Эстәлеккә күсергә

Цинь (династия)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Цинь империяһы битенән йүнәлтелде)
Цинь империяһы

Цинь империяһының б. э. т. 210 йылдағы биләмәләре
Цинь империяһының б. э. т. 210 йылдағы биләмәләре

 
 
 
 
 
б. э. т. 221 — б. э. т. 206
Баш ҡала

Сяньян (100,000 ч.)

Халҡы

10 млн кеше. (~ б. э. т. 206 йыл)

 Цинь Викимилектә
Ҡытай тарихы
Ҡытай тарихы
Ҡытай тарихы
Тарихҡа тиклемге Ҡытай
Өс хаким һәм биш император
Ся династияһы
Шан династияһы
Чжоу
Көнсығыш Чжоу Яҙҙар һәм Көҙҙәр
Һуғышыусы батшалыҡтар
Цинь династияһы
Чу династияһы — болалы ваҡыт
Хань Көнбайыш Хань
Синь: Ван Ман
Көнсығыш Хань
Өс батшалыҡ дәүере: Вэй, Шу, У
Көнбайыш Цзинь
Ун алты вәхши дәүләт Көнсығыш Цзинь
Көньяҡ һәм төньяҡ династиялар
Суй династияһы
Тан династияһы
Сун
Төньяҡ Сун
Көнбайыш Ся
Көньяҡ Сун

Цинь династияһы (ҡыт. ябайл. 秦朝, пиньин: Qín Cháo, палл.: Цинь чао) — бөтә Ҡытай менән Чжоу һәм Хань династиялары идара иткән арала хакимлек иткән династия. Ул тарихтағы тәүге ҡытай империяһы булып танылыу алған[1]

Цинь династияһына нигеҙ һалыусы һәм берләштерелгән Ҡытайҙың беренсе императоры Цинь Ши Хуан статуяһы

Династияға нигеҙ һалыусы Ши Хуанди беҙҙең эраға тиклем 221 йылда Ҡытайҙы үҙ хакимлеге аҫтына берләштерә. Артабан ул илде 36 провинцияға бүлә һәм уларға идарасы итеп император тарафынан тәғәйенләнгән чиновниктарҙы билдәләй.

Император Цинь Шихуан үҙәкләштерелгән һәм легизм нигеҙендә идара ителгән дәүләт төҙөй. Бында конфуцианлыҡ яҡлыларға ҡарата репрессиялар йәйелдерелә: мәҫәлән, б. э. т. 213 йылда шәхси ҡулдарҙа тороп ҡалған тыйылған хеҙмәттәрҙе яндырыу тураһында указ сығарыла, ә б. э. т. 212 йылда (бының дөрөҫлөгө раҫланмаған) 460 конфуциансы язалап үлтерелә, уларҙың күп кенәләре сит илнә ҡыуып сығарыла.

Цинь Шихуан бөтә төр һуғыштарҙың мәңгелеккә туҡтатылыуын иғлан итә, кенәздәрҙән йыйып алынған ҡоралды иреттереп, алынған металдан 12 ҙур монумент төҙөтә. Хаким шулай уҡ үлсәү һәм ауырлыҡ дәүмәлдәрен тәртипкә һала, иероглифтарҙың стандарт яҙылышын индерә, идара итеүҙең ҡаты һәм бюрократик системаһын ойоштора.

Цинь Шихуандың идара итеүе миллионлаған кешеләрҙе йәлеп иткән күп һанлы йәмәғәт эштәре менән характерлана. Нәҡ ошо ваҡытта оҙонлоғо 8851,8 километр тәшкил иткән Бөйөк Ҡытай диуары төҙөлә башлай, Цинь Шихуандың терракотанан яһалған армияны, илаһи ҙур император һарайы Эпанды үҙ эсенә алған уникаль төрбә-кәшәнәһе һалына. Дөйөм оҙонлоғо 7500 километр тәшкил иткән юлдар селтәре илдең бөтә биләмәләрен уратып ала, киңлеге 15 метр булған юл өсәр һыҙаттан тора, уның үрта һыҙаты император өсөн тәғәйенләнгән була.

