Фабрегас Сеск
Фабрегас Сеск | ||
Информация | ||
Тулы исеме | Франсеск Фабрегас Инсуле | |
Тыуа | 4 май 1987[1][2][3] (37 йәш) Ареньс-де-Мар, Испания | |
Гражданлығы | ||
Буйы | 179[4] см | |
Ауырлығы | 76[4] кг | |
Клубы | ||
Клубы | Монако | |
Карьера | ||
Йәштәр клубтары | ||
1995—1997 | Матаро[en] | |
1997—2003 | Барселона | |
2003 | Арсенал
| |
Клуб карьераһы* | ||
2003—2011 | Арсенал | 212 (35) |
2011—2014 | Барселона | 96 (28) |
2014—2019 | Челси | 138 (15) |
2019—х. в. | Монако | 29 (1) |
Йыйылма командаһы** | ||
2002—2003 | Испания (до 16) | 8 (0) |
2003—2004 | Испания (17 йәшкә тиклем) | 14 (7) |
2005 | Испания (20 йәшкә тиклем) | 5 (0) |
2004—2005 | Испания (21 йәшкә тиклем) | 12 (8) |
2006—2016 | Испания | 110 (15) |
Халыҡ-ара миҙалдары | ||
Донъя чемпионаттары | ||
Алтын | КАР 2010 | |
Конфедерациялар кубогы | ||
Бронза | КАР 2009 | |
Көмөш | Бразилия 2013 | |
Европа чемпионаттары | ||
Алтын | Австрия/Швейцария 2008 | |
Алтын | Польша/Украина 2012 | |
* Профессиональ клуб өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе милли чемпионаттарҙың төрлө лигалары өсөн генә һанала. ** Рәсми матчтарҙа милли йыйылма команда өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе. | ||
Франсеск Фабрегас Суле (исп. Francesc Fàbregas Soler, испанса: [ˈfaβɾeɣas]; кат. Francesс Fabregas i Soler, каталанса: [ˈfaβɾəɣəs]; 4 май 1987 йыл, Ареньс-де-Мар, Каталония, Испания), Сеск Фабрегас булараҡ билдәле — испан футболсыһы, Францияның «Монако» клубы ярымһаҡсыһы. Испания йыйылма командаһы өсөн сығыш яһай. Донъя чемпионы (2010), ике тапҡыр Европа чемпионы (2008, 2012).
Иртә йылдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Франсеск Фабрегас 1987 йылдың 4 майында Урта диңгеҙ яры буйында урынлашҡан Ареньс-де-Мар каталон ҡалаһында тыуа. Сесктың беренсе клубы «Матаро» була, әммә 10 йәшендә уны «Барселона» скауттары күреп ҡала һәм ул Испания гранды академияһына күсә.
Бында Фабрегас терәк ярымһаҡсыһы позицияһын биләй, үҙ ваҡытында был урында уның кумиры — Хосеп Гвардиола уйнаған була. Шулай уҡ уның менән бергә командала буласаҡ йондоҙҙар — Лионель Месси һәм Жерар Пике уйнай. Уңыштары булыуға ҡарамаҫтан (Фабрегас, терәк ярымһаҡсыһы позицияһында уйнаһа ла, ҡайһы бер ваҡыт йәштәр командаһы өсөн бер миҙгелдә 30-ҙан ашыу гол индерә), Сесктың «Барселона»ғы перспективаһы томанлы була, уны ҡасан беренсе командаға сығарырҙарын берәү ҙә белмәй[5]. Шуға күрә Арсен Венгерға Фабрегасты «Арсенал»ға күсергә инандырыу ҡыйын булмай — уға команданың төп составында уйнай вәғәҙә ителә.
Клуб карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Арсенал»
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2003 йылдың йәйендә Фабрегас «Арсенал» академияһына күсә. Уның командаһына компенсация сифатында Джованни в Бронкхорст һәм 700 мең фунт күсә. Әлбиттә, Венгер шунда уҡ, үҙ вәғәҙәһен үтәй алмай, Сеск бындай кимәлдә сығыш яһарға әҙер булмай. Әммә Фабрегас Футбол лигаһы кубогында уйнау мөмкинлеге ала. 2003 йылдың 23 октябрендә Сеск «Арсенал» өсөн «Ротерем Юнайтед»ҡа ҡаршы дебют уйынын уйнай, ул ваҡытта «канонирҙар» тарихында иң йәш дебютант була. Бер ни тиклем һуңыраҡ ул төп составта беренсе голын индерә. Был «Вулверхэмптон Уондерерс» менән матчта тормошҡа аша һәм уйын «Арсенал» файҙаһына 5:1 иҫәбенә таммалана.
