Хәләб

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Алеппо битенән йүнәлтелде)
Ҡала
Хәләб
ғәр. حلب
Герб
Герб
Ил

Сүриә

Мухафаза

Һалаб (Алеппо)

Район

Жебель-Семъан

Координаталар

36°12′ с. ш. 37°09′ в. д.HGЯO

Башлыҡ

Маад аль-Мадлажи

Беренсе мәртәбә телгә алынған

2500 год до н. э.

Элекке исеме

Халибон, Халман, Беройя

Майҙаны

190 км²

Бейеклеге

390 м

Рәсми теле

ғәрәп

Халҡы

2 098 210 кеше (2021)

Конфессиональ составы

мосолмандар (шығыйҙар),(сөнниҙәр)

Этнохороним

Һалаб кешеһе, кешеләре[1]

Сәғәт бүлкәте

UTC+2, йәйге UTC+3

Телефон коды21
Һанлы танытмалар
Рәсми сайт

aleppo-city.gov.sy

Хәләб (Ер)
Хәләб
Хәләб
Цитаделдән Һалаб күренеше

Хәләб[2][3] (ғәр. حَلَبُḤalab; бор. грек. Βέροια, лат. Berœa) — Сүриәнең[4] ҙур ҡалаһы һәм шул исемле үҙәге, илдең иң күп халыҡ йәшәгән мухафазаһы. Джебель-Семъан районының Симеон тауы нахияһында урынлашҡан. 2 301 570 кеше (2005) йәшәгән Һалаб Левантаның иң ҙур ҡалаларының береһе булып тора. Күп быуаттар дауамында Хәләб Бөйөк Сүриәнең иң ҙур ҡалаһы һәм Ғосман империяһының Константинополдән һәм Ҡаһирәнән[5] һуң, ҙурлығы буйынса өсөнсө ҡалаһы.

Хәләб — даими йәшәүсе халҡы булған донъялағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе, күрәһең, беҙҙең эраға тиклем VI мең йыллыҡта унда халыҡ йәшәгән[6]. Телль ас-Сауда һәм Телль әл-Ансари (ҡаланың боронғо көньяҡ өлөшө) өлкәһендә алып барылған ҡаҙыныуҙар, һәр хәлдә, беҙҙең эраға тиклемге III мең йыллыҡтың икенсе яртыһында унда халыҡ йәшәгәнен күрһәтә[7]. Алеппо хетт, Евфраттағы Мари яҙмаларында телгә алынған, үҙәк Анатолияла, Эбла ҡалаһында, ул төп сауҙа үҙәктәренең береһе һәм хәрби сәнғәт ҡалаһы булараҡ тасуирлана[8].

Тарихта ҡала ҙур урын алып тора, сөнки Урта Азия һәм Месопотамия аша үткән Бөйөк ебәк юлында урынлашҡан. 1869 йыл Суэц каналы асылғандан һуң, йөктәрҙе һыу юлынан ташый башлағандар һәм Һалабтың сауҙа ҡалаһы булараҡ роле кәмегән. Сүриәлә граждандар һуғышы башланғанға тиклем Хәләб ҡыҫҡа яңырыу осоро кисерә. 2006 йылда ҡала «Ислам мәҙәниәте баш ҡалаһы» титулын яулай.

Сүриәнең төньяҡ өлөшөндә, Оронт һәм Евфрат араһында, дала йылғаһы Куэйкала (ғәр. قويق‎), уңдырышһыҙ ҡалҡыулыҡтың төньяҡ-көнбайыш битләүендә, бейек эзбизташ стеналар менән уратып алынған киң соҡорҙа, 380 метр бейеклектә, Дамасктан өс йөҙ илле саҡрым төньяҡ-көнсығышта урынлашҡан.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Борон Хәләб, Һалпе йәки Һалибон исеме аҫтында билдәле булған[9] ә гректар һәм римлеләр уны Ве́роя (бор. грек. Βέροια, лат. Beroea)[10] тип йөрөткән. Тәре йөрөтөүселәр походтары һәм артабан Сүриә һәм Ливанға француз мандаты осоронда Хәләб тиер урынға итальянса Алеппо тип атағандар. Әммә Алеппоның боронғо атамаһы "Хәләб"тың килеп сығышы билдәһеҙ. Ҡайһы берҙәр был урында борондан шул мәғдән етештерелгәнлектән, «Хәләб» «тимер» йәки «баҡыр» тигәнде аңлата, тип фаразлай. «Хәләбә» арамей телендә «аҡ» тигәнде аңлата, был фаразды яҡлаусылар шул тирәлә тупраҡтың төҫөнә һәм мәрмәр күплегенә һылтана. Халыҡ этимологияһынан тағы бер аңлатма: Ибраһим сәйәхәтселәргә һөт биргән, тип хикәйәләгән боронғо легенданан сығып, исем ғәр. حَلَبَ‎, «Һалаб» «(һөт) һауҙы» тигәнде аңлата. Сәйәхәтселәр бер-береһенән «إِبْرَاهِيمُ حَلَبَ؟, Һалаба Ибрахийм?», йәғни «Ибраһим һауҙымы?» тип һораған икән. Һыйыры ерән төҫтә булған (ғәр. شَهَبٌ‎, shaheb), шуға ҡала حَلَبُ الشَّهْبَاءُ‎, «Һалаб аш-Шахба» тип атала[11].

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төнгө Хәләб

Хәләб Урта диңгеҙҙән 120 км алыҫлыҡта, диңгеҙ кимәленән 380 м бейеклектә, сүриә-төрөк сигенән көнсығышҡа табан 45 километрҙа урынлашҡан. Ҡала төньяҡтан һәм көнбайыштан фисташка һәм зәйтүн ағастарын культивациялау таралған ауыл хужалығы ерҙәре менән уратып алынған. Көнсығышта Һалабты Сүриә сүле уратҡан. Ҡала иҫке ҡала нигеҙенән көньяҡҡа табан бер нисә саҡрымда, Куэйка йылғаһының уң ярында урынлашҡан; ҡаланың иҫке өлөшө йылғаның һул ярында ята. Ул уртаһында төп бейек убаһы булған 10 км радиуслы түңәрәк барлыҡҡа килтергән 8 ҡалҡыулыҡ менән уратып алынған. Был убала беҙҙең эраға тиклем II мең йыл менән билдәләнгән ҡәлғә төҙөлгән. Был убалар Телль ас-Сауда, Телль Ғәйшә, Телль ас-Сетт, Телль әл-Ясмин, Телль әл-Ансари (Ярукиййя), Ан ат-Талль, әл-Жаллюм һәм Бахсита тип атала[12]. Ҡаланың боронғо өлөшө туғыҙ ҡапҡанан торған стена менән кәртәләнгән. Стенаны киң тәрән соҡор уратып алған[12].

190 км² майҙан биләгән Хәләб Яҡын Көнсығыштың иң тиҙ үҫкән ҡалаларының береһе булып тора. 2001 йылда ҡабул ителгән ҡала үҫеше планы буйынса 2015 йыл аҙағына тиклем Һалабтың дөйөм майҙанын 420 км²-ға киңәйтеү ҡаралған була[13].

Климаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәләб климаты Урта диңгеҙ климатына бик яҡын. Шул уҡ ваҡытта ҡала урынлашҡан тау яйлаһы ҡышҡы айҙарҙа Урта диңгеҙҙең йылыныу эффектын кәметә, был Хәләбтәге ҡышты башҡа Урта диңгеҙ ҡалаларына ҡарағанда һиҙелерлек һалҡынайта. Ғинуарҙың уртаса температураһы буйынса Ҡырым ярымутрауы көньяҡ ярының ҡышы менән сағыштырырлыҡ, шул уҡ ваҡытта тотороҡло төнгө ҡырауҙар күҙәтелә, йылы көндәрҙә лә һауа торошо бик йыш үҙгәрә.

Айырым йылдарҙа һауа торошоноң −5 °C, һирәк осраҡта −10 °C градусҡа етеүе мөмкин. Йыш ҡына ҡар яуа, ҡайһы бер ҡыштар ҡарлы була һәм ваҡытлыса ҡар япмаһы ята. Һәр ваҡыттағыса, ҡышҡыһын ел, дымлы һауа торошо өҫтөнлөк итә. Йәй бик эҫе, яуым-төшөмһөҙ тиерлек. Әммә Хәләбдә йәй Урта диңгеҙ буйындағы башҡа ҡалаларға ҡарағанда иртәрәк башлана һәм тамамлана. Һауа температураһы көндөҙ уртаса +36 °C градус тәшкил итә, ләкин йыш ҡына +40 °C-тан ашыу күтәрелә. Хәләбдә яҙ шартлы рәүештә февралдең икенсе яртыһында башлана һәм апрель аҙағына тиклем дауам итә. Ә көҙ бик ҡыҫҡа, ул ноябрҙә генә була.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәләб — донъялағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе, унда беҙҙең эраға тиклем VI мең йыллыҡта уҡ кешеләр йәшәгән[6]. Телль ас-Сауд һәм Телль әл-Ансари (ҡаланың боронғо өлөшөнөң көньяғы) ҡаҙыу эштәренән күренеүенсә, бында беҙҙең эраға тиклем III мең йыллыҡтың икенсе яртыһында халыҡ йәшәгән[7].Хәләб, сауҙа һәм хәрби сәнғәттең төп үҙәктәренең береһе булараҡ, хетт яҙмаларында, Евфраттағы Мари яҙмаларында, үҙәк Анатолийҙағы (Кесе Азия) һәм Эбла ҡалаһындағы яҙмаларҙа һүрәтләнә[8].

Боронғо донъя[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эбла. Батша һарайы емереклектәре.

Боронғо Көнсығыш[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боронғо Саргон империяһы, б. э. т. XXIV быуат

Хәләб тарихи яҙмаларҙа Дамаскка ҡарағанда күпкә алдараҡ күренә башлай. Уның тураһында б. э. т. III мең йыллыҡҡа, Эбла бойондороҡһоҙ батшалығының баш ҡалаһы булған ваҡытта, беренсе тапҡыр телгә алына. Ул Эблалағы Арми булараҡ һәм Аҡкадалағы Арманум исеме менән билдәле булған. Нарам Син — Аҡкад батшаһы (йәки уның олатаһы, Боронғо Саргон), беҙҙең эраға тиклем XXIII быуатта Эбла менән Арманды юҡ иткән[14][15].

Һуңғы вавилон осоронда Хәләб тәүге тапҡыр Хәләб исеме менән телгә алына[15]. Был ҡала Ямхад тип аталған аморей батшалығының баш ҡалаһы булған. Шулай уҡ «Хәләб ере» тигән исем менән билдәле булған Ямхад (ғәр. يمحاض‎)(яҡынса б. э. т. 1800—1600 йылдар) батшалығы Яҡын Көнсығышта иң көслө һәм ҡеүәтле батшалыҡ булған[16].

Ямхадты беҙҙең эраға тиклем XVI быуатта Мурсили I осоронда хеттар емергән. Әммә тиҙҙән, төбәк хетт көстәренең эске үҙ-ара низағтар арҡаһында хәлһеҙләнгәндә, Һалаб Сүриәлә үҙенең әйҙәүсе ролен яңынан яңыртҡан[15].

Төбәктә хакимһыҙлыҡтан файҙаланып, Хурриттарҙың Митанни батшалығы хакимы Парраттарна беҙҙең эраға тиклем XV быуатта Һалабты яулай. Һуңынан Алеппо (Һалаб) Боронғо Мысыр, Митанни һәм Хетт батшалыҡтары араһындағы һуғышының фронт һыҙығында була[15]. Хетт Суппилулиума I Митанниҙы еңгән һәм б. э. т. XIV быуатта Һалабты яулаған. Хәләб хеттар өсөн культ әһәмиәтенә эйә булған: ул һауа торошо аллаһына табыныу үҙәге булған[15].

Б. э. т. XII быуатта Хетт батшалығы емерелгәс, Һалаб арамей сир-хетт Арпад батшалығының бер өлөшө булып киткән, ә һуңыраҡ ул арамей сир-хетт Хатарикка — Лухутиҙағы батшалығының баш ҡалаһы булып киткән. Б. э. т. IX быуатта Һалаб Яңы Ассирия батшалығының, ә һуңыраҡ Яңы Вавилон батшалығының һәм Әһәмәниҙәр империяһының бер өлөшө булып киткән.

Антиклыҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Брэдтағы маронит базиликаһы харабалары, Һалаб

Искәндәр Зөлҡәрнәй ҡаланы б. э.т. 333 йылда яулай. Селевк Никатор бында грек торағына нигеҙ һала (б. э. т. 301—286 йй.) һәм боронғо Македония империяһындағы Верия ҡалаһы хөрмәтенә — Верия тип атай.

Верия 300 йылға яҡын Селевкиҙар дәүләте буйһоноуында ҡалған. Рим хакимлығы Төньяҡ өс быуаттан ашыу осорҙа Сүриәнең стабиллеген һәм хәүефһеҙлеген тәьмин иткән.

Рим дәүерендә төньяҡ Сүриәлә халыҡ һаны арта, V быуатта Византия империяһы хакимлығы осоронда ла халыҡ һаны арта. Һуңғы антиклыҡ йылдарында Верия ҙурлығы буйынса Антиохиянан, Сүриә баш ҡалаһынан һуң, икенсе ҡала; һәм Рим империяһындағы өсөнсө ҡала була. Археологик мәғлүмәттәр б. э. VI быуатында Антиохия һәм Верия араһындағы ауыл һәм ҡалаларҙа халыҡ тығыҙлығының күплеге тураһында һөйләй. Хәҙерге ваҡытта был тораҡтарҙа Изге Симеон Столпник сиркәүе кеүек боронғо йорттар һәм сиркәүҙәр бар. Изге Марон, шул төбәктә тыуыуы ихтимал: уның ҡәбере Брэдта, Һалабтан көнбайышта урынлашҡан.

Верия Тәүрат китабында ла телгә алына.

Урта быуаттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һалабтың 1256 йылда Ән-Насир Йософ реставрациялаған боронғо диуарҙары һәм Баб Кыннасрин

Сәсәниҙәр империяһы Сүриәгә VII быуат башында һөжүм итә. Тиҙҙән, 637 йылда, Һалабты Хәлит ибн Вәлит етәкселек иткән ғәрәптәр яулай. 944 йылда ул кенәз Сәйф әл-Даул Хаманид бойондороҡһоҙ әмирлеге резиденцияһына әйләнә, һәм ҡала, бөйөк шағир Әл-Мутанабби һәм фәйләсуф Әл-Фараби ҡалаһы булараҡ, сәскә ата. 962 йылда ҡала византийлылар тарафынан яңынан яуланған һәм 974 йылдан 987 йылға тиклем Көнсығыш Рим империяһы составында булған. Хәләб һәм уның әмирлеге 969 йылдан алып византий һуғыштары башланғанға тиклем вассал дәүләткә әйләнгән. 1024—1080 йылдарҙа бер аҙ өҙөклөк менән ҡалаға Мирдасидтар династияһы идара итә. Алеппоны тәре йөрөтөүселәр ике тапҡыр, 1098 йылда һәм 1124 йылда, ҡамай, ләкин яулап ала алмай.

1138 йылда булған ер тетрәү ҡаланы һәм уның тирә-яғын емергән. Ул осорҙоң баһаһына тулыһынса таянырға ярамай, әммә, шуға ҡарамаҫтан, 230 000 кеше һәләк булған тип һанала, шул рәүешле был кешелек тарихында иң үлемесле бишенсе ер тетрәү була.

Хәләб Сәләх әд-Дингә, унан һуң 1183 йылда Әйүбиҙәр династияһына күсә.

Мәмлүк осорондағы Сук аз-Зирб

1260 йылдың 24 ғинуарында[17] Хүләгү етәкселегендә, Антиохия кенәзе Боэмунд VI һәм уның ҡайныһы, Әрмәнстан батшаһы Хетум I[18] менән бергә, монголдар Хәләбте яулай. Әйүби Торан-шаһ ҡаланы насар һаҡлаған: алты көн бомбаға тотолғандан һуң диуарҙар, ә дүрт аҙнанан цитадель емерелеп төшкән. Күп мосолман һәм йәһүд һәләк булған, ә мәсихсе халыҡ ярлыҡаланған[19]. Монголдар Тураншаһ III-нө ҡыйыулығы өсөн хөрмәт иткәнгә күрә, уны үлтермәгән. Һуңынан ҡала Хомс ҡалаһының элекке әмире әл-Әшрәф Мусаға бирелә, ҡалала монгол гарнизоны урынлаштырыла. Һалабты алғанда күрһәткән ярҙамы өсөн, Хетум I-гә награда тапшырыла. Шунан монгол ғәскәрҙәре Дамаск яғына юл тота, һәм ул бирелә. Монголдар Дамаскка 1260 йылдың 1 мартында ингән.

1260 йылдың сентябрендә мәмлүктәр Акконан француздары менән килешеү төҙөү буйынса һөйләшеүҙәр алып бара, һәм был килешеү тәре йөрөтөүселәр аша ҡаршылыҡһыҙ үтергә мөмкинлек бирә һәм 1260 йылдың 3 сентябрендә монголдар (ҡара: Айн-Жалут янындағы һуғыш) менән һуғышҡа инә. Мәмлүктәр, монгол хәрби начальнигы Китбуканы үлтереп, еңеү яулай һәм биш көндән яңынан Дамаскты баҫып алды. Мосолмандар Хәләбте бер айҙа үҙ ҡулына алған, һәм мәмлүк губернаторы ҡала менән идара итергә ҡала. Шул уҡ йылдың декабрендә Хүләгү, Хәләбте кире ҡайтарырға тырышып, ғәскәр ебәрә. Монголдар Китбука үлеме өсөн үс алып, байтаҡ мосолмандарҙы үлтерә, әммә ҡаланы ике аҙна эсендә баҫып ала алмауы сәбәпле, улар сигенергә мәжбүр була[20].

1271 йылдың октябрендә монголдар ҡаланы һаҡлаған төркмән ғәскәрҙәрен һәм Анатолийҙы һаҡлаған ун меңлек армияны еңеп, йәнә Хәләбте баҫып ала. Мәмлүк гарнизондары Хама ҡалаһына ҡасҡан, ләкин Бейбарыҫ I үҙенең армияһы менән Хәләбте яҡларға ҡайта, һәм монголдар сигенә[21].

1280 йылдың 20 октябрендә монголдар, баҙарҙы талап һәм мәсеттәргә ут төртөп, йәнә Алеппоны баҫып ала. Ҡаланың мосолман халҡы, мәмлүктәрҙең лидеры Әл-Мансур Калауун үҙ көсөн йыйған Дамаскка ҡаса. Уның ғәскәре Хәләбкә еткәс, монголдар Евфрат аша йәнә сигенә.

1400 йылда төрөк лидеры Аҡһаҡ Тимер ҡаланы мәмлүктәрҙән тартып ала[22]. Бик күп кеше үлтерелә, ҡаланан ситтә мең баш һөйәгенән башня төҙөлә[23]. Монголдар киткәс, бөтә мосолман халҡы Һалабҡа ҡайта. Ләкин монголдар һөжүм иткән ваҡытта торлаҡтарын ташлап киткәндәр ҡаланың иҫке өлөшөндә урынлашҡан кварталдарына ҡабат ҡайта алмаған. Был хәл уларҙың 1420 йылда ҡала стеналарынан ситтә, Хәләбтә төньяҡ биләмәһендә яңы квартал төҙөүенә килтерә. Был яңы квартал әл-Ждейде (ғәрәп телендә: «Яңы район») тип атала.

Яңы осор[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XIX быуатта ҡалала йәһүдтәрҙе күпләп физик юҡ итеү барған. 1947 йылда, Израиль дәүләте ойошторолоу менән, Хәләбтә ҙур золом башланған, һөҙөмтәлә йәһүдтәр Израилгә күпләп ҡасып сыға башлаған.

Граждандар һуғышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғыштан һуң Хәләб ҡалаһының күренеше

2012 йылда Сүриәлә Граждандар һуғышы ваҡытында ҡала бер яҡтан — хөкүмәткә ҡаршы баш күтәреүселәр һәм террористик төркөмдәр, икенсе яҡтан хөкүмәт ғәскәрҙәре араһындағы аяуһыҙ һуғыштар майҙанына әүерелә. Һуғыштың әүҙем фазаһы 2012 йылдың йәйендә башлана[24].

Башта ҡаршы тороуға Сүриләге уртасыл оппозиция төркөмдәре һәм хөкүмәт ғәскәрҙәре, шулай уҡ халыҡ үҙ-үҙен обороналау отрядтарынан курд боевиктары йәлеп ителә[25]. Яйлап хөкүмәткә ҡаршы көстәр араһында радикаль ислам төркөмдәре, шул иҫәптән Фронт ан-Нусра һәм «Ислам дәүләте» ҙур роль уйнай башлай, ә һуғышта хөкүмәт яғында бик күп союздаш ҡораллы төркөмдәр (нигеҙҙә, Ливандан, Ираҡтан һәм Афғанстандан шиғыйсылар ополчениелары)[26], шулай уҡ Ирандың хәрби советниктары сығыш яһай. 2015 йылдың сентябрендә Сүриәлә Рәсәй хәрби операцияһы башланғас, Хәләбтәге ҡораллы ҡаршы тороуға Рәсәйҙең Һауа-йыһан көстәре ҡушылды.

Илдең халыҡ буйынса ҙур ҡалаһы булғанлыҡтан һәм һуғышҡа тиклем «Сүриәнең иҡтисади баш ҡалаһы» тип иҫәпләнгән Хәләбте конфликт яҡтары һәм эксперттар ҙур стратегик һәм сәйәси әһәмиәткә эйә тип, ә ҡаланы контролдә тотоу көрәшен — хәл иткес фронт булараҡ ҡараған[27][28][29][30][31][32]. Был хәрби хәрәкәттәр ҡала инфраструктураһының емерелеүенә һәм тыныс халыҡ араһында ҙур юғалтыуҙарға килтергән оҙаҡҡа һуҙылды һәм аяуһыҙ характерлы булды.

2012 йылдың йәйендә ҡалаға һөжүм итеп, баш күтәреүселәр төркөмдәре уның территорияһының 40%-н тиҙ арала баҫып ала. Әммә уларҙы артабан алға ебәреү туҡтатыла, һәм 2012—2013 йылдарҙа хәл тотҡарлана. Һуғышмандар Дамаск-Алеппо стратегик шоссеһын ҡулға төшөрә, һәм уны контролдә тотоу өсөн көсөргәнешле һуғыштар башлана[33].

2013 йылдың 15 ғинуарында урындағы университет территорияһында шартлау яңғырай. Шартлау һөҙөмтәһендә 80 кеше һәләк була һәм 150-ләп кеше яралана, улар араһында университет территорияһында урынлаштырылған студенттар һәм ҡасаҡтар була.

12 мартта Сүриә ғәскәрҙәре һәм фетнәселәр Һалаб халыҡ-ара аэропорты өсөн һуғышты яңынан башлай, баш күтәреүселәр шулай уҡ аэропорттан алыҫ түгел Найраб һәм Маннах авиабазаларына һөжүм итә[34]. 19 мартта Һалаб—Хан-әл-Асале янында нерв-паралитик газ ҡулланылған, һөҙөмтәлә 15 кеше һәләк булған[35].

2013 йылдың октябренә ҡарата ҡаланың яртыһын — хөкүмәт ғәскәрҙәре, икенсе өлөшөн баш күтәреүселәрҙең төрлө төркөмдәре һаҡлап ҡала[35]. Конфликт башланғандан алып ҡала халҡы 2,5 миллиондан 1 миллиондан кәмерәк кешегә тиклем кәмегән[35].

2014—2015 йылдарҙа Сүриә армияһы, союз ополченецтары һәм Иран хәрбиҙәре ярҙамында, ҡаланы ҡамауға һәм штурмлауға нигеҙ һалған уңышлы операциялар серияһын уҙғарҙы.

2015 йылдың 4 мартында Һалабтағы Сүриә Хәрби һауа көстәре разведкаһы бинаһы янында ҡеүәтле шартлау яңғырай. Фетнәселәр махсус хеҙмәт бинаһы аҫтында урынлашҡан туннель ҡоролмаһын шартлата. 30-ҙан ашыу кеше һәләк була[36].

12 июлдә төндә Иҫке ҡалала туннель шартлауы һөҙөмтәһендә ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән Һалаб цитаделенең стенаһы ныҡ зыян күргән[37].

2015 йылдың сентябрендә Сүриәлә Рәсәй хәрби операцияһының башланыуы Башар Асад хөкүмәте файҙаһына Сүриәләге хәлде тамырынан үҙгәртергә, Хәләбте ҡамауға сик ҡуйырға, артабан — ҡаланың барлыҡ биләмәһен контролдә тоторға мөмкинлек бирҙе[38][39].

2016 йылдың февралендә Сүриә армияһы уңышлы һөжүм барышында Төркиә сиге яғынан һуғышмандарҙы тәьмин итеү һыҙатын киҫеп, төньяҡтан Алеппоны уратып алды.

2016 йылғы йәйге кампания барышында армия ҡаланы тулыһынса уратып ала, шулай ҡамау башлана. 2016 йылдың сентябренә ҡарата баһалау буйынса, Һалабтың (оппозиция һәм террорсылар контролдә тотҡан) көнсығыш өлөшөндә 250 мең самаһы кеше, (хөкүмәт көстәре контролдә тотҡан) көнбайыш өлөшөндә — 1,5 миллион кеше ҡалған[40].

28 июлдә Рәсәй Сүриә властары менән берлектә Хәләбтә гуманитар операция башлана. Граждандар өсөн — өс, боевиктар сығыу өсөн дүртенсе гуманитар коридор асыла[41].

Августа Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Гуманитар мәсьәләләрҙе координациялау идаралығында ҡалала, айырыуса Көнсығыш Һалабта, хәүефһеҙлек һәм гуманитар хәлгә бәйле хәлдең насарайыуына борсолоу белдерелә. Һуңғараҡ Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының генераль секретары Пан Ги Мун ҡалала гуманитар һәләкәт ихтималлығы ҙур тип белдерә[42][43].

Алеппо, 21 декабрь, 2016. Рәсәй Федерацияһы оборона министрлығының веб-сайтынан алынған фотография

Сентябрь аҙағында Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы генераль секретарының гуманитар мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Стивен О’Брайен гуманитар һәләкәт барлыҡҡа килеү ихтималлығы тураһында иҫкәртә. Шул саҡта Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының генераль секретары Пан Ги Мун Сүриәне һәм Рәсәйҙе хәрби енәйәттәрҙә — Хәләбтең торлаҡ райондарына ҡаршы яндырғыс һәм бункер бомбаларын файҙаланыуҙа ғәйепләй[44][45][46][47].

2016 йылдың 15 ноябрендә Сүриә армияһы Рәсәй Һауа-йыһан көстәренең авиация-ракета ярҙамында ҡаланың контролһеҙ (көнсығыш) өлөшөн баҫып алыу маҡсатында һөжүм башлай. 2016 йылдың декабре уртаһына ҡала тулыһынса хөкүмәт ғәскәрҙәре ҡулында була[48].

2016 йылдың 22 декабре кисенә ҡала тулыһынса хөкүмәт көстәре контроленә күсте[49].

Һуңынан ҡаланы азат иткәндән һуң уның торлаҡ кварталдары һуғышмандар тарафынан күп тапҡыр миномет һәм ракета атыуына дусар ителә, һәм был яңы ҡорбандарға килтерә[50][51].

Ҡаланы тергеҙеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәрби хәрәкәттәр барышында Һалабтың иҫтәлекле урындарының күбеһе зыян күргән йәки емерелгән. Илдең иҡтисади баш ҡалаһының бик күп етештереү предприятиелары таланған[52][53].

2019 йылдың июлендә ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә ингән «Әл-Саҡтыя» үҙәк ҡала баҙары тергеҙелә[54].

2019 йылдың авгусында ҡаланың торлағын һәм инфраструктураһын тергеҙеү дауам иткән[52]. 2019 йылдың көҙөнә бер нисә сәнәғәт производствоһы тергеҙелгән. Һалабты тергеҙеүҙә ҡалаға әйләнеп ҡайтҡан ҡасаҡтар ҡатнаша[53][55].

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәһүд ҡатыны һәм Хәләб бедуиндары, 1873 йыл

Хәләб халҡының күпселеге — ғәрәп-мосолмандар. Христиан халҡы әрмәндәрҙән, юнандарҙан, марониттарҙан, Сүриә католиктарынан тора; йәһүд һәм америка протестанттары общиналары бар.

Йыл Халҡы Артым, %±
1883 99 179 -
1922 156 748 44,9 %
1934 249 921 19,0 %
1950 362 500 11,5 %
1965 500 000 17,5 %
1990 1 216 000 90,3 %
2000 1 937 858 29,2 %
2005 2 301 570 5,5 %
2016 1 800 000 -22 %

Тарихи мәғлүмәттәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XIX йөҙ йыллыҡтың башында Хәләбтә 200 мең кеше йәшәгән; ҡала киң сәнәғәте һәм сауҙаһы менән билдәле булған, уның фабрикалары бөтә Көнсығышты ебәк, ҡағыҙ, йөн һәм парса материалдары менән тәьмин иткән. Әммә ер тетрәү, тағун һәм ваба уның байлығын ҡаҡшатҡан. Сығышы менән Хәләбтән тарихсы, шәйех Камал әл-Ғаззи (1853—1933) әйтеүенсә, ҡала халҡы 1822 йылдағы емергес ер тетрәүгә тиклем 400 мең кеше тәшкил иткән. Артабан ваба һәм тағундан (1823 һәм 1827 йылдарҙа) Һалаб халҡы 110 мең кешегә тиклем кәмей[56]. 1901 йылда Алеппо халҡының дөйөм һаны 108 143 кеше тәшкил иткән, уларҙың 76 329-ы (70,58 %) — мосолмандар, 24 508-е (22,66 %) — христиан-католиктар; 7306-һы (6,76 %) — йәһүдтәр[57]. Христиан халҡы башҡа ҡалаларҙан әрмән ҡасаҡтары (1915 йылғы әрмәндәр геноцидынан һуң) һәм Сүриә мәсихселәренең күпләп ағылыуы менән арта. Әрмән ҡасаҡтарының тәүге төркөмө (1915—1922) килгәндән һуң, 1922 йылда Һалаб халҡы 156 748 кешегә еткән, уларҙың 97 600-ө (62,26 %), католик христиандар — 22 117 (14,11 %), йәһүдтәр — 6580 (4,20 %), европалыларҙың һаны — 2652 (1,70 %), әрмән ҡасаҡтары — 20007 (12,76 %) һәм 7792 (4,97 %) һәм башҡа төр ҡасаҡтар[58][59].

Хәләб йүнәлешендә әрмән ҡасаҡтарының икенсе ағымы 1923 йылда Киликиянан француз ғәскәрҙәрен сығарыуға бәйле була[60]. 1923—1925 йылдарҙа ҡалаға 40 меңдән ашыу әрмән килә, ә Һалаб халҡы 1925 йыл аҙағына 210 000 кешегә етеп, уларҙан әрмәндәр 25 % тәшкил иткән[61].

Шәйех Рәмел әл-Ғәззи биргән тарихи мәғлүмәттәргә ярашлы, Ғосман хакимлығының һуңғы көндәренә тиклем Һалаб ҡалаһының күпселек христиандары католиктар булған. Православие христиандары, бер яҡтан, Киликияла һәм көньяҡ Төркиәлә иҫән ҡалған әрмән һәм Сүриә христиандарының килеүенә, икенсе яҡтан, Төркиә файҙаһына Александретта санжагы аннексияһынан һуң православие юнандарының күпләп килеүенә бәйле, артҡан (1939).

1944 йылда Хәләб халҡы 325 000 тирәһе кеше тәшкил иткән, унда 112 110 (34,5 %) мәсихсе (шуларҙың 60 200 — әрмән). Әрмәндәр 1947 йылға тиклем Һалаб христиан общинаһының яртыһынан ашыуын тәшкил иткән, шул уҡ ваҡытта уларҙың күбеһе әрмән репатриацияһы сиктәрендә Совет Әрмәнстанына киткән (1946—1967).

Хәҙерге хәле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Архитектураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боронғо билдәле Baron Hotel, 1911

Хәләбтә бер нисә архитектура стиле ҡушылған. Бихисап баҫҡынсылар, византийҙар һәм сәлжүктәрҙән алып мәмлүктәр һәм төрөктәргә тиклем, 2000 йыл дауамында ҡала архитектураһында үҙенең эҙҙәрен ҡалдырған[62]. Шулай уҡ ҡаланың боронғо өлөшөндә һәм Ждейде христиан кварталында XIII һәм XIV быуат ҡунаҡханалар, мосолман мәктәптәре һәм хаммамдары — ҡоролмалары бар. XVI һәм XVII быуат Һалаб буржуазияһына ҡараған бик күп йорттар ошо кварталда урынлашҡан. Азизияла барокко стилендә төҙөлгән XIX һәм начала XX быуат башына ҡараған өйҙәр урынлашҡан. Шахба яңы кварталында төрлө архитектура стилдәре: неоклассика, норманд, көнсығыш һәм хатта ҡытай стилдәре ҡушылған[63].

Хәләб урамдары тулыһынса тәбиғи, ҡайһы бер ерендә ҙур аҡ таш киҫәктәре йәки һарыҡташтар менән, түшәлгән.

Иҫке ҡала бик күп йорттар, тар урамдар һәм ябыҡ баҙарҙар менән ҡылыҡһырлана, ә ҡаланың хәҙерге өлөшөндә киң юлдар һәм Саадалла әл-Жабири майҙаны, Азатлыҡ майҙаны, Президент майҙаны һәм Сабаа Бахрат майҙаны кеүек ҙур майҙандар бар.

Һалаб ҡәлғәһенән (цитадель) ҡала күренеше

Хәләб ҡалаһы ҡатнаш (үҙәкләштерелгән радиаль-юлдаш ҡала) моделе буйынса үҫешә[64]

Туризм һәм күңел асыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Баҙар
Ҡаланың боронғо өлөшөндәге ан-Наххасин хаммамы

Донъялағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе һәм боронғо Ебәк юлындағы иң ҙур үҙәк булараҡ, Һалаб үҙенең тәбиғи матурлығына өҫтәп, таң ҡалдырғыс һәм йәлеп итеүсән структураларға эйә. Цитаделдән тыш, ҡаланың иң сағыу иҫтәлекле урындары булып баҙарҙар (سوق — souq), боронғо мунсалар (хаммам — حمام), күп һанлы дини һәм мәҙәни үҙәктәре булған хандар тора. Икенсе яҡтан, ҡаланың бик күп заманса объекттары бар, улар Һалабтағы зиннәтле ҡунаҡханалар (отель), казино, барҙар һәм ресторандар Хәләбтә кына етештерелгән ризыҡары менән бөтә донъяның туристарын йәлеп итә. Ҡаланың боронғо өлөшөндә урынлашҡан элекке ғәрәп һәм әрмән өйҙәренең күбеһе, көнсығыш отелдәре, бар һәм ресторандары сифатында файҙаланыу өсөн, Ждейде боронғо христиан кварталында яңыраҡ реставрацияланған йәки хәҙер яңыртыла.

  • Хәләбтәге билдәле хаммамдар: Ялбуға хаммамы, ан-Наххасин хаммамы һәм Баб-әл-Әхмәр хаммамы.
  • 1940 йылда асылған һәм Сүриәлә иң ҙуры һаналған Һалаб йәмәғәт паркы. Ул Куэйке йылғаһы киҫеп үткән Азизия районында урынлашҡан.
  • «Cinema Ugarit» һәм «Cine d’Alep Chahba» кеүек күпселек кинотеатрҙар Барон һәм әл-Ҡууатли урамдарында урынлашҡан.
  • Зәңгәр Лагуна — Хәләбтән алыҫ түгел урынлашҡан заманса аквапарк. Бер нисә бассейнды, "америка тауҙары"н, барҙарҙы һәм ресторандарҙы үҙ эсенә ала.
  • «Casino d’Alep» Сүриә Ғәрәп Республикаһында ғәмәлдә булған берҙән-бер казино.

Боронғо ҡала[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боронғо ҡаланың көнбайыш өлөшө панорамаһы
Һалаб ҡәлғәһе (цитадель)

Иҫке һәм яңы Хәләб араһында ярайһы уҡ аныҡ бүленеш бар. Иҫке өлөшө 5 километр оҙонлоғондағы туғыҙ ҡапҡалы түңәрәктән торған стена барлыҡҡа килтерә. Һалаб цитаделе тигән исем менән билдәле ғәйәт ҙур урта быуат ҡәлғәһе ҡаланың боронғо өлөшөндә урынлашҡан. Ул акрополгә оҡшатып төҙөлгән.

Алеппо (Һалаб) ҡәлғәһе (цитадель)

Хәләбтең һәр ваҡыт ҡулдан ҡулға күсеүе, төрлө дәүләттәр контроле аҫтында булыуы, сәйәси хәлдең тотороҡһоҙланыуы тарихи сәбәптәр арҡаһында барлыҡҡа килгән. Шуға бәйле халыҡ дини принцип буйынса бүленгән, социаль һәм иҡтисади яҡтан бойондороҡһоҙ булған айырым кварталдар төҙөгән. Бындай кварталдарҙың яҡшы миҫалы булып билдәле Ждейде кварталы тора.

Иҫке Хәләб ҡалаһын ике өлөшкә бүлергә мөмкин: иҫке өлөшө һәм Ждейде. Үрҙә әйтеп үтелгәнсә, иҫке өлөшө стеналар эсендә төҙөлгән, ә Ждейде — монгол ғәскәрҙәре ҡаланан сыҡҡас, XV быуат башында төҙөлгән христиан кварталы. 1400 йылда Аҡһаҡ Тимер Алеппоға (Һалабҡа) бәреп инеп, уны тулыһынса емергәс, мәсихселәр китергә мәжбүр булған. Әммә 1420 йылда улар ҡаланың төньяҡ-көнбайышында Ждейде кварталын төҙөгән. Был район халҡы башлыса маклерлыҡ менән шөғөлләнгән: сит ил сауҙагәрҙәре һәм урындағы сауҙагәрҙәр араһында аралашсы булған.

Боронғо ҡаланың дөйөм майҙаны 3,5 км² самаһы тәшкил итә. Бында 120 меңдән ашыу кеше йәшәй[65].

Баҙарҙары һәм каруанһарайҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боронғо Алеппола (Һалабта) әл-Мәҙинә баҙары.
Хан Аш-Шунэ
Баҡыр магазины янында Бауабэт Аль-Ясмин, Ждейде

Был сауҙа ҡалаһының стратегик хәле коммерция юлдарынан файҙаланырға теләүсе бөтә раса һәм дин кешеләрен йәлеп иткән, сөнки Алеппо (Һалаб) аша Бөйөк ебәк юлы үткән. Оҙонлоғо — 13 километр булған донъялағы иң ҙур ябыҡ баҙар тап Һалабта урынлашҡан[66]. Бында уны Әл-Мәҙинә тип атайҙар — ул сауҙа үҙәге, бында Ирандан ебәк-сеймал кеүек зиннәтле әйберҙәр, Һиндостандан тәмләткестәр һәм буяуҙар, Дамасктан кофе килтерәләр. Әл-Мәҙинәлә шулай уҡ йөн, ауыл хужалығы продукцияһы һәм билдәле һалаб һабыны кеүек урында етештерелгән ҡулланыу тауарҙарын да табырға мөмкин. Күпселек баҙарҙар XIV быуатта төҙөлгән, уларға төрлө һөнәрҙәр һәм кәсептәр атамаһы: йөн баҙары, баҡыр баҙары һәм башҡа атамалар бирелгән. Тауарҙарҙан тыш, баҙарҙа хандар, йәғни каруанһарайҙар (ғәр. كاروانسرا‎) урынлаша. Каруанһарайҙарға матур фасадтар һәм ағас ишекле инеү юлдары хас булған.

Боронғо ҡаланың иң билдәле баҙарҙары һәм каруанһарайҙары (хандары)[67][68]:

  • Хан Ак-Кади — Алеппоның (Һалаб) иң боронғо каруанһарайҙарының береһе, 1450 йылда төҙөлгән.
  • Хан Аль-Бургуль, 1472 йылда төҙөлгән.
  • Сук Ас-Сабун, йәки һабын ханы, XVI быуат башында төҙөлгән, һабын магазины эргәһендә урынлашҡан.
  • Сук Хан Ан-Наххасин, йәки баҡыр баҙары. 1539 йылда төҙөлгән. Үҙенең традицион һәм заманса аяҡ кейеме менән билдәле, 84 магазины бар.
  • Хан Аш-Шунэ 1546 йылда ҡоролған. Унда традицион һалаб сәнғәте кәсептәре әйберҙәре һатыла.
  • Сук Хан Аль-Харир, йәки ебәк ханы. XVI быуаттың икенсе яртыһында төҙөлгән, 43 магазины бар һәм туҡыма менән сауҙа итеүгә махсуслашҡан.
  • Сук Хан Аль-Гумрок, йәки таможня ханы, 55 магазиндан торған текстиль сауҙа үҙәге. 1574 йылда төҙөлгән Хан Әл-Гумрок боронғо Һалабта иң ҙур хан һанала.
  • Сук Хан Аль-Уазир, 1682 йылда төҙөлгән, Алеппола мамыҡ продукцияһының төп баҙары булып һанала.
  • Сук Аль-Аттарин, йәки үлән баҙары. Традиция буйынса, Алеппола тәмләткестәр менән сауҙа итеүсе төп баҙар булған. Әлеге ваҡытта ул 82 магазин менән туҡыусылыҡ тауарҙарын һатыу үҙәге булараҡ эшләй.
  • Сук Аз-Зирб, йәки Сук Аз-Зарб. Бында мәмлүктәр осоронда тәңкәләр һуғылған. Әлеге ваҡытта был баҙарҙың 71 магазины бар, уларҙың күбеһе текстиль тауарҙар һәм бәҙәүиҙәр (бедуин) эшмәкәрлегенең төп нигеҙен тәшкил иткән ихтыяждары буйынса эшләй.
  • Сук Аль-Бехрамия Бәһрәм мәсете янында урынлашҡан, 52 аҙыҡ-түлек магазины бар.
  • Сук Аль-Хаддадин — был боронғо традицион тимерселәрҙең баҙары, 37 магазиндан тора.
  • Сук Аль-Атик, йәки иҫке баҙар, күн һатыуҙа махсуслашҡан, үҙ эсенә 48 магазинды ала.
  • Сук Аль-Сиййяг, йәки зәргәр баҙары, Алеппола (Һалабта) һәм бөтә илдә зәргәр эшләнмәләр менән сауҙа итеүсе төп үҙәк, 99 магазины бар.
  • Венецианлылар ханы Венеция консулы һәм сауҙагәрҙәре йорто булған.
  • Сук Ан-Нисуан, йәки ҡатын-ҡыҙҙар баҙары,— бында йәш киленгә ни кәрәк, барыһын да: аксессуарҙар, кейем-һалым һ. б. табып була.
  • Ас-Сувейка, йәки Суэйкат Али (suweiqa ғәрәп телендә «бәләкәй баҙар» тигәнде аңлата),— башлыса йорт һәм аш-һыу бүлмәләрен йыһазландырыу буйынса махсуслашҡан магазиндарҙан торған ҙур баҙар.

Шулай уҡ Ждейде христиан кварталында күп традицион хандар баҙар һымаҡ эшләйҙәр:

  • Сук Аль-Хокедун йәки «Хан аль-Кудс». Хокедун «Рухи йорт» тип атала, сөнки ул Иерусалимға табынырға барған әрмән ғибәҙәт ҡылыусылары өсөн ҡунаҡхана сифатында төҙөлгән[69]. Хокедундың боронғо өлөшө XV быуат аҙағы һәм XVI башы менән билдәләнә, ә яңы өлөшө XVII быуатта төҙөлгән. Әлеге ваҡытта ул кейем-һалым менән сауҙа итеүгә махсуслашҡан күп һанлы магазиндары булған ҙур баҙарға әүерелгән.
  • Ас-Салибэ, боронғо христиан ғибәҙәтханалары үҙәге.
  • Сук Ас-Суф йәки йөн баҙары, иҫке сиркәүҙәр менән уратылған.
  • Бауабэт Аль-Касаб, ағастан эшләнгән әйберҙәр магазины.

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һалаб ҡәлғәһе (цитадель)

Римдар һалған 11 саҡрым оҙонлоҡтағы һыу үткәргес ҡалалағы иң боронғо һәйкәл булып тора. 10 м бейеклектәге һәм 6,5 м ҡалынлыҡтағы, ете ҡапҡалы ҙур стена ҡаланы ҡала яны ҡоролмаларынан айыра. Ябыҡ ҡунаҡ ихатаһы (баҙар) бер нисә урамға сыға, тотош көмбәҙҙәрҙән тора һәм өҫтән махсус көмбәҙҙәрҙә өлөшләтә эшләнгән тәҙрәләр аша яҡтыртыла. Алеппола (Һалабта) 3 монастыры менән бергә 7 ҙур сиркәү һәм элек императрица Елена сиркәү итеп төҙөлгән боронғо рим стилендәге Эль-Иалава мәсете бар.

Илдең сиктән сығарып һатыуға тәғәйенләнгән төп продукттары — йөн, кизе-мамыҡ, ебәк, балауыҙ, фисташка, һабын, тәмәке, бойҙай, улар башлыса Францияға һәм төрөк гавандарына сығарыла. Сәнәғәт ебәк изделиелар менән генә сикләнә. Һалабта йәшәүселәр башлыса үҙҙәрен шәрифтәр, йәғни Мөхәммәт нәҫеленән тип иҫәпләй. Халыҡтың тағы бер ғорурлығы — нигеҙе ҡаланан 50 метрға юғары күтәрелгән цитадель. Оҙаҡ ваҡыт дауамында бөтә ҡала цитадель сиктәрендә ятты һәм XVI быуатта ғына, Алеппо Оттоман империяһы хакимлығына күскәндән һуң, ҡала аҡрынлап ҡәлғә стеналарынан ситтә лә үҫешә башланы.

Алеппо (Һалаб) ҡалаһында шағир Нәсимиҙең ҡәберлеге бар.

Тарихи биналар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аш-Шибани мәктәп-сиркәүе
  • Алеппо Цитаделе, ҡалҡыулыҡ түбәһендәге ҙур ҡәлғә, ҡаланан 50 м бейегерәк булып ҡалҡып тора. Б. э. I мең йыллығына ҡарай, ҡайһы бер деталдәре XIII быуатта төҙөлөп бөткән. 1822 йылда ер тетрәү һөҙөмтәһендә зыян күрә.
  • Халауие мәҙрәсәһе 1124 йылда Изге Елена соборының элекке урынында төҙөлгән. Заманында изге Елена, Бөйөк Константиндың әсәһе, ҙур Византия соборын төҙөткән. Баҫҡынсы тәре йөрөтөүселәр ҡаланы талағас, ҡаланың төп судьяһы Изге Елена соборын мәсеткә әйләндерә һәм, ниһайәт, XII быуат уртаһында Нур ад-Дин бында мәҙрәсә, йәғни дини мәктәп аса.
  • Әл-Матбах Әл-Ажами — цитаделдән алыҫ түгел урынлашҡан XII быуат башы һарайын Маж ад-Дин бен Ад-Дайя әмире төҙөгән. XV быуатта йүнәтелгән. 1967-1975 йылдарҙа бында Халыҡ йолалары музейы урынлашҡан.
  • XII быуат Мәҙәни үҙәге Аш-Шибани. Иҫке ҡалала урынлашҡан францискан ҡатын-ҡыҙ миссионеры Марияның боронғо сиркәүе һәм мәктәбе әлеге ваҡытта мәҙәни үҙәк сифатында эшләй.
  • Мөҡәддәмиә мәҙрәсәһе, дини мәктәптәренең береһе, 1168 йылда төҙөлгән.
  • Зәкәриә мәҙрәсәһе. Әз-Заһир Ғәзи башланғысы менән, Баб Әл-Мәҡәмдән көньяҡҡа табан 1217 йылда төҙөлгән.
  • Солтания мәҙрәсәһе — Алеппо губернаторы Аз-Заһир Ғәзи башлаған һәм 1223-1225 йылдарҙа уның улы Мәлиҡ Әл-Әзиз Мөхәммәт тамамланған.
  • Әл-Фирҙәүес мәҙрәсәһе — «Алеппоның иң матур мәсете» тип атала. 1234-1237 йылдарҙа Алеппо губернаторы Аз-Заһир Ғәзиҙең тол ҡалған ҡатыны төҙөтә. Ул эске ихатала антик колонналы аркалар менән уратып алынған эске ихатала урынлашҡан бассейн үҙенә йәлеп итә.
  • Алеппоның милли китапханаһы. 1930-сы йылдарҙа төҙөлә һәм 1945 йылда асыла[70].
  • Grand Seray d’Alep — ҡала губернаторының элекке резиденцияһы; 1920-се йылдарҙа төҙөлә һәм 1933 йылда асыла.
  • Ханка Әл-Фарафира, 1237 йылда төҙөлгән суфый монастыры.
  • Бимаристан Аргун әл-Камили — 1354 йылдан алып XX башына тиклем эшләгән йәшенеү урыны.
  • Дар Ражаб Паша — Әл-Хандаҡ урамынан алыҫ түгел ерҙә урынлашҡан, театр залы булған ҙур мәҙәни үҙәккә әүерелгән ҙур йорт (особняк).
  • Бейт Джонблат — XVI быуат аҙағында Алеппоның курд хакимы Хөсәйен Паша Ян Полад төҙөткән боронғо һарай.
  • Әл-Утмания мәҙрәсәһе — Баб Ән-Насрҙың төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан ислам мәктәбе. Уны 1730 йылда Осман пашаһы Әл-Дураки аса һәм тәүҙә Ридаийя мәҙрәсәһе тип атала.
  • Бейт Марраш. Әл-Фәрәфир кварталында урынлашҡан иҫке һалаб йорто. Ғибәҙәт йортон XVIII быуат аҙағында Марраш ғаиләһе төҙөгән.
  • Баб Аль-Фарадж часовняһы. 1898-1899 йылдарҙа Австрия архитекторы Картье тарафынан төҙөлгән[71].

Ждейде христиан кварталының иң билдәле тарихи биналары[72]:

  • Бейт Ажикбаш (Beit Achiqbash 2011 йыл 28 июнь архивланған.), 1757 йылда төҙөлгән боронғо алеппо йорто. 1975 йылдан бында алеппо сәнғәте предметтарын күрһәтеүсе Халыҡ традициялары музейы урынлашҡан.
Ждейдала Дар Базиль, XVIII быуат
  • Бейт Газале. 1691 йылда әрмән скульпторы Хачадур Бали биҙәгән XVII особнягы. Бында XX быуатта әрмән мәктәбе булған.
  • Бейт Даллал, йәғни «Даллал йорто», 1826 йылда иҫке монастырь урынында төҙөлгән, әлеге ваҡытта отель сифатында эшләй.
  • Бейт Уакиль — үҙенсәлекле ағас биҙәүестәре менән йәлеп итеүсе 1603 йылда төҙөлгән алеппо йорто. Ошо декорацияларҙың береһе Берлинға килтерелә һәм Aleppo Room тигән исем менән билдәле Пергам музейында ҡуйыла.
  • Дар Базиль — XVIII быуат башы йорто века, 2001 йылда бизнес-мәктәпкә әйләндерелә.
  • Дар Замария — XVII быуат аҙағында төҙөлгән Замария ғаиләһе йорто, әлеге ваҡытта - бутик-отель.

Музейҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Алеппо музейы
  • Бейт Ачикбаштағы «Алеппо йорто» халыҡ традициялары музейы, Ждейде
  • Алеппо цитаделе музейы
  • Бимаристан Аргун әл-Камилиҙағы медицина һәм фән музейы
  • Алеппоның Хәтер музейы, Бейт-Газа, Ждейде
  • Пресвятая Богородица әрмән сиркәүендә Әрмән Апостол сиркәүе музейы, Ждейде

Ҡапҡалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Баб Эль-Фараж башняһы
  • Баб әл-Хадид (en:Bab al-Hadid) (باب الحديد) (Тимер ҡапҡа).
  • Баб Әл-Макам (en:Bab al-Maqam) (باب المقام) (Ҡәберлек Ҡапҡаһы).
  • Баб Антакейя (en:Bab Antakeya) (باب انطاكية) (Врата Антиохия Ҡапҡаһы).
  • Баб Әл-Наср (en:Bab al-Nasr) (باب النصر) (Еңеү ҡапҡаһы).
  • Баб Әл-Фараж (en:Bab al-Faraj) (باب الفرج) (Азат итеү ҡапҡаһы).
  • Баб Кыннасрин (en:Bab Qinnasrin) (باب قنسرين) (Киннасрин Ҡапҡаһы).
  • Баб Жнен (en:Bab Jnen)(باب الجنان) (Баҡсалар ҡапҡаһы).
  • Баб Әл-Әхмәр (en:Bab al-Ahmar)(باب الأحمر) (Ҡыҙыл ҡапҡа).

Культ ҡоролмалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һалабтың ҙур мәсете ихатаһы (Жами әл-Кәбир)
Хусрууия мәсете
Ҡырҡ яфаланыусы ғибәҙәтханаһы
  • Алеппоның Бөйөк мәсете (Жами әл-Кәбир) йәки Әмәүиҙәр мәсете, 715 йылда Вәлид I нигеҙ һалған, һәм төҙөлөштө уның вариҫы Сөләймән тамамлағандыр, моғайын. Бинала Суҡындырыусы Яхъяның (Иоанн Креститель) атаһы Зәкәриәнең ҡәбере бар. Мәсет 1260 йылда баҫҡынсы монголдар ингән ваҡытта емерелгән һәм тергеҙелгән. Төрлө стилдәге дүрт фасады бар.
  • Хусрууия мәсете (en:Khusruwiyah Mosque), 1547 йылда тамамланған, билдәле ғосман архитекторы Синан проекты буйынса төҙөлгән.
  • Әл-Нукта мәсете (en:Al-Nuqtah Mosque) («Тамсы ҡан мәсете»), шиғыйҙар мәсете. Был урында элек 944 йылда мәсеткә әйләндерелгән монастырь булған, тип һанала.
  • Әл-Аделия мәсете, 1555 йылда Һалаб губернаторы Мөхәммәт Паша тарафынан төҙөлгән.
  • Әл-Саффахия мәсете, 1425 йылда, һигеҙ мөйөшлө манаралар менән матур итеп биҙәлеп, төҙөлгән.
  • Әл-Ҡайҡан мәсете («Ала ҡарғалар мәсете»), инеү өлөшөндә ике боронғо базальт колонналы. Мәсеттә хетт яҙмалы таш блок бар.
  • Алтын-Буға мәсете (1318).
  • Әл-Тауаши мәсете (XIV быуат, 1537 йылда тергеҙелгән), колонналар менән биҙәлгән ҙур фасадлы.
  • Ҡырҡ яфаланыусы соборы (en:Cathedral of the Forty Martyrs) — Ждейделәге әрмән сиркәүе (XVI быуат).
  • Алепполағы Үҙәк синагога (en:Central Synagogue of Aleppo) — яҡынса 1200 йылда йәһүд общинаһы тарафынан төҙөлгән.
  • Ждейде иҫке христиан кварталында урынлашҡан маронит, сүриә православие, католик һәм бик күп башҡа сиркәүҙәр.

Үле ҡалалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һалабты бик күп тарихи ҡомартҡылар һәм үле ҡалаларҙың бик боронғо ҡалдыҡтары уратып алған. Улар Сүриәнең төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан 700 ташландыҡ торама төркөмөнән тора. Был ҡалалар б. э. т. V быуатҡа ҡарай һәм Византия архитектураһы элементтарынан тора.

Жебел-Семаан (Симеон тауы) районындағы иң мөһим ҡалалар һәм археологик һәйкәлдәргә инә:

  • Калот ҡәлғәһе Алеппонан төньяҡ-көнбайышҡа табан 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Беҙҙең эраның II быуатында Рим ғибәҙәтханаһы булараҡ төҙөлә. Христиан диненә күскәндән һуң, ғибәҙәтхана V быуатта базиликаға әйләндерелә. Хамданидтар һәм византийҙар араһындағы һуғыштар һөҙөмтәһендә X быуатта сиркәү ҡәлғәгә әйләнә. Ҡәлғә менән йәнәшә торған ике сиркәү: 492 йылда төҙөлгән көнсығыш сиркәүе һәм көнбайыш сиркәүе (VI быуат) яҡшы һаҡланған.
  • Хараб-Шамс базиликаһы, Леванттағы иң боронғо мәсихселәр ҡоролмаларының береһе. Һалабтан төньяҡ-көнбайышҡа табан 21 км алыҫлыҡта урынлашҡан Византия сиркәүе IV быуатҡа барып тоташа.
  • Фафертин сиркәүе, ярым емерелгән Рим базиликаһы, беҙҙең эраның 372 йылы менән билдәләнә, Алеппонан төньяҡ-көнбайышҡа табан 22 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Һалаб тарихсыһы Абдулла Хажар әйтеүенсә, был базилика донъялағы боронғо сиркәү ҡоролмаларының береһе тип иҫәпләнә.
  • Суркания ҡасабаһы, Һалабтан төньяҡ-көнбайышҡа табан 23 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан, ул VI быуаттың ярым емерелгән часовняһы булған иҫке византий биләмәһе ҡалдыҡтарынан ғибәрәт.
  • Кафр-Кира — Алеппонан төньяҡ-көнбайышҡа табан 24 км алыҫлыҡта Борж-Гейдар ауылында урынлашҡан. Бында IV һәм VI ярым быуаттар емерек христиан ҡоролмалары бар.
  • Синхар, йәки Симхар тарихи торамаһы, Алеппонан төньяҡ-көнбайышҡа табан 24 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Айырымланған үҙәндә урынлашҡан ауылда II һәм VII быуаттар араһында халыҡ йәшәгән. Синхар сиркәүе Сүриәнең иң боронғо сиркәүҙәренең береһе булып тора һәм IV быуатҡа барып тоташа, ә унан алыҫ түгел VI быуат часовняһы урынлашҡан.
  • Мушаббак базиликаһы. V быуаттың икенсе яртыһында (470 й. тирәһендә) төҙөлгән яҡшы һаҡланған сиркәүҙәр Алеппонан көнбайышҡа табан 25 километрҙа, Дарэт-Аззе ҡалаһынан алыҫ түгел ерҙә урынлашҡан.
Мушаббак базиликаһы
  • Баржака йәки Бурж-Сөләймән — ауыл, Алеппонан төньяҡ-көнбайышҡа табан 26 км алыҫлыҡта урынлашҡан тарихи торама; VI быуаттан яҡшы һаҡланып ҡалған часовнялы менән дәрүиштәрҙең иҫке башняһының урыны.
  • Шәйех-Сөләймән ауылындағы сиркәүҙәр Алеппонан көнбайышҡа табан 28 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ауылда 3 боронғо сиркәү урынлашҡан: ауылдың уртаһында урынлашҡан емерелгән сиркәү; 602 йылда төҙөлгән һәйбәт һаҡланған көньяҡ базилика; төньяҡ Сүриәләге иң матур сиркәүҙәрҙең береһе һаналған V быуатта төҙөлгән Изге Богородица сиркәүе. Шулай уҡ ауылдың төньяҡ өлөшөндә дәрүиш башняһы урынлашҡан.
  • Кафр-Набо, Һалабтан көнбайышҡа табан 29 саҡрым алыҫлыҡта. Был б. э. т. IX быуат боронғо ассирий торамаһы, һәм бында һуңыраҡ сиркәү итеп үҙгәртелгән иҫке Рим ғибәҙәтханаһы урынлашҡан булған. Яҡшы һаҡланған V һәм VI быуат торлаҡ йорттары ла күп.
  • Брэд, Һалабтан көнбайышҡа табан 32 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан ҡала; Изге Иулиан Аназарвский (б. э. 399—402) маронит монастыры кеүек боронғо базиликалары һәм 561 йылда ауылдың төньяҡ өлөшөндә төҙөлгән базилика бар.
  • Кимар торамаһы Һалабтан төньяҡ-көнбайышҡа табан 35 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Беҙҙең эраның V быуатына ҡараған Рим һәм Византия дәүерендәге ауыл, унда яҡшы һаҡланған сиркәүҙәр, башнялар һәм иҫке һыу резервуарҙары бар.
  • Изге Симеон Столпник ҡорамы (Дейр Семаан), Сүриәләге яҡшы һаҡланған һәм иң билдәле сиркәү ҡомартҡыларының береһе. Алеппонан төньяҡ-көнбайышҡа табан 35 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Дейр Семаан донъялағы боронғо мәсихселәр сиркәүҙәренең береһе.
  • Суганэ ҡасабаһы, Алеппонан төньяҡ-көнбайышҡа табан 40 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Бында ярым емерелгән ике сиркәү һәм иҫке һыуһаҡлағыстар урынлашҡан.
  • Айн-Дара, тимер быуат сир-хетт ғибәҙәтханаһы (яҡынса беҙҙең эраға тиклем X—VIII быуаттар), Алеппонан төньяҡ-көнбайышҡа табан 45 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Изге Яҙмала һүрәтләнгәнсә, Соломон ғибәҙәтханаһына оҡшашлығы менән билдәле. Һаҡланып ҡалған скульптуралар (Беренсе ғибәҙәтхана херувимдары менән сағыштырырлыҡ) арыҫлан һәм сфинкстарҙы һүрәтләй. Әммә Соломон ғибәҙәтханаһы беҙҙең эраға тиклем яҡынса 1000—900 йылдарҙа төҙөлһә, ә Айн Дара ул ваҡытта булған. Айн-Дара йә уңдырышлылыҡ алиһәһе Иштәр, йә ҡатын-ҡыҙ алиһәһе Астарта, йәиһә Баал Хадад илаһы хөрмәтенә төҙөлгән — был мәсьәлә бәхәсле булып ҡала.
Айн Дара
  • Баб әл-Һауа торамаһы, Төркиә сигендә Алеппонан көнбайышҡа табан 50 км алыҫлыҡта урынлашҡан; был урында беҙҙең эраның IV быуаты сиркәүҙәре һәм VI быуаттан һаҡланып ҡалған ҡапҡалары күп.
  • Кирос (шулай уҡ Хурус, ғәр. حوروس‎, йәки Айюполис булараҡ билдәле) — Алеппонан төньяҡҡа табан 65 км алыҫлыҡта урынлашҡан боронғо ҡала; бында боронғо Косма һәм Дамиан ғибәҙәтханалары (Нәби Ури ғибәҙәтханаһы булараҡ билдәле), шулай уҡ иҫке рим амфитеатры һәм ике иҫке рим күпере урынлашҡан.

Иҡтисады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алеппо (Һалаб) һабыны

Сауҙа урыны булараҡ ҡаланың төп иҡтисади роле Һиндостан менән сауҙа бәйләнешендә аралашсы булған ике сауҙа юлы сатында урынлашыуында. Европалылар Һиндостанға Изге Өмөт мороно (мыс Доброй Надежды) аша урап үткән диңгеҙ маршрутын файҙалана башлағансы, ул сәскә ата, һуңынан Мысыр аша Ҡыҙыл диңгеҙгә сыҡҡан маршрутты файҙалана. Шул ваҡыттан алып ҡалала яҡындағы төбәктәргә, тәү сиратта бойҙай, мамыҡ, фисташка, май һәм һарыҡтарҙа ауыл хужалығы продукцияһын экспортлау кәмене.

Туҡыу, химия, фармацевтика, агроэшкәртеү, электр техникаһын, алкоголле эсемлектәр етештереү сәнәғәттең төп тармаҡтары булып тора. Алеппола шулай уҡ туризм үҫешкән. Һалаб — Сүриә Республикаһындағы иң эре ҡала агломерацияһы һәм илдең сәнәғәт эшселәренең 50 % ашыуы эшкә урынлаштырылған һәм экспорт килемдәренең тағы ла күберәк өлөшө етештерелгән иң ҙур сәнәғәт үҙәге[73].

Алеппо ауыл хужалығы өсөн бик уңайлы зонала урынлашҡан.

Туризм[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалала туризм үҫешкән. Төп туристик урындар — Алеппо (Һалаб) ҡәлғәһе (411,880), Алеппо (Һалаб) цитаделе музейы (31847), Милли музей (24090). 3 биш йондоҙло отель, 11 дүрт йондоҙло, 8 өс йондоҙло, 11 ике йондоҙло, 61 бер йондоҙло ҡунаҡхана, 11 хостел бар.[74]

Мәғариф[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алеппо университетында 60 000 самаһы студент белем ала. Хәрби хәрәкәттәр осоронда университет хөкүмәт көстәре контроле аҫтында була, әммә ракета һөжүменән зыян күрә.

Транспорт инфраструктураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сүриә баш ҡалаһында тимер юл вокзалы һәм Һалаб халыҡ-ара аэропорты урынлашҡан.

Элек ҡала транспортынан трамвай булған (1969 йылға тиклем), хәҙер автобусҡа бер ниндәй альтернатива ла юҡ.

Дуҫлашҡан ҡалалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Территориаль бүленеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡала дүрт типтағы районға бүленә — ҡала стеналарындағы иҫке кварталдар, ҡала стеналарынан ситтәге иҫке кварталдар, заманса төҙөлгән ситке урындар, формаль булмаған биләмәләр.

Формаль булмаған торамаларҙың проблемалары[75]: ер статусының көйләнмәгәнлеге; торамалар зона пландарына таянып төҙөлмәгән; план стандарттары үтәлмәй; биналар төҙөлөш нормаларына һәм нормативтарына таянмай төҙөлгән. Формаль булмаған торамаларҙа ҡала халҡының 40%-тан ашыуы йәшәй.

Планировкалы райондар

  • Көньяҡ — 362 000 кеше (гектарына 250 кеше)
  • Үҙәк — 1 002 000 кеше (гектарына 200 кеше)
  • Көнбайыш — 157 000 кеше (гектарына 100 кеше)
  • Төньяҡ-көнбайыш — 165 000 кеше (гектарына 150 кеше)
  • Төньяҡ-көнсығыш — 314 000 кеше (гектарына 300 кеше)
  • Көнсығыш — 400 000 кеше (гектарына 395 кеше)

