Эстәлеккә күсергә

Муса Ғәли

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ғәли Муса битенән йүнәлтелде)
Муса Ғәли
Исеме:

Ғәлиев Ғабдрахман Ғәли улы

Тыуған көнө:

15 октябрь 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Өфө кантоны[1] Иҫке Муса ауылы

Вафат булған көнө:

15 ғинуар 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (80 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Йүнәлеше:

Шағир, драматург, тәржемәсе

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт теле

Премиялары:
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Наградалары:
2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 1985 Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены
РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

Муса Ғәли (псевдоним, төп исеме — Ғабдрахман Ғәли улы Ғәлиев; 15 октябрь 1923 йыл15 ғинуар 2004 йыл) — башҡорт шағиры, драматург һәм тәржемәсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1956 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, 1947 йылдан — КПСС ағзаһы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982), Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1979). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1973), Халыҡтар Дуҫлығы (1993) ордендары кавалеры.

Ғабдрахман Ғәли улы Ғәлиев 1923 йылдың 15 октябрендә Башҡорт АССР-ы Өфө кантоны[1] Иҫке Муса ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Атаһынан бик йәшләй етем ҡала. Олатаһы йортонда тәрбиәләнеп үҫә. Ете йыллыҡ мәктәптән һуң, бер йыл Өфөлә, медицина училищеһында уҡый.

1939-1942 йылдарҙа Дәүләкән башҡорт педагогия училищеһында уҡый.

1942 йылдың мартында Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 1943 йылдың көҙөнән Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында фашистарға ҡаршы һуғышта, Днепрҙы кисеүҙә, Украинаны һәм Белоруссияны азат итеүҙә ҡатнаша. Ҡаты яраланғандан һуң госпиталдә ята, һауыҡҡас, 1946 йылға тиклем хәрби хеҙмәтте дауам итә. Яуҙарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы ордены[2] һәм «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Демобилизацияланғандан һуң Шишмә районының Сыуалҡип ете йыллыҡ мәктәбендә бер нисә йыл уҡытыусы һәм завуч булып эшләй.

1948—1952 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт бүлегендә уҡый.

1952—1959 йылдарҙа шағир «Пионер» журналы редакцияһында әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире вазифаһын башҡара. Һуңыраҡ — Башҡортостан Яҙыусылар союзында әҙәби косультант булып эшләй.

1963—1965 йылдарҙа Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙа уҡый.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үҙенең күп яҡлы ижадын шағир һәр саҡ йәмәғәт эше менән әүҙем берләштерә. Оҙаҡ йылдар Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы, «Ағиҙел» һәм «Уральсий следопыт» журналдары мөхәрририәттәре, РСФСР Яҙыусылар союзының художестволы тәржемә буйынса комиссияһы, СССР Яҙыусылар союзының әзербайжан әҙәбиәте буйынса комиссияһы ағзаһы була.

Муса Ғәли йәш әҙәбиәтселәрҙе тәрбиәләү буйынса әүҙем эш алып бара. Күп илдәрҙә башҡорт әҙәбиәтен лайыҡлы күрһәтә.

Шағирҙың тәүге шиғырҙары 1940 йылда «Йәш төҙөүсе» һәм Дәүләкәндәге «Колхозсы» район гәзитендә баҫылып сыға. Беренсе китабы «Яҡты көн» тип атала һәм 1953 йылда донъя күрә. Үҙенең 40-ҡа яҡын йыйынтығы, шул иҫәптән Мәскәүҙә сыҡҡан 15 китабы менән шағир бөтә Союз укыусылары араһында танылыу тапты. Быларға өҫтәп уның үзбәк, украин һәм татар телдәрендә сыҡҡан китаптарын да әйтеп була.

Муса Ғәли тәржемә өлкәһендә әүҙем эшләй. Уның А. С. Пушкиндың «Царское село иҫтәлектәре», В. Шекспирҙың «Макбет», үзбәк яҙыусыһы Әсхәт Мохтарҙың «Ҡарағалпаҡ ҡиссаһы» тигән тәржемәләре китап уҡыусыларға яҡшы таныш.

