Церера (кәрлә планета)
Церера | ||||
Снимок Цереры в натуральном цвете, сделанный АМС Dawn 4 мая 2015 года | ||||
Башҡа исемдәре |
A899 OF; 1943 XB | |||
---|---|---|---|---|
Обозначение |
1 Ceres | |||
Кесе планеталар категорияһы | ||||
Открытие[1] | ||||
Асылған урыны | ||||
Орбита характеристикалары[2] | ||||
Перигелий |
381 028 000 км | |||
Афелий |
446 521 000 км | |||
Ҙур ярымкүсәр (a) | ||||
Орбитаның эксцентриситеты (e) |
0,07934[2] | |||
Әйләнеүҙең сидерик периоды | ||||
Орбита тиҙлеге (v) |
17,882 км/с | |||
Уртаса аномалия;(Mo) |
27,448° | |||
Ауышлығы (i) | ||||
Долгота восходящего узла (Ω) |
80,399°[2] | |||
Перицентр аргументы (ω) |
2,825°[2] | |||
Юлдаштары |
нет | |||
Физик характеристикалар | ||||
Экватор радиусы |
481,5 км[4] | |||
Поляр радиусы |
445,5 км[4] | |||
Уртаса радиус |
463,5км | |||
Өҫлөк майҙаны (S) |
2 849 631 км²[5] | |||
Массаһы (m) | ||||
Уртаса тығыҙлығы (ρ) | ||||
Экваторҙа есемдең тотҡарһыҙ төшөүе тиҙлеге (g) | ||||
Беренсе космик тиҙлек (v1) |
0,36 км/с[10] | |||
Әйләнеү периоды (T) | ||||
Күсәр ауышлығы |
около 3°[12] | |||
Прямое восхождение северного полюса (α) | ||||
Төньяҡ полюс ауышлығы (δ) |
59°[12] | |||
Альбедо |
0,090 ± 0,0033 (геометрическое)[13] | |||
Cпектр класы |
G[14] | |||
Күренгән йондоҙ дәүмәле | ||||
Абсолют йондоҙ дәүмәле |
3,36 ± 0,02[13] | |||
Мөйөшсә диаметр | ||||
Температура | ||||
| ||||
Кельвин |
| |||
| ||||
Атмосфера | ||||
следы водяного пара |
Церера (Кесе планеталар үҙәге каталогы буйынса 1 Ceres, символы: )[19] — Ҡояшҡа иң яҡыны һәм Ҡояш системаһының билдәле кәрлә планеталары араһында иң бәләкәйе. Астероидтар билбауында урынлашҡан . Церераны 1801 йылда итальян астрономы Джузеппе Пиацци Палерма астрономия обсерваторияһында аса. Бер ни тиклем ваҡыт Церера Ҡояш системаһындағы һәр яғы килгән планета тип ҡарала; 1802 йылда ул астероид булараҡ классификациялана[20], ләкин бер нисә тиҫтә йыл буйы планета булып иҫәпләнә, ә 2006 йылдың 24 авгусында Халыҡ-ара астрономия союзы МАС-тың XXVI Генераль Ассамблеяһында «планета» төшөнсәһенә аныҡлыҡ индерә, һәм уның һөҙөмтәләре буйынса Церера кәрлә планета тип таныла. Ул боронғо Римдең уңдырышлылыҡ алиһәһе хөрмәтенә Церера тип атала.
Диаметры яҡынса 950 км булған есем астероидтар билбауында иң ҙуры һәм ярайһы уҡ ауыры, үлсәмдәре буйынса гигант планеталарҙың күп кенә эре юлдаштарынан ҙурыраҡ һәм билбауҙың дөйөм массаһының өстән бер өлөшөн (32 %) тәшкил итә тиерлек[21]. Гравитация бик түбән булғанға күрә, күпселек бәләкәй есемдәр, ғәҙәттә, дөрөҫ булмаған формала була[22], ә бына Церера, уларҙан айырмалы рәүештә, шар формаһында. Церераның тығыҙлығы буйынса фекер йөрөткәндә, ул һыу боҙонан тора (20-30 %)[23]. Күрәһең, уның эске өлөшө боҙ мантияһы[24] менән уратылған таш үҙәктән торалыр. Церераның өҫтөндә лә боҙ табыла; бынан тыш, уның өҫкө ҡатламының составына, моғайын, гидратация үткән төрлө матдәләр, шулай уҡ карбонаттар (доломит, сидерит) һәм тимергә бай балсыҡлы минералдар (кронстедтит[en]) инәлер. 2014 йылда «Гершель» телескобы кәрлә планета тирәләй һыу парын таба .
