Эстәлеккә күсергә

Ғәрәп-Византия һуғыштары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәрәп-Византия һуғыштары
Төп конфликт: Ғәрәп баҫып алыуҙары
Ғәрәп-Византия һуғыштарында киң ҡулланылған Грек уты
Ғәрәп-Византия һуғыштарында киң ҡулланылған Грек уты
Дата

6291054

Урыны

Левант (Сүриә), Мысыр, Төньяҡ Африка, Анатолия, Крит, Сицилия, Көньяҡ Италия

Нәтижә

Ғәрәптәр Византияның күп территорияларын (Левант, Месопотамия, Төньяҡ Африка һәм Сицилия) баҫып алған. Империя X—XI быуаттарҙа уңышлы контрһөжүм яһаған һәм көньяҡ-көнсығыш Анатолияны, Әрмәнстанды, төньяҡ Левантаны, Көньяҡ Италияны һәм Критты ҡабат ҡайтарған

Ҡаршы тороусылар

Ҡалып:Флагификация/Византия империяһы

Беренсе Болгар батшалығы
Мардаиттар
Әрмән батшалығы
Венеция республикаһы
Пап өлкәһе
Итальян короллеге
Капуя кенәзлеге
Беневенто кенәзлеге
Салерно кенәзлеге
Сполет герцоглығы
Неаполь герцоглығы
Амальфитан герцоглығы

Ғәрәп хәлифәлеге


Хаҡ хәлифәләр
Өмәүиҙәр
Ғәббәсиҙәр


Фатимиҙар

Командирҙар

Ираклий I,
Феодор Тритириус,
Григорий Патрикий,
Констант II,
Константин IV,
Юстиниан II,
Леонтий_(византий_императоры),
Гераклиус,
Константин V,
Лев V Әрмән,
Михаил Лаханодракон,
Татцатес,
Ирина Афиналы,
Никифор I,
Феофил (византий императоры),
Лев III Исавр,
Никетас Орифас,
Мануэль Әрмәнле,
Иоанн Куркуас,
Өлкән Варда Фока,
Никифор II Фока,
Кесе Лев Фока,
Иоанн I Цимисхий,
Михаил Буртцес,
Василий II Болгаробойца,
Никифор Уран,
Георгий Маниак,
Тервель

Хәлит ибн Вәлит,
Мүәүиә,
Зәйд ибн Хариса,
Яфар ибн Әбү Талип,
Икрима ибн Әбү Яахль,
Абдуллаһ ибн Рәүәһә,
Әбүбәкер,
Ғүмәр ибн әл-Хаттаб,
Әбү Үбәйдә ибн әл-Яаррах,
Шурабил ибн Хәсәнә,
Амр ибн аль-Ас,
Язид ибн Аби Суфьян,
Абдулла ибн Саад,
Язид I ибн Муавия,
Мухаммед ибн Марван,
Мәсләмә ибн Абдул-Мәлик,
Абдулла әл-Баталь,
Мүәүиә ибн Хишам,
Һарун әр-Рәшит,
Әбделмәлик ибн Сәлих,
Абдуллаһ әл-Мамун,
Әл-Мөғтәсим Биллаһ,
Асад ибн әл-Фурат,
Ғәббәс ибн Али,
Хафаға ибн Суфьян,
Ибраһим II ибн Әхмәт,
Лев Триполит,
Ғүмәр әл-Акта,
Сәйф әл-Даула,
Әл-Азиз Биллаһ,
Мәнчүтәкин

 Ғәрәп-Византия һуғыштары Викимилектә

Ғәрәп-Византия һуғыштары — 630-сы йылдарҙа хаҡ хәлифәлек ғәскәрҙәренең Византияға баҫып инеүе менән башланған һәм XI быуаттың беренсе яртыһында Өмәүиҙәр хәлифәлеге дауам иткән Ғәрәп хәлифәлеге һәм Византия империяһы араһында VII—XII быуаттарҙа тоҡанып торған бер нисә хәрби конфликт. Был һуғыштар һөҙөмтәһендә Византия көнсығышта һәм көньяҡта бик күп территорияларын: Палестина, Сүриә, Әрмәнстан, Мысыр, Төньяҡ Африка, Кипр, Крит, Сицилия, Кесе Азия өлөштәрен юғалтҡан.

630-сы йылдарҙа Ғәрәпстан ғәрәптәренең барлыҡҡа килеүе Византияның (Сүриә һәм Мысыр) көньяҡ провинцияларын тиҙ арала юғалтыуға һәм уларҙың Ғәрәп хәлифәлегенә ҡушылыуына килтерә. Киләһе 50 йылда, Өмәүиҙәр идаралығы аҫтында, ғәрәптәр шулай уҡ Византия Кесе Азияһына ҡабаттан баҫҡынсылыҡ яһай, ике тапҡыр Византияның баш ҡалаһы Константинополгә һөжүм итә, һәм Византияның Африка экзархатын еңеп сыға. Константинополдең икенсе ғәрәп ҡамауы уңышһыҙлыҡҡа осрағандан һуң, Кесе Азияның көнсығыш сигендә Таврия тауҙары көслө нығытылған һәм күп осраҡта кешеһеҙ сик булғанға хәл тотороҡлана башлай. Ғәббәсиҙәр династияһы идара иткән осорҙа Византия менән Ғәрәп хәлифәлеге араһындағы мөнәсәбәттәр бер аҙ яҡшырған: илселектәр менән алмашҡандар һәм хатта килешеү осоро булған, ләкин низағ йыл һайын тиерлек дауам иткән һөжүмдәр һәм контрһөжүмдәр норма булып ҡалған, һәм был хәл X быуат буйына дауам иткән.

Тәүге быуаттарҙа византийҙар ғәҙәттә һаҡланған һәм асыҡ алыштарҙан ҡасып, үҙҙәренең нығытмаларына сигенеүҙе хуп күргән. 740 йылдан һуң ғына улар контрудар яһай башлаған, ләкин Ғәббәси империяһы Кесе Азияға бәреп инеүҙәрен бик йыш ҡабатлаған. Ғәббәси империяһы 861 йылдан (Самаррала анархия) артабан емерелеп, бер үк ваҡытта Македония династияһы хакимлығы аҫтында Византия империяһы нығына башлағандан һуң, византийҙарҙың контрһөжүме башлана. Киләһе 50 йылда, яҡынса 920 йылдан 976 йылға тиклем, византийҙар, ниһайәт, ғәрәптәрҙең оборонаһын өҙә һәм Төньяҡ Сүриә менән Бөйөк Әрмәнстанда үҙ контролен ҡайтанан тергеҙә. Ғәрәп-Византия һуғыштарының һуңғы быуаттарында Сүриә Фатимидтары менән сик буйы конфликттары өҫтөнлөк иткән, ләкин 1060 йылдан һуң сәлжүктәр килгәнгә тиклем сик тотороҡло булып ҡалған.

Сәлжүктәр яулап алғандан һуң, хәл бөтөнләй үҙгәргән. Византия Кесе Азиянан ҡыуып сығарылған, Ғәббәси хәлифәлеге лә һиҙелерлек көсһөҙләнгән. Ғәрәптәр менән Византия араһында әһәмиәтле низағтар булмаған.