Шағир бер үк ваҡытта балалар өсөн дә поэма һәм шиғырҙар ижад итә, башҡорт балалар шиғриәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индерә.

Муса Ғәли күп шаршаулы ике драма әҫәре яҙҙы. Улар Сибай дәүләт башҡорт театрында ҡуйылды. «Тауҙар төш күрә», «Аҙымдар» повестарын ижад итте. Публицист һәм талапсан әҙәби тәнҡитсе булараҡ та матбуғатта әүҙем сығыш яһаны. Ул башҡорт публицистикаһында юлъяҙма жанрын үҫтереүгә һиҙелерлек өлөш индерҙе. Әҙәби-тәнҡит мәҡәләләре, ижади портреттары «Гөлдәр һәм йондоҙҙар» тигән китабына тупланып донъя күрҙе.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1979)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982)
  • 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1973)
  • «Халыҡтар Дуҫлығы» ордены (1993)
  • Яҡты көн. Шиғырҙар һәм поэма. Өфө. 1953.
  • Юл башы. Балалар өсөн шиғырҙар. Өфө. 1954.
  • Тыуған яҡтарым. Шиғырҙар һәм поэма. Өфө. 1957.
  • Суҡлы йүгән. Хикәйәләр. Өфө. 1959.
  • Диңгеҙҙәр аша һөйләшеү. Өфө. Шиғырҙар һәм поэмалар. Өфө. Өфө. 1960.
  • Песня Агидели. Стихи и поэма. Уфа. 1961.
  • Көнсығыш хаҡында ике йыр. Шиғырҙар һәм поэма. Өфө. 1962.
  • Торналар киткәндә. Шиғырҙар. Өфө. 1963.
  • Июнь кистәре. Шиғырҙар һәм поэма. Өфө. 1964.
  • Солнце и слезы. Стихи и поэма. Москва. «Сов. аисатель». 1965.
  • Песня Агидели. Поэма. Москва. «Сов. Россия». 1965.
  • Росинка. Стихи для детей. Москва. «Малыш», 1966.
  • Разговор через моря. Уфа. 1966.
  • Ай йылмая. Балалар өсөн шиғырҙар һәм поэма. Өфө. 1966.
  • Ер йоҡламай. Балалар өсөн шиғырҙар һәм поэма. Өфө. 1969.
  • Песня Агидели. Поэма. Уфа. 1969.
  • Корни дуба. Стихи. Уфа.1966.
  • Вишневые сережки. Стихи. Москва. «Малыш». 1970.
  • Сердце весны. Стихи и поэма. Москва. «Сов. Россия». 1971.
  • Көмөш йондоҙҙар. Шиғырҙар һәм поэмалар. Өфө. 1971.
  • Аҡ ямғыр. Балалар өсөн шиғырҙар. Өфө. 1972.
  • Стихи. Москва. «Молодая гвардия». 1972.
  • Кто разбудил меня. Стихи. Москва. «Малыш». 1972.
  • Куртак. Шиғырҙар һәм поэмалар (үзбәк телендә). Ташкент. 1973.
  • Һайланма әҫәрҙәр. 1-се том. Шиғырҙар. Өфө. 1973.
  • Һайланма әҫәрҙәр. 2-се том. Поэмалар. Өфө. 1973.
  • Тростниковая флейта. Стихи и поэма. Москва. «Сов. писатель» 1947.
  • День медового дождя. Стихи и поэма. Москва. «Современник». 1974.
  • Белый дождь. Стихи. «Малыш». 1974.
  • Росинка. Стихи для детей на укр. яз. Киев. «Веселка», 1975.
  • Тамсы шатлығы. Шиғырҙар һәм поэма. Өфө. 1975.
  • Звезда надежды. Стихи и поэма. Уфа. 1977.
  • Липы цветут. Стихи. Москва. «Детская литература». 1978.
  • Ҡыҙыл үләндәр. Шиғырҙар. Өфө. 1979.
  • Тропинка памяти. Стихи и поэмы. Москва. «Современник». 1980.
  • Гөлдәр һәм йондоҙҙар. Мәҡәләләр. Ижади портреттар. Өфө. 1981.
  • Йәшенле офоҡтар. Шиғырҙар, поэмалар. Өфө. 1983.
  • Едем, едем к бабушке. Стихи. Москва. «Малыш». 1981.
  • Обращение к роднику. Стихи и поэмы. Москва. «Худ. лит-ра». 1981.
  • Багряные травы. Стихи и ппоэма. Москва. «Сов. писатель». 1983.
  • Язык любви. Стихи и поэма. Москва. «Сов. Россия». 1984.
  • Ҡояшлы шишмә. Балалар өсөн шиғырҙар һәм поэмалар. Өфө. 1987.
  • Тауҙар төш күрә. Повесть, юлъяҙмалар. Өфө. 1995.
  • Атылған йондоҙҙар. Ҡазан. 1997.
  • Көҙгө усаҡтар. Шиғырҙар һәм поэмалар. Өфө. 1998.
  • Аҙымдар. Повестар, комедия, юлъяҙмалар. Өфө. 2002.