Һалаб ҡалаһының райондары һәм халҡы

Райондар картаһы[76]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Городецкая И. Л., Левашов Е. А.  Хәләб // Русские названия жителей: Словарь-справочник. — М.: АСТ, 2003. — С. 25. — 363 с. — 5000 экз. — ISBN 5-17-016914-0.
  2. Ливан, Сирия, Израиль, Палестинские территории, Иордания // Атлас мира / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 2009 г. ; гл. ред. Г. В. Поздняк. — М. : ПКО «Картография» : Оникс, 2010. — С. 120. — ISBN 978-5-85120-295-7 (Картография). — ISBN 978-5-488-02609-4 (Оникс).
  3. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. ред. А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М. : Недра, 1986. — С. 402.
  4. Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. Дата обращения: 10 июнь 2011.
  5. Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. Дата обращения: 2 октябрь 2017.
  6. 6,0 6,1 Columbia Encyclopedia, Sixth Edition (2010)
  7. 7,0 7,1 The Oxford encyclopedia of archaeology in the Near East (1997)
  8. 8,0 8,1 Britannica Concise Encyclopedia (2010)
  9. Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. Дата обращения: 7 май 2011.
  10. Beroea // Реальный словарь классических древностей / авт.-сост. Ф. Любкер ; Под редакцией членов Общества классической филологии и педагогики Ф. Гельбке, Л. Георгиевского, Ф. Зелинского, В. Канского, М. Куторги и П. Никитина. — СПб., 1885.
  11. Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. Дата обращения: 2 октябрь 2017.
  12. 12,0 12,1 The Natural History of Aleppo / Alexander Russell. — 1st. — London: Unknown, 1856. — С. 266.
  13. غلاونجي : العودة إلى شعار تأمين مسكن للأسرة السورية لا للفرد (ғәр.). Syria News (6 август 2009). Архивировано 4 март 2012 года. 2017 йыл 9 октябрь архивланған.
  14. Pettinato, Giovanni (Johns Hopkins University Press, 1991) Ebla, a new look at history p.135
  15. 15,0 15,1 15,2 15,3 15,4 Hawkins, John David (2000) Inscriptions of the iron age p.388
  16. Kuhrt, Amélie (1998) The ancient Near East p.100
  17. Jackson, Peter The Crisis in the Holy Land in 1260 (инг.) // The English Historical Review (инг.)баш.. — 1980. — Т. 95. — № 376. — С. 481—513.
  18. «Histoire des Croisades», René Grousset, p. 581, ISBN 2-262-02569-X.
  19. Kay Kaufman Shelemay. Let jasmine rain down: song and remembrance among Syrian Jews (инг.). — University of Chicago Press, 1998. — P. 70. — ISBN 9780226752112.
  20. Runciman, p. 314.
  21. Runciman, pp. 336—337.
  22. Runciman, p. 463.
  23. Battle of Aleppo@Everything2.com 2018 йыл 17 ғинуар архивланған. (инг.)
  24. В Алеппо идут ожесточенные бои между сирийскими войсками и мятежниками. Вести.ру (28 июль 2012). Дата обращения: 30 июль 2012. Архивировано 30 июль 2012 года.
  25. Операция по освобождению Алеппо близится к завершению 2012 йыл 10 сентябрь архивланған. // ИТАР-ТАСС, 6 сентября 2012
  26. Philip Smyth (February 2015), The Shiite Jihad in Syria and Its Regional Effects, The Washington Institute for Near East Studies, p. 45, <http://www.washingtoninstitute.org/uploads/Documents/pubs/PolicyFocus138_Smyth-2.pdf>. Проверено 13 март 2015.  2015 йыл 2 апрель архивланған.
  27. В Алеппо решается судьба Сирии. Архивировано 26 август 2019 года. // Deutsche Welle, 13.12.2015
  28. Битва за колыбель 2019 йыл 11 май архивланған. // Lenta.ru, 20.12.2016
  29. Что означают события в Алеппо для дальнейшей судьбы Сирии? 2019 йыл 13 сентябрь архивланған. // BBC Russian, 16.12.2016
  30. Бои за Алеппо продолжаются, заявляет командование ССА — СМИ 2016 йыл 22 декабрь архивланған. // РИА Новости, 08.08.2012
  31. A Turning Point in Aleppo 2018 йыл 13 декабрь архивланған. // Carnegie Endowment for International Peace, 01.12.2016
  32. Assad calls battle of Aleppo «historic victory» 2016 йыл 20 декабрь архивланған. // Al-Masdar News, 16.12.2016
  33. Виктор Ручкин. Идут ожесточённые бои 2019 йыл 24 август архивланған. // «Красная звезда» от 18 октября 2012
  34. В Сирии идут ожесточенные бои за аэропорт Алеппо. Архивировано 13 август 2013 года. // «Интерфакс» от 12 марта 2013
  35. 35,0 35,1 35,2 Алеппо полностью обесточен из-за ракетного обстрела трансформаторной станции. itar-tass.com. ИТАР-ТАСС (2 октябрь 2013). Дата обращения: 12 июнь 2020. Архивировано из оригинала 4 октябрь 2013 года.
  36. Вести. Ru: Взрыв у здания разведки ВВС в Алеппо: есть жертвы. Дата обращения: 24 август 2019. Архивировано из оригинала 11 сентябрь 2016 года.
  37. В Сирии взорвана древняя цитадель из списка Всемирного наследия ЮНЕСКО. Дата обращения: 24 август 2019. Архивировано из оригинала 11 сентябрь 2016 года.
  38. Doucet, Lyse Why is Russia engaged in Aleppo? (ингл.). BBC (16 ноябрь 2016). Дата обращения: 22 август 2019.
  39. Specia, Megan How Syria’s Death Toll Is Lost in the Fog of War (ингл.). The New York Times (13 апрель 2018). Дата обращения: 22 август 2019. Архивировано 10 август 2019 года.
  40. 'Ferocious' air strikes pummel Aleppo as ground gained 2016 йыл 6 октябрь архивланған., Аль-Джазира, 24 сентября 2016 г.
  41. Гуманитарная операция начата Россией совместно с сирийскими властями в Алеппо (28 июль 2016). Дата обращения: 25 август 2019. Архивировано 25 август 2019 года.
  42. Гуманитарная ситуация в Алеппо продолжает ухудшаться, утверждает ООН (6 август 2016). Дата обращения: 25 август 2019. Архивировано 25 август 2019 года.
  43. ООН: Алеппо грозит гуманитарный кризис невиданных масштабов (19 август 2016). Дата обращения: 25 август 2019.
  44. Borger, Julian 'Syria is bleeding': Aleppo facing war's worst humanitarian crisis, UN says (ингл.). The Guardian (29 сентябрь 2016). Дата обращения: 25 август 2019. Архивировано 25 август 2019 года.
  45. В ООН назвали удары по Алеппо «преступлениями исторического масштаба». Архивировано 24 август 2019 года. // Взгляд, 21 октября 2016
  46. ООН: на осадном положении в Сирии находится до миллиона человек. Радио Азаттык (RFE/RL) (22 ноябрь 2016). Дата обращения: 25 август 2019. Архивировано 25 август 2019 года.
  47. США пригрозили прекратить взаимодействие с Россией по Сирии. Би-би-си (28 сентябрь 2016). Дата обращения: 25 август 2019. Архивировано 14 сентябрь 2019 года.
  48. В Алеппо начался праздник по случаю освобождения города 2021 йыл 3 март архивланған. // Lenta.ru, 13.12.2016
  49. Власти Сирии заявили о полном уходе боевиков из Алеппо. Дата обращения: 22 декабрь 2016. Архивировано 22 декабрь 2016 года.
  50. В Алеппо ребенок погиб в результате обстрела террористами жилого квартала (31 июль 2019). Дата обращения: 26 август 2019. Архивировано 1 август 2019 года.
  51. В Сирии боевики открыли огонь по жилому кварталу Алеппо (3 август 2019). Дата обращения: 26 август 2019. Архивировано 5 август 2019 года.
  52. 52,0 52,1 В Восточном Алеппо идет активное восстановление жилья и инфраструктуры (13 август 2019). Дата обращения: 26 август 2019. Архивировано 26 август 2019 года.
  53. 53,0 53,1 В Алеппо восстановили фабрику детской одежды (1 август 2019). Дата обращения: 26 август 2019. Архивировано 26 август 2019 года.
  54. В Алеппо восстановили разрушенный во время войны древний рынок (16 июль 2019). Дата обращения: 26 август 2019. Архивировано 19 июль 2019 года.
  55. В Алеппо восстановили завод по переплавке металла (5 август 2019). Дата обращения: 26 август 2019. Архивировано 26 август 2019 года.
  56. Saint Terezia Church Aleppo Christians in Aleppo at the end of the Ottoman Empire. Архивировано 9 октябрь 2017 года. 2017 йыл 9 октябрь архивланған.
  57. Alepppo in One Hundred Years 1850—1950, vol.2 page 3, 1994 Aleppo. Authors: Mohammad Fuad Ayntabi and Najwa Othman
  58. Alepppo in One Hundred Years 1850—1950, vol.3 page 26, 1994 Aleppo. Authors: Mohammad Fuad Ayntabi and Najwa Othman
  59. The Golden River in the History of Aleppo, (ғәр. نهر الذهب في تاريخ حلب‎), vol.1 (1922) page 256, published in 1991, Aleppo. Author: Sheikh Kamel Al-Ghazzi
  60. The Golden River in the History of Aleppo (ғәр. نهر الذهب في تاريخ حلب‎), vol.3 (1925) pages 449—450, published in 1991, Aleppo. Author: Sheikh Kamel Al-Ghazzi
  61. Richard G. Hovannisian. The Armenian People From Ancient to Modern Times, Volume II: Foreign Dominion to Statehood: The Fifteenth Century to the Twentieth Century (инг.). — New York: Palgrave Macmillan, 2004. — P. 425. — ISBN 1-4039-6422-X.
  62. Reuters:Travel Postcard: 48 hours in Aleppo, Syria. Дата обращения: 2 октябрь 2017. Архивировано 30 декабрь 2021 года.
  63. Middleeast.com:Aleppo. Дата обращения: 11 июнь 2011. Архивировано 16 март 2012 года.
  64. http://www.tspa.eu/wp-content/uploads/2013/04/3ACV-Aleppo-Diverse-Open-City-Report-EN1.pdf(недоступная ссылка)
  65. Alepposeife: Aleppo history. Дата обращения: 11 июнь 2011. Архивировано 26 март 2018 года.
  66. eAleppo: The old Suqs of Aleppo (in Arabic). Дата обращения: 11 июнь 2011. Архивировано 19 октябрь 2017 года.
  67. Aleppo.us: Old suqs of Aleppo (in Arabic). Архивировано из оригинала 26 апрель 2008 года. 2008 йыл 26 апрель архивланған.
  68. Al-Hakawati (in Arabic) (недоступная ссылка — история). Дата обращения: 11 июнь 2011. Архивировано 11 февраль 2012 года. 2012 йыл 16 март архивланған.
  69. Aleppo.us: Khans of Aleppo (in Arabic). Дата обращения: 11 июнь 2011. Архивировано из оригинала 10 июль 2017 года. 2017 йыл 10 июль архивланған.
  70. Aleppo Culture National Library of Aleppo (in Arabic) (недоступная ссылка — история).
  71. eAleppo Bab Al-Faraj tower (in Arabic) 2017 йыл 11 октябрь архивланған.
  72. Ministry of Tourism, Syria: Aleppine House (in Arabic). Архивировано из оригинала 16 июль 2011 года.
  73. Madinatuna:Aleppo City Development Strategy Economy 2010 йыл 5 май архивланған.
  74. Report on Local Economic Development in Aleppo. Дата обращения: 15 октябрь 2016. Архивировано из оригинала 21 октябрь 2016 года. 2016 йыл 21 октябрь архивланған.
  75. Informal Settlements / Assessment. Дата обращения: 18 октябрь 2016. Архивировано 19 март 2017 года.
  76. http://www.tspa.eu/wp-content/uploads/2013/04/3ACV-Aleppo-Diverse-Open-City-Report-EN1.pdf(недоступная ссылка) Карта на с 96-97

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Алеппо