Эри (күл)
Озеро | |
Эри | |
---|---|
ингл. Erie, фр. Érié | |
Морфометрия | |
Абсолют бейеклеге | 174 м |
Үлсәме | 338 × 92 км |
Майҙаны | 25 700 км² |
Күләме | 480 км³ |
Яр һыҙаты | 1370 км |
Иң тәрән урыны | 64 м |
Уртаса тәрәнләк | 19 м |
Гидрология | |
Минераллығы | Сөсө |
Впадающая река | Детройт |
Урынлашыуы | |
42°09′38″ с. ш. 81°16′23″ з. д.HGЯO | |
Эри Викимилектә |
Э́ри (ингл. Erie [ˈɪri], франц. Érié) — Канада һәм АҠШ сигендәге күл, Бөйөк күлдәрҙең береһе.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атамаһы индеецтарҙың эри йәки эриелхонан[1] ҡәбиләһе исеменән барлыҡҡа килгән.
Майҙаны — 25 700 км². Ҙурлығы буйынса донъяла 11-се, ә АҠШ-та — 4-се урынды биләй. Эри күле көнбайыш-көньяҡ-көнбайыштан көнсығыш-төньяҡ-көнсығышҡа табан 388 км-ға һуҙылған. Киңлеге 92 км-ға тиклем. Уртаса тәрәнлеге — 19 м, максималь тәрәнлеге — 64 м. Диңгеҙ кимәленең бейеклеге +173,8 м.
Эри күле АҠШ-тың Мичиган, Огайо, Пенсильвания һәм Нью-Йорк штаттарының һәм Канаданың Онтарио провинцияһының яр буйҙарын йыуа.
Көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә бихисап утрауҙар бар. Һыу температураһы Многочҡышын 0—2 °C-тан йәйен 24 °C-ҡа тиклем үҙгәрә. Яр буйы өлөшө декабрҙән март-апрелгә ҡәҙәр туңа.
Күлгә Детройт, Гранд, Рейзин, Гурон, Моми, Сандаски, Куяхога йылғалары ҡоя. Күлдән ағып сығыусы Ниагара йылғаһы аша Эри күле Онтарио күле менән тоташа.
Эри күле яр буйында Буффало, Эри, Толидо, Порт-Стенли, Монро, Кливленд ҡалалары урынлашҡан.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Эри, озеро // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Lake Erie Islands Directory (ингл.). Дата обращения: 31 октябрь 2008. Архивировано 9 февраль 2012 года. 2012 йыл 4 февраль архивланған.
- EPA’s Great Lakes Atlas (ингл.). Дата обращения: 31 октябрь 2008. Архивировано 9 февраль 2012 года.