Шына яҙыу
Шына яҙыу — әле билдәле булғандарҙан иң боронғо яҙыу системаһы. Яҙыу формаһын күп осраҡта яҙа торған материал — балсыҡ таҡта билдәләгән. Сей сағында уға осло ҡамыш менән тамғалар төшөргәндәр, шынаға оҡшаш һыҙыҡтар шулай хасил булған. Шына яҙыу системаларының күбеһе шумер яҙмаһына (аккад системаһы аша) барып тоташа. Бронза быуатының аҙағында һәм антик осорҙа күренеше менән аккад шына яҙыуына оҡшаш яҙыу системлары була, ләкин килеп сығышы башҡа (угарит яҙыуы, кипр-миной яҙыуы, фарсы шына яҙыуы) була.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ике йылға араһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шумер яҙыуы ҡомартыларының иң боронғоһо — Киш таҡтасығы (б.э.т. 3500 йыл тирәһе). Табылдыҡтар араһында ваҡыт буйынса унан һуң боронғо Урук ҡалаһын ҡаҙған саҡта табылған һәм б.э.т. 3300 йылға ҡараған документтар тора. Яҙыу барлыҡҡа килеү ҡалалар үҫкән һәм шуға ярашлы йәмғиәт тамырҙан үҙгәргән ваҡыттарға тура килгән. Шул уҡ ваҡытта Боронғо Месопотамияла тәгәрмәс уйлап табалар һәм баҡыр иретергә өйрәнәләр. Тигр менән Евфрат араһында — Шумер батшалығы, ә көнсығышта Элам батшалығы урынлашҡан була. Был ярайһы уҡ урбанизацияланған дәүләттәрҙең ҡалаларында идарасылар, сауҙагәрҙәр, һөнәрселәр йәшәй. Ҡалаларҙан тышта крәҫтиәндәр һәм көтөүселәр көн итә. Сауҙа һәм идаралыҡ бәйләнештәрен нисектер теркәү ихтыяжы тыуғас, яҙма барлыҡҡа килә.
Яҙыу системаһын иң тәүҙә шумерҙар уйлап сығара. Айырым пиктограммалар менән генә ҡулланған Элам шумер яҙмаһын үҙ теленә яраштыра.
Хисаптан — яҙмаға
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Техас университеты профессоры (Остин) Дениз Шмандт-Бессер гипотезаһына ярашлы, тәүҙә мөлкәт хисабын алып барыу өсөн Шумерҙа һәм Эламда төрлө формалы балсыҡ һындар (токендар) ҡулланылған, һәр токен берәй объектты аңлатҡан (һыйыр, һарыҡ һ.б.). Шунан токендарҙың формаһы һәм ҙурлығы үҙгәртелә, артабан уларға тамғалар (бармаҡ эҙе, киртектәр, геометрик формалар) ҡуйыла башлай. Токендар балсыҡ һауытҡа һалынып, эйәһен белдергән цилиндрик мисәт һуғылып, ябып ҡуйылыр булған. Әгәр һауытта малдың һаны тураһындағы мәғлүмәт булһа, уны ватып, эсендәге шарҙарҙы һанағандар. Б.э.т. 3300 йылдарҙа һауыт тышына хужаһының мисәте менән бергә эсендәге токендарҙың эҙе лә баҫылған. Шулай итеп, һауыт эсенән бикләнгән мәғлүмәт уның тышында ла ҡабатланған. Был ысул һауытты ватмайынса ла уның йөкмәткеһен белергә мөмкинлек биргән, шулай уҡ рөхсәтһеҙ үҙгәрештәр индереүҙе иҫкәрткән.
Яйлап токендар ҡулланыуҙан сыҡҡан, ә тамғалар ғына ҡалған, һауыттың кәрәге бөтөп, уны яҫы таҡтасыҡ алмаштырған. Беренсе балсыҡ таҡтасыҡтарға баҫылған түңәрәктәр, өсмөйөштәр һәм башҡа тамғалар нимә тураһында һүҙ барғанын һәм уның һанын аңғартҡан.
