Абдуллин Айтмөхәмәт Абдулла улы
Айтмухамед Абдуллаевич Абдулин | |
ҡаҙ. Айытмұхамед Абдуллаұлы Абдулин | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: | |
Вафат булыу көнө: | |
Вафат булған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Ғилми өлкәһе: | |
Ғилми дәрәжәһе: | |
Ғилми исеме: | |
Уҡыу йорто: | |
Награда һәм премиялары |
Абдуллин Айтмөхәмәт (Айтжан) Абдулла улы (ҡаҙ. Айытмұхамед Абдуллаұлы Абдулин; 29 ноябрь 1924, Олотау ҡасабаһы, Петропавловск өйәҙ, Акмола губернаһы, Ҡырғыҙ АССР-ы, РСФСР — 12 июнь 2010, Алматы, Ҡаҙағстан) — геолог-эҙләүсе, геология-минералогия фәндәре докторы, профессор (1973), Ҡаҙағстан милли фәндәр академияһы академигы (1979).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Айтмөхәмәт Абдуллин Бөйөк Ватан һәм Совет-япон һуғыштарында ҡатнаша, запастағы полковник дәрәжәһенә лайыҡ була.
1953 йылда Алматы ҡалаһында С. М. Киров исемендәге Ҡаҙаҡ дәүләт университетында геология факультетын тамамлай.
Шул уҡ йылда К. И. Сатпаев исемендәге геология фәндәре институтында инженер булараҡ эш хеҙмәткәрлеген башлай. Ошонда Айтмөхәмәт Абдуллин кесе ғилми хеҙмәткәренән алып Институт директоры (1971—1995) һәм Ҡаҙағстан фәндәр академияһы вице-президентына (1988—1995) тиклем ғилми хеҙмәткәрлектең бөтә баҫҡыстарын үтә.
«Мугоджар комплекс тикшеренеүҙәре һәм Урал, Тянь-Шань менән Үҙәк Ҡаҙағстан тектоник структураларының бәйләнеше мәсьәләләре» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
1979 йылда Ҡаҙағстан Республикаһы милли фәндәр академияһының академигы исеменә лайыҡ була.
1951 йылдан алып 1991 йылға тиклем КПСС ағзаһы.
300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 10 монография авторы.
Башҡортостан Фәндәр Академияһының почётлы академигы (1995). Ҡаҙаҡ ССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1979).
Айтмөхәмәт Абдулла улының фәнни тикшеренеүҙәре Ҡаҙағстан һәм уның менән сиктәш территорияларҙың геолологик төҙөлөшө проблемаларына арналған. Ҡомкүл нефть һәм газ ятҡылығын асыуҙа ҡатнаша.
Ҡаҙағстан Республикаһы юғары советының 12‑се саҡырылыш депутаты.
Көньяҡ Каролина (АҠШ) һәм К. И. Сатпаев ис. Ҡаҙаҡ милли техник университеттарының профессоры, бер нисә сит ил ғилми ойошмаларының ағзаһы, Тараз, Ҡыҙылурҙа, Көньяҡ Ҡаҙағстан дәүләт университеттарының почетлы профессоры.
Ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Мугоджар комплекс тикшеренеүҙәре һәм Урал, Тянь-Шань һәм Үҙәк Ҡаҙағстан тектоник структураларының бәйләнеше мәсьәләләре» рус. «Комплексные исследования земной коры Мугоджар и проблемы связи тектонических структур Урала, Тянь-Шаня и Центрального Казахстана»), Алмата, 1978.
Наградалары һәм почётлы билдәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Октябрь Революцияһы ордены (1984)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1978)
- Курмет ордены
- Отан ордены
- 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943, 1944)
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
- «Кёнигсбергты алған өсөн» миҙалы
- «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы
- Академик К. И. Сатпаев исемендәге премия лауреаты
- СССР-ҙың Дәүләт премиялары лауреаты (1978, 1985)
- Ҡаҙағстан Республикаһының Дәүләт премияһы лауреты (1978)
- Ҡаҙаҡ ССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1979)
- Ҡаҙаҡстан Республикаһының геологтары милли комитеты президенты
- «Ҡаҙағстан почетлы инженеры»
- «Ҡаҙағстан ер аҫтын почетлы өйрәнеүсе»
- Халыҡ-ара геология конгресының алтын билдәһе
- «Совет геологияһын үҫтереү өсөн», «СССР ятҡылығын тәүге асҡан» дипломдары һәм билдәләре
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Закиров Ә. Й., Юлбарисов Э. М. тәрж. Абдуллин Айтмөхәмәт Абдулла улы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Ашимбаев Д. Р. Кто есть кто в Казахстане. Биографик энциклопедияһы. Алматы, 2008
- 29 ноябрҙә тыуғандар
- 1924 йылда тыуғандар
- 12 июндә вафат булғандар
- 2010 йылда вафат булғандар
- Алматыла вафат булғандар
- Геология-минералогия фәндәре докторҙары
- Ҡаҙаҡ АССР-ы ФА академиктары
- Ҡаҙағстан МФА академиктары
- Отан ордены кавалерҙары
- «Курмет» ордены кавалерҙары
- Октябрь Революцияһы ордены кавалерҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Кенигсбергты алған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 50 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 60 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 65 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Ер аҫтын почетлы эҙләүселәр
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар
- СССР геологтары
- Ҡаҙағстан геологтары
- Ҡаҙаҡ милли университетын тамамлаусылар
- Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академиктары
- Халыҡ-ара инженер академияһы ағзалары
- Ҡаҙаҡ ССР-ы ЮС‑ының 12‑се саҡырылыш депутаты
- Совет-япон һуғышында ҡатнашыусылар