VI һәм VII быуаттарҙа ғәрәп хәлифәлегенең ҡапыл барлыҡҡа килеүе һәм киңәйеүе алдынан хәлдән тайҙырғыс иран-византий һуғыштарының дауам итеүе һәм бубонлы тағундың (Юстиниан чумаһы) таралып китеүе ике империяның да көсһөҙләнеүенә килтергән. Ошо һуғыштарҙың һуңғыһы (602—628) византийҙар еңеүе менән тамамлана: император Ираҡлий юғалған биләмәләрен яңынан яулаған һәм 629 йылда Терелтеүсе Тәрене Иерусалимға ҡайтарған[1]. Әммә ике империя ла аяҡҡа баҫып өлгөрмәй, сөнки бер нисә йылдан, тарихсы Джеймс Говард-Джонстон тасуирлауынса, улар «кеше тулҡыны цунами менән сағыштырырлыҡ» ислам дине аша берләшкән ғәрәптәр ҡыҫымы аҫтында ҡала. [2]. Тарихсы Джордж Лиски әйтеүенсә, «византия-фарсы конфликты исламға юл асты»[3].

Ираклийҙың сарациндар менән 632 йылда Антиохия янында алышы

620-се йылдар аҙағында ислам пәйғәмбәре Мөхәммәт яулап алыу юлы менән Ғәрәбстандың күпселек өлөшөн мосолман хакимлығы аҫтында берләштерә, шулай уҡ күрше ҡәбиләләр менән союздар төҙөй һәм тәүге мосолман-византий бәрелештәре уның етәкселегендә була. Император Ираҡлий һәм фарсы генералы Фәррухан Шәһрвараз 629 йылда баҫып алынған Византия көнсығыш провинцияларынан фарсы ғәскәрҙәрен сығарыу шарттары тураһында һөйләшеп килешкәс, византий һәм ғәрәп ғәскәрҙәре, Мөхәммәт илсеһенең Византия ғәссәниҙәр вассал дәүләте ҡулынан үлтерелеүенә яуап итеп, Мута алышында бер-береһенә ҡаршы тора[4]. Мөхәммәт 632 йылда вафат була, һәм бөтә Ғәрәп ярымутрауын бәхәсһеҙ контролдә тотҡан беренсе хәлифе Әбүбәкер уның вариҫы була.

629—718 йылдарҙа мосолман яулап алыуҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Мосолман экспансияһы картаһы.     Мөхәммәт осоронда экспансия, 622–632      Хаҡ хәлифәлек осоронда экспансия, 632–661      Өмәүиҙәр хәлифәлеге осоро экспансияһы, 661–750

Мосолман хроникаларына ярашлы, Мөхәммәт, Византия көстәре, Төньяҡ Ғәрәбстанда тупланып, Ғәрәбстанға баҫып инергә ниәтләнеүе тураһында мәғлүмәт алғас, мосолман армияһын Табукаға, хәҙерге төньяҡ-көнбайыш Сәғүд Ғәрәбстанына, алып килә һәм Византия армияһына иҫкәртеү (превентив) һөжүмен яһарға йыйына. Византия армияһы алдан уҡ сигенгәнлектән, мәғлүмәт ялған булып сыға. Был ябай мәғәнәлә алыш булмаһа ла, Византияға тәүге ғәрәп һөжүме була, әммә ул тулы хәрби конфронтацияға килтермәй[5].

Шуға ҡарамаҫтан, Византия сығанаҡтарында Табук телгә алынмай, һәм ваҡиғаның байтаҡ деталдәре аҙаҡҡыраҡ мосолман сығанаҡтарынан алына. Мута янындағы алыш шулай уҡ бер Византия сығанағында ғына телгә алына[6]. Тәүге бәрелештәр ғәрәп һәм Византия һәм Сәсәниҙәргә вассал дәүләттәр — Ғәссәниҙәр һәм Лахмидтар араһындағы низағтар кеүек үткәндер. 634 йылдан һуң ғәрәптәр, һис шикһеҙ, ике империяға ла һөжүм иткән, был Левантты, Мысырҙы һәм Персияны яулап алыуға килтергән. Иң уңышлы ғәрәп генералдары — Хәлит ибн әл-Вәлит һәм Әмр ибн әл-Ас булған.

Рим Сүриәһен ғәрәп яулап алыуы, 634—638

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Левантҡа баҫып ингән ғәрәп армияһын империя ғәскәрҙәренән һәм урындағы рекруттарҙан торған Византия армияһы ҡаршы ала. Ислам тарихсылары яҙыуынса, Сүриә монофизиттары һәм йәһүдтәре ғәрәптәрҙе азат итеүсе булараҡ сәләмләгән, сөнки улар Византияның хакимлығы — юғары һалымдары һәм фарсыларға ҡаршы даими һуғыштары менән ҡәнәғәт булмаған[7].

Император Ираҡлий сирләп киткән һәм 634 йылда Сүриә менән Палестинаны ғәрәптәрҙең яулап алыуына ҡаршы торған армиялар менән шәхсән етәкселек итә алмаған. 634 йылдың йәйендә Ажнадай янындағы алышта хәлифә армияһы хәл иткес еңеүгә өлгәшкән[8]. Фәхле янындағы еңеүҙән һуң мосолман көстәре 634 йылда Хәлит ибн әл-Вәлид етәкселегендә Дамаскты ҡамауға ала[9]. Византийҙар ополчение йыйған, күптән түгел яулап алынған биләмәләрҙән мосолмандарҙы ҡыуып сығарыу өсөн иң яҡшы генералдар, шул иҫәптән Феодор Трифирий һәм әрмән генералы Ваган етәкселегендәге мөмкин тиклем күберәк ғәскәр ебәргән[9].

Әммә 636 йылда Ярмук янындағы һуғышта мосолмандар, урынды ентекләп өйрәнеп, ғәҙәттә, бәрелештәрҙән ҡасып ҡала торған һәм ҡан ҡойош һуғыштарында еңеүҙе тартып ала белгән византийҙарҙы оҙайлы һуғышҡа ылыҡтыра[10]. Антиохиянан сығып Константинополгә киткәндә Ираклийҙың (тарихсы Әл-Баладури фекеренсә)[11]) хушлашыуы уның күңел төшөнкөлөгөн еткерә: «Тыныслыҡ һиңә, Сүриә, һәм был дошман өсөн ниндәй иҫ киткес ил!» Сүриәнең византийҙарға йоғонтоһо Иоанн Зонараның һүҙҙәре менән һүрәтләнә: «Сүриә ҡолағандан һуң Исмәғилиҙәр халҡы римлыларҙың биләмәләрен талауҙан туҡтамай»[12].