Шул уҡ ваҡытта «универсаль үлсәү берәмеге» тигән абстракт төшөнсә булмаған. Һәр символ үҙенең сифат-һан билдәһенә бәйләнештә генә йөрөгән. Бер һарыҡты бер үлсәм иген менән бутап булмаған. Шулай итеп, тәүге яҙыу символдары һанала ала торған объекттар (тауарҙар) формаһын йөрөткән. Мәҫәлән, «1 кәзә», «2 һарыҡ», «3 үлсәм иген» тамғалары. Һуңғараҡ пиктограммаларҙан тотороҡло ҡушылмалар барлыҡҡа килгән, уларҙың мәғәнәһе һүрәттәрҙең һанын белдереү мәғәнәһенән ситкә китә башлаған. Мәҫәлән, «ҡош» тамғаһы «йомортҡа» тамғаһы менән бергә «үрсемлелек» төшөнсәһен биргән һәм ҡоштарға ғына түгел, абстракт термин булараҡ та ҡулланылған. Бындай ҡушылмалар идеограмма («символ-идея») булып киткән. Б.э.т. 3000 йылға пиктограммалар һәм идеограммалар фонетик ҡулланылыш ала, йәғни был символдар («символ-тауыш») һүҙҙәргә берләшә һәм ҡайһы берҙә мәғәнәһе буйынса һүрәтләнгән предметтарҙан бөтөнләй алыҫ тора. Яҙыу стиле лә үҙгәрә. Яҙыуҙы ябайлаштырыу өсөн символдар ҡыҫҡа киҫемдәргә бүленә (шыналар — яҙыуҙың атамаһы шуға бәйле), уларҙы балсыҡҡа төшөрөүҙең кәрәге бөтә, сөнки уларҙы осло башлы махсус таяҡса — ҡәләм — ярҙамында төшөрә башлайҙар.
Бының менән рәттән символдар сәғәт йөрөшөнә ҡаршы 90° боролош яһай.
Яңы яҙма һүҙлеге даими тулылана, һыҙыҡтар камиллаша, стандарттары барлыҡҡа килә. Яҙма шумер телен ярайһы уҡ яҡшы сағылдыра, административ һәм юридик журналдар ғына түгел, «Гилгәмеш эпосы» кеүек әҙәби әҫәрҙәр ҙә яҙыла. Б.э.т. II мең йыллыҡтан башлап шына яҙыу бөтә Яҡын Көнсығышҡа тарала, был хаҡта Амарна архивы һәм Богазкөй архивы ҡомартҡылары шаһитлыҡ итә. Яйлап был яҙыу системаһын икенселәр алмаштыра.
Шына яҙыуҙың шифрын асыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1802 йылда немец уҡытыусыһы Георг Фридрих Гротефенд, билингваһыҙ көйө, комбинаторик метод ярҙамында боронғо фарсы шына яҙыуының шифрын өлөшләтә аса ала. Ул Персеполь харабаларында XVIII быуатта дат сәйәхәтсеһе Карстен Нибур күсереп алған ике яҙыуҙы анализлай. Ҡабатланған тамғаларҙы ул Әһәмәниҙәр ырыуына ҡараған боронғо фарсы батшаларының исеме һәм титулдарылыр тип фараз итә. Геродот төҙөп ҡалдырған ырыу шәжәрәһенә таянып, Гротефенд яҙмаларҙа Дарий I һәм Ксеркс I батшаларҙың, Дарийҙың атаһы Гистасптың исемдәрен таба. Шунан был исемдәрҙең авеста һәм боронғо йәһүд яҙмаларындағы яҙылышы менән сағыштырып, 13 тамғаның яңғырашын асыҡлай, уларҙың 9-ы ысынлап та дөрөҫ булып сыға. Әммә Гротефендтың эше билдәһеҙлектә ҡала. Һуңыраҡ британ дипломаты һәм лингвист Генри Роулинсон ҙур Бехистун яҙмаһын күсереп ала һәм фарсы шына яҙыуын тулыһынса таныуға өлгәшә. Яҙыу өс телдә булғанлыҡтан артабан ассириологтар ярҙамында элам һәм аккад шына яҙыуы ла уҡыла. Улар шумер шына яҙыуының вариҫы булып сыға. Бабилда һәм Ниневияла документтар һәм хатта һүҙлектәр һаҡланған ҙур архивтар табыла. Бының һөҙөмтәһендә XIX быуат аҙағына шына яҙыуҙың һуңғы осор формалары танылып бөтә.
Аккад шына яҙыуын таныу Эдуард Хинкс, Роулинсон һәм Юлиус Опперт тарафынан тормошҡа ашырыла.
XXI быуат башына шумер шына яҙыуы тамғаларының һүрәтле прототиптары (тәүшумер яҙыуы) һәм тәүэлам яҙыуы ғына танылмай килә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Archaeology and Language: The Puzzle of Indo-European Origins — Pimlico, 1998. — Б. 43. — ISBN 0-7126-6612-5
- ↑ 2,0 2,1 2,2 https://www.unicode.org/iso15924/iso15924-codes.html
- ↑ Кристал Д. The Cambridge Encyclopedia of Language — Издательство Кембриджского университета, 1987. — Б. 198. — ISBN 978-0-521-42443-1
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 https://www.unicode.org/versions/Unicode13.0.0/ch11.pdf
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кьера Эдвард. Они писали на глине. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1984. — 136 с.: ил. — (По следам исчезнувших культур Востока).
- История письма: Эволюция письменности от Древнего Египта до наших дней / Пер. с нем. — М. : Эксмо; СПб. : Terra Fantastica, 2002. — 400 с.: ил.