Ерҙән күҙәткәндә Церераның ялтырауы 6,7-нән 9,3 йондоҙ дәүмәленә тиклем тирбәлә. Ябай күҙ менән уны күреү өсөн был ғына етмәй. Вестаны (2011—2012) һәм Церераны өйрәнеү өсөн НАСА 2007 йылдың 27 сентябрендә Dawn зондын ебәрә. Церераның орбитаһына ул 2015 йылдың 6 мартында сыға.
Асыш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Марс менән Юпитер орбиталары араһында асылмаған планета булыу ихтималлығы тураһындағы идеяны тәүге тапҡыр 1772 йылда Иоганн Элерт Боде тәҡдим итә. Уның фекере 1766 йылда немец математигы һәм астрономы Иоганн Тициус беренсе тапҡыр тәҡдим иткән Тициус-Боде ҡағиҙәһенә нигеҙләнә. Тициус ул ваҡытҡа билдәле булған планеталарҙың орбиталары радиустары дәүмәлендә ябай законлылыҡтың булыуын асыуы тураһында белдерә[25]. 1781 йылда Уилям Гершелдең Уранды асыуы был ҡағиҙәнең дөрөҫлөгөн раҫлап ҡына ҡалмай, ә Ҡояштан 2,8 а. е. алыҫлыҡта (Марс менән Юпитер орбиталары араһындағы ара) планеталар эҙләүҙе башлап ебәрә. Һөҙөмтәлә 1800 йылда 24 астрономды берләштергән «Күк һаҡсылары» тип аталған төркөм барлыҡҡа килә. Фон Цах етәкләгән был төркөм, бер нисә ул ваҡыттағы иң көслө телескоптан тәүлек әйләнәһенә күҙәтеүҙе ойоштора. Улар Церераны таба алмай, ләкин башҡа бер нисә ҙур астероид аса.
Церераны 1801 йылдың 1 ғинуарында Палерма астрономик обсерваторияһында итальян астрономы Джузеппе Пиацци аса, ул да «Күк һаҡсылары» төркөмөнә саҡырыла, әммә саҡырылғанға тиклем үк ул Церераны асҡан була. Ул «ла Кайл әфәнеденең 87-се Зодиак йондоҙҙары каталогында билдәләнгән 87-се йондоҙҙо» эҙләй, әммә «уға тиклемге башҡа йондоҙҙоң» булыуын аңлай. Шулай итеп, ул эҙләгән йондоҙ эргәһендә башҡа йыһан объектын таба, башта уны комета тип иҫәпләй[26]. Пияцци, уны сир аяғынан йыҡҡанға тиклем, дөйөм алғанда Церераны 24 тапҡыр күҙәтә (һуңғы тапҡыр 1801 йылдың 11 февралендә күҙәтә). 1801 йылдың 24 ғинуарында ул ике коллегаһына хат аша үҙенең асышы тураһында хәбәр итә: береһе Миланда йәшәүсе ватандашы Барнаба Ориани (Barnaba Oriani) һәм Берлиндан Иоганн Боде була. Хаттарында объектты комета булараҡ тасуирлай, әммә шунда уҡ аңлатма биреп үтә: «уның хәрәкәтенең әкрен һәм ярайһы уҡ бер төрлө булыуы миндә бер нисә тапҡыр уның кометаға ҡарағанда яҡшыраҡ берәй есем булыуы ихтимал, тигән фекер ҙә тыуҙырҙы», тип белдерә. Шул уҡ йылдың апрель айында Пиацци юғарыла атап үтелгән коллегаларына һәм Парижда йәшәгән Жером Лаландаға күҙәтеүҙәренең тулы вариантын ебәрә. Был күҙәтеүҙәр «Correspondenz Monatliche» журналының 1801 йылдың сентябрь һанында баҫылып сыға.
