Эттәр
Эттәр | ||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||
|
||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||
Canidae G. Fischer, 1817 |
||||||||||||
Ырыуҙар | ||||||||||||
| ||||||||||||
|
Эт һымаҡтар (лат. Canidae) — һөтимәрҙәр класындағы йыртҡыстар отрядына ҡараған йәнлектәр. Бүре, төлкө, янут эте, йорт эте кеүек йәнлектәрҙе берләштерә.
Эт һымаҡтарҙы өс ғәиләгә төркөмләйҙәр: эттәр (Simocyoninae), бүреләр (Caninae) һәм Ҙур ҡолаҡлы төлкөләр(Otocyoninae).
Бөтәһе 14 ырыу һәм 35 тирәһе төр иҫәпләнә. Рәсәйҙә Эт һымаҡтарҙан 4 ырыуға ингән 8 төр тереклек итә: янут эте, бүре, Азия шакалы, аҡ төлкө, төлкө, [[ҡарһаҡ].
Эт һымаҡтар Антарктиданан башҡа барлыҡ материктарҙа ла тереклек итәләр. Ҡайһы бер төрҙәренә тиреһе өсөн һунар итәләр. Йәнлекселек фермаларында махсус аҫырала һәм тоҡомсолоҡ эштәре алып барылған төрҙәр ҙә бар.
Тышҡы төҙөлөшө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кәүҙәләре һомғол, уртаса йәки ныҡ һуҙылған. Баштары оҙонса моронло.Ҡолаҡтары төҙ, осло, аҡ төлкөнөкө — йомро. Оҙонлоҡтары 18-22 (фенек) һәм 50 см -ҙан (төлкө) алып 160 см-ға ҡәҙәр. Ауырлығы 60 кг тиклем.
Күреү, ишетеү һәм еҫ һиҙеү һәләттәре яҡшы үҫешкән.
Тештәре яҡшы үҫкән. Йыртҡыс тештәре башҡа аҙау тештәренән эрерәк, ҡаҙыҡ тештәре оҙон, үткер.
Аяҡ бармаҡтарына баҫып йөрөйҙәр. Алғы ослоҡтарында бармаҡтары — 5, артҡылары 4 бармаҡлы. Тырнаҡтары тупаҡ, эскә батмаған.
Йөн ҡапламы ҡабарынҡы, йөнө бик ҡуйы, оҙон. Төҫтәре төрлө, аҡ, көрәнһыу һоро, ерәнһыу көрән. Асыҡ ерән тондар өҫтөнлөк итә. Ҡойроҡтары оҙон, йомшаҡ.
Тир биҙҙәре насар үҫкән. Арт юлы тирәһендә йыш ҡына еҫле биҙҙәр була, бүлендектәр йәнлектәргә хас еҫ — «эт эҫен» көсәйтәләр.
Ғәҙәттә ултыраҡ тормош алып баралар. Кескенә туҡтау урыны яһайҙар. Йыл дауамында әүҙемдәр, бары тик янут эт кенә ҡышҡы йоҡоға тала.
Үрсеүҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күпселек эттәр — моногам. Енси яҡтан йәшәүенең 1‑се йылына өлгөрәләр.
Быуаҙлыҡ осоро 50—65 көн дауам итә. Йылына 1 тапҡыр 2—7 (ҡайһы саҡта 17— 22‑гә тиклем) бала тыуҙыра. 8—16 йыл самаһы йәшәй.
Йәшәү рәүештәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыл әйләнәһенә, ғәҙәттә тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында әүҙем (янут‑эт ҡыш көнө йоҡоға тала).
Тояҡлылар, кимереүселәр, ҡуяндар, ҡоштар һәм уларҙың йомортҡалары, балыҡтар, бөжәктәр, емтек, өлөшләтә үҫемлек аҙығы менән туҡланалар.
Урмандарҙа, далаларҙа, йылға үҙәндәрендә тереклек итәләр. Күбеһенсә яңғыҙ йөрөйҙәр. Ҡайһы берҙәре өйөрҙәре менән йәшәй. Өң эшләйҙәр. Ҡайһы берҙәре ояларҙа йәшәй.
Эт һымаҡтар күп төрлө ауырыуҙарны тараталар, мәҫәлән ҡотороу ауырыуын.
Таралыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Антарктиданан башҡа бөтә материктарҙа ла киң таралғандар.
Башҡортостанда 3 ырыуға (төлкөләр, эттәр, янут‑эттәр) ҡараған 5 төрө осрай. Башҡортостандың бөтә биләмәләрендә лә тереклек тереклек итәләр.
Ҡарһаҡ Башҡортостандың Урал аръяғында һәм Башҡортостандың Урал алдының көньяҡ өлөшөндә таралған.
Спорт һунары объекттары, төлкө — йәнлекселек һәм һунар объекты.
Аҡ төлкө — ҡиммәтле тиреле йәнлек. Сысҡан һымаҡ кимереүселәрҙе юҡ итә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Собачьи // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Сығанаҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Татар энциклопедияһы 2013 йыл 7 декабрь архивланған. (тат.)
- Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
Был зоология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |