Эстәлеккә күсергә

Али ибн Әбү Талип

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Али (Ғәли) ибн Әбү Талиб
ғәр. علي بن أبي طالب
билдәһеҙ
Хаҡ хәлиф
1-се Шиғый имамы
656 — 661
Алдан килеүсе: Усман
Дауамсы: Хәсән (хакимлыҡты Мүәвиә I тартып ала)
 
Дине: Ислам
Тыуған: 17 март 599({{padleft:599|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Кәғбә, Мәккә
Үлгән: 24 ғинуар 661({{padleft:661|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (61 йәш)
Әл-Куфа, Ғәрәп хәлифәлеге
Ерләнгән: Имам Али мәсете, Ән-Нәжәф (Ираҡ)
Династия: Бану Хашим[d] һәм Алисылар
Атаһы: Әбү Талиб
Әсәһе: Фатима бинт Әсәд
Ҡатыны: 1) Фатима
2) Үмә әл-Бәнин
3) әл-Хәнәфиә
Балалары: 1-се никахтан
улдары: Хәсән, Хөсәйен
ҡыҙҙары: Үмм Күлсүм һәм Зәйнәб
2-се никахтан
улдары: Ғәббәс, Ғүмәр, Жәфәр һәм Усман
башҡа ҡатындарынан
улдары: Мөхәммәт, Абдулла һәм Әбү Бәкр
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Али (Ғәли) ибн Әбү Талиб ибн Ғәбд әл-Моталлиб ибн Хашим ибн Ғәбд-әл-Манаф (ғәр. علي بن أبي طالب[ʕaliː ibn ʔæbiː t̪ˤɑːlib]; яҡ. 600 йыл — 24 ғинуар 661 йыл) — атаҡлы сәйәсмән һәм йәмәғәт эшмәкәре [1]; Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ﷺ ике туған ҡустыһы, кейәүе һәм сәхәбә, дүртенсе хаҡ хәлиф (656661 ) һәм шиғыйҙарҙың беренсе имамы. Идара иткән осорҙа хәҙрәти Ғәлигә Әмир әл-Мөьминин (мөьминдәр юлбашсыһы) исеме бирәләр[1].

Ғәли Ислам ҡабул иткән беренсе бала була; артабан ул Исламдың тәүге йылдарындағы бар ваҡиғаларында һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәр ﷺ Ислам дошмандары менән алып барған барлыҡ яуҙарҙа ҡатнаша. Мин ғилем ҡалаһы булһам, Ғәли ошо ҡаланың асҡысы» — ти торған булған Рәсүл. Хәлиф Усманды фетнә күтәргән һалдаттар үлтергәндән һуң хәҙрәти Ғәли хәлиф булып ҡала. Мүәвиә күтәргән фетнәгә ҡаршы сыға, харижит ҡулынан һәләк була.

Ислам тарихына хәҙрәти Ғәли фәжиғәле яҙмышлы хәлиф булып инеп ҡала[2]. Сөнниҙәр уны дүртенсе хаҡ хәлиф тип һанай. Шиғыйҙар хәҙрәти Ғәлиҙе Мөхәммәт Пәйғәмбәр ﷺ ҡандаш туғаны булыуы, яугирлеге һәм юлбашсылығы өсөн изгеләр рәтенә ҡуйып, Беренсе Имам тип ололоҡлай. Ул һуғышта ҡаһарманлыҡ һәм кирәмәттәр күрһәткәне хаҡында риүәйәттәр күп. Урта Азияла хәҙрәти Ғәлиҙең ете ҡәбере бар тип һанайҙар, йыназа ваҡытында кешеләр мәрхүм һалынған дөйә етәүгә әйләнеп, төрлө яҡҡа йүнәлгәнен күргән икән.

Ғәли 600 йылда рәжәп айының 13-өндә Мәккәлә ҡөрәйештәрҙең Бану Хашим ырыуы башлығы Әбү Талип һәм Ватима бинт Әсәд ғаиләһендә донъяға килгән. Бик күп сығанаҡтарҙа әтелеүенсә, Ғәли Ҡәғбәтуллала тыуған берҙән-бер бала булған.[3]. Әбү Тали Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең (салләЛлаһу 'аләйһи үә сәлләм) атаһының бер туған ҡустыһы булған. Мөхәммәт (салләЛлаһу 'аләйһи үә сәлләм), ата-әсәһе вафат булғас, ошо ағаһында тәрбиәләнгән. Мөхәммәт (салләЛлаһу 'аләйһи үә сәлләм) Ғәрәбстандың бик бай ҡатынына өйләнгәндән һуң етеш йәшәй башлай, ә ағаһы, киреһенсә, бөлгөнлөккә төшә. Шул шарттарҙа Пәйғәмбәр ﷺ Ғәлиҙе үҙенә тәрбиәгә ала.

Ғәлигә 9 йәш тулғас, иман шартын ҡабул итә. Шулай итеп, балалар араһынан ғына түгел, ғөмүмән, Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙән (салләЛлаһу 'аләйһи үә сәлләм) һуң беренсе булып Ислам ҡабул иткән мосолман булып сыға.

Зөлфиҡәр ҡылысы

Бәҙер һуғышында хәҙрәти Ғәли байраҡсы була. Был һуғышта ул үҙен ҡаһарман яугир итеп күрһәтә. Үҙенә ташланған Вәлид ибн Муғирәне еңә һәм үлтерә [1].Бынан һуң яраланған Хәмзә менән бергәләп әл-Харисҡа ярҙамға ташланалар, һәм уға һөжүм иткән Шәйбәне үлтереп, әл-Харисты яу ҡырынан алып сығалар [4]. Мосолмандар һәм ҡөрәйештәр араһындағы тәүге һуғышта тәүгеләре еңеп сыға. Ҡаһарманлығы өсөн Ғәлигә «Аллаһ Арыҫланы» тигән ҡушамат бирәләр[1]. Был һуғыштан һуң Мөхәммәт Пәйғәмбәр уға "Зүлфиҡәр" тип аталған ике ҡырлы ҡылыс бүләк итә[5].

625 йылдың мартында Үхүд тауы янында йәнә мосолмандар менән ҡөрәйештәр бәрелешә. Яу алдынан алышҡа Ғәли менән Талха ибн Әбү Талха сыға. Ғәли еңеп сыҡҡандан һуң мосолмандар һөжүмгә ташлана[6]. Мәгәр Үхүдтәге яуҙа мосолмандар тәүге тапҡыр еңелә, әммә был берҙән-бер осраҡ булып ҡала .

Ғәли һәм тәүге хәлифәләр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
ӘлхәмдулилЛлаһ
Аллаһу әкбәр

Мөхәммәт Пәйғәмбәр (салләЛлаһу 'аләйһи үә сәлләм) бәхилләшеү хажынан һуң Мәккә менән Мәҙинә араһында туҡталып, Ғәли тарафына ахырҙа төрлө мәғәнә һалып аңлатыласаҡ һүҙҙәр әйтә. Пәйғәмбәр (салләЛлаһу 'аләйһи үә сәлләм) Ғәлиҙе үҙенең вариҫы, бар күңеле менән тоғро туғаны тип атап, өммәтенең уны мәүлә тип ҡабул итеүен теләгәнен әйтә а[3]. Шиғыйҙар быны хәҙрәти Ғәли Мөхәммәт Пәйғәмбәр (салләЛлаһу 'аләйһи үә сәлләм) урынында ҡалырға тейешле кеше булған тип аңлата. Сөнниҙәр иһә хәҙрәти Ғәлигә Пәйғәмбәрҙең (салләЛлаһу 'аләйһи үә сәлләм) туғаны булараҡ бурыстар һалып ҡалынған тип һанай.[3].

Мөхәммәт (салләЛлаһу 'аләйһи үә сәлләм) 632 йылдың 8 июнендә үҙенең Мәҙинәләге йортонда вафат була. Вафатын белгәс, бер төркөм ансар йыйылып, кемде хәлифә итеү мәсьәләһен күтәрәләр. Уларға хәҙрәти Ғүмәр, Әбү Бәкр, Әбү Ғөбәйд һәм йәнә бер нисә мөһәжир килеп ҡушыла[7]. Хәҙрәти Ғәли менән ғаилә ағзалары Пәйғәмбәрҙең (салләЛлаһу 'аләйһи үә сәлләм) йыназаһына әҙерләнеп тороп ҡалалар [3]. Башта йыйылған кешеләр Мәҙинәләге хәҙрәжиҙәр ҡәбиләһе башлығы Сәғәд ибн Үбәдте һайламаҡсы була, әммә күптәр был вазифаға Пәйғәмбәр туғандары лайығыраҡ тигән фекер белдерә.[7]. Хәҙрәти Ғәлиҙе сәхәбәләр Әбү Зәрр әл-Ғифари, Миҡдад ибн әл-Әсүәд һәм фарсы Сәлмән әл-Фарси күрһәтә, әммә уларҙы тыңлаусы булмай[8]. Әбү Бәкр менән фекерҙәштәре килеп етеүе хәлде үҙгәртеп ебәрә. Йыйылыш Әбү Бәкергә ант килтерә, уға «Аллаһ рәсүле урынбаҫары» дәрәжәһе бирелә — хәлифә рәсүли-л-лаһи (ябай ғына әйткәндә хәлифә). Хәҙрәти Ғәли ҡаршы булмай, әммә йәмәғәт тормошонан ситләшеп, тулыһынса тормошон Ҡөрьәнде өйрәнеүгә һәм өйрәтеүгә бағышлай[3].

Әбү Бәкер вафаты алдынан үҙ урынына хәҙрәти Ғүмәрҙе күрһәтә, ә уныһы үлер алдынан 6 сәхәбәнең исемен атай һәм шуларҙан башлыҡ һайларға ҡуша. Ахыр сиктә 4 исем ҡала - хәҙрәти Ғәли, Усман ибн Ғаффан, Сәғәд ибн Әбү Ваҡҡас һәм Әз-Зөбәйер). Исеме аталған Талха ҡайҙалыр киткән була. Йыйылышта алып барған Ғәбд-Рахман, үҙегеҙҙе һайламаһалар, кемде күрһәтер инегеҙ, тигән һорауға хәҙрәти Ғәли хәҙрәти Усманды атай, ә уныһы - хәҙрәти Ғәлиҙе. Ҡалған икәү хәҙрәти Усманды атай. Хәҙрәти Усман өсөнсө хәлифә итеп һайланаБольшаков О. Г. История Халифата. Эпоха великих завоеваний. 633-656 гг. — «Восточная литература» РАН, 2000. — Т. 2. — С. 157. — ISBN 5-02-017376-2.</ref>» .

Хәҙрәти Ғәли ваҡытында хәлифәт, 661 йыл.

Хәҙрәти Усманды үлтергәндең өсөнсө көнөнә хәҙрәти Ғәлиҙе хәлифә итеп һайлайҙар. Ант килтергәндең иртәгәһенә мәсеттә вәғәз тотоп, ул былай ти:

Аллаһ һеҙҙең арала үлем ҡапҡаһын асты һәм төн ҡараңғылығындай фетнә башланды. Сабыр һәм зирәк булмаһаҡ, уйлап эш итмәһәк, был хәлдән сығып булмаҫ. Әгәр миңә һәм Аллаһы тәғәләгә буйһонһағыҙ, мин Пәйғәмбәребеҙ юлына өндәйем. Биллаһи,һеҙ бер фекергә килмәйенсә минең Мөхәммәт өммәтенә хаким булырға теләмәгәнде Аллаһы тәғәлә күреп тора, әммә бөгөн һеҙ минең хаҡта бер фекергә килдегеҙ һәм шуға күрә мин һеҙҙе ташлап ҡуя алмайым. …[9]

Хәлифәттә фетнә: Мүәвиә I алған ерҙәр (ҡыҙыл), Әмр ибн әл-Әстеке (күк), имам Ғәлиҙеке (йәшел).

Идара итергә тотонғас, хәҙрәти Ғәли Мәҙинәлә тиҙ үк тәртип урынлаштыра. Уның хакимлығын Мысырҙа, Ираҡта һәм Йәмәндә таныйҙар. Мәгәр Сүриә башлығы һәм Усмандың туғаны  — Мүәвиә I яңы хәлифте Усманды үлтереүселәр яҡлы тип һанап, уға ҡаршы сыға. Ул Шам (Дамаск) мәсетендә Усмандың ҡанлы күлдәген һәм ҡатыны Наиләнең туралған бармаҡтарын ҡуя.[10]. Хәҙрәти Ғәлиҙе хәлифә итеп таныуҙан полководец Сәғәд ибн Әбү Ваҡҡас та баш тарта[11].

Ғәрәбстанда ла хәҙрәти Ғәлигә ҡаршылар байтаҡ була. Уларҙың күбеһе Мәҙинәнән Мәккәгә күскән була, ә бында Пәйғәмбәрҙең ҡатыны Ғәйшә (Аллаһ унан риза булһын)) хәҙрәти Ғәлиҙең Усманды үлтереүселәрҙе язаларға ашыҡмауҙа ғәйепләй.

656 йылдың авгусында, Мүәвиә менән аралар тамам өҙөлгәс, хәҙрәти Ғәли уның менән һуғышҡа әҙерләнә башлай. Мәгәр беренсе булып уға ҡаршы Талха ибн Ғөбәйҙуллаһ етәкселегендә мәккәләр сыға, уның ике туғаны әз-Зөбәйер һәм Ғәйшә р.ғ. лә уға ҡушыла. Ғәйшә был көндө дөйәнән төшмәй һуғышта ҡатнаша. Улар Басра кешеләрен ҡотортоп, хәҙрәти Усманды үлтереүселәрҙе ҡырып бөтөрә. Мәгәр күрше Күфә хәҙрәти Ғәлиҙе яҡлаша. Тиҙҙән 12 меңәлп ғәскәр менән хәҙрәти Ғәли Басраға һөжүм яһай һәм, декабрҙә һуғыш хәҙрәти Ғәли файҙаһына тамамлана. Талха үлтерелә, әз-Зөбәйер менән Ғәйшә р.ғ. ҡасып китә. Басра тулыһынса баш һала һәм хәҙрәти Ғәлиҙең хакимлығы нығына.

Сиффин һуғышы. Харижиҙар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

657 йылдың ғинуарында хәҙрәти Ғәли Күфәгә күсенеп, шунда үҙенең хөкүмәтен урындаштыра. Хәлифәттең алыҫтағы төбәктәре лә уға баш һалып, хакимиәте нығына, ғәскәре 50 меңгә етә. Апрелдә ул Сүриәгә яу менән сыға, Евфрат аша сығып, Сиффин ауылы янында Мүәвиә ғәскәре менән бәрелешә.

Алыштың икенсе көнөнә хәҙрәти Ғәли ғәскәре өҫтөнлөк ала[11]. Фетнәселәр еңелә башлай, әммә Әмр ибн әл-Әс һөңөләргә Ҡөрьән биттәре ҡаҙап күтәрергә ҡуша - һуғыш шунда уҡ туҡтай. Хәҙрәти Ғәли ҡор баштарына кәңәш һорап мөрәжәғәт итә. Берәүҙәр ярашайыҡ, ти, икенселәр яуҙы дауам итеү яҡлы була. Бер аҙ уйланғас, хәҙрәти Ғәли уларға: «Мин кисә һеҙгә бойора инем, бөгөн һеҙҙең бойороҡто тыңлайым, идара итеүсенән идара ителеүсегә әйләндем. Һеҙҙең тере ҡалғығыҙ килә, шуға күрә мин һеҙҙең ихтыярға ҡаршы бара алмайыми »[12]. Мүәвиәнең ғәскәре һаҡланып ҡала, ә Ғәли яғында бүленеш башлана: 12 мең һалдат хәҙрәти Ғәлиҙе ҡыйыуһыҙлыҡта ғәйепләп, ташлап китә. Уларҙы хәрижиттәр тип атай башлайҙар.

Ән-Нәжәфтә имам Ғәли мәсете. Хәҙрәти Ғәли ҡәбере.
Зәңгәр мәсет, Мазари-Шәриф, хәҙрәти Ғәли шунда ҡуйылған тип фараз итәләр

Хәҙрәти Ғәли үҙен үлтереҙәрен белә, был хаҡта Пәйғәмбәр ﷺ ҙә әйткән була, үҙенең дә күңеле һиҙенә. Харижиҙар өммәт бүленеүенә сәбәпсе булған 3 кешене лә - хәҙрәти Ғәлиҙе, Мүәвиәне һәм Әмр әл-Әсте бер юлы үлтерергә кәрәк тигән фекергә киләләр.[13].

661 йылдың 22 ғинуарында 3 хаслыҡсы, шул иҫәптән, Ибн Мулжәм, Күфә мәсетендә сабах намаҙына тиклем ҡалалар. Таңда хәҙрәти Ғәли аҙан ҡысҡыра ла мәсеткә инә. Шул саҡ теге өсәү уға ташлана, Ибн Мүлжәм: «Хөкөм Аллаһ ҡулында, ә һинең менән хәнйәрле кешеләрең ҡулында түгел!»- тип ҡысҡыра. Фетнәселәрҙең берәүһе яҙа тейә, тап Ибн Мулжәм ағыулы хәнйәр менән хәҙрәти Ғәлиҙе яралай. Ҡасып барғандарында уны тотоп алып хәлифә алдына баҫтыралар: «Йәнгә - йән, әгәр үлһәм - үлтерегеҙ, тере ҡалһам, үҙем хәл итермен", - ти хәҙрәти Ғәли[14] Мүәвиә менән әл-Әс ҡотолоп ҡала. Мүәвиәнең аяғы ғына яралана, ә Әмр урынына яңылыш икенсе берәүҙе үлтерәләр.

Хәҙрәти Ғәли Хәсән һәм Хөсәйен улдарын саҡырып ала һәм уларға тәҡүә һәм намыҫлы, сабыр булырға васыят итә, икенсе ҡатынынан тыуған ҡустыларын шәфҡәтлелек менән тәрбиә ҡылырға ҡуша. Яҡындарын йыйып, мосолмандарға васыятын әйтә. Һуңғы һулышына тиклем шәһәҙәне ҡабатлап ята. 23 ғинуар көнө, Рамаҙандың 21-се көнөндә хәлиф Ғәли ибн Әбү Талип вафат була.

Хәҙрәти Ғәлиҙе Күфә янында ерләйҙәр. Уны ерләгән урын сер итеп тотола, нәммә хәлифә Һарун әр-Рәшит осоронда билдәле була һәм уның өҫтөнә төрбә төҙөйҙәр. Изге урын янында Ән-Нәжәф ҡалаһы барлыҡҡа килә[15].

Дошмандары хәҙрәти Ғәлиҙе «Әбү Тураб» («Туҙан атаһы») тип атай.[16]. Риүәйәттәрҙән күренеүенсә, 664 йылда, вафаты алдынан Әмр ибн әл-Әс гонаһтарына тәүбә итә, һәм хәҙрәти Ғәлигә ғәҙелһеҙ булыуына үкенес белдерә.[17]. Хакимлыҡҡа килгән Мүәвиә Өмийәдтәр династияһына баш һала, улар хәлифәткә 90 йыл баш булып тора. Мүәвиә тарафдарҙары йылдар буйы төрлө тантаналарҙа хәҙрәти Ғәлиҙе исемләп ҡарғай. Ғәли яҡлылар иһә уға тиклемге 3 хәлифәне һәм Мүәвиәне ҡарғап яуап бирә.[18].

Хәҙрәти Ғәли шәхесе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ислам тарихына хәҙрәти Ғәли бик фажиғәле яҙмышлы кеше булып инеп ҡалған[2]. Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙән ﷺ тыш мосолман халыҡтары телендә уның тиклем бер кемгә лә бағышланған китаптар юҡ [3]. Барыһы ла хәҙрәти Ғәлиҙең бик тәҡүә, Ҡөрьәнгә һәм Сөннәткә ярашлы йәшәгән, шулар буйынса хөкөм сығарған шәхес тип иҫбатлай. Дин ҡушҡанса ғына йәшәгән, нәфселәнмәгән, донъя малы йыймаған. Ҡайһы бер авторҙар уға сәйәси оҫталыҡ һәм хәйлә етмәгән тип һанай.[15].

Хәҙрәти Ғәлиҙе сөнниҙәр ҙә, шиғыйҙар ҙа ололоҡлай. Шиғыйҙар династияһын башлап ебәргән Сәфәүиҙәр шаһы Исмәғил I Хатаи үҙенә сеги-дери Ғәли (һүҙмә-һүҙ «Ғәли ишеге эте») тигән титул да ала[19]. Шаһ Исмәғил 1-се ваҡытында һуғылған көмөш тәңкәгә (Тәбриз, 1510—1511 йй.) хәҙрәти Ғәлигә данлау яҙылған.[20]

Ғаиләһе һәм тоҡомдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡатыны һәм балалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1-се ҡатыны, Фатима:[21]
  • 2-се ҡатын, Хәүлә, Ҡайса ибн Жәфәр әл-Хәнәфи ҡыҙы:
  • 3-сө ҡатыны, Үмм әл-Бинәйн, әл-Мәһел ибн әд-Диян ибн Хазам әл-Киләби ҡыҙы:
  • 4-се ҡатыны, әс-Сәхбә үмм Хәбиб, Рабиа әт-Тәғлиби ҡыҙы:
    • Әмр әл-Әкбәр
  • 5-се ҡатыны, Ләйлә, Масуд ибн Хәлит әт-Тамими ҡыҙы:
    • Абд ар-Рахман, ҡушаматы Әбү Бәкр
    • Ғөбәйҙуллаһ
  • 6-сы ҡатыны, Әсмә, Умайс әл-Хасамийа ҡыҙы:
    • Йахиа
    • Аун
  • 7-се ҡатыны, Үмәмә, Әб—л-Әс ибн әр-Рабиа ибн Ғәбд әл-Ғазза ибн Ғәбд Шәмс ҡыҙы:
    • Мөхәммәт әл-Әсһәр
  • Башҡа ҡатындарынан:
    • Жәфәр әл-Әсһәр
    • Мөхәммәт әл-Аусат
    • Ғаббас әл-Әсһәр
    • Ғүмәр әл-Әсһәр
    • Усман әл-Әсһәр

624 йылда Мөхәммәт (салләЛлаһу 'аләйһи үә сәлләм) уға ҡыҙы Фатиманы бирә.[22]. Уларҙың 5 балаһы була: улдары Хәсән менән Хөсәйен, Мөҡсин (бәләкәй сағында үлеп ҡала) өыҙҙары Үмм Күлсүм һәм Зәйнәб[23].

Ҡыҙы Зәйнәбте хәҙрәти Ғәли туғаны Абдуллаһ ибн Жәфәргә кейәүгә бирә[24].

Хәсән менән Хөсәйен шиғыйҙарҙа икенсе һәм өсөнсө имамдар тип һанала. Ҡалған 9 имам Хөсәйендән киткән тоҡомдан.

Хәҙрәти Ғәлиҙең улы Хәсәндән киткән бүләһе Идрис I Фәс ҡалаһына нигеҙ һала (хәҙер Марокко), Идрисиҙар династияһын башлай, улар Төньяҡ Африкала X быуатҡа тиклем идара итә.

Иғлан ителгән тоҡомдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мысырҙа хакимлыҡ иткән фитимиҙар династияһы үҙен Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең (салләЛлаһу 'аләйһи үә сәлләм) ҡыҙы фатиманан һәм хәҙрәти Ғәлиҙән киткән тип иҫәпләй. XVI быуатта Иранда Сефевиҙәр династияһы ла үҙен Пәйғәмбәр (салләЛлаһу 'аләйһи үә сәлләм) затынан киткән тип иғлан итә[25], 1979 йылдың октябрендә Ираҡ президенты сөнни Сәддәм Хөсәйенде Ән-Нәжәфтә имам Ғәлиҙән киткән быуындан тип иғлан итәләр[26].

  • Иранда хәҙрәти Ғәли исеме Ғәскәр офицер университетына бирелгән, уның исемендәге метро һәм шоссе бар.
  • Таһранда Имам Али музейы бар.
  • Иранда 12 томлыҡ Имам Али Энциклопедияһы сығарылған.
  • Баҡы янында (Әзербайжан) һәм Захедан ҡалаһында (Иран) Али ибн Әбү Талип мәсете бар.
  • Һамбургта (Германия) иран Имам Али мәсете бар.
Али ибн Әбү Талип жәмиғ мәсете, Бузовна, (Әзербайжан) Имам Али мәсете, Һамбург (Германия) Имам Али Энциклопедияһы
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Али-заде, А. А. Али (Ғәли) ибн Абу Талиб // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  2. 2,0 2,1 Ислам: Энциклопедический словарь. — Наука, 1991. — С. 18. — ISBN 5-02-016941-2.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 ʿAlī (Muslim caliph)  (инг.), Encyclopædia Britannica.
  4. Большаков О.Г. История Халифата. — «Восточная литература» РАН, 2000. — Т. 1. — С. 100. — ISBN 5-02-018165-Х, 5-02-016552-2.
  5. Ислам: Энциклопедический словарь. — Наука, 1991. — С. 79. — ISBN 5-02-016941-2.
  6. Большаков О.Г. История Халифата. — «Восточная литература» РАН, 2000. — Т. 1. — С. 114. — ISBN 5-02-018165-Х, 5-02-016552-2.
  7. 7,0 7,1 Большаков О.Г. История Халифата. — «Восточная литература» РАН, 2000. — Т. 1. — С. 190. — ISBN 5-02-018165-Х, 5-02-016552-2.
  8. И.П. Петрушевский. Ислам в Иране в VII—XV веках (курс лекций). — Изд-во Ленинградского университета, 1966. — С. 39.
  9. Олег Георгиевич Большаков. История Халифата. — Наука, 1989. — Т. 3. — С. 18-19.
  10. Philip K Hitti. History of Syria, Including Lebanon and Palestine. — Gorgias Press LLC, 2004. — С. 431. — ISBN 1593331193, 9781593331191.
  11. 11,0 11,1 И.П. Петрушевский. Ислам в Иране в VII—XV веках (курс лекций). — Изд-во Ленинградского университета, 1966. — С. 43.
  12. Олег Георгиевич Большаков. История Халифата. — Наука, 1989. — Т. 3. — С. 58-59.
  13. The Encyclopaedia of Islam. — Brill, 1986. — Т. 3. — С. 887-890. — ISBN 90-04-08118-6.
  14. Олег Георгиевич Большаков. История Халифата. — Наука, 1989. — Т. 3. — С. 88.
  15. 15,0 15,1 ALĪ B. ABĪ ṬĀLEB. Encyclopædia Iranica. Архивировано 31 май 2012 года.
  16. В. В. Бартольд. Сочинения. — Наука, 1966. — Т. 6. — С. 20-21.
  17. Али-заде, А. А. Амр ибн аль-Ас // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  18. Энциклопедическій лексикон. — Санкт-Петербург, 1835. — Т. 1. — С. 515.
  19. Л. И. Климович. Ислам. — Наука, 1965. — С. 273.
  20. Л. И. Климович. Ислам. — Наука, 1965. — С. 122.
  21. Сказал автор
  22. Ислам: Энциклопедический словарь. — Наука, 1991. — С. 253. — ISBN 5-02-016941-2.
  23. FĀṬEMA. Encyclopædia Iranica. Архивировано 31 май 2012 года.
  24. Али-заде, А. А. Зайнаб бинт Али // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  25. И. П. Петрушевский. Ислам в Иране в VII—XV веках (курс лекций). — Изд-во Ленинградского университета, 1966. — С. 362.
  26. Криворучко А. П., Рощупкин В .Т. Багдадский вождь: взлёт и падение... Политический портрет Саддама Хусейна на региональном и глобальном фоне. — М.: Проспект, 2008. — С. 193. — ISBN 978-5-392-00071-5.