Журнал баҫылып сыҡҡан мәлгә тиклем Церераның күренгән торошо үҙгәреп өлгөрә (башлыса, Ерҙең орбитаһы буйлап хәрәкәте арҡаһында), һәм Ҡояш нурҙары сағылышы аҫтында башҡа астрномдар Пиацциның күҙәтеүҙәрен раҫлай алмай. Йыл аҙағына тағы Церераны күҙәтергә мөмкин була, әммә оҙаҡ ваҡыт үткәнгә күрә, уның аныҡ ҡына торошон билдәләү бик ҡыйын була. Карл Фридрих Гаусс 24 йәшендә Церераның орбитаһын билдәләү өсөн махсус ысул уйлап таба[26]. Ул үҙ алдына өс тулы күҙәтеү буйынса орбита элементтарын билдәләүсе ысулды табырға тигән бурысты ҡуя (әгәр өс билдәле мәлдәге ваҡыт, туранан-тура инеү һәм ауышыу билдәле булһа)[27]. Бер нисә аҙна эсендә ул Церераның юлын иҫәпләй һәм һөҙөмтәләрен фон Цахҡа ебәрә. 1801 йылдың 31 декабрендә Франц Ксавер фон Цах Генрих Ольберс менән берлектә Церераны асыуҙы раҫлай[28].
Церераны тәүге күҙәтеүселәр уның үлсәмен ярайһы уҡ яҡынса ғына иҫәпләй ала: 260 километрҙан (1802 йылда Гершель иҫәпләүҙәре буйынса) 2613 километрға тиклем (Иоганн Шрётерҙың 1811 йылдағы иҫәпәләүе)[29][30].
Атамаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пиацци үҙе асҡан объектҡа Римдең игенселек алиһәһе Церера һәм Сицилия короле Фердинанд III хөрмәтенә Церера Фердинанда (Ceres Ferdinandea) тип атарға тәҡдим итә[26][28]. Донъялағы башҡа илдәр «Ferdinandea» атамаһын ҡабул итә алмай, шуға аҙаҡ атама Церера булып ҡына ҡала. Церера ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа Германияла Герой тип атала, Грецияла — Рим алиһаһе Церераның эквиваленты Деметра (греч. Δήμητρα)[31]. Церераның боронғо астрономик символы ураҡ ⚳ ()[32] була, ул бер аҙ Венера символына ♀оҡшаш була; һуңынан символ диск нумерацияһына ① алмаштырыла[33]. Церера хөрмәтенә1803 йылда яңы асылған химик элемент церий тип атала[34]. Шул уҡ йылда тағы ла бер яңы химик элемент Церера хөрмәтенә атала, әммә уны асыусы уның исемен үҙгәртеп палладий (икенсе ҙур астероид Палладаны асыу хөрмәтенә) тип атай[35].
Статусы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Церераның статусы күп тапҡырҙар үҙгәрә һәм ҡайһы бер фекер айырымлыҡтары булған бәхәс темаһына әйләнә. Иоганн Элерт Боде уны Марс һәм Юпитер араһында, Ҡояштан 419 млн км алыҫлыҡтағы (2,8 а. е) «етмәгән планета» тип атай. Ярты быуат дауамында Церера планета булып иҫәпләнә (2 Паллада 2, 3 Юнона һәм 4 Вест менән бер рәттән), был турала астрономия таблицаларында ла, китаптарҙа ла баҫылып сыға[26].
Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Марс менән Юпитер араһында башҡа объекттар ҙа табыла, һәм Церера — шундай объекттарҙың береһе[36]. 1802 йылда Уильям Гершель «астероид» (йондоҙға оҡшаш)[37] тигән термин индерә.