Әммә бер йылдан һуң 2004/05 йылдар миҙгелендә Фабрегас бөтә турнирҙарҙа ла "Арсенал"дың беренсе командаһында сыға. Быға үҙәк ярымһаҡсыларҙың йәрәхәтләнеүе булышлыҡ итә. Патрик Виейра миҙгел башында бер нисә матчты үткәреп ебәрә, һуңынан Жилберту Силва миҙгел аҙағына тиклем кйнамай тиерлек. 2004 йылдың сентябрендә Сеск үҙенең беренсе профессиональ контрактына ҡул ҡуя. 7 декабрҙә ул УЕФА чемпиондары лигаһында үҙенең тәүге голын индерә. Сағыу миҙгелен Сеск юғары нотала тамамлай: Англия Кубогы финалында төп составҡа эләгә һәм команда уйынды пенальти серияһында еңеү менән тамамлай.
«Арсенал» командаһынан капитан, француз Патрик Виейра «Ювентусҡа» киткәндән һуң, Фабрегас төп үҙәк ярымһаҡсы була, ә Вильям Галлас Арсен Венгер менән низағлашҡандан һуң, 2008 йылда капитан бәйләүесен ала һәм клуб тарихында иң йәш капитан була. Был ваҡытта Фабрегас команда лидеры була, өс тапҡыр "Арсенал"дың иң яҡшы уйынсыһы булып таныла. Испан өсөн 2009/2010 йылдар миҙгеле иң уңышлыһы була, ул чемпионатының иң яҡшы бомбардирҙары исемлегенә инә, ә иң яҡшы ассистенттар исемлегендә ике ассистҡа күберәк эшләгән Лэмпард Фрэнк ғына ҡалыша.
«Барселона»
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сеск "Арсенал"да асыла башлағас, Испанияның киң мәғлүмәт саралары уның каталон клубына күсеүе тураһында хәбәр итә башлай. Параллель рәүештә «Барселона» уйынсылары киң мәғлүмәт саралары аша уны даими үҙәренә саҡыра. Һәр трансфер тәҙрәһе асылыу менән матбуғатта, Сеск китергә булған, тигән имеш-мимештәр йышыя, әммә шунда уҡ был хәбәр кире ҡағыла. Сесктың 2010 йылдың майындағы белдереүе ҙур шау-шыу тыуҙыра. Ул, "Арсенал"ды ҡалдырып китеү тураһында ҡара итмәүе, әммә ҡасан да булһа "Барселона"ла уйнау тураһында хыялланыуын һәм Лондондан бары тик каталондар хаҡына ғына китәсәген белдерә[6]. Быға тиклем «Арсенал», Фабрегасты һатыу буйынса бер ниндәй һөйләшеүҙәр ҙә алып бармаясағын белдереүгә ҡарамаҫтан, «Барселона» 2010 йылдың йәйендә уға рәсми тәҡдим яһай. Тәҡдим шунда уҡ кире ҡағыла[7]. Һуңыраҡ «Барселона» тәҡдим иткән сумманы һиҙелерлек арттыра, әммә был да һөҙөмтә бирмәй . «Барселона» вәкилодәре матбуғат аша Сескҡа клуб уны һатһын өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә мөрәжәғәт итә. Венгер һәр саҡ, Сеск команданың төп уйынсыһы булып тора, шуға күрә уны һатырға планлаштырмауын белдерә. 2011 йылдың йәйендә хәл киҫкен нөктәһенә етә. Сеск каталон клубына ҡушылыу теләген кире ҡаҡмай. Әммә һөйләшеүҙәр оҙайлы һәм ауыр бара — «Барселона» испандар үҙҙәренең тәрбиәләнеүсеһе тип атаған уйынсы өсөн ҙур аҡса түләргә теләмәй. 14 августа "Арсенал"дың рәсми сайтында Сесктың каталон клубына күсеүе тураһында килешеүгә өлгәшелеүе хәбәр ителә[8][9][10].
2011 йылдың 17 авгусында Сеска Эль-Класикола Испания суперкубогы сиктәрендәге яуап матчында «Барселона»өсөн дебют уйыны уйнай[11][12][13]. Фабрегаста уйынды тупаҫ боҙоу матчта командалар уйынсылары һәм тренерҙары араһында һуғыш сығыуға сәбәп була.
