Эстәлеккә күсергә

Фәтҡуллин Фәрхәд Наил улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фәтҡуллин Фәрхәд Наил улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 2 ноябрь 1979({{padleft:1979|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (45 йәш)
Тыуған урыны Ҡазан, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө тәржемәсе, викимедиасы, википедист
Уҡыу йорто Ҡазан дәүләт финанс һәм иҡтисад институты
Ҡатнашыусы Вики-конференция 2020[d], Вики-конференция 2019[d], Вики-конференция 2017[d], Вики-конференция 2014[d], Санкт-Петербургский татарский медиафорум[d], Викимания-2019[d] һәм Wikimedia CEE Meeting 2018[d]
Ойошма ағзаһы Викимедиа РУ[d], Группа татароязычных участников сообщества Викимедиа[d], Дөнья илләренең төбәк һәм башка җирле асаба халыклары телләрендәге Википедия бүлекләрен үстерү проекты[d], Комиссия при Президенте Республики Татарстан по вопросам сохранения и развития татарского языка[d], Төрки телле викимедиасылар төркөмө[d], Россия телләрендәге Викимедиа проектлары бүлекләре[d] һәм Милли тәржемәселәр лигаһы (Рәсәй)[1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт frhd.narod.ru
sikzn.narod.ru/index/0-4
search.russian-translators.ru/…
search.russian-translators.ru/…
 Фәтҡуллин Фәрхәд Наил улы Викимилектә

Фәтҡуллин Фәрхәд Наил улы (2 ноябрь 1979 йыл) — синхрон тәржемәсе, фрилансер. «Йыл викимедиасыһы — 2018»[2].

Фәрхәд Наил улы Фәтҡуллин 1979 йылдың 2 ноябрендә Татар АССР-ының баш ҡалаһы Ҡазанда тыуған.

1986 йылда Ҡазан ҡалаһының француз теле тәрән өйрәтелгән 123-сө урта мәктәпкә уҡырға бара. 1993 йылдан Эртугрул Гази исемендәге татар-төрөк лицейында белем ала. 1995—1997 йылдарҙа АҠШ-тың Миссури штатының Клейтон ҡалаһы урта мәктәбендә уҡый. Татар, рус, француз, төрөк, инглиз һәм итальян телдәрен белә[3].

2002 йылда Ҡазан федераль университетының Иҡтисад һәм финанс институты бакалавриатын «Предприятие менән идара итеү» (финанс менеджменты) һөнәре буйынса тамамлай. 2008 йылда Ҡазандың Социаль һәм гуманитар белем институты специалитетын мәҙәниәт-ара коммуникацияһы буйынса тамамлай. 2008 йылда биш ай дауамында АҠШ-тың Теннесси штаты Генераль ассамблеяһының финанс контроле һәм бюджет анализы комитеттарында стажировка үтә[3].

2006—2013 йылдарҙа Татарстан Республикаһы Президенты тәржемәсеһе булып эшләй.

2010—2012 йылдарҙа Ҡазан федераль университетының Иҡтисад һәм финанс институты һәм АҠШ-тың Нью-Йорк дәүләт университеты икеле диплом программаһы уҡытыусыһы булып эшләй[3].

2012 йылда Сингапурҙың Lee Qwan Yew Institute of Public Policy & Civil Service College курстарын, ә 2015 йылда — Insead Executive MBA (Фонтенбло, Абу-Даби, Вена) курстарын тамамлай[3].

2009 йылдан — Бөтә донъя банкының штаттан тыш тәржемәсеһе.

2012 йылдан татар телле Википедияла, 2015 йылдан — «Рәсәй халыҡтары телдәрендә Википедия» метапроектында ҡатнаша. 2017 йылдан «Викимедиа РУ» коммерция булмаған хеҙмәттәшлек ағзаһы.

Матбуғатта әңгәмәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. https://search.russian-translators.ru/translators/fatkullin.html
  2. Житель Казани первым из россиян стал «Википедистом года». ТАСС (23 июль 2018). Дата обращения: 29 июль 2018.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Алексей Лучников, Виталий Папилкин. «Я просто делал то, что мне показалось правильным»: как татарин стал викимедистом года. Деловая электронная газета «Бизнес Online» (24 июль 2018). Дата обращения: 29 июль 2018.