Шулай итеп, Церера иң тәүҙә асылған астероид[37] булып ҡала
Плутон һәм планеталарҙың ниндәй күк есеме булыуы тураһындағы бәхәс Церераға планета статусын ҡайтарыу тураһындағы мәсьәләне ҡуҙғата[38][39]. Халыҡ-ара астрономия союзы түбәндәге билдәләмәне тәҡдим итә: планета — ул :
а) гравитация көстәре тәьҫире аҫтында гидростатик тигеҙлеккә эйә һәм түңәрәккә яҡын формала булған күк есеме.
б) йондоҙ тирәләй орбитаһы буйлап хәрәкәт итә, һәм ул йондоҙ ҙа, планета юлдашы ла түгел[40].
Был резолюция Церераны Ҡояштан бишенсе урында әйләнгән планета тип таный[41], әммә шул көйө лә ҡабул ителмәй, 2006 йылдың 24 авгусында альтернатив билдәләмә үҙ көсөнә инә. Унда, йыһан есеме юғарыла атап үтелгән характеристикаларҙан тыш үҙ гравитацияһы тәьҫире аҫтында орбитаһы янында «башҡа есемдәрҙән азат булған аралыҡҡа» эйә булғанда ғына уға ҡарата «планета» терминын ҡулланырға мөмкин, тип әйтелә. Был билдәләмә буйынса Церера «планета» була алмай, сөнки ул үҙенең орбитаһында өҫтөнлөккә эйә түгел, ә астероидтар билбауында меңәрләгән астероид менән орбитаһын уртаҡлаша һәм дөйөм массаның яҡынса өстән бер өлөшөн генә тәшкил итә[42]. Шуға күрә ул хәҙер кәрлә планета тип атала.
Орбитаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Церераның орбитаһы астероидтар билбауында Марс менән Юпитер орбиталары араһында ята, һәм «планетаға бик ныҡ оҡшаған»: эллипсҡа бик аҙ оҡшаған (эксцентриситет 0,08) һәм эклиптика яҫылығына ауышлығы уртаса (10,6°), Плутон менән сағыштырғанда (17°) һәм Меркурий менән сағыштырғанда (7°). Орбитаһының ҙур ярымкүсәре 2,76 а. е. тәшкил итә, перигелийҙа һәм афелийҙа — ярашлы рәүештә 2,54, 2,98 а. е.. Ҡояш тирәләй 4, 6 йылда әйләнеп сыға. Ҡояшҡа тиклемге уртаса ара 2,77 а. е. (413,9 млн км). Церера менән Ер араһы уртаса ~ 263,8 млн км[43]. Церерала тәүлек оҙонлоғо 9 сәғәт тә 4 минутҡа тигеҙ[44].
Һүрәттә Церера орбитаһы (күк төҫ менән күрһәтелә) һәм ҡайһы бер башҡа планеталар орбиталары (аҡ һәм һоро төҫтә) күрһәтелгән. Орбитаһының эклиптиканан түбәнерәк өлкәһе ҡарараҡ төҫ менән, ә Ҡояш ҡыҙыл-һары төҫ менән билдәләнгән. Юғарылағы диаграммала Марс менән Юпитер араһындағы Церераның орбитаһы күрһәтелә. Юғарылағы диаграммала уңда Церераның һәм Марстың перигелийы (q) һәм афелийы (Q) урынлашҡан. Түбәнге диаграммала Церера орбитаһының Марс һәм Юпитерҙың орбиталарына ҡарата ауышлығы күрһәтелгән.
