Эстәлеккә күсергә

Абдрахманов Муллағәли Ғайса улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Абдрахманов Муллағәли Ғайса улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1907
Тыуған урыны Ҡабыҡҡыуыш, Стәрлебаш районы
Вафат булған көнө 1989
Вафат булған урыны Ҡабыҡҡыуыш, Стәрлебаш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө сапёр
Хәрби звание рядовой һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы "Варшаваны азат иткән өсөн" миҙалы «Берлинды алған өсөн» миҙалы

Абдрахманов Муллағәли Ғайса улы (рус. Абдрахманов Муллагали Гайсинович) (19071989) — гвардия ҡыҙылармеецы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 14-се айырым гвардия сапёр эскадронының сапёры. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән[1].

Муллағәли Ғайса улы Абдрахманов 1907 йылда Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Табылды ауыл Советы) Ҡабыҡҡыуыш ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Уның бала сағы бик ауыр осорға тура килә.

1941 йылдың 3 декабрендә Стәрлебаш район хәрби комиссариаты Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хеҙмәткә саҡыра.

Алкино станцияһында улар һыбай йөрөргә, кавалерия һуғыш алымдарына өйрәнә.

1942 йылдың апрель аҙағында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында һуғышҡа китә.

« «Беренсе өс эшелонда дивизия командованиеһы барҙы. Беҙҙән һуң Күсимов полкы. Биш тәүлек тигәндә Куйбышев ҡалаһына баып еттек» »

тип хәтерләй торған булған ветеран[2].

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 1942 йылдың 2 июлендә Тербуны-2 ауылы һәм Олым йылғаһы районында Покровское — Давыдово — Борки һәм Тербуны-2 станцияһы һыҙығындағы оборона һыҙатында 1942 йылдың 2 июлендә дошманға ҡаршы тора[сығанаҡ 1244  көн күрһәтелмәгән].

Чернухин ауылында торған атлылар ҡамауға эләгә, уларҙы өс фашист пехота дивизияһы уратып ала. Совет командованиеһы ла хәлде төҙәтеү буйынса ҙур тырышлыҡ һала. Ҡамауҙа ҡалғандарға ярҙамға артиллерия, авиация, танктар ынтыла.

Ҡараңғылыҡтан файҙаланып һәм кескәй төркөмдәргә ойошоп, башҡорт кавалеристары ҡамауҙы өҙөргә тырыша. Был мәшхәрҙә бик күп яугир һәләк була[3].

Муллағәли Ғайса улы 14-се айырым гвардия сапёр эскадронында сапёр булып хеҙмәт итә.

Ҡаты һуғыштар барышында аяғы яралана. Госпиталдә дауаланғандан һуң, тағы һуғышҡа оҙатыла[4].

Абдрахманов Муллағәли 1945 йылда тыуған ауылы Ҡабыҡҡыуышҡа әйләнеп ҡайта.

Тыуған колхозында хеҙмәт итә. Тормош иптәше менән өс бала тәрбиәләп үҫтерә.

Муллағәли Ғайса улы 1989 йылда вафат була. [5][6]

Абдрахманов Муллағәли Ғайса улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа һәм Стәрлебаш районының[7] Ҡабыҡҡыуыш ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.