА версияһы буйынса Йыл командаһы (2): 2008, 2009
- Англия Премьер-лигаһының ай уйынсыһы (2): февраль 2008, сентябрь 2009
- Англия Премьер-лигаһының ай голы (2): апрель 2009, март 2010
- УЕФА версияһы буйынса европа символик йыйылма командаһы: 2008
- ФИФПРО версияһы буйынса Символик донъя йыйылма командаһы (2): 2008, 2009
- ЕСМ версияһы буйынса йыл командаһы: 2008
- Конфедерациялар кубогының Символик йыйылма командаһы (2): 2009, 2013
- «Marca» гәзитен уҡыусылар версияһы буйынса «Легенда» трофейы эйәһе
- Европа чемпионатының «Алтын бутса» эйәһе: 2012
- Конфедерациялар кубогының «Алтын бутса» эйәһе: 2013
- Европа чемпионаттарында голдар иҫәбе буйынса Испания йыйылма командаһы рекордсыһы: 5 гол
- Конфедерациялар кубогында голдар иҫәбе буйынса Испания йыйылма командаһы рекордсыһы: 8 гол
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Торрес Олалья Домингесҡа өйләнгән[43]. 2009 йылдың 8 июлендә — ҡыҙҙары Нора[44], 2010 йылдың 6 декабрендә — улдары Лео[45], 2015 йылдың 26 октябрендә ҡыҙҙары Эльса тыуа.
Клуб статистикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2019 йылдың 21 июненә ҡарата[46]
Сығыш | Лига | Ил кубогы | Лига кубогы | Еврокубоктар | Башҡалар[47] | Итого | ||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Клуб | Лига | Миҙгел | Уйындар | Голдар | Уйындар | Голдр | Уйындар | Голдар | Игры | Голы | Уйындар | Голдар | Уйындар | Голдар |
Атлетико Мадрид | Сегунда | 2000/01 | 4 | 1 | 2 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | ? | ? |
2001/02 | 36 | 6 | 1 | 1 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | ? | ? | ||
Примера | 2002/03 | 29 | 13 | 3 | 1 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | ? | ? | |
2003/04 | 35 | 19 | 5 | 2 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | ? | ? | ||
2004/05 | 38 | 16 | 6 | 2 | 0 | 0 | 5 | 2 | 0 | 0 | ? | ? | ||
2005/06 | 36 | 13 | 4 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | ? | ? | ||
2006/07 | 36 | 14 | 4 | 1 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | ? | ? | ||
Йәмғеһе | 214 | 82 | 25 | 7 | 0 | 0 | 5 | 2 | 0 | 0 | ? | ? | ||
Ливерпуль | Премьер-лига | 2007/08 | 33 | 24 | 1 | 0 | 1 | 3 | 11 | 6 | 0 | 0 | ? | ? |
2008/09 | 24 | 14 | 3 | 1 | 2 | 0 | 9 | 2 | 0 | 0 | ? | ? | ||
2009/10 | 22 | 18 | 2 | 0 | 0 | 0 | 8 | 4 | 0 | 0 | ? | ? | ||
2010/11 | 23 | 9 | 1 | 0 | 0 | 0 | 2 | 0 | 0 | 0 | ? | ? | ||
Йәмғеһе | 102 | 65 | 7 | 1 | 3 | 3 | 30 | 12 | 0 | 0 | ? | ? | ||
Челси | Премьер-лига | 2010/11 | 14 | 1 | 0 | 0 | 0 | 0 | 4 | 0 | 0 | 0 | ? | ? |
2011/12 | 32 | 6 | 6 | 2 | 1 | 0 | 10 | 3 | 0 | 0 | ? | ? | ||
2012/13 | 36 | 8 | 5 | 1 | 4 | 2 | 15 | 9 | 4 | 2 | ? | ? | ||
2013/14 | 28 | 5 | 2 | 0 | 1 | 1 | 9 | 4 | 1 | 1 | ? | ? | ||
Йәмғеһе | 110 | 20 | 13 | 3 | 6 | 3 | 38 | 16 | 5 | 3 | ? | ? | ||
Милан | Серия A | 2014/15 | 10 | 1 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | ? | ? |
Йәмғеһе | 10 | 1 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | ? | ? | ||
Атлетико Мадрид | Примера | 2014/15 | 19 | 3 | 4 | 3 | 0 | 0 | 3 | 0 | 0 | 0 | ? | ? |
