Эстәлеккә күсергә

Ғәниев Әлмир Әмир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәниев Әлмир Әмир улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 24 октябрь 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (84 йәш)
Тыуған урыны Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Миндәк, Учалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө инженер-металлург
Эш урыны Өфө дәүләт авиация техник университеты
Уҡыу йорто Урал дәүләт техник университеты[d]
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Ғәниев Әлмир Әмир улы (24 октябрь 1940 йыл) — ғалим инженер-металлург. Техник фәндәре докторы (2001), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007)[1]. 1973 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2001–2009 йылдарҙа иретеү производствоһы машиналары һәм технологияһы кафедраһы мөдире.

Ғәниев Әлмир Әмир улы 1940 йылдың 24 октябрендә Башҡорт АССР-ының Учалы районы Миндәк ауылында тыуа.

1963 йылда Свердловск ҡалаһында Урал политехник институтын тамамлай.

1963–1966 йылдарҙа – өлкән, төп инженер.

1967–1969 йылдарҙа – Өфөлә Авиация технологиялары һәм производствоны ойоштороу ғилми-тикшеренеүның Урал филиалының кесе ғилми хеҙмәткәре

1970–1972 йылдарҙа – Ленинград политехник институтының аспиранты

1973 йылдан – Өфө авиация институтында уҡыта – ассистент, өлкән уҡытыусы, доцент, профессор.

2001–09 йылдарҙа машиналар һәм иретеү производствоһы технологияһы кафедраһын етәкләй[2].

2000 йылда техник фәндәр докторы исеменә дәғүә итеп, «Повышение жаропрочности литейных никелевых сплавов с использованием методов активного и пассивного экспериментов» темаһына диссертация яҡлай[3].

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни тикшеренеүҙәре утҡа сыҙамлы композициялы иретмәләрҙең синтезы, уларҙың утҡа сыҙамлылығын арттырыуҙың теоретик һәм технологик принциптарын эшләү менән бәйле. Ғәниев никель иретмәләренең 20-нән ашыу төрөн (СЖСИ-1, СЖС-2, УГАТУ-1, УГАТУ-2 һ.б.) аса, иретеү һәм газ турбиналы двигателдәрҙең көрәксәләрен УГАТУ-1 һәм СЖС-2 иретмәләренән ҡойоп яһау, изотермик штамповкалау өсөн инструменттарҙы ЖС95-ДУ иретмәһенән ҡойоп яһау, порошоктарҙы плакирлау юлы менән иретмәләр сығарыу һәм СЖСИ-1 иретмәһенән быраулау инструменттарын ҡойоп яһау технологияларын уйлап таба. Асыштары Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәре пр-тиеларында индерелгән. 250-нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 42 уйлап табыу авторы[1].

  • Синтез сплавов. Ч.1. Физико-химические методы оптимизации состава сплавов. Уфа, 2000. (авторҙашта);
  • Теоретические основы синтеза композиционных сплавов. Уфа, 2008;
  • Математические основы синтеза композиционных сплавов. Уфа, 2008. А.С.Горюхин