Б. э. т. 210 йылда ил буйлап сәйәхәт иткәндә император Цинь Ши Хуан вафат булып ҡала. Уны оҙатып йөрөгән кесе улы Ху Хай, канцелярия етәксеһе Чжао Гао һәм баш кәңәшсе Ли Сы, халыҡ араһындағы сыуалыштарҙан ҡурҡып, императорҙың үлемен барыһынан да йәшерә. Аҙаҡтан мәкерле килешеү төҙөп һәм бер һүҙгә килеп, бергәләп император исеменән ялған хат яҙалар, унда хакимлеккә вәриҫ итеп императорҙың оло улы Фу Су түгел, ә кесеһе — Ху Хай иғлан ителә. Шул уҡ хатта Фу Су менән хәрби начальник Мэн Тянгә «почётлы үлем биреү» тураһында фарман да була.

Шулай итеп, Ху Хай 21 йәшлек ваҡытында Эр Ши-Хуанди исеме аҫтында тронға ултыра, ғәмәлдә иһә Чжао Гаоның һүҙе менән генә йөрөүсе, уның ҡурайына бейеүсе марионетка булып ҡала һәм өс йылдан һуң уның бойороғо буйынса үҙ-үҙен үлтереүгә мәжбүр ителә.

Б. э. т. 209 йылдың аҙағында — б. э. т. 208 йылдың башында империяла Чэнь Шэн, У Гуан һәм Лю Бан етәкселегендәге ихтилал башлана. Б. э. т. 209 йылдың октябрендә империя баш ҡалаһы Сиань Лю Бан ғәскәрҙәре тарафынан баҫып алына. Ул император итеп иғлан ителә, артабан Хань династияһына нигеҙ һала.

Б. э. т. 206 йылдың ғинуарында генерал Сян Юй ғәмәлдә Лю Бандың ризалығы менән баш ҡаланы икенсегә баҫып ала, уны емереп-талай, халыҡты күпләп юҡ итә. Цинь империяһының һуңғы хакимы Цзыин язалап үлтерелә.

Цинь династияһының батшалары һәм императорҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Б. э. т. IX быуат аҙағынан Цинь династияһы вәкилдәре гун (кенәз) титулы, б. э. т. 325 йылдан — ван (батша), ә б. э. т. 221 йылдан — ди (император) тиутлы йөрөткән.

Титул / үлгәндән һуңғы исеме Фамильяр исмеме Хакимлек осоро
Әҙәбиәттәге исеме : Циньский + үлгәндән һуңғы исеме
Хуэйвэнь-ван (Цинь) Вэнь-ван (惠文王 Huiwen) (Хуэйвэнь-цзюнь) Ин Сы (嬴駟 yíng si) б. э. т. 324 - б. э. т. 311
У-ван (Цинь) (武王 Wu)]] Ин Дан (嬴蕩 yíng dang) б. э. т. 310 - б. э. т. 307
Чжаосян-ван (昭襄 Zhāoxiāng) Ин Цзэ (嬴則 yíng zé или 嬴稷 yíng jì) б. э. т. 306 - б. э. т. 250
Сяовэнь-ван (孝文 Xiàowén) Ин Чжу (嬴柱 yíng zhù) б. э. т. 250
Чжуансян-ван (莊襄 Zhuāngxiāng) Ин Цзычу (嬴子楚 yíng zi chǔ) б. э. т. 249 - б. э. т. 247
Цинь Ши-хуанди (始皇帝 Shǐ Huángdì) Ин Чжэн (嬴政 yíng zhèng) б. э. т. 246 - б. э. т. 210
Эрши-хуанди (二世皇帝 Èr Shì Huángdì) Ин Хухай (嬴胡亥 yíng hú hài) б. э. т. 209 - б. э. т. 207
Цзыин (秦王子嬰 qín wáng zi yīng) Ин Цзыин (嬴子嬰 yíng zi yīng) б. э. т. 207
  1. «…The collapse of the Western Zhou state in 771 BC and the lack of a true central authority thereafter opened ways to fierce inter-state warfare that continued over the next five hundred years until the Qin unification of China in 221 BC, thus giving China her first empire.» Early China A Social and Cultural History, Cambridge University Press, 2013, page 6.