2015/16 | 30 | 11 | 2 | 0 | 0 | 0 | 12 | 1 | 0 | 0 | ? | ? | ||
2016/17 | 31 | 8 | 5 | 1 | 0 | 0 | 9 | 1 | 0 | 0 | ? | ? | ||
2017/18 | 27 | 5 | 6 | 3 | 0 | 0 | 12 | 2 | 0 | 0 | ? | ? | ||
Йәмғеһе | 107 | 27 | 17 | 7 | 0 | 0 | 36 | 4 | 0 | 0 | ? | ? | ||
Саган Тосу | Джей-лига | 2018 | 17 | 3 | 2 | 1 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | ? | ? |
2019 | 11 | 0 | 0 | 0 | 2 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | ? | ? | ||
Йәмғеһе | 28 | 3 | 2 | 1 | 2 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | ? | ? | ||
Барлығы | 571 | 198 | 64 | 19 | 11 | 6 | 109 | 34 | 5 | 3 | ? | ? |
Халыҡ-ара статистика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2014 йылдың 28 ноябренә ҡарата[48]
Йыйылма команда | Миҙгел | Иптәштәрсә осрашыуҙар | Турнирҙар | Барыһы | |||
---|---|---|---|---|---|---|---|
Уйындар | Голдар | Уйындар | Голдар | Уйындар | Голдар | ||
Испания | 2003 | 1 | 0 | 2 | 0 | 3 | 0 |
2004 | 6 | 1 | 5 | 0 | 11 | 1 | |
2005 | 3 | 1 | 9 | 7 | 12 | 8 | |
2006 | 6 | 1 | 7 | 4 | 13 | 5 | |
2007 | 2 | 0 | 4 | 1 | 6 | 1 | |
2008 | 6 | 1 | 7 | 2 | 13 | 3 | |
2009 | 4 | 2 | 9 | 3 | 13 | 5 | |
2010 | 4 | 1 | 8 | 2 | 12 | 3 | |
2011 | 7 | 1 | 2 | 0 | 9 | 1 | |
2012 | 3 | 1 | 7 | 3 | 10 | 4 | |
2013 | 1 | 0 | 4 | 5 | 5 | 5 | |
2014 | 1 | 1 | 3 | 1 | 4 | 2 | |
Карьераһында барлығы | 43 | 10 | 67 | 28 | 110 | 38 |
Йыйылма команда өсөн уйындары һәм голдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Барлығы: 110 матч / 38 гол; 83 еңеү, 15 тигеҙ иҫәп, 12 еңелеү.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Статистика (ингл.) (PDF). premierleague.com (21 октябрь 2011). Дата обращения: 21 октябрь 2011. Архивировано 20 февраль 2012 года. 2012 йыл 18 февраль архивланған.
- ↑ Fernando Torres // Transfermarkt.com (билдәһеҙ) — 2000.
- ↑ FERNANDO TORRES jose sanz // https://bdfa.com.ar/jugadores-47115.html (исп.)
- ↑ Fernando José Torres Sanz // As (исп.) — Madrid: PRISA, 1967. — ISSN 1888-6671
- ↑ Infancia (исп.). Fernando Torres (21 ноябрь 2009). Дата обращения: 21 октябрь 2011. Архивировано 20 февраль 2012 года.
- ↑ Ficha técnica (исп.). fernando9torres.com.
- ↑ "Челси" установил рекорд европейского футбола (рус.), Лига. Новости (16 май 2013). 18 ноябрь 2013 тикшерелгән.
- ↑ 8,0 8,1 «Фернандо Торрес. Моя автобиография. Детство» // Liverbird.ru
- ↑ 9,0 9,1 «Фернандо Торрес. Моя автобиография. Атлетико» // Liverbird.ru
- ↑ 10,0 10,1 10,2 10,3 10,4 «Фернандо Торрес: Ключевые моменты моей футбольной жизни» // Liverbird.ru
- ↑ «Ливерпуль» отклонил предложение «Челси» по Торресу . Дата обращения: 29 ғинуар 2011. Архивировано 31 ғинуар 2011 года. 2011 йыл 31 ғинуар архивланған.
- ↑ «Официально: „Ливерпуль“ отклонил запрос Торреса о трансфере» // LiverBird.ru
- ↑ «Официально: „Ливерпуль“ разрешил Торресу вести переговоры с „Челси“» // Liverbird.ru
- ↑ Официально: Торрес перешёл в «Челси» // Liverbird.ru
- ↑ Трансфер Торреса стал самым дорогостоящим в истории АПЛ . Дата обращения: 1 февраль 2011. Архивировано 3 февраль 2011 года. 2011 йыл 3 февраль архивланған.
