Эстәлеккә күсергә

Утва

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Утва
Ҡайҙа ҡоя Яйыҡ
Бассейн майҙаны 6940 км²
Донъя ҡитғаһы Азия
Дәүләт  Ҡаҙағстан
 Рәсәй империяһы
 СССР
Административ-территориаль берәмек Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһе[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 49 метр
Оҙонлоҡ 290 km
Урынлашыу картаһы
Карта

Сыңғырлау - (рус. Утва, ҡаҙ. Шыңғырлау [1]ШынгирлауҠаҙағстандағы йылға, Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһе аша аға, Яйыҡ йылғаһының һул ҡушылдығы.

Йылға оҙонлоғо — 290 км, бассейн майҙаны — 6940 км²

Сыңғырлауҙың шишмә башы Урал буйындағы яйлала 250 метр бейеклектә урынлашҡан. Яйыҡҡа 42,0 м бейеклектә ҡушыла.

Бормаланып аға, бигерәк тә түбәнге ағымында, сөнки унда иҫке үҙәндәр күп. Ноябрь айында туңа, апрель уртаһында боҙҙан әрселә. Йылға һыуы һуғарыу һәм һыу менән тәьмин итеү өсөн ҡулланыла.

XХ быуат башында киңлеге урыны менән - 12 сажинға, тәрәнлеге 5 футтан тиклем 3 сажинға еткән, кисеүҙәр күп булған[2].

Уң яҡ ярында Аҡсай[3] ҡалаһы урынлашҡан.

  1. Утва // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона : в 86 т. (82 т. и 4 доп.). — СПб., 1890—1907.
  2. Аксай // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2004. — Т. I. — ISBN 9965-9389-9-7.