Быуаттар барышында йоғонто яһай алған планеталар тәьҫире аҫтында Церерала барлыҡҡа килгән тайпылыштар (в Григориан йыл иҫәбендә)[45]. | Планеталар атамалары | Массалары | δ. e. | δi | δθ | δψ | δε | δχ | δα |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Меркурий | 1:(8×106) | -0,000018 | +0,000044 | -0,000241 | +0,000484 | +0,071482 | +0,000488 | +3×10−7 | |
Венера | 1:(41×104) | -0,000025 | +0,000227 | -0,027558 | +0,037903 | +1,446688 | +0,038375 | +3×10−6 | |
Ер | 1:329390 | -0,000536 | +0,000011 | -0,106807 | +0,092360 | +1,887510 | +0,094189 | -4×10−7 | |
Марс | 1:(3085×103) | +0,000069 | +0,000359 | -0,039992 | +0,064190 | +0,239440 | +0,064875 | +4×10−7 | |
Юпитер | 1:(1047,35) | -0,6752 | -0,5772 | -52,184 | +55,909 | -56,053 | +56,802 | -2×10−4 | |
Сатурн | 1:(3501,6) | -0,022 | -0,041 | -1,411 | +1,290 | -2,125 | +1,314 | -1×10−4 | |
Уран | 1:22650 | +0,00025 | +0,000002 | -0,02712 | +0,02327 | -0,03735 | +0,02373 | +3×10−5 | |
Нептун | 1:19350 | +0,000013 | -0,000229 | -0,007816 | +0,007691 | -0,011239 | +0,007825 | -1×10−5 |
Физик характеристикалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Церераның төҙөлөшө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күпселек астероидтарҙың айырмалы рәүештә, шарға яҡын форманы алғандан һуң Церераның эске ҡатламдарында гравитацион билдәләнеш башлана — ауыр тоҡомдар үҙәк өлөшкә күсә, еңелерәктәре өҫкө ҡатламға урынлаша. Шулай итеп, таш йәҙрәһе һәм һыу боҙонан криомантия формалаша[46]. Церераның тығыҙлығының түбән булыуын (2,16 г/см3) иҫәпкә алһаҡ, уның мантияһының ҡалынлығы 100 километрға етә (массаның 23-28 проценты һәм кәрлә планета күләменең 50 проценты)[47], бынан тыш унда ҙур ғына күләмдә боҙ бар: 200 миллион куб километр, был Ерҙәге сөсө һыу күләменән артыҡ[48]. Ошо мәғлүмәттәр 2002 йылда Кек обсерваторияһы яһаған күҙәтеүҙәр һәм эволюция моделдәре[22] менән дәлилләнә.
Церераның юлдаштары табылмай. Һәр хәлдә әлегә, «Хаббл» күҙәтеүҙәре 10—20 километрҙан ашыу ҙурлыҡтағы юлдаштарҙың булыуын инҡар итә.
Өҫтө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2015 йылдың 13 июлендә тәүге 17 исем Церера кратерҙарына[49] бирелә. Сағыу табы булған кратерға Боронғо Римдең ер тырматыу аллаһы Оккаторҙың исеме бирелә.
Dawn-дың төп камераларынан алынған һүрәттәрҙе анализлап, АҠШ, Италия, Германия һәм Франция геологтары[50] Церера өҫтөндәге әүҙемлек эҙҙәренең тоҡомдоң өҫкө ҡатламдарында һыуҙың күплеге менән бәйле булыуын билдәләй. Материяның өс типтағы ағымы булыуы асыҡлана. Беренсе аҡым башлыса юғары киңлектәрҙә осрай — ул ерҙәге боҙлоҡтарҙы хәтерләтә, улар, бер урындан икенсе урынҡа күсеп йөрөп, кратер ситтәрен емерә, икенсе типтағы шыуышыу ерҙәге ишелмәләргә оҡшаш. Өсөнсө шыуышыу ҙур структураға эйә булған кратерҙар менән ассоциациялана: улар көслө ташҡынды хәтерләтә. Бөтә был шыуышыуҙар планета өҫтөндә бик йыш күҙәтелә — бындай күренештәрҙе диаметры 10 километрҙан ашыу кратерҙарҙың янында осратырға мөмкин[51]
Артабанғы тикшеренеүҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Астероидтар билбауы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Schmadel Lutz. Dictionary of minor planet names. — fifth. — Germany: Springer, 2003. — P. 15. — ISBN 3-540-00238-3.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Yeomans, Donald K. 1 Ceres . JPL Small-Body Database Browser (5 июль 2007). Дата обращения: 10 апрель 2009. Архивировано 4 июль 2012 года. —The listed values were rounded at the magnitude of uncertainty (1-sigma).