- ↑ Болельщики «Ливерпуля» сожгли футболку Торреса . Дата обращения: 1 февраль 2011. Архивировано 4 февраль 2011 года. 2011 йыл 4 февраль архивланған.
- ↑ «Торрес: Я сразу решил уйти» // Liverbird.ru
- ↑ Reds ruin Torres' Blues bow 2011 йыл 29 апрель архивланған. // Sky Sports
- ↑ ПАС ИЗ-ЗА ГРАНИЦЫ
- ↑ Анчелотти: Торрес ещё будет блестяще играть за «Челси»
- ↑ Чех уверен, что Торрес вскоре начнёт забивать за «Челси»(недоступная ссылка)
- ↑ Одемвинги: Торрес обязательно проявит себя в «Челси»
- ↑ 19 апреля в матче против «Генка» на 11-й, 27-й минуте забил свой первый дубль за клуб. Торрес открывает счёт своим голам за «Челси».
- ↑ Торрес не забивает за «Челси» уже 24 часа . Дата обращения: 1 май 2012. Архивировано 3 июнь 2012 года.
- ↑ Торрес не забивает больше 24 часов игрового времени . Дата обращения: 1 май 2012. Архивировано 3 июнь 2012 года.
- ↑ У Торреса психологические проблемы . Дата обращения: 1 май 2012. Архивировано 3 июнь 2012 года. 2020 йыл 7 июль архивланған.
- ↑ 10 игроков – от них летом может избавиться Роман Абрамович . Дата обращения: 1 май 2012. Архивировано 3 июнь 2012 года.
- ↑ Дель Боске: «У Торреса еще есть время» . Дата обращения: 1 май 2012. Архивировано 3 июнь 2012 года.
- ↑ Дель Боске: Торрес знает, что должен делать, чтобы поехать на Евро-2012 . Дата обращения: 1 май 2012. Архивировано 3 июнь 2012 года.
- ↑ Луис Арагонес: «То, что Торреса не вызвали в сборную, вполне логично» . Дата обращения: 1 май 2012. Архивировано 3 июнь 2012 года.
- ↑ ФК «Челси» в миҙгеле 2012/2013 (рус.) // Википедия. — 2017-07-22.
- ↑ Рекорд Торреса. Он такой один (рус.), Sports.ru (15 март 2013). 21 сентябрь 2017 тикшерелгән.
- ↑ Официальный сайт «Челси»: Торрес уходит в аренду
- ↑ Фернандо Торрес забил первый гол за «Милан» 2014 йыл 30 октябрь архивланған.
- ↑ «Милан» оформил трансфер Торреса из «Челси» на постоянной основе
- ↑ «Атлетико» объявил о переходе Торреса
- ↑ Торрес покинет «Атлетико» следующим летом
- ↑ Co.,Ltd., SAGAN DREAMS. Announcement of Fernando Torres transfer to the SAGAN TOSU | サガン鳥栖 [公式 オフィシャルサイト] (яп.), サガン鳥栖 [公式] オフィシャルサイト. 16 июль 2018 тикшерелгән.
- ↑ https://twitter.com/Torres/status/1141934249362124801
- ↑ https://twitter.com/Torres/status/1142647757393428480
- ↑ «Торрес получил травму в игре с Голландией» // Sports.ru
- ↑ Торрес отобрал у Гомеса «Золотую бутсу»
- ↑ испанское издание "El Pais" . Дата обращения: 12 июля. Архивировано 20 февраль 2012 года.
- ↑ Фан сайт «Ливерпуля» . Дата обращения: 09 июля. Архивировано 20 февраль 2012 года.
- ↑ Фан сайт «Ливерпуля» . Дата обращения: 27 апреля. Архивировано 20 февраль 2012 года.
- ↑ Profile: Fernando Jose Sans Torres (инг.), Bounder.friardale.co.uk (18 November 2013). 18 ноябрь 2013 тикшерелгән.
- ↑ 1 матч и 1 гол в Суперкубке Англии, 2 матча и 1 гол в Суперкубке УЕФА и 2 матча и 1 гол на Клубном чемпионате мира
- ↑ Internationals: Fernando Jose Sans Torres (инг.), Bounder.friardale.co.uk (18 November 2013). 18 ноябрь 2013 тикшерелгән.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт (исп.)