Әйүбиҙәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әйүбиҙәр
Флаг
Нигеҙләү датаһы 1171
Кем хөрмәтенә аталған Наджм ад-Дин Айюб ибн Шади[d]
Рәсми тел Ғәрәп теле
Дәүләт  Айюбидский султанат[d]
Административ үҙәк Ҡаһирә
Идара итеү формаһы монархия
Валюта динар Арабского халифата[d] һәм Islamic Dirham[d]
Алыштырған Фатимиҙар хәлифәлеге
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1341
Урынлашыу картаһы
 Әйүбиҙәр Викимилектә

Әйүбиҙәр солтанлығы ({{курдса: Eyûbiyan; ғәр. لأيوبيون‎ - әл-Әйүбиүн; рус. Айюбиды), шулай уҡ Дәүләт Әл-Әкрәд (ғәр. دولة الأكراد‎) — Көнбайыш Азияла һәм Төньяҡ Африкала курд Әйүбиҙәр династияһы етәкселегендәге урта быуат мосолман дәүләте (солтанат)[1][2].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әйүбиҙәр династияһының төп линияһы вәкилдәре Мысырға идара итә (1169—1252, 1174 йылдан Солтан титулы алып), шул уҡ ваҡытта Яҡын Көнсығыштың төрлө төбәктәрендә (Фәләстиндә, Сүриәлә, Ираҡта, Ғәрәбстанда, Кесе Азияла) идара иткән династияның алыҫыраҡ тармағы өсөн сюзерендар була.

Династияға нигеҙ һалыусы Сәләх әд-Дин Мысырҙағы төрки-сельджук ғәскәрҙәренә таянып, Фатимиҙарҙың исмәғили династияһын тар-мар итә. Әйүбиҙәрҙең власы Киренаикаға, Триполитанияға, Йеменгә, Сүриәгә, Үрге Месопотамияға тарала. Улар тәре йөрөтөүселәрҙе еңә, шиғыйҙарҙы эҙәрлекләй. Дини тормошта сөннилек хакимлығы нығына. Әйүп нәҫеленән сыҡҡандарҙың барыһының да үҙ аллы идараһында айырым провинциялары булған. 1238 йылда дәүләт уделдарға бүленә. 1250 йылда мәмлүктәр Әйүбиҙәрҙең һуңғы солтанын үлтереп, Мысырҙа власты баҫып алалар.

Әйүбиҙәр дәүләте күп һанлы уделдарға бүленә. Династия башлығы солтан титулын йөрөтә, династияның башҡа ағзалары — мәликтәр һәм әмирҙәр.

Әйүбиҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Сәләх әд-Дин, 1169—1193
  • Әл-Ғәзиз Уҫман, 1193—1198
  • Әл-Мансур Насир әл-Дин Мөхәммәд, 1198—1200
  • Әл-Ғәдил Сәйф әл-Дин Әбү Бәкер I, 1200—1218
  • Әл-Камил, 1218—1238
  • Әл-Ғәдил Сәйф әл-Дин Әбү Бәкер II, 1238—1240
  • Әс-Сәлих Әйүб, 1240—1249
  • Әл-Мүғәззәм Туран-Шаһ, 1249—1250
  • Әл-Әшрәф Муса, 1250—1254

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.