Абдулла Сурағолов
Абдулла Сурағолов | |
Тыуған ваҡыты | |
---|---|
Тыуған урыны |
Таһир ауылы, Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улусы, Ырымбур губернаһы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы) |
Үлгән ваҡыты | |
Вафат урыны |
Билал ауылы, Верхнеурал өйәҙе, Ырымбур губернаһы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы) |
Хеҙмәт иткән урыны | |
Хеҙмәт итеү йылдары | |
Хәрби звание |
подпоручик |
Хәрби алыш/һуғыш |
1812 йылғы Ватан һуғышы, |
Наградалар һәм премиялар |
Абдулла Сурағолов (Ғабдулла Сурағол улы Яугилдин; 1773—1845) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында 14-се Башҡорт атлы полкының поход старшинаһы, подпоручик.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Абдулла Сурағолов (Ғабдулла Сурағол улы Яугилдин) 1773 йылда Ырымбур губернаһы Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улусы Таһир ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы Үрге Таһир ауылында) тыуған. Төрки телендә уҡый-яҙа белгән[1].
1812 йылда Ватан һуғышы башланғас, Верхнеурал өйәҙендә 6-сы кантон башҡорттарынан 14-се Башҡорт атлы полкы ойошторола. Был полк составында 1812 йылдың сентябренән 1814 йылдың декабренә ҡәҙәр поход старшинаһы Абдулла Сурағолов полк командиры ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә[1].
1812 йылдың 8 октябрендә 14-се Башҡорт полкы Һаҡмар үҙәненән ҡуҙғала һәм Һамар ҡалаһы аша үтеп Түбәнге Новгородҡа килеп етә. 1813 йылдың ғинуарында Волынь губернаһына йүнәлә, ә шул уҡ йылдың майында Варшава герцоглығына барып етә. 1813 йылдың 26 сентябрендә полк Гисгибень ауылы, 27 сентябрҙә — Дона, 29 сентябрҙә һәм 1 октябрҙә — Плауден ауылы янындағы алыштарҙа һуғыша[1].
1813 йылдың 6 һәм 7 октябрендәә Лейпциг янындағы «Халыҡтар һуғышы»нда ҡатнаша. Бында күрһәткән батырлыҡтары өсөн 1813 йылдың 31 октябрендә Абдулла Сурағолов 14-се класс чинын ала, һуңыраҡ IV дәрәжәләге ике Изге Анна ордены менән бүләкләнә[1][2].
1813 йылдың октябрендә был полк шулай уҡ Лейпцигтағы «Халыҡтар һуғышы»нда ҡатнашҡан 1-се, 4-се һәм 5-се Башҡорт полктары менән бергә Дрезден гарнизонына ҡаршы һуғышҡан 2-се, 15-се һәм 18-се Башҡорт полктарына ярҙамға ебәрелә. 30 һәм 31 октябрҙәге Дрезден өсөн хәл иткес алыштарҙа бигерәк тә 14-се һәм 4-се Башҡорт полктары ҙур ҡаһарманлыҡ күрһәтә[3].
1813 йылдың ноябрендә 14-се Башҡорт полкы Магдебургты блокадалауҙа ҡатнаша, ә шул уҡ йылдың декабрендә Кёльн ҡалаһына барып етә[4].
1814 йылдың 19 мартында союздаш ғәскәрҙәре составында 14-се Башҡорт атлы полкы Парижға инә. 1814 йылдың декабрендә полк туған яғына юл тота. 1821 йылға ҡарай подпоручик званиеһын ала[1].
1834 һәм 1845 араһында Абдулла Сурағолов ғаиләһе менән Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы) Билал ауылына күсә һәм бында 1845 йылда 72 йәшендә вафат була[1].
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- III дәрәжәләге Изге Анна ордены кавалеры[5]
- IV дәрәжәләге ике Изге Анна ордены кавалеры
- «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» көмөш миҙалы кавалеры
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡатындары — Итбикә һәм Зөләйха; улдары — Мөхәмәтәмин, Әбүбәкир, Ғүмәр, Әхмәтйән, Әхмәтшаһ; ҡыҙҙары — Гөлъямал һәм Сюрюмаш[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Сулейманов Ф. М. Абдулла Сурагулов: к изучению биографии командира 14-го Башкирского полка // Вестник Челябинского государственного университета. — 2013. — № 18 (309). История. Вып. 56. — С. 79-83.
- ↑ Асфатуллин С. Г., 2000, с. 138-139
- ↑ Асфатуллин С. Г., 2000, с. 140
- ↑ Асфатуллин С. Г., 2000, с. 142
- ↑ Рәхимов Р. Н. Рус армияһының сит илгә походтары (1813—1814) // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асфандияров А. З. Абдулла Сурагулов // Военная история башкир: энциклопедия / гл. ред. А. З. Асфандияров. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
- Асфатуллин С. Г. Северные амуры в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2000. — С. 140-141. — 160 с. — ISBN 5-85051-181-4.
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 1773 йылда тыуғандар
- Ырымбур губернаһында тыуғандар
- Баймаҡ районында тыуғандар
- 1845 йылда вафат булғандар
- Ырымбур губернаһында вафат булғандар
- Баймаҡ районында вафат булғандар
- IV дәрәжә Изге Анна ордены кавалерҙары
- III дәрәжә Изге Анна ордены кавалерҙары
- 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- Лейпциг янындағы алышта ҡатнашыусылар
- Дрезден янындағы алышта ҡатнашыусылар
- Париж янындағы алышта ҡатнашыусылар