Аведиков Николай Ваганович
Аведиков Николай Ваганович | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны | |
Гражданлығы | |
Подданлығы | |
Тышҡы рәсемдәр | |
---|---|
Бюст Г. Я. Седову | |
Памятник-бюст Вите Черевичкину | |
Донской сувенир |
Аведиков Николай Ваганович (23 июнь 1913 йыл — 1 апрель 1977 йыл) — совет скульпторы, музыкант, стоматолог[1]. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Николай Ваганович Аведиков 1913 йылдың 23 июнендә Донға Кавказ аръяғынан күсеп килгән ярлы ғаиләлә тыуа. Мәктәпте тамамлағандан һуң, махсус белеме булмаһа ла, Ростовтың «Промкооперация», «Швейники», «Эпоха» эшсе клубтарында һәм башҡа ойошмаларҙа рәссам-биҙәүсе булып эшләй. Артабан 1930—1933 йылдарҙа М. Б. Греков исемендәге Ростов сәнғәт техникумының рәсем сәнғәте бүлегендә уҡый. Музыка менән мауығып китеп, ике йыл дауамында (1933—1934 йылдарҙа) музыка училищеһының кларнет класында уҡыу курсы үтә.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Дондағы Ростовҡа әйләнеп ҡайтҡас, 1946—1949 йылдарҙа Аведиков Ростов теш табибы мәктәбендә уҡый. Уны тамамлағас, 1948—1953 йылдарҙа Ростов медицина институты клиникаһында эшләй һәм бер үк ваҡытта Ростов сәнғәт училищеһының скульптура бүлегендә уҡый. Табиплыҡ практикаһы менән шөғөлләнә, «Победа» ҡала кинотеатрында кино сеансы башланыр алдынан эстрада оркестрында саксофонда уйнай[1].
Бөтәһенән бигерәк скульптура эшмәкәрлеге Николай Вагановичтың күңеленә яҡын була. Ул бер нисә күргәҙмәлә ҡатнаша. 1954 йылда Мәскәүҙәге Республика сәнғәт күргәҙмәһендә үҙенең «„Варяг“ крейсеры морягының портреты» тигән эшен ҡуя. Был портретта Рус-япон һуғышының ысын ҡатнашыусыһы, Ростов ҡалаһы кешеһе Капленков Иван Ефимович һүрәтләнгән. 1955 йылда РСФСР рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһендә Аведиков «Шипка геройы К. В. Хрупкийҙың портретын» күргәҙмәгә ҡуйҙы. 1960-сы йылдарҙа Ростов скульпторы Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарының — Мадоян Гукас Карапетовичтың, Будённый Семён Михайловичтың, Плиев Исса Александровичтың портреттарын эшләй. Аведиковтың башҡа эштәре араһында — Змиевская үҙәнендәге монумент[2], Витя Черевичкин исемендәге балалар паркында герой-пионер Витя Черевичкинға һәйкәл, Ростов йылға училищеһы эргәһендә Седов Георгий Яковлевич бюсы.
Шуныһы ҡыҙыҡ, тап Николай Ваганович Аведиков Донда иң популяр булып киткән сувенирҙың — шараплы мискә өҫтөндә ултырған казактың авторы булып китә. Был сувенир Пётр I раҫлаған Дон Ғәскәрҙәре мисәте мотивы буйынса эшләнә[3].
Николай Ваганович Аведиков Дондағы Ростовта 1977 йылдың 1 апрелендә вафат була. Дондағы Ростовтың Төньяҡ зыяратында ерләнгән (3 квартал).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Аведиков Николай Ваганович 2017 йыл 2 февраль архивланған.
- ↑ Вечный огонь памяти 2017 йыл 2 февраль архивланған.
- ↑ Аведиков Николай Ваганович 2017 йыл 2 февраль архивланған.