2011 йылдың 26 авгусында УЕФА Суперкубогында (2:0 иәҫбе менән еңәләр) «Порту» менән уйында Сеск «Барселона» өсөн тәүге гол индерә. Фабрегас яңы коллективҡа бик тиҙ инеп китә, клубтың билдәле уйынсыларының береһе булып таныла, ләкин уның сығышы, Англиялағы менән сағыштырғанда, үҙгәрә. Әгәр "Арсенал"да ул лидер булһа, каталон клубында уға лидерҙарының береһе булырға, йыш ҡына тәжрибәле һәм абруйлы партнерҙарҙың (Лионель Месси, Хави һәм Андрес Иньеста) күләгәһендә ҡалырға тура килә. Шуға ҡарамаҫтан тәүге миҙгелдән уҡ «Барселона» (тренеры Фабрегастың кумиры Гвардиола була) Сеск өс трофей яулауға өлгәшә. Киләһе ике миҙгел дауамында Фабрегас, каталондарҙың төп уйынсыһы булараҡ, уйын майҙанына даими сыға һәм үҙенең трофейҙар коллекцияһын Испания чемпионы титулы менән байыта.
«Челси»
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2014 йылдың йәйендә Фабрегас биш йылға конртакт төҙөп, «Челси» клубына күсә[14]. Быға уңышһыҙ миҙгел сәбәп була, «Барселона» яңы трофейҙар яуламай, шулай уҡ Сеск үҙе Англияға ҡайтырға теләй. "Челси"лағы беренсе миҙгел Фабрегастың карьераһында иң уңышлыларҙың береһе була: Премьер-лигала ғына ярымһаҡсы 18 һөҙөмтәле пас биреп, чемпионаттың иң яҡшы ассистенты тип таныла, ә «пенсионерҙар» биш йылда тәүге тапҡыр чемпион титулын я һәм бер ыңғай Лига кубогын яулай. Киләһе миҙгел «Челси» өсөн уңышһыҙ тамамлана (чемпионатта команда 10-сы ғына урын биләй).
«Челси»ға тренер булып Конте Антонио килгәс Фабрегас старт составы уйынсыһы булыуҙан туҡтай, әммә команда уйындарында роле бик юғары булыуын дауам итә: бик йыш Сеск «джокер» ролендә сыға, йәғни майҙанға уйын барышында индерелә һәм матч барышында гол индереп йәки һөҙөмтәле пас биреп өлгөрә. Ошо ваҡыт эсендә Испания ярымһаҡсыһының трофейҙар коллекцияһы Премьер лига чемпионы титулы, шулай уҡ Англия Кубогы менән тулылана. Шулай уҡ Фабрегас Англия Премьер-лигаһы тарихында алты миҙгел дауамында ундан ашыу һөҙөмтәле пас биргән беренсе уйынсы була. 2017/2018 йылдар миҙгелендә Фабрегас старт составы уйынсыһы булып тора, «Челси» менән Англия Кубогын яулай. Премьер-лигала испанлы иҫәбенә 2 гол яҙыла. Әммә команданан Конте киткәс, Фабрегас бөтөнләй төп составтан төшөп ҡала һәм футболсының команданан китеүе тураһындағы имеш-мимеш тыуҙыра[15].
«Монако»
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2019 йылдың 11 ғинуарында «Монако» клубы үҙенең рәсми сайтында Фабрегас менән өс йыллыҡ контрактҡа ҡул ҡуйыу тураһында иғлан итә, контракт шарттары сер итеп һаҡлана[16]. «Тулуза» командаһына ҡаршы уйында Сеск яңы клуб өсөн беренсе — еңеү тубын индерә йәш һәм .
Йыйылма командалағы карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2006 йылдан Испания йыйылма командаһы өсөн уйнай, 2006 йылда Донъя чемпионатында ҡатнаша. Донъя чемпионаттарында Испания йыйылма командаһы өсөн уйнаған иң йәш футболсы була — 19 йәш һәм 41 көн (уйын 14 июндә Украина командаһы менән үтә). 2008 йылда йыйылма команда менән Европа чемпионы була. Донъя чемпионаты (2010) еңеүсеһе. 2010 йылдың 11 июлендә Донъя чемпионатының финалында- 116-сы минутта Андрес Иньестаға һөҙөмтәле пас бирә. Ике йылдан Испания йыйылма командаһы тағы ла Европа чемпионы була. Фабрегас ике туп индереп турнирҙың символик йыйылма командаһына инә. Милли йыйылма команда тарихында һөҙөмтәле пас биреү буйынса Сеск лидер булып тора (31), Давид Сильва һәм Хави уның артынан килә(27).
Ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Командала
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Арсенал»
- Англия кубогы эйәһе: 2004/05
- Англия Суперкубогы эйәһе: 2004
«Барселона»
- Испания чемпионы: 2012/13
- Испания кубогы эйәһе: 2011/12
- Испания Суперкубогы эйәһе (2): 2011, 2013
- УЕФА Суперкубогы эйәһе: 2011
- Донъяның клуб чемпионаты еңеүсеһе : 2011
«Челси»
- Англия чемпионы (2): 2014/15, 2016/17
- Англия кубогы эйәһе: 2017/18
- Футбол лигаһы кубогы эйәһе: 2014/15
- УЕФА-ның Европа лигаһы еңеүсеһе: 2018/19
Испания йыйылма командаһы
Шәхси
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Браво» трофейы эйәһе: 2006
- «Golden Boy» трофейҙы эйәһе: 2006
- УЕФА версияһы буйынса йыл командаһы (2): 2006, 2008
- "Арсенал"дың Йыл уйынсыһы (3): 2007, 2008, 2010
- АПЛ версияһы буйынса ай уйынсыһы(2): Ғинуар 2007, Сентябрь 2007
- ЕСМАверсияһы буйынса йыл командаһы (2): 2008, 2010
- ПФА версияһы буйынса йылдың йәш уйынсыһы: 2008
- ПФА версияһы буйынса йыл командаһы (2): 2008, 2010
- УЕФА версияһы буйынса Европа символик йыйылма командаһы (2): 2008, 2012
- Англия Премьер лигаһының иң яҡшы ассистенты: 2015
- Испания йыйылма командаһы тарихында иң яҡшы ассистент: 31 һөҙөмтәле пас
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2012 йылдан Фабрегас Даниэлла Семаан (04.06.1975) менән осраша башлай. Өс балалары бар: Лия (10.04.2013), Капри (10.07.2015) һәм Леонардо (04.04.2017). Шулай уҡ Семаандың Эли Тактук менән тәүге никахынан 18 йәшлек ҡыҙы Мария һәм 13 йәшлек улы Джозеф бар. 2018 йылда Фабрегас Семаанға өйләнә.
Сығыштар статистикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Клуб статистикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2019 йылдың 23 декабренә ҡарата[17].
Сығыш | Лига | Ил кубогы | Лига кубогы | Еврокубоктар | Башҡалар[18] | Итого | ||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Клуб | Лига | Миҙгел | Уйындар | Голдар | Уйындар | Голдр | Уйындар | Голдар | Игры | Голы | Уйындар | Голдар | Уйындар | Голдар |
Арсенал | Премьер-лига | 2003/04 | 0 | 0 | 0 | 0 | 3 | 1 | 0 | 0 | 0 | 0 | ? | ? |
2004/05 | 33 | 2 | 6 | 0 | 1 | 0 | 5 | 1 | 1 | 0 | ? | ? | ||
2005/06 | 35 | 3 | 0 | 0 | 1 | 0 | 13 | 1 | 1 | 1 | ? | ? | ||
2006/07 | 38 | 2 | 2 | 0 | 4 | 0 | 10 | 2 | — | ? | ? | |||
2007/08 | 32 | 7 | 1 | 0 | 2 | 0 | 10 | 6 | — | ? | ? | |||
2008/09 | 22 | 3 | 1 | 0 | 0 | 0 | 10 | 0 | — | ? | ? | |||
2009/10 | 27 | 15 | 1 | 0 | 0 | 0 | 8 | 4 | — | ? | ? | |||
2010/11 | 25 | 3 | 3 | 2 | 3 | 1 | 5 | 3 | — | ? | ? | |||
Йәмғеһе | 212 | 35 | 14 | 2 | 14 | 2 | 61 | 17 | 2 | 1 | ? | ? | ||
Барселона | Примера | 2011/12 | 28 | 9 | 8 | 3 | — | 9 | 1 | 3 | 2 | ? | ? | |
2012/13 | 32 | 11 | 7 | 2 | — | 8 | 1 | 1 | 0 | ? | ? | |||
2013/14 | 36 | 8 | 8 | 4 | — | 9 | 1 | 2 | 0 | ? | ? | |||
Йәмғеһе | 96 | 28 | 23 | 9 | — | 26 | 3 | 6 | 2 | ? | ? | |||
Челси | Премьер-лига | 2014/15 | 34 | 3 | 1 | 0 | 4 | 0 | 8 | 2 | — | ? | ? | |
2015/16 | 37 | 5 | 4 | 0 | 0 | 0 | 7 | 1 | 1 | 0 | ? | ? | ||
2016/17 | 29 | 5 | 6 | 0 | 2 | 2 | — | — | ? | ? | ||||
2017/18 | 32 | 2 | 4 | 0 | 4 | 0 | 8 | 1 | 1 | 0 | ? | ? | ||
2018/19 | 6 | 0 | 1 | 0 | 3 | 1 | 5 | 0 | 1 | 0 | ? | ? | ||
Йәмғеһе | 138 | 15 | 16 | 0 | 13 | 3 | 28 | 4 | 3 | 0 | ? | ? | ||
Монако | Лига 1 | 2018/19 | 13 | 1 | 1 | 0 | 1 | 0 | — | — | ? | ? | ||
2019/20 | 11 | 0 | 0 | 0 | 2 | 0 | — | — | ? | ? | ||||
Йәмғеһе | 24 | 1 | 1 | 0 | 3 | 0 | — | — | ? | ? | ||||
Барлығы | 470 | 79 | 54 | 11 | 30 | 5 | 115 | 24 | 11 | 3 | ? | ? |
Йыйылма командаһы өсөн сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2016 йылдың 27 июненә ҡарата[19].
