Эстәлеккә күсергә

Яңаҡһөйәклеләр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яңаҡһөйәклеләр
Башһөйәклеләр
Тигр акулаһы
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Gnathostomata Zittel, 1879

Өҫ класс
Геохронология

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр

Яңаҡһөйәклеләр (лат. Gnathostomata) — умыртҡалы хайуандарҙың бер төркөмө (умыртҡалыларҙың 99 %). Балыҡтар һәм дүрт аяҡлылар өҫ класына бүленә.

Яңаҡһөйәклеләр бор. грек. γνάθος (гнатос, яңаҡ) + бор. грек. στόμα (стома, ауыҙ) — баш һөлдәһендә ҡапма -ҡаршы ҡуйылған өҫкө һәм аҫҡы яңаҡтары булғанлыҡтан шундай атама алғандар. Латинса атамаһы яңаҡ һәм ауыҙ һүҙҙәренән яһалған.

  1. Яңаҡһөйәклеләрҙең баш һөлдәһе ике өлөштән: мейе ҡумтаһынан һәм бит өлөшөнән тора. Бит өлөшө өҫлө-аҫлы пар яңаҡтарҙан тора.
  2. Өҫкө һәм аҫҡы яңаҡтары бер-береһенә ҡапма-ҡаршы ҡуйылған. Яңаҡтарҙа һәр береһе үҙ ҡаҙнаһы менән тештәр урынлашҡан.
  3. Парлы ослоҡтары бар.
  4. Эске ҡолаҡта өсөнсө (горизонталь) ярым түңәрәк канал бар.
  5. Күҙәнәк кимәлендә айырмалары булып, нейрондарында миелен япма (ҡатлам) булыуы тора. Шулай уҡ, антигендарҙы[1] таныу өсөн V(D)J антиесемдәр сылбырын рекомбинациялаусы адаптив иммун системаһы бар.

Яңаҡһөйәклеләр һыуҙа, ҡоро ерҙә йәшәй. Уларҙың айырым бер өлөшө һауала осоуға һәм ер аҫтында көн итеүгә яраҡлашҡан. Яңаҡһөйәклеләр инфратибына

  1. Cooper MD, Alder MN (February 2006). «The evolution of adaptive immune systems». Cell 124 (4): 815–22. DOI:10.1016/j.cell.2006.02.001. PMID 16497590.
  • Кэрролл Р. Палеонтология и эволюция позвоночных: В 3-х т. Т. 3. — М.: Мир, 1993. — 312 с. — ISBN 5-03-001819-0.
  • Наумов С. П.  Зоология позвоночных. — М.: Просвещение, 1982. — 464 с.
  • Латюшин В. В. Хайуандар. Дөйөм белем биреү учреждениелары өсөн дәреслек. — Өфө.: Китап. 2011. ISBN 978-5-295-05368-9