Солтан (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Солтан

Солтан — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Солтан башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән. Батша, хаким[1]; шәп, һәйбәт, иң яҡшы кеше тигән мәғәнәгә эйә, шулай уҡ исем компоненты булып та килә[2]

Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Морат Солтан(Морат; ?1708) — 1704—1711 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе. .

Солтан Хәҙрәт (ҡаҙ. Қожа Ахмет Ясауи,үзб. Xoja Ahmad Yassaviy, төркм. Hoja Ahmet Ýasawiy, шулай уҡ халыҡта Солтан Хәҙрәт булараҡ билдәле. үзб. Ҳазрат Султон, ҡаҙ. Әзірет Сұлтан; 1103, Сайра — 1166, Төркөстан[3]) — суфыйсы шағир, төрөк телле донъяла тәүге суфый мистиктәренең береһе. Сығышы буйынса төрөк тип иҫәпләнә. Ул шағатай (иҫке узбәк) телендә яҙған[4][5][6]. «Хикмәттәр китабы» («Дивани хиҡмәт», (Диуан — лирик шиғырҙар йыйынтығы) «Книга мудрости») шиғырҙар циклы авторы.

Бикәев Солтан Хәмит улы (25 декабрь 1916 йыл — 8 октябрь 2006 йыл) — совет-фин (19391940) һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1943).

Амет-Хан Солтан (ҡырымтат. Amet-Han SultanAmet-Han Sultan, ласк. Ахмад-Хан Солтан; 25 октябрь 1920 йыл — 1 февраль 1971 йыл) — совет хәрби осоусыһы-ас, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы (1943, 1945).

Фамилияла[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Солтанов Мансур Ислам улы (25 апрель 1875 йыл — 19 декабрь 1919 йыл) — Рәсәй империяһы һәм Совет Рәсәйе музыканты, флейтасы, фольклорсы, башҡорттарҙан тәүге профессиональ музыкант, башҡорт халҡының музыкаль ижадын йыйыусы һәм өйрәнеүсе. 1906 йылдан Ҙур театр оркестры, Ҡырым симфоник оркестры музыканты, 1912 йылдан Һарытау консерваторияһы уҡытыусыһы. Башҡорт дворяндары Солтановтар нәҫеленән.

Солтанов Йыһат Әҙеһәм улы (3 декабрь 1932) — башҡорт журналистикаһы ветераны, яҙыусыһы, тарихи-публицистик әҫәрҙәр авторы. 1967 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1971 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993).

Солтангәрәев Әмир Миһран улы (20 февраль 1958 йыл) — хоҡуҡ белгесе, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы (документаль проза), публицист. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2010), Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Журналистар союздары ағзаһы (1997), Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы (2007).

Солтангәрәева Розалиә Әсфәндиәр ҡыҙы (28 март 1955 йыл) — башҡорт фольклорсы-ғалимы, филология фәндәре докторы (2003). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2005). Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты (1991).

Солтанғәлиев Мирсәйет Хәйҙәрғәли улы (13 июль 1892 йыл — 28 ғинуар 1940 йыл) — революционер һәм сәйәси эшмәкәр. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны.

Солтангәрәев Рәшит Ғимран улы (15 декабрь 1935 йыл — 5 ноябрь 2000 йыл) — башҡорт яҙыусыһы. 1966 йылдан — КПСС, 1971 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (1996) һәм БАССР-ҙың (1985) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1978).

Мөхәмәтйәр Мөхәмәтшәриф улы Солтанов (18371915) — башҡорт дин әһеле. Ырымбур мосолман Диниә назараты мөфтөйө (18861915).

Солтанаев Йәүҙәт Тәлғәт улы (19 июль 1948 йыл) — ғалим-математик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (1989), профессор (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1997). Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең почётлы хеҙмәткәре (2001), атҡаҙанған фән эшмәкәре (2010) һәм Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2011).

Ауылдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Солтан (рус. Султаново) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы ауылы. Мөслим ауыл биләмәһе составына керә.

Солтанай (рус. Султанаево) — Башҡортостандың Ҡалтасы районындағы ауыл.

Солтанай (рус. Султанай) — Башҡортостандың Асҡын районындағы ауыл.

Солтанай (Султанай, Аҫтанып) — Пермь крайының Барҙы районындағы ауыл. Сәрәш ауыл биләмәһенә керә.

Солтанай (рус. Султанаева) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы ауылы. Үрәкүл ауыл биләмәһе составына керә.

Солтанай (рус. Султанаево) — Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районындағы ауыл.

Солтанбай (рус. Султанбаево) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районындағы утар.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Солтан (ғәр. سلطانsulṭān, арам. שולטנא šulṭānā — хакимиәт) — Ислам дәүләттәрендә хаким дәрәжәһе. Уның бер нисә тарихи мәғәнәһе бар. Әгәр дәүләткә солтан идара итһә, дәүләт солтанлыҡ тип атала.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