Йыйылма команда | Йыл | ДЧ һайлап алыу матчтары | ДЧ финал матчтары | ЕЧ һайлап алыу матчтары | ЕЧ финал матчтары | Конфедерациялар кубоктары | Иптәштәрсә матчтар | Йәмғеһе | |||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Уйындар | Голдар | Игры | Голы | Уйындар | Голдар | Уйындар | Голдар | Уйындар | Голдар | Уйындар | Голдар | Уйындар | Голдар | ||
Испания | 2006 | - | - | 4 | 0 | 3 | 0 | - | - | - | - | 7 | 0 | 14 | 0 |
2007 | - | - | - | - | 5 | 0 | - | - | - | - | 3 | 0 | 8 | 0 | |
2008 | 4 | 0 | - | - | - | - | 6 | 1 | - | - | 5 | 0 | 15 | 1 | |
2009 | 3 | 2 | - | - | - | - | - | - | 3 | 1 | 4 | 1 | 10 | 4 | |
2010 | - | - | 4 | 0 | 1 | 0 | - | - | - | - | 6 | 1 | 11 | 1 | |
2011 | - | - | - | - | 1 | 0 | - | - | - | - | 3 | 2 | 4 | 2 | |
2012 | 3 | 0 | - | - | - | - | 6 | 2 | - | - | 4 | 1 | 13 | 3 | |
2013 | 4 | 0 | - | - | - | - | - | - | 3 | 0 | 4 | 2 | 11 | 2 | |
2014 | - | - | 2 | 0 | 2 | 0 | - | - | - | - | 4 | 0 | 8 | 0 | |
2015 | - | - | - | - | 4 | 0 | - | - | - | - | 3 | 1 | 7 | 1 | |
2016 | - | - | - | - | - | - | 4 | 0 | - | - | 5 | 1 | 9 | 1 | |
Карьераһында барлығы | 14 | 2 | 10 | 0 | 16 | 0 | 16 | 3 | 6 | 1 | 48 | 9 | 110 | 15 |
Йыйылма команда өсөн уйындар һәм голдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фабрегастың Испания йыйылма командаһы өсөн уйындары һәм голдары | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
№ | Дата | Оппонент | Иҫәп | Голдар | Ярыш | |
1 | 1.3.2006 | Ҡалып:Флаг Кот-д’Ивуара | 3:2 | — | Иптәштәрсә матч | |
2 | 27.5.2006 | 0:0 | — | Иптәштәрсә матч | ||
3 | 3.6.2006 | Ҡалып:Флаг Египета | 2:0 | — | Иптәштәрсә матч | |
4 | 7.6.2006 | 2:1 | — | Иптәштәрсә матч | ||
5 | 14.6.2006 | 4:0 | — | ДЧ финал матчтары-2006 | ||
6 | 19.6.2006 | 3:1 | — | ДЧ финал матчтары-2006 | ||
7 | 23.6.2006 | 1:0 | — | ДЧ финал матчтары-2006 | ||
8 | 27.6.2006 | 1:3 | — | ДЧ финал матчтары-2006 | ||
9 | 15.8.2006 | 0:0 | — | Иптәштәрсә матч | ||
10 | 2.9.2006 | Ҡалып:Флаг Лихтенштейна | 4:0 | — | ЕЧ һайлап алыу матчтары-2008 | |
11 | 6.9.2006 | Ҡалып:Флаг Северной Ирландии | 2:3 | — | ЕЧ һайлап алыу матчтары-2008 | |
12 | 7.10.2006 | 0:2 | — | ЕЧ һайлап алыу матчтары-2008 | ||
13 | 11.10.2006 | 2:1 | — | Иптәштәрсә матч | ||
14 | 15.11.2006 | 0:1 | — | Иптәштәрсә матч | ||
15 | 24.3.2007 | 2:1 | — | ЕЧ һайлап алыу матчтары-2008 | ||
16 | 6.6.2007 | Ҡалып:Флаг Лихтенштейна | 2:0 | — | ЕЧ һайлап алыу матчтары-2008 | |
17 | 21.8.2007 | 3:2 | — | Иптәштәрсә матч | ||
18 | 12.9.2007 | 2:0 | — | ЕЧ һайлап алыу матчтары-2008 | ||
19 | 13.10.2007 | 3:1 | — | ЕЧ һайлап алыу матчтары-2008 | ||
20 | 17.10.2007 | 0:0 | — | Иптәштәрсә матч | ||
21 | 17.11.2007 | 3:0 | — | ЕЧ һайлап алыу матчтары-2008 | ||
22 | 21.11.2007 | Ҡалып:Флаг Северной Ирландии | 1:0 | — | ЕЧ һайлап алыу матчтары-2008 | |
23 | 6.2.2008 | 1:0 | — | Иптәштәрсә матч | ||
24 | 27.3.2008 | 1:0 | — | Иптәштәрсә матч | ||
25 | 31.5.2008 | 2:1 | — | Иптәштәрсә матч | ||
26 | 4.6.2008 | 1:0 | — | Иптәштәрсә матч | ||
27 | 10.6.2008 | 4:1 | 1 | ЕЧ финал матчтары-2008 | ||
28 | 14.6.2008 | 2:1 | — | ЕЧ финал матчтары-2008 | ||
29 | 18.6.2008 | 2:1 | — | ЕЧ финал матчтары-2008 | ||
30 | 22.6.2008 | 0:0, 4:2, пен. | — | ЕЧ финал матчтары-2008 | ||
31 | 26.6.2008 | 3:0 | — | ЕЧ финал матчтары-2008 | ||
32 | 29.6.2008 | 1:0 | — | ЕЧ финал матчтары-2008 | ||
33 | 6.9.2008 | 1:0 | — | ДЧ һайлап алыу матчтары-2010 | ||
34 | 10.9.2008 | 4:0 | — | Иптәштәрсә матч | ||
35 | 11.10.2008 | 3:0 | — | ДЧ һайлап алыу матчтары-2010 | ||
36 | 15.10.2008 | 2:1 | — | ДЧ һайлап алыу матчтары-2010 | ||
37 | 19.11.2008 | 3:0 | — | Иптәштәрсә матч | ||
38 | 9.6.2009 | 6:0 | — | Иптәштәрсә матч | ||
39 | 14.6.2009 | 5:0 | 1 | Кубок конфедераций 2009 | ||
40 | 20.6.2009 | 2:0 | — | Кубок конфедераций 2009 | ||
41 | 24.6.2009 | 0:2 | — | Кубок конфедераций 2009 | ||
42 | 12.8.2009 | 3:2 | — | Иптәштәрсә матч | ||
43 | 5.9.2009 | 5:0 | — | ДЧ һайлап алыу матчтары-2010 | ||
44 | 9.9.2009 | 3:0 | 1 | ДЧ һайлап алыу матчтары-2010 | ||
45 | 10.10.2009 | 2:1 | 1 | ДЧ һайлап алыу матчтары-2010 | ||
46 | 14.11.2009 | 2:1 | — | Иптәштәрсә матч | ||
47 | 18.11.2009 | 5:1 | 1 | Иптәштәрсә матч | ||
48 | 3.3.2010 | 2:0 | — | Иптәштәрсә матч | ||
49 | 3.6.2010 | 1:0 | — | Иптәштәрсә матч | ||
50 | 8.6.2010 | Ҡалып:Флаг Польшы | 6:0 | 1 | Иптәштәрсә матч | |
51 | 21.6.2010 | 2:0 | — | ДЧ финал матчтары-2010 | ||
52 | 25.6.2010 | 2:1 | — | ДЧ финал матчтары-2010 | ||
53 | 3.7.2010 | 1:0 | — | ДЧ финал матчтары-2010 | ||
54 | 11.7.2010 | Ҡалып:Флаг Нидерланды | 1:0 | — | ДЧ финал матчтары-2010 | |
55 | 11.8.2010 | 1:1 | — | Иптәштәрсә матч | ||
56 | 3.9.2010 | Ҡалып:Флаг Лихтенштейна | 4:0 | — | ЕЧ һайлап алыу матчтары-2012 | |
57 | 7.9.2010 | 1:4 | — | Иптәштәрсә матч | ||
58 | 17.11.2010 | 0:4 | — | Иптәштәрсә матч | ||
59 | 2.9.2011 | 3:2 | 2 | Иптәштәрсә матч | ||
60 | 6.9.2010 | Ҡалып:Флаг Лихтенштейна | 6:0 | — | ЕЧ һайлап алыу матчтары-2012 | |
61 | 12.11.2011 | 0:1 | — | Иптәштәрсә матч | ||
62 | 15.11.2011 | [[Рәсем:Flag of Costa Rica (state).svg | Коста-Рика флагы]] | 2:2 | — | Иптәштәрсә матч |