637 йылдың апрелендә ғәрәптәр, оҙайлы ҡамауҙа тотҡандан һуң, Иерусалимды яулап алған, ҡаланы патриарх Софроний тапшырған. С. Рансимен мәғлүмәттәре буйынса, "638 йылдың февраль көнөндә Ғүмәр ибн әл-Хәттаб үҙенең ҡоло йөрөгән аҡ дөйәлә Иерусалимға ингән. Ул бысраҡ кейем кейгән. Уның янынан, ҡала аҡһаҡалы булараҡ, патриарх Софроний барған. Ғүмәр дуҫы Мөхәммәт ошонан күккә олғашҡан Сөләймән ғибәҙәтханаһы янына килгән. Уның шунда баҫып торғанын күреп, патриарх Софроний Ғайса (Христос) пәйғәмбәрҙең һүҙҙәрен иҫенә төшөргән һәм күҙ йәштәре аша: «Бына, Даниил пәйғәмбәр әйткән ташландыҡ әшәкелеге» тигән һүҙҙәрҙе әйткән[13].

637 йылдың йәйендә мосолмандар Газаны яулаған, шул уҡ осорҙа Мысырҙағы һәм Месопотамиялағы византий властары ҡиммәтле татыулыҡты һатып алған, ул Мысыр өсөн өс йыл һәм Месопотамия өсөн бер йыл дауам иткән. Антиохия 637 йыл аҙағында, Үрге Месопотамиянан тыш, мосолмандар бөтә төньяҡ Сүриәне баҫып алған[6]. Ошо килешеү тамамланғас, 638—639 йылдарҙа ғәрәптәр Византия Месопотамияһын һәм Византия Әрмәнстанын, Приморье Кесарияһы менән Аскалонды баҫып алып, Палестинаны яулап алыуҙы тамамлай. 639 йылдың декабрендә мосолмандар, Мысырға баҫып инер өсөн, Палестинанан сығып китә[6].


Ғәрәптәрҙең Төньяҡ Африканы яулап алыуы, 639—698

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мысыр һәм Киренаиканы яулап алыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ираклий үлгән ваҡытҡа Мысырҙың байтаҡ өлөшө юғалған, һәм 637—638 йылдарға бөтә Сүриә мосолмандар ҡулында була. Палестинанан Әмер ибн әл-Астың 3500-4000 һалдаты 639 йылдың аҙағында йәки 640 йылдың башында Мысырға аяҡ баҫа. Уға аҡрынлап Әз-Зөбәйерҙең 12 000 һалдаты ҡушылған. Әмер тәүҙә уларҙы ҡамауҙа ҡалдырған һәм Мысыр Вавилонын яулаған, һуңынан Александрияға һөжүм иткән. Бындай ҙур биләмәне ҡапыл юғалтҡан византийҙар 642 йылдың сентябренә ҡаланы биргән[14]. Александрияның ҡолауы Мысырҙа византий идараһын туҡтата һәм мосолмандарға Төньяҡ Африкаға хәрби экспансияһын дауам итергә мөмкинлек бирә; 643—644 йылдар араһында Әмер Киренаиканы яулап алыуҙы тамамлай[15]. Ғүмәр хәлифәнең вафатынан һуң Усман ибн Әффан алмаштырған[16].

Бай Мысырҙы юғалтыу Византияны бойҙай запасынан мәхрүм иткән, был Византияла аҙыҡ-түлек етешмәүгә һәм киләһе тиҫтә йылдарҙа уның армияларының көсһөҙләнеүенә килтерә[17].

Византия флоты 645 йылда бер аҙға ғына Александрияны яулап алған, ләкин Никиу янындағы алыштан һуң 646 йылда йәнә юғалтҡан[18]. Ислам көстәре Сицилияға 652 йылда һөжүм итә, ә 653 йылда Кипр менән Крит баҫып алына.

Византия Африкаһын яулап алыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

647 йылда Абдулла ибн әл-Саада етәкселегендәге ғәрәп армияһы византий Африка экзархатына баҫып инә. Триполитания, уның артынан Карфагендан көньяҡҡа табан 240 саҡрым алыҫлыҡта Суфетула яулап алына, ә губернатор һәм үҙен хаким итеп иғлан иткән Африка императоры Григорий (Карфаген экзархы) үлтерелә. Григорийҙың урынына ҡалған Геннадий уларға йыл һайын 300 000 алтын тәңкә вәғәҙә иткәс, Абдулланың табыш тейәгән көстәре 648 йылда Мысырға әйләнеп ҡайтҡан[19].

Граждандар һуғышынан һуң хәлифәлеккә Мүәвиә I етәкселегендәге Өмәүиҙәр власҡа килә. Өмәүиҙәр осоронда Төньяҡ Африкала ҡалған византий һәм төньяҡ бербер территорияларын яулап алыу тамамлана, һәм ғәрәптәр бербер донъяһының күпселек өлөшө аша сыҡҡан, бербер генералы Тарек ибн-Зияд командалығында Гибралтар боғаҙы аша вестгот Испанияһына баҫып инә алған. Был уларҙың 695—698 йылдар араһында Византияның терәге Карфагенды емереп, үҙ хәрби-диңгеҙ ҡеүәтен үҫтергәндән һуң мөмкин булған[20]. Африканы юғалтыу — Туниста ғәмәлдә үҫеп килгән ғәрәп флоты Көнбайыш Урта диңгеҙ буйы византий контролендә булыуын шик аҫтына ҡуйыу[21].

Мүәвиә Арал диңгеҙенән алып Мысырҙың көнбайыш сигенә тиклем ғәрәп биләмәләрен берләштерә башлай. Ул Мысырҙа губернатор тәғәйенләгән һәм 663 йылда Анатолияға һөжүм иткән. Һуңынан 665—689 йылдарҙа Киренаикала яңы Төньяҡ Африка кампанияһы йәйелдерелгән. 40 000 кешенән торған ғәрәп армияһы, 30 000 византийҙы ҡыйратып, Барка ҡалаһын ала[22].

Укба ибн Нәфи етәкселегендәге 10 000 ғәрәптән торған авангард Дамасктан сығып киткән. 670 йылда артабанғы һөжүмдәр базаһы булараҡ Кайруанға нигеҙ һалына; ул Африканың Ифрикия ислам провинцияһының баш ҡалаһына һәм урта быуаттарҙа төп ғәрәп-ислам дини үҙәктәренең береһенә әүерелә[23]. Шунан һуң Ибн Нәфи, «сүл аша илдең үҙәгенә еткән, уның вариҫтары Фес һәм Марокко кеңек бынамын тигән баш ҡалалар төҙөгән, ниһайәт, Атлантика менән бөйөк сүл сигенә сыҡҡан»[24].

Укба ибн Нәфи үҙенең Мәғрибте яулауында Мавретаниялағы Рим провинцияһының элекке үҙәктәре яр буйы Беджая һәм Танжер ҡалаларын баҫып ала һәм шунда бөтөнләй туҡтатыла[25].

Анатолияға ғәрәп һөжүмдәре һәм Константинополды ҡамау

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яҡын Көнсығышта мосолман яулап алыуҙарының тәүге тулҡыны кәмеүгә табан барғас, Сүриәне мосолмандарға, ә Анатолия (Кесе Азия) яйлаһын — византийҙарға ҡалдырылып, ике держава араһында ярым даими сик, византийҙарға ла, ғәрәптәргә лә кәрәк тип табылмаған, ғәмәлдә буш зона (ғәрәп телендә аф-Шавани, «тышҡы ерҙәр») булараҡ билдәле — Киликиялағы биләмәләре, көньяҡтан Тавр тауы һәм Аладағ һырттары килеп ингән ерҙәр буйлап үткән. Император Ираҡлий ҙа, хәлиф Ғүмәр ҙә (634—644), был зонала уны ике империя араһындағы һөҙөмтәле ҡаршылыҡҡа (эффективный барьер) әүерелдереү өсөн, емереү стратегияһын файҙаланғандар[26].

