Уй районы (Пермь крайы)
Уй районы | |
Байраҡ[d] | |
Нигеҙләү датаһы | 1926 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Судинский район |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ үҙәк | Уинское[d] |
Административ-территориаль берәмек | Пермь крайы[1] |
Халыҡ һаны | 9885 кеше (2023)[2] |
Сиктәш | Ординский район[d] һәм Барҙы районы |
Майҙан | 1555 км² |
Рәсми сайт | uinsk.ru |
Уй районы Викимилектә |
Уй районы (рус. Уинский район) — Пермь крайының административ районы, уның территорияһында Уй муниципаль округы булдырылған. Административ үҙәге — Уй ауылы.
Майҙаны — 1555 км². Халҡы — 10292 кеше (2019).
1923 йылдың 16 ноябрендә Көңгөр округының Судинский районы булараҡ ойошторолған; хәҙерге исем менән 1926 йылдың 15 сентябренән атап йөрөтөлә. Ике тапҡыр бөтөрөлөп, күрше райондар составына индерелгән; 1966 йылдың 30 декабренән хәҙерге статуста йөрөй.
Урмандарының күплеге менән һиҙелерлек айырыла — 50 проценттан ашыу майҙаны ағастар менән ҡапланған. Милли составы (2007 йыл): урыҫтар — 63,9 %, татарҙар — 33,4 %.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Район Пермь крайының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Көңгөр һәм Урҙа райондары, көнсығышында — Урҙа, көньяҡта — Октябрьский һәм Чернушин, көнбайышта — Барҙа районы менән сиктәш. Райондың майҙаны 1555,3 км2.
Райондың төп һыу артерияһы — Ирән йылғаһы (Сылва йылғаһының һул ҡушылдығы), уның ҡушылдыҡтары күп, шуларҙың иң ҙурҙары — Сып, Аспа, Телес.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1917 йылға тиклем
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Боронғо замандарҙа Уй районы территорияһына нигеҙҙә фарсы сығышлы булған әйберҙәр килеп эләккән. Мәҫәлән, Суда ауылында 1954 йылда VII быуатта Көнсығыш Иранда яһалған көмөш һауыт табылған[3].
1649 йылда Көңгөр өйәҙе ойошторола. 1737 йылда өйәҙ Ҡазан губернаһының Пермь провинцияһына үҙгәртелә. 1797 йылда Пермь губернаһы ойошторола, ә уның составында — Уҫы өйәҙе, һәм райондың бөтә территорияһы Уҫы буйһоноуында булып сыға.
Уҫы өйәҙе составында Екатерина II заманында уҡ Ирән йылғаһы һәм уның ҡушылдыҡтары буйлап йәшәгән урыҫ булмаған халыҡтар өсөн Иштерәк улусы ойошторолған. Уға түбәндәге ауылдар инә: Чайка, Ураҙмәт, Иштерәк, Янапай, Бикбаи (улус үҙәге), Барсаи, Мерекаи, Телестамаҡ, Басин, Сульмаш, Константиновка.
1917 йылдан һуң
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1924 йылдың ғинуарында Көңгөр округының Судин районы ойошторола. Район территорияһында 100 тораҡ пунктта 24 ауыл советы булған, уларҙа 32 679 кеше йәшәгән. Урал өлкәһенең райондарын үҙгәрткәндән һуң 1925 йылдың декабрендә Уй районы биләмәһендә 22 ауыл советы ҡалған.
Судин районы 1926 йылдың 15 сентябрендә Уй районы тип үҙгәртелә.
Уй районы 1931 йылдың 10 июнендә бөтөрөлә, уның территорияһы Урҙа районы составына инә.
Уй районы 1935 йылдың 25 ғинуарында ҡабаттан ойошторола.
1963 йылдың 1 февралендә район бөтөрөлә, уның территорияһы Чернушинский районында составына инә, ә 1965 йылдың 12 ғинуарында Урҙа районы составына ҡушыла.