Шағир тормошо һәм ижады тураһында әҙәби тәнҡит

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Иң тәүҙә Муса Ғәлиҙең кешелек сифаттарын күҙ алдына килтерергә тырышам. Баҡһаң, ярайһы уҡ ауыр эш икән был. Инсандың һәр ҡайһыһы йомаҡ. Ә ысын шағир бер-ике һүҙ менән генә баһалар зат түгел инде ул. Миңә Муса Ғәлиҙең төрлө ваҡыттарын күҙәтергә тура килгәне бар. Бәләкәс кенә ҡыуаныстан да атҡа менгәндәй һөйөнгән, тиреһе ҡалын кеше ҡул һелтәп уҙырҙай үткенсе күңелһеҙлектән донъяһы емерелгән һымаҡ көйөнгән саҡтарын, илһамланып йырлаған, йыр йә Ҡөрьән сүрәләре уҡыған, телмәр тотҡан мәлдәрен... Бер ҡараһаң, ул көләс йөҙлө, йор һүҙле егет ҡиәфәтендә. Ауырыу-сырхауҙары онотолған, иңбашына аҫыл ҡош ҡунған. Икенсе күргәнеңдә, күҙҙәрендә тәрән эске һыҙланыу, бар булмышында үшәнлек, төшөнкөлөк ишараһы. Ләкин күп тә үтмәй, ул баҫымсыҡ тәбиғәтле, олпат уҙаман, ихлас әңгәмәләш. Икеләнмәйенсә әйтә алам: Муса Ғәли - беҙҙең иң уҡымышлы.» Әхиәр Хәким.

  • Хөсәйенов Ғ.Б. Романтик рухлы шағир. - «Башҡортостан» гәзите, 1993 й., 15 октябрь, №200.
  • Бикбаев Р.Т. Муса Ғәлиҙең яҡты күңеле. - «Башҡортостан» гәзите, 2009 й., 2 май, №87.
  • Ҡәҙим Аралбай. Илһамлы йырҙай ижад. - «Башҡортостан» гәзите, 2013 й., 26-27 ноябрь, №228-229.
  • Күзбәков Ф.Т. Мөхәббәтле йәшәүгә мәҙхиә. - «Башҡортостан» гәзите, 2003 й., 15 октябрь. №204.
  • Ҡәҙим Аралбай. Моңло Муса шишмәләре. - «Башҡортостан» гәзите, 2003 й., 15 октябрь, №204.
  • Дәүләтбирҙина Т. С. Илгиҙәр шағир. - «Ағиҙел» журналы, 2003 й., №10, 152-154-се биттәр.
  • Ғәниева Т.Ә. Шағир. Остаз. Уҙаман. - «Ағиҙел» журналы, 1998 й., №10, 161-164-се биттәр.
  • Поварисов С.Ш. Йырсы ҡош оя үргән һымаҡ... - «Ағиҙел» журналы, 1993 й., №10, 109-115-се биттәр.
  • Ниғмәтуллин Ә.З. Шиғриәт бөркөтө. - «Башҡортостан» гәзите, 2008 й., 26 ноябрь, №231.
  • Кирәева Л.Р. Шағир һүҙе. - «Башҡортостан» гәзите, 2003 й., 7 май, №88-89.

Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә