Эстәлеккә күсергә

Сәсәниҙәр дәүләте

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Сәсәниҙәр империяһы битенән йүнәлтелде)
Сәсәниҙәр дәүләте
Флаг Герб
Флаг Герб

Сәсәниҙәр империяһы 619-629 йылдарҙа.
Сәсәниҙәр империяһы 619-629 йылдарҙа.

 
 
224 — 652
Баш ҡала

Истахр (224—226)
Ктесифон (226—637)

Телдәр

урта фарсы, арамей  (лингва-франка)

Дин

зороастризм, шулай уҡ христианлыҡ, манихейлыҡ, митраизм

Халҡы

40,000,000 (иран халыҡтарығәрәптәр, әрмәндәр, ассирийҙар, йәһүдтәр, ивер, Кавказ албандары, курдтар

Династия

Сәсәниҙәр

Преемственность

← Парфия батшалығы

Ғәрәп хәлифәлеге →

 Сәсәниҙәр дәүләте Викимилектә

Сәсәниҙәр дәүләте (пехл. [Ērānšahr] (Эраншахр) — «Иран (арийҙар) дәүләте»; фарс. شاهنشاهی ساسانیانشاهنشاهی ساسانیانфарс. شاهنشاهی ساسانیان [šāhanšāhije sɒsɒnijɒn]) — хәҙерге Ираҡ һәм Иран ерендә парфяндарҙың Аршакиҙар династияһы ҡолатылып, власҡа фарсы династияһы — Сәсәниҙәр килеү менән ойошторолған дәүләт. Ул 224—651 йылдарҙа тора. Ҡайһы берҙә Сәсәниҙәр дәүләтенә ҡарата империя термины ҡулланыла[1].

Сәсәниҙәр династияһына Ардашир I Папакан тарафынан Аршаки династияһы вәкиле Артабан V парфян батшаһын (фарс. اردواناردوانфарс. اردوان Ardavan) еңгәндән һуң нигеҙ һалына. Һуңғы сәсәниҙәр шаһиншаһы (батшаларҙың батшаһы) Йәҙегәр III (632—651) була. Ул 14 йыл буйы Ғәрәп хәлифәтенә ҡаршы барған һуғышта еңелә.

III быуат аҙағында — IV быуат башында империяның бер нисә көнсығыш өлкәһе айырымлана. Әммә Шапур II (309—379 йй) хакимлығы мәлендә улар ҡабаттан ҡайтарыла. 387 йылдағы килешеү буйынса сәсәниҙәргә Месопотамияның райондарыһәм Әрмән батшалығының ҙур өлөшө күсә.

V быуатта Әрмәнстан, Кавказ Албанияһы һәм Иберия династияларының батшалары Сәсәниҙәрҙең башлығы булып тора. V быуаттың икенсе яртыһында Кавказ аръяғы, 571—572 йылдан — Әрмәнстанда ихтилалдар була. Маздакиҙар хәрәкәте барлыҡҡа килгәндән һуң V быуат аҙағында идара итеү системаһында, социаль-сәйәси структурала һәм мәҙәниәттә тәрән үҙгәрештәр була.

Хөсрәү I Ануширван Төрки ҡағаны туғаны менән никахлашҡас, империя ныҡ үҫешә (531—579 йылдар). Хөсрәү I хакимлығы мәлендә юғары ҡатлам вәкилдәренең бер өлөшө дәүләттән һәм батшанан иҡтисади бәйле була, шулай уҡ бюрократик аппарат һәм чиновниктарҙың әһәмиәте арта. VI быуатта Византия менән уңышлы һәм уңышһыҙ һуғыштар була. 558—568 йылда Төрки ҡағанаты эфталиттарҙы ҡыйратҡас, Афғанстан һәм Урта Азияның ҡайһы бер өлкәләре ҡағанатҡа яһаҡ түләү бурысы менән Сәсәниҙәр дәүләтенә инә. 570 йылдарҙа Йәмән бойһондорола. 589-сы йылдарҙа дәүләткә ябырылған төркиҙәр тар-мар ителә. Византия менән оҙайлы һуғыш дәүләттең матди ресурстарын ярлыландыра. Был хәл һәм шулай уҡ һалымдарҙың ҡырҡа арттырылыуы сәсәниҙәр дәүләтенең сәйәси һәм иҡтисади ҡеүәтен ҡаҡшата. VII быуатта ислам дине инә[2].