- ↑ The MeanPlane (Invariable plane) of the Solar System passing through the barycenter (3 апрель 2009). Дата обращения: 10 апрель 2009. Архивировано 4 июль 2012 года. (создано с помощью Solex 10 2015 йыл 24 май архивланған. (автор Aldo Vitagliano); см. также Неизменная плоскость[en])
- ↑ 4,0 4,1 Dawn Journal | May 28, 2015 2015 йыл 30 май архивланған.
- ↑ NASA - Solar System Exploration - Ceres:Facts & Figures (недоступная ссылка — история). 2015 йыл 22 март архивланған.
- ↑ Carry, Benoit; et al. Near-Infrared Mapping and Physical Properties of the Dwarf-Planet Ceres (инг.) // Astronomy and Astrophysics : journal. — EDP Sciences (инг.)баш., 2007. — Т. 478. — С. 235—244. — DOI:10.1051/0004-6361:20078166
- ↑ DPS 2015: First reconnaissance of Ceres by Dawn
- ↑ Dawn Explores Ceres: Results fromthe Survey Orbit | July 21, 2015
- ↑ 9,0 9,1 Вычислено на основе известных параметров.
- ↑ Рассчитано по массе и радиусу:
- ↑ Chamberlain, Matthew A.; Sykes, Mark V.; Esquerdo, Gilbert A. Ceres lightcurve analysis – Period determination (инг.) // Icarus (инг.)баш.. — Elsevier, 2007. — Т. 188. — № 2. — С. 451—456. — DOI:10.1016/j.icarus.2006.11.025 —
- ↑ 12,0 12,1 12,2 Thomas, P. C.; Parker, J. Wm.; McFadden, L. A.; et al. Differentiation of the asteroid Ceres as revealed by its shape (инг.) // Nature : journal. — 2005. — Т. 437. — № 7056. — С. 224—226. — DOI:10.1038/nature03938 — — PMID 16148926.
- ↑ 13,0 13,1 Li, Jian-Yang; McFadden, Lucy A.; Parker, Joel Wm. Photometric analysis of 1 Ceres and surface mapping from HST observations (инг.) // Icarus (инг.)баш. : journal. — Elsevier, 2006. — Т. 182. — С. 143—160. — DOI:10.1016/j.icarus.2005.12.012 —
- ↑ Rivkin, A. S.; Volquardsen, E. L.; Clark, B. E. The surface composition of Ceres:Discovery of carbonates and iron-rich clays (инг.) // Icarus (инг.)баш. : journal. — Elsevier, 2006. — Т. 185. — С. 563—567. — DOI:10.1016/j.icarus.2006.08.022
- ↑ Menzel, Donald H.; and Pasachoff, Jay M. A Field Guide to the Stars and Planets. — 2nd. — Boston, MA: Houghton Mifflin, 1983. — P. 391. — ISBN 0395348358.
- ↑ APmag and AngSize generated with Horizons (Ephemeris: Observer Table: Quantities = 9,13,20,29)
- ↑ Ceres Angular Size @ Feb 2009 Opposition: 974 km diam. / (1.58319 AU * 149 597 870 km) * 206265 = 0.84"
- ↑ 18,0 18,1 Saint-Pé, O.; Combes, N.; Rigaut F. Ceres surface properties by high-resolution imaging from Earth (инг.) // Icarus (инг.)баш. : journal. — Elsevier, 1993. — Т. 105. — С. 271—281. — DOI:10.1006/icar.1993.1125
- ↑ JPL/NASA. What is a Dwarf Planet? Jet Propulsion Laboratory (22 апрель 2015). Дата обращения: 19 ғинуар 2022.
- ↑ Nolin, Robert. Local expert reveals who really coined the word 'asteroid', Sun-Sentinel, sun-sentinel.com (8 октябрь 2013). 2 август 2015 тикшерелгән. 2015 йыл 22 декабрь архивланған.