1966 йылдың 30 декабрендә РСФСР Юғары Советы Президиумы Указы менән Уй районы ойошторола, үҙәге — Уй ауылында тәғәйенләнә[4].
Уй районы территорияһында 2006 йылда Уй муниципаль районы ойошторолған, унда 7 ауыл ингән була. 2019 йылда муниципаль райондар бөтөрөлә, ә уның бөтә ауыл биләмәләре Уй муниципаль округы муниципаль берәмегенә берләштерелә.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
2000[5] | 2002[6] | 2005[5] | 2006[7] | 2007[7] | 2008[5] | 2009[5] |
13 432 | ↘13 360 | ↘13 196 | ↘13 000 | ↘12 800 | ↘12 631 | ↘12 469 |
2010[8] | 2011[5] | 2012[9] | 2013[10] | 2014[11] | 2015[12] | 2016[13] |
↘11 440 | ↘11 409 | ↘10 996 | ↘10 675 | ↘10 548 | ↗10 628 | ↗10 632 |
- Милли составы
2007 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Уй районында ағымдағы иҫәп мәғлүмәттәре буйынса 13,5 мең кеше йәшәгән. Урыҫтар — 63,9 % (8540 кеше), татарҙар — 33,4 % (4468 кеше), башҡорттар — 1,4 % (191 кеше), украиндар — 0,2 % (32 кеше), башҡа — 1,1 % тәшкил иткән.
Территориаль-муниципаль ҡоролошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2019 йылда бөтөрөлгәнгә тиклем Уй муниципаль районында 5 ауыл биләмәһе булған.Невозможно определить количество столбцов
- Тораҡ пункттар
Тораҡ пункт төшөрмәләрендә муниципаль берәмек күрһәтелгән
|
|
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2023 года (с учётом итогов Всероссийской переписи населения 2020 г.) (урыҫ) — Росстат, 2023.
- ↑ Белавин А. М. «Серебро закамское» в истории и археологии пермского Предуралья // Вестник Пермского научного центра УрО РАН. — 2013. — № 2. — С. 57
- ↑ Указ Президиума ВС РСФСР от 30.12.1966 «Об образовании Уинского района в Пермской области»
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 Статистический ежегодник Пермского края.2013
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более . Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ 7,0 7,1 Оценка численности постоянного населения Пермского края в разрезе муниципальных образований на 1 января 2006 (погрешность 150 человек) и 2007 (погрешность 50 человек) годов . Дата обращения: 25 ғинуар 2015. Архивировано 25 ғинуар 2015 года.
- ↑ 8,00 8,01 8,02 8,03 8,04 8,05 8,06 8,07 8,08 8,09 8,10 8,11 8,12 8,13 8,14 8,15 8,16 8,17 8,18 8,19 8,20 8,21 8,22 8,23 8,24 8,25 8,26 8,27 8,28 8,29 8,30 8,31 8,32 8,33 8,34 8,35 8,36 8,37 8,38 8,39 8,40 8,41 8,42 ВПН-2010. Численность и размещение населения Пермского края . Дата обращения: 10 сентябрь 2014. Архивировано 10 сентябрь 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года . Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
- ↑ Численность постоянного населения Пермского края по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года и в среднем за 2015 год . Дата обращения: 30 март 2016. Архивировано 30 март 2016 года.
- ↑ 14,00 14,01 14,02 14,03 14,04 14,05 14,06 14,07 14,08 14,09 14,10 Входит в Уинское сельское поселение
- ↑ 15,0 15,1 15,2 15,3 Входит в Судинское сельское поселение
- ↑ 16,0 16,1 16,2 16,3 16,4 16,5 16,6 16,7 16,8 Входит в Аспинское сельское поселение
- ↑ 17,0 17,1 17,2 Входит в Чайкинское сельское поселение
- ↑ 18,0 18,1 18,2 18,3 18,4 Входит в Воскресенское сельское поселение
- ↑ 19,0 19,1 19,2 19,3 19,4 19,5 Входит в Нижнесыповское сельское поселение
- ↑ 20,0 20,1 20,2 20,3 Входит в Ломовское сельское поселение