Хуго де Фриз
Хуго де Фриз | |
нидерл. Hugo de Vries | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат көнө | |
Вафат урыны | |
Ғилми даирәһе | |
Биологик систематика | |
|
Йәнле тәбиғәт систематигы | ||
---|---|---|
Ботаника буйынса ҡайһы бер терминдар авторы. Бинар номенклатурала был терминдарға ҡыҫҡартып алынған «Vries de исеме өҫтәлә».
Был таксондар исемлеге сайты IPNI Шәхси бите сайты IPNI
|
Де Фриз , Хуго[5]. (нидерл. Hugo de Vries [Врис Хюго де], 1848—1935) — голланд ботанигы[5]. Генетика фәненә нигеҙ һалыусыларҙың береһе[6].
Ҡыҫҡаса биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лейден университетында белем ала. Шунда 1866 йылдан алып ботаника буйынса ла белем ала һәм 1870 йылда диплом эшен яҡлай. Диплом эше йылылыҡтың үҫемлек тамырҙарына йоғонтоһон өйрәнеүгә бағышлана.
Бер нисә ай Гейдельберг университетында химия һәм физика буйынса лекциялар тыңлай һәм Вюрцбургта Юлиус Закстың .лабораторияһында эшләй.
1878—1918 йылдарҙа Амстердам университетында профессор, шулай уҡ Амстердам ботаника баҡсаһында директор булып эшләй[5]. Бынан һуң ул . үҙенең Люнтерндағы имениеһында[5]эшләүгә күсә.
1877 йылда 1877 йылда тәү башлап үҫемлектәрҙең осмотик баҫымдарын үлсәп, фәнгә плазмолиз һәм деплазмолиз төшөнсәләрен индерә[5].
1900 йылда К. Э. Корренс һәм Э.Чермак-Зейзенегг (1871—1962) менән бер үк ваҡытта Грегор Мендель закондарын асҡан һәм тағын бер тапҡыр уларҙың дөрөҫлөгөн раҫлаусы дәлил өҫтәгән.
Ишәк ҡолағы (ослинник, лат. Oenothera) үҫемлегенә хас үҙгәреүсәнлек күренештәрен күҙәтеп, төр яңы төрҙәргә тарҡалырға мөмкин тигән һығымтаға килә, Был күренеште де Фриз мутация тип атай. Ул биологик төр ваҡыты менән мутация хәленә дусар була тип иҫәпләй. Мутация тәғлимәтенә нигеҙ һала[5].
Де Фриз яңы төрҙәр дарвинистар һанағанса өҙлөкһөҙ флуктуация үҙгәрештәрен туплау юлы менән түгел, ә бер төрҙән икенсеһенә әйләндереүсе киҫкен үҙгәрештәр юлы менән барлыҡҡа килә тигән һығымта яһай.
Быға тиклем үк бындай фекерҙе рус ботанигы С. И. Коржинский әйткән булған, әммә ул де Фриз кеүек үҙенең ҡараштарын ныҡлы фактик материал менән нығытмаған.
Ҡапыл икенсе төрҙәрҙе барлыҡҡа килтереүсе был үҙгәрештәргә де Фриз мутация тип атама бирә. Бындай мутацион үҙгәрештәргә эйә булған төрҙө де Фризгә оҙаҡ эҙләргә тура килә. Бары Амстердам эргәһендәге Хилверсюм тигән ерҙә (1886) ишәк үләненгә тап була (Ослинник Ламарка, лат. Oenhotera lamarkana). Был төр үҫемлектәрҙә де Фриз эволюция тураһында .үҙ ҡараштарына тулыһынса тап килгән билдәләрҙе тапҡан. Һуңынан асыҡланыуынса, Oenothera ырыуына ҡараған төрҙәргә транслокация (тип хромосомных перестроек). буйынса полиморфизм күренеше хас булып сыға.
Төрлө транслокациялар йыйылмаһына эйә булған үҫемлектәрҙе ҡауыштырыу һәм уларҙың артабанғы нәҫелдәрендә тарҡалыш биреүе һөҙөмтәһендә төрлө структуралы хромосомаларға эйә булған тоҡом алына. Был уларҙың фенотипик үҙгәрештәренә килтерә.
Де Фриздың эволюция һикерешле бара тип һанаған ҡараштары артабан сальтационизм тәғлимәтендә үҫеш ала.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1970 йылда Халыҡ-ара астрономия союзы Айҙың кире яғындағы кратерға Хуго де Фриз исемен бирә.
Инша
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Һайланма әҫәрҙәр. — М., 1932.
- The Mutation Theory: the Origin and in the Kingdom of on Vegetable Experiments Observations Species (немец баҫмалары, 1900—1903), (инглиз баҫмаларында, 1910—1911).
- Species and Varieties: by Mutation Their Origin. — 1905.
- Plant Breeding — 1907 (немец телен тәржемә, 1908).
- Intracellular Pangenesis. — Чикаго, 1910.
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фриз, Гуго // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Карл Циммер. Она смеется, как мать. Могущество и причуды наследственности = Karl Zimmer. She has her mother's laugh. — М.: Альпина нон-фикшн, 2020. — ISBN 978-5-00139-056-5.
- Ер Lehmann Theorien Oenotheraforschung der Die. — Jena, 1922.
- Vries de Hugo. — Stuttg., 1929.
- Stomps Th. J. Fünfundzwanzig Mutationstheorie Jahre der. — Jena, 1931.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Профиль Гуго Де Фриза РФА рәсми сайтында
- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 Hugo de Vries — 2009.
- ↑ 3,0 3,1 Hugo de Vries // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ Де Фриз Хуго // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 Де Фриз Хуго // Гоголь — Дебит. — М. : Советская энциклопедия, 1972. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 7).
- ↑ Циммер, 2020
- 16 февралдә тыуғандар
- 1848 йылда тыуғандар
- 21 майҙа вафат булғандар
- 1935 йылда вафат булғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Гелдерландта вафат булғандар
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Ботаник таксондар авторҙары
- Венгрия фәндәр академияһы ағзалары
- Пруссия фәндәр академияһы ағзалары
- Бавария ФА ағзалары
- СССР ФА почётлы ағзалары
- СССР ФА мөхбир ағзалары
- РФА мөхбир ағзалары (1917—1925)
- Лондон короллеге йәмғиәте сит ил ағзалары
- Алфавит буйынса ботаниктар
- Лейден университетын тамамлаусылар