- ↑ Pitjeva, E. V.; Precise determination of the motion of planets and some astronomical constants from modern observations(недоступная ссылка), in Kurtz, D. W. (Ed.), Proceedings of IAU Colloquium No. 196: Transits of Venus: New Views of the Solar System and Galaxy, 2004
- ↑ 22,0 22,1 McCord, Thomas B. Ceres: Evolution and current state (инг.) // Journal of Geophysical Research (инг.)баш.. — 2005. — Т. 110. — № E5. — С. E05009. — DOI:10.1029/2004JE002244 —
- ↑ T. Platz, A. Nathues, N. Schorghofer, F. Preusker, E. Mazarico, S. E. Schröder, S. T. Kneissl, N. Schmedemann, J.-P. Combe, M. Schäfer, G. S. Thangjam, M. Hoffmann, P. Gutierrez-Marques, M. E. Landis, W. Dietrich, J. Ripken, K.-D. Matz, C. T. Russell Surface water-ice deposits in the northern shadowed regions of Ceres (инг.) // Nature Astronomy. — 2016. — Т. 1. — № 7. — DOI:10.1038/s41550-016-0007
- ↑ T. H. Prettyman, N. Yamashita, M. J. Toplis, H. Y. McSween, N. Schorghofer, S. Marchi, W. C. Feldman, J. Castillo-Rogez, O. Forni, D. J. Lawrence, E. Ammannito, B. L. Ehlmann, H. G. Sizemore, S. P. Joy, C. A. Polanskey, M. D. Rayman, C. A. Raymond, C. T. Russell Extensive water ice within Ceres’ aqueously altered regolith: Evidence from nuclear spectroscopy (инг.) // Science. — 2016. — В. 6318. — Т. 354. — DOI:10.1126/science.aah6765
- ↑ Hogg, Helen Sawyer The Titius-Bode Law and the Discovery of Ceres (mis) // Journal of the Royal Astronomical Society of Canada. — 1948. — Т. 242. — С. 241—246. —
- ↑ 26,0 26,1 26,2 26,3 Forbes, Eric G. Gauss and the Discovery of Ceres (mis) // Journal for the History of Astronomy. — 1971. — Т. 2. — С. 195—199. —
- ↑ ГАУСС . Астрономы - Биографический справочник. Дата обращения: 10 сентябрь 2011. Архивировано 4 июль 2012 года.
- ↑ 28,0 28,1 Необходимо задать параметр
url=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] . - ↑ Asteroid Masses and Densities . Дата обращения: 23 июнь 2008. Архивировано 4 июль 2012 года.
- ↑ Hughes, D. W. The Historical Unravelling of the Diameters of the First Four Asteroids (инг.) // R.A.S. Quarterly Journal : journal. — 1994. — Т. 35. — № 3. — С. 331. — (Page 335)
- ↑ В большинстве языков используются адаптации латинского слова Ceres: русское «Церера», персидское Seres, японское Keresu. Исключение — китайский: «Звезда божества зерна» (穀神星 gǔshénxīng). Однако богиня Церера в китайском называется своим оригинальным именем в форме 刻瑞斯 (kèruìsī).
- ↑ В Юникоде — U+26B3
- ↑ Gould, B. A. (инг.)баш. On the symbolic notation of the asteroids (инг.) // The Astronomical Journal. — IOP Publishing (инг.)баш., 1852. — Т. 2. — № 34. — С. 80. — DOI:10.1086/100212 —
- ↑ Cerium: historical information . Adaptive Optics. Дата обращения: 27 апрель 2007.
- ↑ Amalgamator Features 2003: 200 Years Ago (30 октябрь 2003). Дата обращения: 21 август 2006. Архивировано 7 февраль 2006 года. 2006 йыл 7 февраль архивланған.
- ↑ Hoskin, Michael Bodes' Law and the Discovery of Ceres . Observatorio Astronomico di Palermo "Giuseppe S. Vaiana" (26 июнь 1992). Дата обращения: 5 июль 2007. Архивировано 4 июль 2012 года.