63 | 29.2.2012 | 5:0 | — | Иптәштәрсә матч | ||
64 | 10.6.2012 | 1:1 | 1 | ЕЧ финал матчтары-2012 | ||
65 | 14.6.2012 | 4:0 | 1 | ЕЧ финал матчтары-2012 | ||
66 | 18.6.2012 | 1:0 | — | ЕЧ финал матчтары-2012 | ||
67 | 23.6.2012 | 2:0 | — | ЕЧ финал матчтары-2012 | ||
68 | 27.6.2012 | 0:0, 4:2, пен. | — | ЕЧ финал матчтары-2012 | ||
69 | 1.7.2012 | 4:0 | — | ЕЧ финал матчтары-2012 | ||
70 | 16.8.2012 | Ҡалып:Флаг Пуэрто-Рики | 2:1 | 1 | Иптәштәрсә матч | |
71 | 7.9.2012 | 5:0 | — | Иптәштәрсә матч | ||
72 | 11.9.2012 | 1:0 | — | ДЧ һайлап алыу матчтары-2014 | ||
73 | 12.10.2012 | 4:0 | — | ДЧ һайлап алыу матчтары-2014 | ||
74 | 16.10.2012 | 1:1 | — | ДЧ һайлап алыу матчтары-2014 | ||
75 | 14.11.2012 | 5:1 | — | Иптәштәрсә матч | ||
76 | 6.2.2013 | 3:1 | 1 | Иптәштәрсә матч | ||
77 | 22.3.2013 | 1:1 | — | ДЧ һайлап алыу матчтары-2014 | ||
78 | 26.3.2013 | 1:0 | — | ДЧ һайлап алыу матчтары-2014 | ||
79 | 9.6.2013 | Ҡалып:Флаг Гаити | 2:1 | 1 | Иптәштәрсә матч | |
80 | 12.6.2013 | 2:0 | — | Иптәштәрсә матч | ||
81 | 17.6.2013 | 2:1 | — | Кубок конфедераций 2013 | ||
82 | 20.6.2013 | 10:0 | — | Кубок конфедераций 2013 | ||
83 | 23.6.2013 | 3:0 | — | Кубок конфедераций 2013 | ||
84 | 6.9.2013 | 2:0 | — | ДЧ һайлап алыу матчтары-2014 | ||
85 | 10.9.2013 | 2:2 | — | Иптәштәрсә матч | ||
86 | 11.10.2012 | 2:1 | — | ДЧ һайлап алыу матчтары-2014 | ||
87 | 5.3.2014 | 1:0 | — | Иптәштәрсә матч | ||
88 | 30.5.2014 | 2:0 | — | Иптәштәрсә матч | ||
89 | 7.6.2014 | 2:0 | — | Иптәштәрсә матч | ||
90 | 13.6.2014 | Ҡалып:Флаг Нидерланды | 1:5 | — | ДЧ финал матчтары-2014 | |
91 | 23.6.2014 | 3:0 | — | ДЧ финал матчтары-2014 | ||
92 | 4.9.2014 | 0:1 | — | Иптәштәрсә матч | ||
93 | 8.9.2014 | 5:1 | — | ЕЧ һайлап алыу матчтары-2016 | ||
94 | 9.10.2014 | 1:2 | — | ЕЧ һайлап алыу матчтары-2016 | ||
95 | 31.3.2015 | Ҡалып:Флаг Нидерланды | 0:2 | — | Иптәштәрсә матч | |
96 | 11.6.2015 | 2:1 | 1 | Иптәштәрсә матч | ||
97 | 15.6.2015 | 1:0 | — | ЕЧ һайлап алыу матчтары-2016 | ||
98 | 5.9.2015 | 2:0 | — | ЕЧ һайлап алыу матчтары-2016 | ||
99 | 9.10.2015 | 4:0 | — | ЕЧ һайлап алыу матчтары-2016 | ||
100 | 13.10.2015 | 1:0 | — | ЕЧ һайлап алыу матчтары-2016 | ||
101 | 13.11.2015 | 2:0 | — | Иптәштәрсә матч | ||
102 | 24.3.2016 | 1:1 | — | Иптәштәрсә матч | ||
103 | 27.3.2016 | 0:0 | — | Иптәштәрсә матч | ||
104 | 29.5.2016 | 3:1 | — | Иптәштәрсә матч | ||
105 | 1.6.2016 | 6:1 | 1 | Иптәштәрсә матч | ||
106 | 7.6.2016 | 0:1 | — | Иптәштәрсә матч | ||
107 | 13.6.2016 | 1:0 | — | ЕЧ финал матчтары-2016 | ||