Шуға ҡарамаҫтан, Өмәүиҙәр әүәлгесә Византияны тулыһынса тар-мар итеүҙе үҙҙәренең һуңғы маҡсаты тип иҫәпләгән. Мосолмандар ҡарашында кафыр византийҙарҙы Дар-әл-Карбҡа, "Һуғыш йорто"на, урынлаштырған тигән ислам тәғлимәте өҫтөнлөк иткән, ғалим Хью Н. Кеннеди, улар «мосолмандарға мөмкин тиклем һөжүм итергә кәрәк, ә тыныслыҡ ваҡытлыса ғына булыуы мөмкин. Ислам динен ҡабул иткән йәки буйһонған кеше статусына эйә булған осраҡта ғына, ысын тыныслыҡ (ṣulḥ) урынлаша алған» ти[27].

Сүриә губернаторы, ә аҙаҡ хәлиф булараҡ, Мүәвиә I (661—680), Византия флотын кәм күреп, византий утрауҙарына һәм яр буйҙарына сапҡындар яһарлыҡ үҙ флотын ойоштороп, мосолман көстәрен Византияға ҡаршы ҡуйыуҙа этәргес көс була. Ғәрәптәр, бығаса «рим күле» тип атаған Урта диңгеҙгә етеп, Феникс янындағы һуғышта Византия флотын ҡыйрата[28][29][30][31][32]. Шулай итеп, Урта диңгеҙ юлдарын контролдә тотоу өҫтөнлөгө өсөн быуаттарға һуҙылған диңгеҙ бәрелештәре башлана[33][34]. Яуҙа 500 византий карабы юҡ ителә, ә император Констант II саҡ ҡотолоп ҡала. Хәлифә Усман ибн Әффан күрһәтмәһе буйынса Мүәвиә Константинополде ҡамауға әҙерләнә башлай.

Көнсығыш һәм көньяҡ мосолман ярҙары менән төньяҡ христиан ярҙары араһындағы сауҙа, Көнбайыш Европаны мосолман донъяһындағы ваҡиғаларҙан айырып, туҡталып ҡала тиерлек[35]. 641 йылдан Мүәвиәнең Анатолияға тәүге киң күләмле сапҡындары башлана. Был экспедициялар византийҙарҙы талау, шулай уҡ ҡурҡытыу аша көсһөҙләндереүгә йүнәлтелгән, һөҙөмтәлә алдағы өс быуат дауамында барған Ғәрәп-Византия һуғыштары өсөн нигеҙ булып торған[36][37].

Констант II-нең алтын тремисы (тәңкә).

656 йылда Хәлифәлектә башланған граждандар һуғышы (тәүге фетнә) Византияға ҡиммәтле пауза биргән, был мөмкинлекте император Констант II (641—668) оборонаны нығытыу, Әрмәнстанда контролде киңәйтеү һәм нығытыу, иң мөһиме, ҙур армия туплау өсөн файҙалана. Анатолияны бер нисә округка бүлә, уларҙа иҫке ялан армияларының ҡалдыҡтарын урынлаштыра. Хеҙмәтенә түләү булараҡ, һалдаттарға ер бүленә, был армияның хәрби рухын күтәрә — хәҙер һалдаттар император өсөн генә түгел, ә үҙ ерҙәре һәм ғаиләләре өсөн дә көрәшә[38].

Африкала, Сицилияла һәм Көнсығышта Византия терәк пункттарына һөжүм

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Граждандар һуғышында еңгәндән һуң, Мүәвиә Африкала, Сицилияла һәм Көнсығышта византия биләмәләренә һөжүм итә[39]. 670 йылға мосолман флоты Мәрмәр диңгеҙенә үтеп инә һәм Кизикта туҡталҡа ойоштора. Дүрт йылдан һуң ҙур мосолман флоты йәнә Мәрмәр диңгеҙенә килә һәм Кизиктағы базаны тергеҙә, унан ул Византия ярҙарына сапҡын яһай. 676 йылда Мүәвиә, Константинополде ҡоро ерҙән бикләү (674—678) маҡсатында армия ебәрә.

Император Константин IV (661—685) Мәрмәр диңгеҙендә Өмәүиҙәр флотын тар-мар итеү өсөн сүриәле Каллиник исемле христиан ҡасағы уйлап тапҡан «грек уты» булараҡ билдәлелек алған яңы емергес ҡоралды файҙаланған. 678 йылда ғәрәптәр ҡамауҙы туҡтатырға мәжбүр була. Ҡайтҡан саҡта мосолман флоты дауыл арҡаһында артабанғы юғалтыуҙар кисерә, ғәрәп армияһы ла Византия отрядтары һөжүменән күп һуғышсыһын юғалта[40].

Боҫҡон ваҡытында һәләк булғандар араһында Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең байраҡсыһы, уның көрәштәштәренең һуңғыһы, Әбү Әйүп әл-Әнсәри була; хәҙер уның ҡәбере мосолмандар өсөн Истанбулда иң изге урындарҙың береһе һанала[41]. Византияның был еңеүе Европаға ислам экспансияһын 30 йылға тиерлек туҡтатып торған.

Юстиниан II-нең дауыллы идара итеүенә ҡарамаҫтан, уның тәңкәһендә йолаға әүерелгән «Pax Romana (PAX)», тыныслыҡ билдәһе һуғылған.

Константинополдәге уңышһыҙлыҡтан һуң, бик ҙур мосолман империяһында артабанғы үҙгәрештәр була. Византийҙар бер нисә контрһөжүм яһай. Атап әйткәндә, Карфаген ҡамауын өҙөү өсөн Константин IV ебәргән ҡеүәтле армия Африканың өсөнсө губернаторы Зүһәйрҙе ҡолата[25]. Шул арала Ғәрәбстанда һәм Сүриәлә икенсе ғәрәп граждандар һуғышы тоҡанып китә, уның барышында дүрт хәлифә алышына[42].

Юстиниан II (685—695 һәм 705—711), Ираклиандар династияһының һуңғы императорының, Сарацин һуғыштары «дәүерҙең дөйөм ығы-зығыһын (хаос) сағылдыра»[43]. Уңышлы кампаниянан һуң, ул ғәрәптәр менән бергәләп Әрмәнстанға, Иберияға һәм Кипрға эйә булыу килешеүен төҙөй; ләкин, үҙҙәренең тыуған Ливанынан 12 000 мәрҙәй-мәсихсене ҡыуып, Сүриәлә ғәрәптәр өсөн етди ҡаршылыҡтарҙы бөтөргәнлектән, һәм 692 йылда, Себастополис өсөн фажиғәле алыштан һуң, мосолмандар Әрмәнстанға һөжүм итә һәм яулай[44]. 695 йылда ҡолатылған Юстиниан 705 йылда власҡа әйләнеп ҡайта[43]. Уның икенсе хакимлығы Кесе Азиялағы ғәрәптәрҙең еңеүҙәре һәм граждандарҙың сыуалыштары менән билдәләнә[44].