Хөсрәү II Парвиз (Абарвез, Апарвез, 591—628 йылдар) — Ануширвана Хөсрәү I Ануширвандың ейәне, Ормизда IV улы. Уның хакимлығы мәлендә Сәсәниҙәр дәүләтенең сиктәре ваҡытлыса булһа ла киңәйә. Шул саҡта империя хәҙерге Иран, Ираҡ, Әзербайжан, Әрмәнстан, Афғанстан, хәҙерге Төркиәнең көнсығышы һәм хәҙерге Һиндостан, Сүриә, Пакистандың өлөштәре инә; сәсәниҙәр дәүләте өлөшләтә Кавказ, Үҙәк Азия, Ғәрәбстан ярымутрауы, Мысыр, Иордания һәм Израиль ерҙәрен баҫып ала. Һөҙөмтәлә, Сәсәниҙәр Ираны (ҡыҫҡа ваҡытҡа булһа ла) Әһәмәниҙәр дәүләтенә тиклем киңәйә.

628—632 йылдарҙа 10 батша алышына. Йәҙегер III осоронда VII быуат уртаһында Сәсәниҙәр империяһын Ғәрәп хәлифәлеге йота.

Сәсәниҙәр дәүләтен ойоштороу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ардашир Ахура-Маздой

Беҙҙең эраға тиклем III быуатта Иран Аршакиҙарҙың парфян династияһы берләштергән берәмк була. Ғәмәлдә ул үҙаллы кенәзлектәрҙән короллектәрҙән торған конфедерация була. (Сағыштырыу өсөн: Киев Русе XIII быуатта). Даими үҙ-ара һуғыштар, бәрелештәр Иранды ныҡ көсһөҙләндерә. Рим империяһының хәрби ҡеүәте һәм көнсығышҡа ҡарай экспансияһы һөҙөмтәһендә парфяндар Месопотамияның бер нисә төньяҡ ҡалаларын бирергә мәжбүр була.

Иран Парс мәлендә яңынан ойоша башлай. Ирандың көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан Парс провинцияһы уның тарихындағы мөһим роль уйнай (Парс, йәки Фарс — гректар уны «Иран» урынына ҡуллана башлай).

Алтын ялатылған көмөш һауытта Хөсрәү I Ануширвандың һунарҙағы мәле һүрәтләнә

Сәсән — ҡанбаба, Анахит алиһәһе ҡорамы тылсымсыһы[3], ул Парстың хаким («батша») династияһына ҡарай һәм мөһим урын биләй. Уның улы Папак Истахраның хакимы, шаһ титулына эйә була. Сәсәндең ейәне, Папактың улы Арташир ҡанбабалар һәм ырыуҙың юғары ҡатламы ярҙамында күтәрелә. Үҙ биләмәһенә күрше ерҙәрҙе ҡушыу һөҙөмтәһендә көсәйә бар һәм Парстың иң билдәле хакимын бәреп төшөрә. Тәхет өсөн Арташир бер туған ағалары менән көрәш алып бара һәм еңеп сыға. Иранды берләштереүгә ынтылыуы уны Аршакиҙар менән дошманлаштыра.

Дарабгерд ҡәлғәһе коменданты вазифаһынан башлаған Арташир Парсты ғына биләп ҡалмай, тиҙҙән Исфахан һәм Керман өлкәләрен ҡуша, месопатамия менән сиктәш Хузистанға бәреп инә һәм төньяҡҡа юллана. Уға ҡаршы пәрфән ғәскәре сыға. 224 йылдың 22 апрелендә Ормигаздан тигеҙлегендә улар араһында ҡыҙыу алыш була һәм Арташир еңә. Әммә Ирандың башына тороу өсөн уға тағы ла 80 удел кенәзен бойһондорорға тура килә. Шулай ҙа бай һарайҙар төҙөлгән Фарс (Парс) дәүләттең баш өлкәһе ролен уйнамай. Аршакиҙар йолаһына ярашлы баш ҡалалар тип Селевкия һәм Ктесифон, Тигр йылғаһы буйындағы «ҡалалар» билдәләнә. Бында, илдең көнбайышында, өлкәләге иң уңдырышлы ерҙәр, Иранды көнбайыштағы Урта диңгеҙ гавандәре, төньяҡтағы Әрмәнстан, Кавказ Албанияһы, Иверия, Лазика, көньяҡтағы Персия ҡултығы һәм көньяҡ Ғәрәбстаны, көнсығыштағы Һиндостан менән бәйләүсе сауҙа юлдары үтә.

Сәсәниҙәрҙең ебәк туҡымаһы, VI—VII бб.

226 йылда Арташир тәхеткә ултыра һәм батшалар батшаһы — шаһаншаһ титулын ҡабул итә. Ул Хамадан ҡалаһы менән Мидияны, Сакастан һәм Хөрәсән өлкәләрен буйһондора. Ныҡышмалы көрәш менән Атропатена, Әрмәнстандың байтаҡ өлөшө баҫып алына. Маргиана (Мерв оазисы), Систан һәм Мекран да баҫып алынған тигән мәғлүмәттәр бар. Шулай итеп, уның дәүләте сиге Аму-Дарья йылғаһының аҫҡы өлөштәренә тиклем Хорезмға килеп етә. Ҡабул йылғаһы көнсығыш сиге була.

Сәсәниҙәр армияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Сәсәниҙәр ғәскәрендәге башлыҡ

Армияның Сәсәниҙәр дәүләте ҡабул иткән рәсми атамаһы — Рөстәм Армияһы (Ростам) — e Rostam Spâh'. Ул сәсәниҙәр династияһын башлаусы Ардашир I Папакан тарафынан булдырыла. Сәсәниҙәр армияһы тарихы ике осорға бүленә[4], реформаға тиклем Ардашир I алып Хөсрәү Ануширванға тиклем, реформанан һуңғы Хөсрәү Ануширвандан алып династия ҡолағансы. Ардашир булдырған армия удел кенәздәренең дружиналарынан торған иррегуляр армия була. Хөсрәү Ануширван иһә армияны регуляр һәм профессионалгә әйләндерә.

Сәсәни Ирандағы йәмғиәт төҙөлөшө

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Перс һыбайлыһы, Так-и-Бостан, Иран

Дәүләт башында Сәсәниҙәр династияһына ҡараған шаһанша торған. Тәхеткә вариҫын ул тик сәсәниҙәр ырыуы араһынан үҙе тере саҡта уҡ билдәләгән. Икенсе төрлө әйткәндә, сәсәниҙәр батша нәҫеленән тип иҫәпләнгән.

Дәүләттә юғары урынды шаһәрдарҙар, йәғни үҙ аллы өлкәнең хакимдары, Сәсәниҙәргә бойһонған батшалар биләгән. V быуаттан провинция хакимдары марзпан тип аталған. Дүрт бөйөк марзпана шаһ титулын йөрөткән.

Шаһәрдарҙан һуң киләһе дәрәжәне виспухр биләй. Дәүләттә ете иран ырыуы ҙур урын алып торған. Тик уларҙың ғына дәүләтселек һәм хәрби вариҫлыҡҡа хоҡуғы була.

Шәхси ере булған, администатив дәрәжәгә һәм хәрби идаралыҡҡа алынған юғары ҡатламға вузургтар (визургтар) ингән. Сығанаҡтарҙа улар тураһында «танылған», «бөйөк», «атаҡлы», «ҙур» кешеләр тип телгә алына. Улар, һис шикһеҙ, дәүләт идаралығында ҙур роль уйнаған.

Сәсәниҙәр ҡалҡанындағы арыҫланды сағылдырған көмөш умбон

Иң күп һанлы төркөмдө урта һәм ваҡ ер хужалары азаттар, йәғни «иреклеләр» биләй. Улар хәрби хеҙмәткә бурыслылар, һуғыш мәлендә сәсәниҙәр армияһының данлыҡлы атлылары булған.

Был төркөмдәрҙең бөтәһелә эксплуататор (бойһондороусылар) класына ҡарай. Уларға ҡала кәсепселәре һәм крәҫтиәндәр, сауҙагәрҙәр бойһонған.

Ҡайһы бер сығанаҡтар раҫлауынса, Арташире I заманында дүрт ҡатлам була:

Ҡанбабаларға (асраван) бер нисә дәрәжә инә: иң юғарыла мобедтар, унан ҡанбаба — судьялар (дадхвар) һәм башҡалар. Иң түбәнге урынды тылсымсылар биләй.

Сәсәниҙәр династияһы шәжәрәһе

Хәрби ҡатламда (артештаран) атлы һәм йәйәүле яугирҙәр була. Һыбайлыларға йәмғиәттең өҫтөнлөклө вәкилдәре алынған; затлы нәҫел вәкилдәре ғәскәр башлығы булып тора.

Яҙыусылар ҡатламын (дибхеран) башлыса дәүләт чиновниктары тәшкил итә. Ләкин уға шулай уҡ төрлө һөнәр кешеләре: секретарҙар, дипломатик документ, хат тултырыусылар, биографтар, табип, астролог һәм шағирҙар ҙа ҡарай.

Дүртенсе ҡатлам — халыҡ, уға крәҫтиәндәр (вастриошан) һәм һөнәрселәр (хутухшан) ҡараған. Был ҡатламға шулай уҡ сауҙагәрҙәр, купецтар, һөнәрселәр, үҙ тауарын һатыусылар һәм башҡалар ингән.

Сәсәниҙәр Иранында ҡол биләү ҡоролошо була. Урта быуаттарҙа Иран феодал бәйләнешкә инә, был V быуатта асыҡ күренә.

Баһрам V һинд принцессаһында ҡунаҡта. Низамиҙың «Ете гүзәл» әҫәре буйынса XVI быуат миниатюраһы.
  • Сәсән, хватав Анахит
  • Папак, Сәсәндең улы, хватав Анахит ?—209, Истахар шаһы 209—220
  • Шапур, Папактың улы, Истахр шаһы 209—220
  • Арташир I Папакан, Папактың улы, Истахр шаһы 220—224, Ирандың бөйөк шаһаншаһы 224—239
  • Пероз I, Арташир I Папакандың улы, Ирандың бөйөк шаһаншаһы 239
  • Шапур I, Арташир I Папакандың улы, Ирандың бөйөк шаһаншаһы 239—260, Иранда һәм унан ситтә бөйөк шаһиншаһ 260—274
  • Ормизд I Арташир, Шапура I улы, Әрмәнстандың бөйөк шаһаншаһы 260—274, Иранда һәм унан ситтә бөйөк шаһиншаһ 274
  • Хвармиздак, Ормизд I Арташирҙың улы, Әрмәнстандың бөйөк шаһы 274
  • Шапур, Шапур I улы, Мешандың шаһы ?—272
  • Хвармизд, Шапурҙың улы, Һиндостан, Сакастан һәм Тохаристан шаһы 276—291
  • Баһрам I, Шапур I улы, Гилян шаһы260—262, Керман шаһы 262—274, Иран һәм унан ситтә бөйөк шаһиншаһ 274—276
  • Баһрам II, Баһрам I улы, Һиндостан, Сакастан һәм Тохаристан шаһы 274—276, Иран һәм унан ситтә бөйөк шаһиншаһ 276—293
  • Баһрам III, Баһрам II улы, Һиндостан, Сакастан һәм Тохаристан шаһы 291—293, Иран һәм унан ситтә бөйөк шаһиншаһ 293
  • Атурфарнбаг, Мешан шаһы 282—293
  • Нарсе, Шапур I улы, Һиндостан, Сакастан һәм Тохаристан шаһы 260—274, Әрмәнстандың бөйөк шаһы 274—293, Иран һәм унан ситтә бөйөк шаһиншаһ 293—302
  • Ормизд II, Нарсехтың улы, Һиндостан, Сакастан һәм Тохаристан шаһы 293—302, Иран һәм унан ситтә бөйөк шаһиншаһ 302—309
  • Шапур II, Хвармиздың улы II, Һиндостан, Сакастан һәм Тохаристан шаһы 302—309, Иран һәм унан ситтә бөйөк шаһиншаһ 309—379
  • Арташир II, Шапур II улы, Кушандың бөйөк шаһы 330—379, Иран һәм унан ситтә бөйөк шаһиншаһ 379—383
  • Шапур III, Шапура II улы, Иран һәм унан ситтә бөйөк шаһиншаһ 383—388
  • Баһрам IV, Шапур II, Кушандың бөйөк шаһы 379—388, Иран һәм унан ситтә бөйөк шаһиншаһ 388—399
  • Баһрам, Баһрам IV улы, Кушандың бөйөк шаһы 388—421
  • Йәҙегәр I, Шапур III шаһы, Иран һәм унан ситтә бөйөк шаһиншаһ 399—421
  • Баһрам V, Йәҙегәр I улы, Иран һәм унан ситтә бөйөк шаһиншаһ 421—439
  • Йәҙегәр II, Баһрам V улы, Иран һәм унан ситтә бөйөк шаһиншаһ 439—457
  • Ормизд III, Йәҙегәр II улы, Кушандың бөйөк шаһы 421—457, Иран һәм унан ситтә бөйөк шаһиншаһ 457—459
  • Пероз, Йәҙегәр II улы, Кушандың бөйөк улы 457—459, Иран һәм унан ситтә бөйөк шаһиншаһ 459—484
  • Балаш, Йәҙегәр II улы, Иран һәм унан ситтә бөйөк шаһиншаһ 484—488
  • Вачаган II, Йәҙегәр II улы, Албанияның шаһы 487—510
  • Кавад I, Пероз II улы, Иран һәм унан ситтә бөйөк шаһиншаһ 488—496, 498—531
  • Замасп, Пероз II улы, Әрмәнстандың бөйөк шаһы ?—496, Иран һәм унан ситтә бөйөк шаһиншаһ 496—498
  • Нарсех, Замасптың улы, Әрмәнстандың бөйөк шаһы 496—?
  • Сурхаб, Замасптың улы, Албанияның шаһы 496—?
  • Хөсрәү I, Кавад I улы, Иран һәм унан ситтә бөйөк шаһиншаһ 531—579
  • Ормизд IV, Хөсрәү I улы, Иран һәм унан ситтә бөйөк шаһиншаһ 579—590
  • Баһрам Чубин (Сәсәни түгел), тәхет исеме Баһрам VI, Иран һәм унан ситтә бөйөк шаһиншаһ 590—591.
  • Бистам, Хөсрәү I, улы, Адурбадагандың шаһы 590—596
  • Хөсрәү II, Ормизд IV улы, Иран һәм унан ситтә бөйөк шаһиншаһ 590—628
  • Кавад II, Хөсрәү II улы, Иран һәм унан ситтә бөйөк шаһиншаһ 628
  • Арташир III, Кавад II улы, Иран һәм унан ситтә бөйөк шаһиншаһ 628—629
  • Фаррухан Шәһәрвараз (Сәсәни түгел), Хөсрәү II полководецы, шаһиншаһ 629
  • Борандохт, Хөсрәү II ҡыҙы, Иран һәм унан ситтә бөйөк батшабикә 629—630
  • Азармедохт, Хөсрәү II ҡыҙы, Иран һәм унан ситтә бөйөк батшабикә 630—631
  • Фаррухзад Хөсрәү, Иран һәм унан ситтә бөйөк шаһиншаһ 631—632
  • Йәҙегәр III, Шәһрийәрҙең улы, Хөсрәү II улы, Иран һәм унан ситтә бөйөк шаһиншаһ 632—651
  • Аммиан Марцеллин. История. СПб., 1996.
  • Пехлевийская «Божественная комедия»: «Книга о праведном Виразе» (Арда Вираз намаг) и другие тексты. М., 2001.
  • Фавст Бузанд. История Армении Фавстоса Бузанда / Пер. с арм. М. А. Геворгяна. Ер., 1953.
  • Бартольд В. В. Иран. Исторический обзор // Бартольд В. В. 9 томлыҡ. Т. 7. М., 1971.
  • Дашков С. Б. «Цари царей — Сасаниды. Иран III—VII вв. в легендах, исторических хрониках и современных исследованиях». М., 2008. ISBN 978-5-91660-001-8
  • Дмитриев В. А. Армия и военное дело в сасанидском Иране по данным Аммиана Марцеллина // Записки Восточного отделения Российского археологического общества (ЗВОРАО). Новая серия. Т. II (XXVII). СПб., 2006. С. 397—426.
  • Дмитриев В. А. «Всадники в сверкающей броне»: Военное дело сасанидского Ирана и история римско-персидских войн. СПб., 2008.
  • Дмитриев В. А. Состав персидской армии IV в. н. э. в известиях римского историка Аммиана Марцеллина // Метаморфозы истории. Альманах. Вып. 3. Псков, 2003.
  • Дьяконов М. М. Очерк истории Древнего Ирана. М., 1961.
  • Иностранцев К. А. Сасанидские этюды. СПб., 1909.
  • История Востока. Т. 2. Восток в средние века. М., 2000.
  • Закавказье и сопредельные страны между Ираном и Римом. Христианизация Закавказья // История древнего мира. Кн. 3. Упадок древних обществ / Под ред. И. М. Дьяконова, В. Д. Нероновой, С. И. Свенцицикой. М., 1982.
  • Луконин В. Г. Сасанидская держава в III—V вв. // История древнего мира. Кн. 3. Упадок древних обществ / Под ред. И. М. Дьяконова, В. Д. Нероновой, С. И. Свенцицикой. М., 1982.
  • Луконин В. Г. Древний и раннесредневековый Иран. Очерки истории культуры. М., 1987.
  • Периханян А. Г. Общество и право Ирана в парфянский и сасанидский периоды. М., 1983.
  • Фрай Р. Н. Наследие Ирана. М., 1972.
  • Bury J.B. The date of the battle of Singara // Byzantinische Zeitschrieft. 1896. Bd. 5. Hft. 2.
  • Cambridge history of Iran. Vol. 3 (1). The Seleucid, Parthian and Sasanian periods / Ed. By E. Yarshater. Cambridge; L.; N.-Y.; New Rochelle; Melbourne; Sydney, 1983.
  • Christensen A. L’Iran sous les Sassanides. Copenhague, 1944.
  • Frye R.N. The History of Ancient Iran. München, 1984.
  • Paterson W.F. The Sassanids // The Journal of the Society of Archer-Antiquaries. 1969. Vol. 12.
  • Seeck O. Sapor (II) // Pauly’s Real-Encyclopädie der classischen Altertumswissenschaft. Reihe 2. Hbd 2. 1920.
  • Sykes P. A history of Persia. Vol. 1. L., 1921.
  • Tafazzoli A. Sasanian society: Warriors, scribes, dehqāns. N.-Y., 2000.