108 | 17.6.2016 | 3:0 | — | ЕЧ финал матчтары-2016 | ||
109 | 21.6.2016 | 1:2 | — | ЕЧ финал матчтары-2016 | ||
110 | 27.6.2016 | 0:2 | — | ЕЧ финал матчтары-2016 |
Йәмғеһе: матчтар — 110 / 15 гол; 82 еңеү, 13 тигеҙ иҫәп, 15 еңелеү.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Cesc Fàbregas // Transfermarkt.com (билдәһеҙ) — 2000.
- ↑ FABREGAS francesc // https://bdfa.com.ar/jugadores-47341.html (исп.)
- ↑ Francesc Fábregas Soler // As (исп.) — Madrid: PRISA, 1967. — ISSN 1888-6671
- ↑ 4,0 4,1 Cesc Fabregas | Official Site | Chelsea Football Club . Дата обращения: 14 декабрь 2018. Архивировано из оригинала 5 октябрь 2018 года. 2018 йыл 5 октябрь архивланған.
- ↑ The Young Gunner
- ↑ Fabregas — I’ll only leave Arsenal for Barcelona
- ↑ Arsenal reject Barcelona’s bid for Cesc Fabregas
- ↑ Arsenal agree terms with Barca for Fabregas . Дата обращения: 15 август 2011. Архивировано 6 октябрь 2011 года. 2011 йыл 6 октябрь архивланған.
- ↑ Fabregas' Arsenal career — Pictures and stats . Дата обращения: 23 август 2011. Архивировано 2 сентябрь 2012 года. 2012 йыл 2 сентябрь архивланған.
- ↑ Cesc Fàbregas signa fins al 2016(недоступная ссылка)
- ↑ 3:2: El Real Madrid estuvo vivo hasta el final (исп.). Sitio oficial del Real Madrid CF (17 август 2011). Дата обращения: 18 август 2011. Архивировано 15 сентябрь 2011 года.
- ↑ Tot el futbol del Barça (кат.). Lloc web oficial del FC Barcelona (17 август 2011). Дата обращения: 18 август 2011. Архивировано 26 сентябрь 2011 года. 2011 йыл 26 сентябрь архивланған.
- ↑ Cesc Fàbregas debuta amb títol (кат.). Lloc web oficial del FC Barcelona (18 август 2010). Дата обращения: 18 август 2011. Архивировано 4 июнь 2012 года. 2013 йыл 25 май архивланған.
- ↑ Fabregas signs for Chelsea. (ингл.). chelseafc.com. Дата обращения: 12 июнь 2014.
- ↑ Фабрегас покинет «Челси»
- ↑ Cesc Fabregas à l’AS Monaco 2019 йыл 15 апрель архивланған.
- ↑ Profile: Cesc Fabregas (инг.), Bounder.friardale.co.uk (20 August 2014). 20 август 2014 тикшерелгән.
- ↑ 5 матчей и 1 гол в Суперкубке Англии, 4 матча в Суперкубке Испании, 1 матч и 1 гол в Суперкубке УЕФА и 1 матч и 1 гол на Клубном чемпионате мира.
- ↑ Internationals: Cesc Fabregas (инг.), Bounder.friardale.co.uk (20 August 2014). 20 август 2014 тикшерелгән.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт (исп.)
- Профиль на сайте whoscored.com (англ.)
- Профиль футболиста 2018 йыл 30 декабрь архивланған. на сайте Chelsea-fc.ru (рус.)
- Профиль футболиста на сайте Chelseafc.com (инг.)
- Профиль футболиста на сайте Football-lineups.com (инг.)