Юстиниандың идараһы осоронда эске хаос, ихтилалдар һәм үҙ-үҙен власҡа килтерергә маташыуҙар (самозванство) күбәйгән. Был осраҡта Өмәүиҙәр Әрмәнстанға һәм Киликияға үҙ контролен нығытҡан һәм Константинополгә яңы һөжүм әҙерләй башлаған. Күренекле генерал Мәсләмә ибн Әбд әл-Мәлик етәкселегендәге ҙур мосолман армияһы империя баш ҡалаһы йүнәлешенә хәрәкәт башлағанда, Византияла генерал Лев III Исавр (717—741) 717 йылдың мартында тәхеткә ултырған була[45]. Сығанаҡтарҙан күренеүенсә, Мәсләмә етәкселегендәге Хәлифәлек армияһы 120 000 тирәһе кешенән торған һәм флотта 1800 карап иҫәпләнгән. Ысынбарлыҡтағы иҫәп күпме генә булмаһын, был империя армияһына ҡарағанда күпкә ҙурыраҡ көс була. Лев һәм византийҙар бәхетенә күрә, баш ҡаланың диңгеҙ стеналары күптән түгел генә төҙөкләндерелгән һәм нығытылған була. Бынан тыш, император болғар ханы Тервел менән союз төҙөй, ул илбаҫарҙарға һөжүм итергә риза була[46].

Феодосий диуарҙары, Константинополь

717 йылдың июленән 718 йылдың авгусына тиклем мосолмандар ҡаланы ҡоро ерҙән һәм диңгеҙ яғынан ҡамауҙа тотҡан. Әммә, Византия флоты уларға ҡаршы грек утын ҡулланғанлыҡтан, ғәрәптәрҙең диңгеҙ блокадаһын аҙағына еткерергә тырышыуы барып сыҡмай; һөҙөмтәлә, баш ҡаланы тәьмин итеү юлдарын асыҡ ҡалдырып, ғәрәп флоты ҡала стеналарынан алыҫта торорға мәжбүр була. Ҡамауҙы ҡыш та дауам иткәнлектән, ғәрәп яугирҙары һыуыҡтан һәм аҙыҡ-түлек етешмәүҙән ҙур юғалтыуҙар кисерә[47].

Яҙын яңы хәлиф Ғүмәр ибн Әбделғәзиз (717—720) Африка һәм Мысырҙан диңгеҙ юлы менән, ҡоро ерҙән Кесе Азия аша яңы көстәрҙе ебәрә. Яңы флот экипаждары күбеһенсә мәсихселәрҙән тороп, һәм улар күпләп ҡасып киткән, ә ҡоро ер ғәскәрҙәре боҫҡонға эләгеп, Вифинияла тар-мар ителгән. Ғәрәп лагеры аслыҡ һәм эпидемиянан күп ҡырылғанлыҡтан, 718 йылдың 15 авгусында ҡамау туҡтатылған. Кире ҡайтҡан саҡта ғәрәп флоты дауыл һәм Тера янартауының урғылыуы һөҙөмтәһендә өҫтәмә юғалтыуҙар кисергән[48].

Сиктәрҙең тотороҡланыуы, 718—863

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мосолман яулауҙарының тәүге тулҡыны 718 йылда Константинополь ҡамауы менән тамамлана һәм ике империя араһындағы сик Көнсығыш Анатолия тауҙары буйлап тотороҡлана. Ике яҡтан да рейдтар һәм контррейдтар дауам иткән, ләкин Византияны баҫып алыу ҡурҡынысы артта ҡалған. Был даими һәм йыш ҡына дуҫтарса дипломатик бәйләнештәргә, шулай уҡ ике империяның үҙ-ара танылыуына килтергән.

VIII быуаттың тәүге яртыһында иң юғары нөктәһенә еткән мосолман ҡурҡынысына яуап итеп, Исавроҙар династияһы императорҙары 786 йылда туҡтатылған икона көрәше сәйәсәтен башлай, ул 820-се йылдарҙа тергеҙелә һәм 843 йылда бөтөнләй туҡтатыла. Македон династияһы ваҡытында Ғәббәсиҙәр хәлифәлегенең бөлөүенән һәм бүленеүенән файҙаланып, византийҙар яйлап һөжүмгә күсә һәм X быуатта ҙур биләмәне үҙенә кире ҡайтара, әммә 1071 йылдан һуң төрөк-сәлжүктәр менән һуғышта юғалта.

Һуңғы Өмәүиҙәр дәүерендәге рейдтар һәм икона көрәше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Кесе Азияның көньяҡ-көнсығышында Византия-ғәрәп сиге картаһы

717—718 йылдарҙа Константинополде баҫып алғандан һуң Өмәүиҙәр башҡа төбәктәрҙәге позицияларын нығытыу менән мауығып, византийҙарға контрһөжүмгә күсергә һәм Әрмәнстанда билдәле бер уңыштарға өлгәшергә мөмкинлек бирә. Әммә 720/721 йылдан ғәрәп армиялары Византия Анатолияһына ҡаршы экспедициялар ойоштора, ләкин хәҙер улар яулап алыуға түгел, ә форттар һәм ҙур ауылдарҙы талауға йүнәлтелгән була[49][50].

Һуңғы Өмәүи һәм иртә Ғәббәсиҙәр хәлифәләре ваҡытында Византия менән Хәлифәлек араһындағы сик Тавр-Антитавр тау һырттары линияһы буйлап тотороҡлана. Ғәрәп яғынан Киликия даими баҫып алынған була, һәм уның Адана, Мопсуестия (Әл-Масса) һәм Тарсус кеүек ташландыҡ ҡалалары иртә Ғәббәсиҙәр дәүерендә тергеҙелгән һәм унда халыҡтар күсеп ултырған. Үрге Месопотамияла Германикея (Мараш), Хадат һәм Мелитена (Малатья) ҙур хәрби үҙәктәргә әүерелгән. Был ике төбәк нығытылған яңы сик буйы зонаһының ике яртыһын — туғура барлыҡҡа килтергән[37][51].

Өмәүиҙәрр ҙа, һуңыраҡ Ғәббәсиҙәр ҙә йыл һайын «традицион дошман»ға ҡаршы экспедицияларҙы йыһаттың айырылғыһыҙ өлөшө булараҡ ҡарауын дауам иткән: бер-ике йәйге экспедиция ҡайһы берҙә диңгеҙ һөжүме менән оҙатылған. Сапҡындар башлыса сик буйындағы райондар һәм Анатолия яйлаһының үҙәге менән сикләнгән була һәм бик һирәк осраҡта ғына византийҙар үтә нығытҡан ситке яр буйҙарына барып етә[49][52].

Хишам ибн Әбделмәлик (723—743) агрессив хәлифә осоронда ғәрәп экспедициялары күпмелер ваҡытҡа көсәйтелгән, уларҙың башына хәлифәлектең иң һәләтле генералдары, шул иҫәптән Өмәүиҙәр династияһы принцтары Мәсләмә ибн Әбделмәлик һәм әл-Ғәббәс ибн әл-Вәлит, Хишам улдары Мүәвиә, Мәсләмә һәм Сөләймәнде индереп, ҡуйылған[53]. Был ваҡытта Византия иҫән ҡалыу өсөн көрәшкән, һәм «һуғыш арҡаһында ташландыҡ хәлдә ҡалған сик буйындағы провинциялар емерелгән ҡалалар һәм кеше йәшәмәгән, унда Һирәк осраған кешеләр Византия армияһына түгел, ә ҡаяларға йәки үткеһеҙ тауҙарға өмөтләнгән»[27].

