«Зингер» компанияһы йорто
«Зингер» компанияһы йорто | |
Нигеҙләү датаһы | 1904 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Үҙәк районы[d] |
Хужаһы | ВКонтакте |
Әҫәр заказсыһы | Зингер[d] |
Архитектор | Павел Юльевич Сюзор[d] |
Архитектура стиле | архитектура модерна[d] |
Рәсми асылыу датаһы | 1904 |
Ҡат һаны | 6 |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Q50512288? |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][1] |
Адрес | Невский проспект, дом 28, Санкт-Петербург Россия |
Указания, как добраться | Невский проспект, 28 / набережная канала Грибоедова, 21 |
Категория Викисклада для интерьера элемента | Category:Interior of Singer House[d] |
«Зингер» компанияһы йорто Викимилектә |
«Зингер» компанияһы йорто (шулай уҡ «Китап йорто» булараҡ билдәле) — Санкт-Петербург ҡалаһындағы бина, Невский проспекты, 28-се йорт адресы буйынса урынлашҡан, федераль әһәмиәттәге архитектура ҡомартҡыһы, Рәсәй Федерацияһы төбәге милкендә тора.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алты ҡатлы мансардалы бина модерн стилендә төҙөлгән, майҙаны 7000 кв. метр тирәһе, 1902—1904 йылда архитектор Павел Сюзор проекты буйынса «Рәсәйҙәге Зингер акционерҙар компанияһы» өсөн төҙөлгән. Төҙөлөш өсөн урынды сауҙа-эшлеклелектең әүҙем барған Нева проспектының Екатерина каналы менән киҫешкән ерендә һайлағандар. Утыҙ йыл стажы булған арҙаҡлы архитектор йомарт заказсының һорауы буйынса модерн стилендә проект эшләргә тотонорға баҙнат итә.
ХХ быуат башында йәмәғәт биналарын күләмле киңлеккә, яҡтылыҡҡа, функционаллыҡҡа ынтылдырып төҙөгәндәр, сөнки табыш алыу бүлмәләрҙең һанына бәйле булған була, ә ҡала үҙәгендәге ер ҡыйбат, шунлыҡтан киңлек менән һыйҙырышлыҡ араһында баланс табырға кәрәк булған. Нью-Йорк һәм Чикагола был хәл бейек йорт күтәреүгә килтерә. Әммә Санкт-Петербургта төҙөлөш ҡаттарының сикләүҙәре буйынса ҡоролмалар 11 сажиндан (23,47 метрҙан)[2] бейек булырға тейеш булмаған, уларҙың бейеклеге Ҡышҡы һарайҙың бейеклеге менән билдәләнгән. Шулай уҡ Санкт-Петербургтың һаҙлыҡлы тупрағында бейек биналар төҙөү ҡыйын. Ошо барлыҡ дәлилдәр ҙә — Зингер йорто бейек булырға тейеш булмауға хеҙмәт иткән. Ә Нью-Йорктағы баштағы Зингер-Билдинг йортона манара өҫтәгәндәр һәм ул 53 ҡатлы булып, донъяның иң бейек (1908 йылда башняның төҙөлөшө тамамлана) бинаһына әйләнгән була[3]
Биналарҙың бейеклеге нисбәтенә ҡуйылған талаптарҙы Санкт-Петербургта урап үткәндәр: төҙөлөштөң бейеклеге бинаның ҡыҙыл һыҙыҡта торған фасадына ҡарата тыйыла, ә мансарда һәм көмбәҙ фасадтың бер өлөшө лә булып тормаған. Мәҫәлән, Зингер йортоноң етенсе ҡатындағы мансардаһы 11 сажин кимәленән үрҙә башланған. Павел Сюзор менән архитектор Building Singer Эрнестом Флэггом (инг.)баш. араһында бер оҡшашлыҡ бар: был Париж нәфис сәнғәт мәктәбе һәм француз архитектураһы ҡанундарына тартылыу. Петербург бинаһы проектын башта Флэгг әҙерләй, ә һуңынан Сюзор эште дауам итә.
Зингер йорто — ике стилдәр ҡатнашмаһы. Картушалар, ростарҙағы валькириялар, шунда уҡ күренмәле ҡабырсаҡ необарокко стилен хәтерләтә. Киреһенсә, иристарҙан үҫеп сыҡҡан үҫемлек орнаменттары, маскарон, ялтыраҡ плиткалар — модерн стиленә ҡарай. Барокко ябай ғына аллегориялар индерә: бер валькирия Меркурийҙың жезлын тотоп тора (сауҙа символы), икенсеһенең ҡулында орсоҡ (еңел сәнәғәттең символы), ә уң терһәге аҫтында — тегеү машинкаһы («Зингер» компанияһының төп продукцияһының объекты) бар. Архитекторҙың нәзәкәтте, нәфислекте тойоуы шәп булһа ла, уның эше бик ауыр күренеп тора: бинаның фасады артыҡ биҙәлгән[3]
Бинаны төҙөгән саҡта ҡайһы бер техник яңылыҡтар индерелә: Рәсәйҙә тәүге тапҡыр металл каркас ҡулланыла. Санкт-Петербург архитектураһында атриумдар ҙа (эске ихаталарҙың быяла менән көпләнгән ҡыйыҡтары) яңылыҡ булып тора. Бина шул замандың иң алдынғы технологиялары менән йыһазландырылған, лифттан башлап ҡыйыҡтарҙы ҡарҙан автоматик рәүештә таҙартыуға тиклем.
