Сөләймән I
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
| Сөләймән Ҡануни ғосман. سليمانا اول |
||
|
||
|---|---|---|
| 1520—1566 | ||
| Алдан килеүсе: | Сәлим I | |
| Дауамсыһы: | Сәлим II | |
| Дине: | Ислам, сөнни | |
| Тыуған: | 6 ноябрь 1494 Трабзон, Ғосман империяһы |
|
| Вафат: | 5/6 сентября 1566 (71 йәш) Сигетвар, Ғосман империяһы |
|
| Ерләнгән: | Сөләймәниә мәсете, Истамбул | |
| Атаһы: | Сәлим I | |
| Әсәһе: | Әйшә Солтан Хафса | |
| Ҡатыны: | 1) Фүләнә 2) Гөлфәм Солтан 3) Маһидәүрән Солтан 4) Роксолана (Һөррәм Солтан) |
|
| Туғра: | ||
Сөләймән I Ҡануни (Ҡануни́; ғосм. سليمانا اول — Süleymân-ı evvel, төр. Birinci Süleyman, Kanuni Sultan Süleyman; 6 ноябрь, 1494 — 5/6 сентябрь, 1566) — Ғосман империяһының унынсы солтаны (1520 йылдың 22 сентябренән), 1538 йылдан - хәлиф .
Сөләймән Ғосмандар династияһының иң бөйөк солтаны һанала ; ул хакимлыҡ иткәндә Оттоман Портаһы иң юғары үҫешкә өлгәшә. Европала Сөләймәнде йышыраҡ Затлы Сөләймән тип йөрөтәләр, мосолман донъяһында иһә - Сөләймән Ҡануни. Ҡайһы саҡ «Kanuni» (ғәр. القانونى) төрөк һүҙен закон (ҡанун) сығарыусы мәғәнәһендә аңлаталар. «Kanun» һүҙе «закон» тип тәржемә ителһә лә, «Ҡануни» ҡушаматы Сөләймән I -гә Ғосман империяһы халҡы тарафынан «Ғәҙел», ҡанундарҙы тейешенсә үтәүсе мәғәнәһендә бирелгән.