- ↑ 37,0 37,1 Hilton, James L. When Did the Asteroids Become Minor Planets? (17 сентябрь 2001). Дата обращения: 16 август 2006. Архивировано 4 июль 2012 года. 2009 йыл 25 август архивланған.
- ↑ Battersby, Stephen Planet debate: Proposed new definitions (16 август 2006). Дата обращения: 27 апрель 2007. Архивировано 4 июль 2012 года.
- ↑ Connor, Steve. Solar system to welcome three new planets, NZ Herald (16 август 2006). 27 апрель 2007 тикшерелгән.
- ↑ The IAU draft definition of "Planet" and "Plutons" (16 август 2006). Дата обращения: 27 апрель 2007. Архивировано 4 июль 2012 года. 2008 йыл 27 август архивланған.
- ↑ Staff Writers. The IAU Draft Definition Of Planets And Plutons . SpaceDaily (16 август 2006). Дата обращения: 27 апрель 2007. Архивировано 4 июль 2012 года.
- ↑ Большая энциклопедия Кирилла и Мефодия. ЦЕРЕРА (планета) . megabook.ru. Дата обращения: 13 сентябрь 2011. Архивировано 4 июль 2012 года.
- ↑ ЦЕРЕРА (планета), Энциклопедический словарь
- ↑ Williams, David R. Asteroid Fact Sheet (mis). — 2004.
- ↑ Горячев Н. Н. Вековые возмущения Цереры от восьми влиятельных планет. — 14 апреля 1935.
- ↑ Thomas, P. C.; Parker, J. Wm.; McFadden, L. A.; et al. Differentiation of the asteroid Ceres as revealed by its shape (инг.) // Nature : journal. — 2005. — Т. 437. — № 7056. — С. 224—226. — DOI:10.1038/nature03938 — — PMID 16148926.
- ↑ 72-77 % безводного камня по массе — согласно William B. McKinnon, 2008, «On The Possibility Of Large KBOs Being Injected Into The Outer Asteroid Belt». American Astronomical Society, DPS meeting #40, #38.03
- ↑ Carey, Bjorn. Largest Asteroid Might Contain More Fresh Water than Earth, SPACE.com (7 сентябрь 2005). 16 август 2006 тикшерелгән.
- ↑ First 17 Names Approved for Features on Ceres
- ↑ Britney E. Schmidt, Kynan H. G.Hughson, Heather T. Chilton, Jennifer E. C. Scully, Thomas Platz, Andreas Nathues, Hanna Sizemore, Michael T. Bland, Shane Byrne, Simone Marchi, David P. O’Brien, Norbert Schorghofer, Harald Hiesinger, Ralf Jaumann, Jan Pasckert, Justin D. Lawrence, Debra Buzckowski, Julie C. Castillo-Rogez, Mark V. Sykes, Paul M. Schenk, Maria-Cristina DeSanctis, Giuseppe Mitri, Michelangelo Formisano, Jian-Yang Li, Vishnu Reddy; et.al. Geomorphological evidence for ground ice on dwarf planet Ceres (инг.) // Nature Geoscience. — 2017. — DOI:10.1038/ngeo2936
- ↑ Королев, Владимир. На Церере нашли ледники и оползни, N+1 (18 апрель 2017). 19 апрель 2017 тикшерелгән.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- База данных JPL НАСА по малым телам Солнечной системы (1) (инг.)
- База данных MPC по малым телам Солнечной системы (1) (инг.)
- Церерыть Dawn өҫтөндә терәк Видео // Propulsion Laboratory Jet NASA, 29.01.2016
- Церера үҙенсәлекле асыштар тураһында яҙыу
- НАСА әйләнеп Церера күрһәткән видео
- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- Википедия:Cite web (некорректное использование: не указан url)
- Википедия:Cite web (некорректное использование: не указан title)
- Алфавит буйынса планеталар һәм юлдаштар
- Карл Фридрих Гаусс
- Кәрлә планеталар
- 1801 йылда асылған астрономик объекттар
- Церера