Бина модерн стилендә биҙәлгән. Биҙәлешендә «органика» линиялары ҡулланылған, интерьеры бронзанан ҡойоп эшләнгән үҫемлек орнаменты менән биҙәлгән. Фасадына А. Г. Адамсон авторлығында скульптура ҡуйылған, ул прогресты һәм тегеү индустрияһы үҫешен символлаштыра, йәғни «Зингер» компанияһының төп профилен һүрәтләп тора, башҡа эштәр скульптор Обер Артемий тарафынан башҡарылған. Был бина Санкт-Петербург архитектураһында модерн стиленең сағыу өлгөһө булып тора.
1917 йылдға тиклем бина «Зингер» компанияһына ҡарай; 1904—1911 йылда бинаның күпселек өлөшө Санкт-Петербург шәхси коммерция банкыһы тарафынан ҡуртымға алынған була[4]. Беренсе донъя һуғышы ваҡытында бинаның беренсе ҡатында АҠШ илселеге урынлашҡан. 1919 йылдың декабренән алып бинала «Петрогосиздат» урынлашҡан (1938 йылдан алып — «Лениздат»), ә 1920 — 1930 йылдарҙа — башҡа нәшриәттәр урынлашҡан. Бинала шулай уҡ китап һатҡандар, ә 1938 йылда бында «Китап йорто» урынлашҡан.
2004 йылдан алып 2006 йылдың сентябренә тиклем бинала реконструкция үткәрелә, уны Росохранкультура һәм КГИОП менән килешеп ЯСЙ «кПетербург үсемһеҙ милек агентлығы (ПАННА)» башҡара, ул КУГИ менән оҙайлы ваҡытҡа бинаны ҡуртымға алыу тураһында килешеү төҙөй. 2006 йылдың ноябрендә бинаның бер өлөшөндә яңынан «Китап йорто» эшләй башлай, шул уҡ ваҡытта бинаның икенсе өлөшөн ЯАО «ПАНДА» ҡуртымға тапшыра[5].
Бинаның өҫкө биш ҡатын «Бәйләнештә» командаһы биләй, аҫҡы ике ҡатында — «Китап йорто» тора[6]
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Постановление Правительства РФ № 527 от 10.07.2001
- ↑ О ограничении постройки в С. Петербурге высоких зданий и надстроек этажей на существующих зданиях // Полное собрание законов Российской империи, собрание второе. — СПб.: Типография II отделения Собственной Его Императорского Величества канцелярии, 1845. — Т. XIX, отделение первое, 1844, № 18398. — С. 752—753.
- ↑ 3,0 3,1 «Я работаю в Доме Зингера на Невском проспекте», The Village. 7 май 2018 тикшерелгән.
- ↑ Петроградский частный коммерческий банк за пятидесятилетие его существования. 1864—1914. — Петроград: Якорь, 1914. — С. 30. — 143 с.
- ↑ Павел Никифоров, Анна Пушкарская. Просчитанная книга(недоступная ссылка) // Коммерсантъ-СПб, № 183 (3514) от 30.09.2006.
- ↑ О компании . vk.com. Дата обращения: 2 март 2018.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рубашкин А. И. В Доме Зингера и вокруг него. — СПб: Logos, 2003. — 568 с. — (Петербуржцы о городе и людях). — ISBN 5-87288-255-6.
- Кириков Б. М., Вознесенский А. В. Дом компании «Зингер» — Дом Книги. — СПб: Коло, 2008. — 44 с. — ISBN 978-5-901841-53-4.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Дом Книги» (Невский пр., 28)
- С. Н. Стрижак. К 100-летию возведения «небоскрёба» на Невском(недоступная ссылка) // «Дизайн и Строительство», № 3 (24), 2004 год.
- История компании «Зингер» (инг.)
- Сайт Санкт-Петербургского Дома книги
- Дом компании «Зингер» на сайте петербургской архитектуры.
- «Красуйся, град Петров!» 2019 йыл 20 сентябрь архивланған., док. фильм об архитекторе Павле Сюзоре и истории возведения Дома Зингера.
- Сайт Санкт-Петербургского Дома Книги 2012 йыл 20 сентябрь архивланған.