Тера утрауындағы янартау урғылыуы кеүек ғәрәптәрҙең һөжүме һәм стихиялы бәлә-ҡазалар шәлкеме тәьҫирендә[54], император Лев III Исавр Византия алла мәрхәмәтен юғалтҡан, тигән һығымтаға килгән. 722 йылда уҡ ул империяла йәшәгән йәһүдтәрҙе христианлыҡҡа ҡабул итеүҙе тиҙләтергә тырышҡан, ә тиҙҙән ул ҡайһы бер епископтар боттарға табыныу тип һанаған иконаларҙы хөрмәтләүгә иғтибар иткән. 726 йылда Лев уларҙы ғәйепләгән указ сығарған. Ул 730 йылда дин әһелдәре һүрәттәрен рәсми рәүештә тыйған[55][56].

Был ҡарар Лев алдан күҙалламаған халыҡ, шулай уҡ сиркәү, айырыуса Рим епископы яғында етди оппозиция тыуҙырған. У. Тредголд әйтеүенсә, «Лев сиркәү менән кәңәшләшергә кәрәклеген белмәгән, һәм ул халыҡ оппозицияһының тәрәнлегенә хайран ҡалған»[55][56]. Полемика Византия империяһын ҡаҡшатҡан һәм Константинополь патриархы менән Рим епискобы араһында бүленгәнлектең төп факторы булып торған[57][58].

Был ваҡытта Өмәүиҙәр хәлифәлеге башҡа төбәктәрҙәге низағтарға, бигерәк тә Лев III үҙенең вариҫы Константин V-не (741—775) хазар батшаһы ҡыҙы Сисәккә өйләндергән хазарҙарға ҡаршы тороуға иғтибарын йышыраҡ йүнәлткән. Фәҡәт 730-сы йылдар аҙағында ғына мосолман һөжүмдәре тағы ҡурҡыныс тыуҙыра, ләкин Акроинон янындағы Византия еңеүе һәм Ғәббәсиҙәр революцияһы империяға ҡаршы ғәрәп һөжүмдәрендә паузаға килтерә. Был Константин V-нең агрессив позицияһына юл асҡан. Ул 741 йылда Мелитендағы төп ғәрәп базаһына һөжүм итә. Был уңыштар Лев III һәм Константин тарафынан империяға Аллаһ мәрхәмәте ҡайтыуы дәлиле булараҡ ҡабул ителгән һәм икона көрәшселәренең хәлен нығытҡан[59][60].


Ғәббәсиҙәр хәлифәһе әл-Мамун Византия императоры Феофил менән хаттар менән алмаша

Алдан килгән Өмәүиҙәрҙән айырмалы рәүештә, Ғәббәсиҙәр хәлифәләре әүҙем экспансия маҡсаттарын ҡуймаған: дөйөм алғанда, улар өлгәшелгән территориаль сиктәр менән ҡәнәғәт ҡалып, алып барылған бөтә кампаниялар яуаплы йәки превентив, сиктәрҙе һаҡлау һәм Ғәббәсиҙәрҙең күршеләргә йоғонто яһау өсөн тәғәйенләнгән булған[61]. Ғәббәсиҙәр революцияһы ығы-зығыһынан һуң туҡтап тиерлек торған йыл һайын ҡабатланғани сапҡындар 780 йылдан яңынан көсәйгән һәм хәлиф менән уның улдары шәхсән ҡатнашҡан берҙән-бер экспедициялар булған[62][63]. Сүриә сигендәге даими һуғыш, Сүриә һәм Ираҡ хәрби юғары ҡатламына һәм үҙҙәре теләп йыһатта ҡатнашҡандар (muṭṭawi‘a) өсөн урын тәьмин итеү мөмкинлеге биргәнлектән, Ғәббәсиҙәр өсөн файҙалы булған[64][65].

Үҙенең тәҡүәлеген (благочетие) һәм мосолман общинаһы лидерының ролен һыҙыҡ өҫтөнә алырға теләп, хәлифә Һарун әр-Рәшит (786—809) Ғәббәсиҙәрҙең Византияға ҡаршы һуғышҡа ынтылышындағы тәүге хакимдары араһында иң ғәйрәтлеһе булған: ул үҙ һарайын Әр-Раккаға, сиккә яҡын урынлаштыра, ә 786 йылда төньяҡ Сүриәлә, әл-Авасимда, икенсе оборона линияһын ойоштора[66][67]. Үҙенән элгәреләр башлаған тенденцияны дауам итеп, Һарун идаралығы шулай уҡ Ғәббәсиҙәр йорто менән Византия араһында даими бәйләнештәрҙең үҫешенә килтерә, етмәһә, илселектәр һәм хаттар менән алмашыу Өмәүиҙәр осорона ҡарағанда нығыраҡ таралған була. Һарундың византийҙарға дошманлығына ҡарамаҫтан, «илселектәрҙең булыуы Ғәббәәсиҙәрҙең Византия империяһын үҙенә тиң көс тип таныуының билдәһе булып тора»[68].

Дипломатик бәйләнештәр ғәрәптәргә Византия эсендә сыуалыштар тыуҙырырға ҡамасауламаған. Әл-Мамун хәлифәһе ярҙамында ғәрәптәр Фома Славянин етәкселегендә Кесе Азия ауылдарына һөжүм итә, бер нисә айҙан һуң ғына Кесе Азияның ни бары ике округы батша Михаил II Травлға тоғро ҡала[69]. Ғәрәптәр империяның ҙурлығы буйынса икенсе ҡалаһы Фессалониканы баҫып алғандан һуң, ул тиҙ арала византийҙар ҡулына күскән[69]. 821 йылда Фоманың Константинополде ҡамауы хурлыҡлы тамамланған[69]. [[Файл:Siege of Amorium.jpg|thumb|right|250px|Аморийҙы ҡамау

Ғәрәптәр Кесе Азияға дәғүәләренән баш тартмаған, һәм 838 йылда Аморий ҡалаһын талап, яңынан һөжүм башлаған.

Сицилия, Италия һәм Крит

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көнсығышта сағыштырмаса тигеҙлек хөкөм һөргән осорҙа, 820-се йылдарҙа Әғләбиҙәр Сицилияны яйлап яулай башлағас, Көнбайыш Урта диңгеҙ буйындағы хәл бөтөнләй үҙгәрҙе. Тунисты база итеп файҙаланып, ғәрәптәр Палермоны — 831 йылда, Мессинаны — 842 йылда, Эннаны 859 йылда яулап алыуҙан башлаған, һәм 878 йылда Сиракузды баҫып алыуы иң юғары нөктәһе (кульминация) булған. Был ғәрәптәргә Көньяҡ Италияға һәм Адриатик диңгеҙгә сапҡындар яһау һәм унда ауылдар булып ултырыу мөмкинлеген асты. Шулай уҡ, киләһе йөҙ йыллыҡта яр буйын бөлгөнлөккә төшөргән андалус пираттары компанияһы Крит утрауын баҫып алыуы Византия өсөн ҙур уңышһыҙлыҡ булған.

Византияның контрһөжүме

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Урта диңгеҙ буйында Византия-ғәрәп диңгеҙ көнәркәшлеге картаһы, VII—XI быуаттар

[[Файл:Assedio di Messina 1040.jpg|thumb|left|300px|1040 йылда Мессина ҡалаһын сарациндар ҡамауы. Иоанн Скилица хроникаһынан миниатюра. Испания Милли китапханаһы (Мадрид).]] Византияла дини донъя 867 йылда Македония династияһы хакимлығы урынлашыу менән башлана[70], шул уҡ ваҡытта 861 йылдан һуң Ғәббәәсиҙәр империяһы байтаҡ өлөштәргә тарҡала. Василий I Македонянин Византия империяһын, уның хәрби ҡеүәтен һәм Рим менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һалырға мөмкинлек биргән уйланылған сиркәү сәйәсәтен тергеҙә. Василий Изге Рим империяһы императоры Людовик II менән ғәрәптәргә ҡаршы союзға инә, һәм уның флоты Адриатик диңгеҙен ғәрәп караптарынан таҙарта[71].

Людовик II Византия ярҙамы менән 871 йылда ғәрәптәрҙән Бариҙы ала. 5 йылдан һуң ҡала Византия биләмәһенә әүерелә. Шул уҡ ваҡытта Сицилияла Визанзия позициялары насарайған һәм Сиракуз 878 йылда ғәрәптәрҙең һөжүме арҡаһында ҡолаған. Катания — 900 йылда, ә Таорминав ҡәлғәһе 902 йылда юғала. Михаил Захумльский 926 йылдың 10 июлендә Апулияла Византияның таянысы булған Сипонтоны (Sipontum) баҫып ала. [71]. Сицилия 1071 йылда нормандарҙың баҫып инеүенә тиклем ғәрәптәр контролендә ҡалған.

Сицилия юғалһа ла, генерал Өлкән Никифор Фока, һуңғараҡ Италия катепанаты өсөн ядро хасил итеп, 880 йылда Тарантоны һәм Калабрияның ҙур өлөшөн ҡулға төшөрә. Аппенин ярымутрауындағы уңыштар унда Византия хакимлығының яңы осорон аса.

Иоанн Куркуас Феодосиополь (Эрзурум) менән, мосолмандарҙың сик буйы әмирлектәренең иң көслөһө Мелитенаны (Малатья) әмирлеген яулай, һәм 930-сы йылдарҙа Әрмәнстанға юллана; киләһе өс тиҫтә йылда Фок кланы һәм уларҙың дәғүәселәре Алеппола Хәмдәниҙәр әмире Сәйф Әд-Даулға ҡаршы көрәшкән. Сәйф Киликияны һәм Төньяҡ Сүриәне яулап алған һәм Критты ҡайтарған Никифор II тарафынан тулыһынса еңелгән. Уның ҡустыһы һәм вариҫы Иоанн I Цимисхий, Иерусалимға барып етә яҙып, артабан көньяҡҡа ҡарай юл ала, ләкин 976 йылда вафат булып ҡалыуы Палестинаға Византия экспансияһының тамамланыуына килтерә.

Никифор II Фока һәм уның үгәй улы Василий II Болгаробойца (уңда). Македония династияһы осоронда Византия империяһы, ғәрәптәр менән һуғышта юғалған территорияларҙы тергеҙеп, Европалағы иң көслө дәүләткә әйләнә

Эске көрәш туҡтатылғандан һуң Василий II Болгаробойца 995 йылда ғәрәптәргә ҡаршы контрһөжүм башлай. Византия граждандар һуғышы көнсығышта Империяның позицияһын көсһөҙләндергән була, һәм Никифор II Фока менән Иоанн I Цимисхийҙың яулап алыуҙары Алеппоны ҡамауҙа һәм Антиохияның янауында юғалып ҡалыуға яҡынлаша. Василий Сүриәлә бер нисә һуғышта еңеп сыға, Алеппоны, көньяҡҡа һөжүм итеп, Оронт үҙәнен яулап алған. Палестинаға инергә һәм Иерусалимды ҡайтарырға көсө етмәһә лә, Василийҙың еңеүҙәре империяға Сүриәнең байтаҡ өлөшөн, шул иҫәптән ҙур Антиохия ҡалаһын кире ҡайтара[72]. 1025 йылға Византия биләмәләре «көнбайышта Мессин боғаҙынан һәм төньяҡ Адриатиканан төньяҡта Дунай йылғаһына һәм Ҡырымға тиклем, шулай уҡ көнсығышта Евфрат аръяғындағы Мелитена һәм Эдесса ҡалаларына тиклем һуҙылған»[72].

Византийҙар төньяҡ-көнсығышта Алеппонан Манцикертҡа тиклем яңы хәрби округтар («тем») төҙөй. Бындай хәрби ойошма ярҙамында византийҙар 200 000 тирәһе кешенән торған ғәскәр йыя алған, ә ғәмәлдә улар бөтә Империя буйлап стратегик урынлаштырылғайны. Василий II идара иткәндә Византия империяһы сама менән биш быуат эсендә, ә ысынбарлыҡта иһә — киләһе дүрт быуатта ла — үҙенең иң юғары сәскә атыуына өлгәшкән[73].

Бындай оҙайлы һуғыштарҙағы кеүек үк, Византия-ғәрәп һуғыштары Византия өсөн дә, ғәрәп донъяһы өсөн дә оҙаҡ ваҡыттарға һуҙылған эҙемтәләргә килтерә. Византийҙар ҙур территориаль юғалтыуҙар кисергән. Әммә, ғәрәптәр Яҡын Көнсығышты һәм Африканы контроле аҫтында тотһа ла, артабан яулап алыуҙар туҡтатыла. Византия империяһының иғтибары Юстиниандың яулап алыуҙарынан көнсығыш сиктәрҙәге ислам армияларына ҡаршы оборона позицияһына күсә. Көнбайыш Европала формалашҡан христиан дәүләттәрендә Византия ҡатнашлығынан тыш феодализм һәм иҡтисади үҙаллылыҡ әүҙемерәк үҫешә башлай[74].

Хәҙерге тарихсылар фекеренсә, Ғәрәп-Византия һуғыштарының иң мөһим эҙемтәләренең береһе — Рим һәм Византия араһындағы мөнәсәбәттәрҙәге көсөргәнешлек. Ислам армияларының һөжүменән иҫән ҡалыу өсөн көрәшеп, Империя башҡаса папствоға элегерәк тәҡдим иткән яҡлауҙы тәьмин итә алмай; унан да бигерәк, Т. Вудс әйтеүенсә, императорҙар «донъяуи власть компетенцияһынан ситкә сыҡҡан өлкәләрҙә сиркәү тормошона даими ҡыҫылған»[75]. Иконаға ҡаршы көрәшселәрҙең һәм икона һөйөүселәрҙең ҡапма-ҡаршы тороуын «Латин сиркәүен франктар ҡосағына алған» мөһим фактор тип ҡарарға мөмкин[58]. Шулай итеп, Бөйөк Карл ғәрәп яулап алыуҙарының ситләтелгән «продукты» булды: «Франция империяһы исламһыҙ бер ҡасан да барлыҡҡа килмәҫ ине, һәм Бөйөк Карлды Мөхәмәтһеҙ күҙ алдына ла килтереп булмаҫ ине» тип раҫлана[76].

