Эстәлеккә күсергә

Абих Ольга Михайловна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Абих Ольга Михайловна
Тыуған көнө

2 март 1950

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Ишембай ҡалаһы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

шағир

Абих Ольга Михайловна (2 март 1950, Ишембай ҡалаһы)— шағирә, тәржемәсе. Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының яҙыусылар союзы ағзаһы. «Вдохновение» («Илһам») әҙәби берләшмәнең етәксеһе (Ишембай ҡалаһы)[1].

Абих Ольга Михайловна 1950 йылдың 2 мартында Башҡортостан Республикаһының Ишембай ҡалаһында тыуған. Әсәһе яғынан ҡартатаһы священник булған, икенсе ҡартатаһы — дьякон, ә бер ҡартатаһының атаһы, Буренин Виктор Петрович Петрович - рус яҙыусыһы, шағир, билдәле тәнҡитсе, тәржемәсе һәм драматург. Ул Мәскәүҙә 1841 йылда тыуған, Ленинградта 1926 йылда вафат булған. «Владимир Монументов», «Выборгский пустынник», «Граф Алексис Жасминов» псевдонимдары аҫтында яҙышҡан. Барбье, Виктор Гюго, Байрон, Альфред де Мюссе, Леопарди шиғырҙарын руссаға тәржемә иткән. «Колокол», «Современник» журналдарында, «Новое время», «Искра» гәзиттәрендә әҫәрҙәре баҫылып сыға, Л. Толстой, Н. Некрасов, М. Салтыков-Щедрин, А. Блок, Ф. Достоевскийҙар менән аралашҡан. Уның мираҫы Пушкин йортонда һаҡлана[2].

Ольга Михайловна Абих — 10 шиғыр йыйынтығы авторы, «Гайдар. Время. Мы.» 1-се Бөтә Рәсәй ижади конкурстың Гран-при эйәһе. Рәсәй Президенты янындағы (МАГМУ при РАГС) Рәсәй академияһы ҡарамағындағы Мәскәү дәүләт идаралығы академияһының дипломы менән наградланған. «Илһам шишмәләре — 2003» («Родники вдохновения — 2003») Халыҡ-ара шиғриәт фестиваленең лауреаты (Бәләбәй ҡалаһы). «Вдохновение» («Илһам») әҙәби берләшмәнең етәксеһе (Ишембай ҡалаһы)[1].

Үҙенең шиғырҙарына яҙылған йырҙар менән 3 музыкаль дискылары сығарған. Уның шиғырҙары башҡорт һәм сыуаш телдәренә тәржемә ителгән. Күп йыллыҡ емешле эшмәкәрлеге өсөн Рәсәй яҙыусылары союзының Почетлы грамотаһы менән бүләкләнгән. Шиғырҙарҙы балалар һәм өлкәндәр өсөн яҙа. Журналдарҙа баҫтырыла. 2008 йылдың ноябрь айында балалар өсөн Дондағы Ростовта «Проф-Пресс» нәшриәтендә картон-китаптар сығарыла: «Бына ниндәй байрам ул — Яңы йыл!» («Что за праздник — Новый год!») һәм «Ҡыш Бабайҙан — сюрприз» («Сюрприз от Дедушки Мороза»). 2009 йылдың сентябрендә З. Бейешева исемендәге «Китап» башҡорт китап нәшриәтендә «Барыһы ла һөйөүҙән башлана» («Всё начинается с любви») йыйынтығы сыға. Шағирәнең шиғырҙар шәлкеме «Современная сетевая поэзия. Том 3» альманахына индерелде (Мәскәү ҡалаһы)[1].

Уның шиғырҙары урындағы «Восход», «Торатау», «Подметки+» гәзиттәренең биттәрендә баҫтырыла. Ольга Абих шиғырҙарына бик матур йырҙар яҙылған: «В родниковом краю», «Город детства», «Песня о Башкортостане». «Любимая Россия» исемле йыры «Рябинушка» халыҡ вокал ансамбле реперуарына ингән. О. Абихтың балалар өсөн «Весенний первоцвет» исемле яңы китабы 2017 йылда «Китап» Башҡорт китап нәшриәтендә сыҡты. Йыйынтыҡҡа хайуандар, йыл миҙгелдәре, байрамдар, мәктәп көндәлек тормошо тураһындағы шиғырҙар ингән[3].

  • [1](недоступная ссылка) В Ишимбае школьники встретились с поэтессой на уроке.
  • [2] Центральная-Детская-Библиотека Ишимбай
  • [3] 2018 йыл 11 октябрь архивланған. Граждане, получившие медаль за заслуги перед Ишимбайским районом
  • [4] Ольга Абих
  • [5] песня БЕРЕЗОВЫЙ КРАЙ стихи, музыка, вокал — ОЛЬГА АБИХ