Эстәлеккә күсергә

Абдуллин Әхтәм Вәхит улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Абдуллин Әхтәм Вәхит улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1923
Тыуған урыны Туймазы районы
Вафат булған көнө 18 февраль 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Вафат булған урыны Луганск өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание рядовой һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Абдуллин Әхтәм Вәхит улы (рус. Абдуллин Ахтям Вахитович) (19231943) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында һуғышҡан. Рядовой ҡыҙылармеец, ҡылыссы[1].

Әхтәм Вәхит улы Абдуллин 1923 йылда БАССР-ҙың Бәләбәй кантонында (хәҙер — Туймазы районы) Туймазы эшселәр ҡасабаһында тыуған.

1941 йылда Туймазы районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына хеҙмәткә алына.

112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы составында һуғыша. Рядовой ҡыҙылармеец Абдуллин Әхтәм Вәхит улы, 60-сы гвардия кавалерия полкының ҡылыссыһы.

1943 йылдың 18 февралендә Украина ССР-ы Ворошиловград өлкәһе (хәҙер — Луганск Халыҡ Республикаһы) биләмәһендә барған дәһшәтле һуғыш барышында һәләк була[2].

Ворошиловград өлкәһе Фащевка ауылында ерләнгән[3][4].

Абдуллин Әхтәм Вәхит улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[5] һәм БР-ҙың Туймазы районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.