Изге Рим империяһының вариҫтары Бөйөк Карл һуңыраҡ Людовик II эргәһендә һәм тәре походтары ваҡытында византийҙарға ярҙамға киләсәк, әммә ике империя араһындағы мөнәсәбәттәр көсөргәнешле буласаҡ.

  1. Theophanes, Chronicle, 317—327
    * Greatrex-Lieu (2002), II, 217—227; Haldon (1997), 46; Baynes (1912), passim; Speck (1984), 178
  2. Foss (1975), 746-47; Howard-Johnston (2006), xv
  3. Liska (1998), 170
  4. Kaegi (1995), 66
  5. «Muhammad», Late Antiquity; Butler (2007), 145
  6. 6,0 6,1 6,2 Kaegi (1995), 67
  7. Read (2001), 50-51; Sahas (1972), 23
  8. Nicolle (1994), 47-49
  9. 9,0 9,1 Kaegi (1995), 112
  10. Nicolle (1994), 45
  11. Internet History Sourcebooks Project (ингл.). Дата обращения: 7 февраль 2016. Архивировано 11 октябрь 2013 года.
  12. Zonaras, Annales, CXXXIV, 1288
    * Sahas (1972), 20
  13. Runciman (1953), i, 3
  14. Kennedy (1998), 62
  15. Butler (2007), 427—428
  16. Davies (1996), 245, 252
  17. Haldon (1999), 167; Tathakopoulos (2004), 318
  18. Butler (2007), 465—483
  19. Treadgold (1997), 312
  20. Fage-Tordoff, 153—154
  21. Norwich (1990), 334
  22. Will Durant, The History of Civilization: Part IV—The Age of Faith. 1950. New York: Simon and Schuster. ISBN 0-671-01200-2
  23. The Islamic World to 1600: Umayyad Territorial Expansion.
  24. Clark, Desmond J.; Roland Anthony Oliver; J. D. Fage; A. D. Roberts. The Cambridge History of Africa (инг.). — Cambridge University Press, 1978. — P. 637. — ISBN 0-521-21592-7.
  25. 25,0 25,1 Edward Gibbon, History of the Decline and Fall of the Roman Empire, Chapter 51. 2005 йыл 21 июль архивланған.
  26. Kaegi (1995), pp. 236—244
  27. 27,0 27,1 Kennedy (2004) p. 120
  28. European Naval and Maritime History, 300—1500 By Archibald Ross Lewis, Timothy J. Runyan Page 24 [1] 2022 йыл 23 май архивланған.
  29. History of the Jihad By Leonard Michael Kroll Page 123. Дата обращения: 28 декабрь 2019. Архивировано 29 сентябрь 2020 года.
  30. A History of Byzantium By Timothy E. Gregory page 183. Дата обращения: 28 декабрь 2019. Архивировано 10 май 2022 года.
  31. Prophets and Princes: Saudi Arabia from Muhammad to the Present By Mark Weston Page 61 [2] 2022 йыл 23 май архивланған.
  32. The Medieval Siege By Jim Bradbury Page 11. Дата обращения: 28 декабрь 2019. Архивировано 29 сентябрь 2020 года.
  33. Pryor & Jeffreys (2006), p. 25
  34. Treadgold (1997), pp. 313—314
  35. Kennedy (2004) pp. 120, 122
  36. Kaegi (1995), pp. 246—247
  37. 37,0 37,1 El-Cheikh (2004), pp. 83-84
  38. Treadgold (1997), pp. 314—318
  39. Treadgold (1997), pp. 318—324
  40. Treadgold (1997), pp. 325—327
  41. The Walls of Constantinople, AD 324—1453 2007 йыл 27 сентябрь архивланған., Osprey Publishing, ISBN 1-84176-759-X.
  42. Karen Armstrong: Islam: A Short History. New York, NY, USA: The Modern Library, 2002, 2004 ISBN 0-8129-6618-X
  43. 43,0 43,1 Davies (1996), 245
  44. 44,0 44,1 Chisholm, Hugh, ed. (1911), "Ҡалып:Cite wikisource/make link", Encyclopædia Britannica, vol. 15 (11th ed.), Cambridge University Press, p. 602 
  45. Treadgold (1997), pp. 337—345
  46. Treadgold (1997), pp. 346—347
  47. Treadgold (1997), p. 347
  48. Treadgold (1997), pp. 347—349
  49. 49,0 49,1 Blankinship (1994), pp. 117—119
  50. Treadgold (1997), pp. 349ff.
  51. Kennedy (2004), pp. 143, 275
  52. El-Cheikh (2004), p. 83
  53. Blankinship (1994), pp. 119—121, 162—163
  54. Volcanism on Santorini / eruptive history. Дата обращения: 28 декабрь 2019. Архивировано 30 май 2017 года.
  55. 55,0 55,1 Treadgold (1997), pp. 350—353
  56. 56,0 56,1 Whittow (1996), pp. 139—142
  57. Europe: A History, p. 273. Oxford: Oxford University Press 1996. ISBN 0-19-820171-0
  58. 58,0 58,1 Europe: A History, p246. Oxford: Oxford University Press 1996. ISBN 0-19-820171-0
  59. Blankinship (1994), pp. 20, 168—169, 200
  60. Treadgold (1997), pp. 354—355
  61. El Hibri (2011), p. 302
  62. El Hibri (2011), pp. 278—279
  63. Kennedy (2001), pp. 105—106
  64. El Hibri (2011), p. 279
  65. Kennedy (2001), p. 106
  66. El-Cheikh (2004), pp. 89-90
  67. Kennedy (2004), pp. 143—144
  68. Kennedy (2004), p. 146
  69. 69,0 69,1 69,2 John Julius Norwich. A Short History of Byzantium (инг.). — Penguin, 1998. — ISBN 0-14-025960-0.
  70. Europe: A History. Oxford: Oxford University Press 1996. ISBN 0-19-820171-0
  71. 71,0 71,1 Franjo Rački, Odlomci iz državnoga práva hrvatskoga za narodne dynastie:, p. 15
  72. 72,0 72,1 Read (2001), 65-66
  73. See map depicting Byzantine territories from the 11th century on; Europe: A History, p. 1237. Oxford: Oxford University Press 1996. ISBN 0-19-820171-0
  74. Europe: A History, p 257. Oxford: Oxford University Press 1996. ISBN 0-19-820171-0
  75. Thomas Woods, How the Catholic Church Built Western Civilization, (Washington, DC: Regenery, 2005), ISBN 0-89526-038-7
  76. Pirenne, Henri. Mediaeval Cities: Their Origins and the Rivival of Trade (Princeton, NJ, 1925). ISBN 0-691-00760-8

Ҡалып:Арабские завоевания