Эстәлеккә күсергә

Төрөк келәмдәре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Төрөк келәмдәре
Рәсем
 Төрөк келәмдәре Викимилектә
Зәңгәр мәсет, Истанбул, 2006 г.

Төрөк келәмдәре — бик боронғо тарихы һәм традициялары булған иң билдәле һөнәрҙәрҙең береһе, ул Төркиәнең мәҙәни мираҫында айырым бер урынды биләп тора[1].

Төрөк келәмдәре тураһындағы тәүге мәғлүмәт ун өсөнсө быуатҡа ҡайтып ҡала. Билдәле сәйәхәтсе Марко Поло раҫлауынса, оҙаҡ ваҡыт төрөк келәмен туҡыу үҙәге булған Конья ҡалаһында иң яҡшы келәмдәр [2]. Смирна порты аша сит илдәргә сығарылғанға күрә, ун дүртенсе быуатта уларҙы «смирна» келәмдәре тип атайҙар[3]. Хәҙерге Төркиәнең Азия өлөшөндә урынлашҡан Анатолияла йәғни Кесе Азияла етештерелгән[4]. Улар Анатолияла етештерелә (хәҙерге Төркиәнең Азия территорияһында)[5].

Билдәле булыуынса, Төркиәлә келәмдәрҙең туҡыла башлауына Греция йоғонто яһай, сөнки ул заманда гректар ҙа был һөнәр менән шөғөлләнер булған. Билдәле булыуынса, Ғосман империяһы идаралығы ваҡытында бер нисә төрөк ҡәбиләһе Истанбулдан 60 километр алыҫлыҡта, Мәрмәр диңгеҙе ярында төпләнергә ҡарар итә. Аҙаҡ был тораҡ пункты Хереке (төр. Hereke) тип атала. Тап ошонда беренсе келәм оҫтаханаһы эшләй башлай, унда Ғосман һарайҙарын биҙәү өсөн ифрат ҙур күләмле келәмдәр туҡыла[6].

Келәм туҡыу технологияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Келәм туҡымаһында урын алған меңәрләгән төҫтәге милли орнамент иң боронғо төрөк ҡәбиләләре һәм халыҡтары тарихына барып тоташа. Ундағы символдар һәм һүрәттәрҙә шул осорҙағы мәҙәни һәм иҡтисади ҡиммәттәр сағыла. Келәмдең туҡылыу ваҡытын материалы һәм буяуҙы әҙерләү ысулы буйынса билдәләргә мөмкин. Шулай итеп, төрөк келәмдәре улар туҡылған замандың антропология, этнология һәм этнографияһын өйрәнеү мөмкинлеген дә бирә. Ғәҙәттә биҙәү өсөн ләлә сәскәһе йәки граната емеше кеүек үҫемлектәр мотивтары һалынған орнамент ҡулланыла. Фон өсөн ҡыҙыл, күк һәм һарғылт төҫ һайлана. Ҡөрьән рәхсәт итмәгәнгә күрә, кеше һәм хайуандар һүрәтләнмәй.

Өбөрөлө (ворсовые) һәм өбөрөһөҙ келәмдәр була. Өбөрөлө келәмдәр төйөндәрҙе бәйләү ысулын ҡулланып туҡыла, ә өбөрөһөҙҙәре горизонталь һәм вертикаль ептәрҙең үҙ-ара сиратлап киҫелеше һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә.

Ғәҙәттә Төркиәлә келәм туҡыуҙа тик тәбиғи материалдар: йөн йәки мамыҡ, хатта ебәк кенә ҡулланыла.

  • Большая иллюстрированная энциклопедия древностей/ пер. чеш. Бы. Бы. Михайлов. — 3-е изд. — Прага: Артия, 1983. — 496 с.
  • Запаско Я. П. Ковроткачество // Очерки по истории в украинского декоративно прикладного искусства. — Львов, 1969. — 66, С.73
  • OUR TRADITIONAL CULTURAL HERITAGE : ANATOLIAN TURKISH HAND-WOVEN CARPETS AND KILIMS
  1. Anatolian Carpets and Kilims. www.turkishculture.org. Дата обращения: 22 май 2018.
  2. Turkish carpets/Anatolian carpets - Carpet Encyclopedia | Carpet Encyclopedia (ингл.). www.carpetencyclopedia.com. Дата обращения: 22 май 2018.
  3. Евгений Федорович Лудшувейт. Турция: экономико-географический очерк. — Гос. изд-во геогр. лит-ры, 1955. — 410 с.
  4. Запаско Я. П. Ковроткачество // Очерки по истории украинского декоративно прикладного искусст ва. — Львов, 1969. — С.66-73
  5. Запаско Я. П. Ковроткачество // Очерки по истории украинского декоративно прикладного искусст ва. — Львов, 1969. — С.66-73
  6. Турецкие ковры | Cайт о Турции (рус.). turkkey.ru. Дата обращения: 22 май 2018.