Урал аръяғы
Урал аръяғы — Урал тауының көнсығыш бите яғынан Тубыл һәм Обь бассейндары, Көнбайыш-Себер тигеҙлегенең ситке өлөшөндә урынлашҡан тәбиғи биләмә. Рәсәйҙең Ҡурған, Төмән, Силәбе, Свердловск һәм Ҡаҙағстандың Ҡостанай өлкәләренә тура килә.
Шартлы рәүештә Төньяк, Урта һәм Көньяҡ Урал аръяғы бүлемдәренә айыралар.
Башҡортостандың Урал аръяғы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостандың Урал аръяғы республиканың көнсығыш сигенән тар ғына һыҙат булып үтә. Тәбиғи биләмәләре Уралтау һыртынан алып (Белорет ҡалаһы географик киңлегенә тиклем), Ҡырҡтытау, Ирәндек, Һаҡмар үҙәне буйлап бара. Майҙаны 17 мең км² тирәһе. Магнитогорск мегасинклинорийының көнбайыш ҡабырғаһына тура килә[1].
Эске яғы көнсығышҡа табан дөйөм һөҙәкләнә, был Магнитогорск мегасинклинорийының ваҡ йыйырсыҡтар, өҙөк урындар һәм интрузиялар менән ҡатмарланған ҡабырғаһының көнбайыштан көнсығышҡа табан дөйөм түбәнәйеүенә бәйле. Территория палеозойҙың ордовиктан карбонға тиклемге ултырма‑вулканоген (диабаз, диабаз порфирит, риолит, ҡомташ, аргиллит, йәшмә һ.б.) һәм интрузив (гранит, диорит, пироксенит, периодотит һ.б.) тоҡомдарынан тора. Рельефы денудацион, көнбайышта — уртаса һәм тәпәш тауҙар, көнсығышта — тигеҙлек һәм ҡалҡыулыҡтар урынлашҡан.
Төбәк файҙалы ҡаҙылмаларға бай: баҡыр колчеданы мәғдәндәре (Октябрьск, Подольск, Сибай, Учалы, Юбилейный ятҡылыҡтары), марганец мәғдәндәре (Күсем ятҡылығы) һәм хром мәғдәндәре (Красов ятҡылығы), мәғдәнле (Миндәк һәм Муртыҡты ятҡылығы) һәм һибелмә алтын, йәшмә (Науруз ятҡылығы)[2].
Климаты формалашыуға территорияның Урал тауҙары ышығында ятыуы, Ҡаҙағстан һәм Урта Азиянан килгән себер континенталь һәм үҙгәреүсән тропик һауа массаларының үтеп инеүе йоғонто яһай. Яуым‑төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары төньяҡ өлөшөндә 350-400 мм, көньяғында — 270-300 мм. Ҡыш һалҡын һәм аҙ ҡарлы, ғинуарҙа уртаса температура -16°С; йәй йылы һәм ҡоро, июлдә уртаса температура 18-21°С, ҡоролоҡ һәм ҡыуан елдәр йыш була,йылына 14-15 көнгәсә етә [3].
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Зауралье (природный регион в России (Тюменская, Свердловская и Челябинская области), прилегающий с востока к Уралу; часть Приуралья) 2020 йыл 16 июль архивланған.// Большая российская энциклопедия .
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кустанайская область// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 14-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Пестерев В. В. Организация населения в колонизуемом пространстве: Очерки истории колонизации Зауралья конца XVI — середины XVIII вв.: Монография / науч. ред. В. В. Менщиков. — Курган: Изд-во Курганского гос. ун-та, 2005. — 237 с. — ISBN 5-86328-681-4.
- Научно обоснованные системы земледелия по зонам Башкирской АССР. Уфа, 1990.
- Почвы Башкортостана: в 2 т. / Ф.Х. Хазиев [и др.]. Уфа, 1995—1997.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башкирское Зауралье(недоступная ссылка)
- ↑ Башкирское Зауралье//Энциклопедия Башкортостана
- ↑ Галимова Р. Г. Климат // Башкирская энциклопедия / гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа : ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.