Ада Йонат

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ада Йонат
йәһ. עדה יונת
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлығы Flag of Israel.svg Израиль[3][1]
Тыуған көнө 22 июнь 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[4] (80 йәш)
Тыуған урыны Израиль, Иерусалим[1]
Һөнәр төрө биолог, молекулярный биолог, химик, педагог, университет профессоры, кристаллограф, биохимик
Эшмәкәрлек төрө кристаллография[d]
Эш биреүсе Чикаго университеты[d]
Институт Вейцмана[d]
Ойошма йәки клуб ағзаһы Национальная академия наук США[d][5], Европа фән һәм сәнғәт академияһы[d], Израильская академия естественных и гуманитарных наук[d], Папская академия наук[d], Американская академия искусств и наук[d], EMBO[d] һәм Леопольд Академияһы
Испытал влияние от Липскомб, Уильям Нанн[d]
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Уҡыу йорто Еврейский университет в Иерусалиме[d]
Институт Вейцмана[d]
Ғилми етәксе Wolfie Traub[d]
Эш урыны Институт Вейцмана[d]
Йәһүд энциклопедияһы коды 15669
Commons-logo.svg Ада Йонат Викимилектә

Ада Йонат (тыумышта Лифшиц; [6][7] йәһ. עדה יונת‎, 22 июнь 1939 йыл, Иерусалим) — Израиль кристаллограф ғалимы, «рибосома структураһын һәм функцияларын тикшергән өсөн» Венкатраман Рамакришнан һәм Томас Стейц менән бергә химия буйынса 2009 йылғы Нобель премияһы лауреаты[8].

Белеме һәм уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ада Йонат 1939 йылда Лодздән (Польша) Израилгә репатриацияланған һәм Иерусалимда йәшәгән йәшелсә һатыусы ғаиләһендә тыуа[9][10]. Ата-әсәһе Гиллель һәм Эстер Лившицтар Иерусалимда 1933 йылда төпләнә. Ғаилә башлығы раввиндар тоҡомонан сығып, үҙе лә раввин булһа ла, ауырыу арҡаһында специальносы буйынса эшләй алмай[11]. 1949 йылда Аданың атаһы ваҡытһыҙ вафат була, әсәһе ун йәшлек Ада менән ике йәшлек Нуритты алып Тель-Авивҡа күсә. Ада Йонат 1962 йылда бакалавр, 1964 йылда Иерусалимдағы Йәһүд университетында фәндәр магистры дәрәжәһен ала. 1968 йылда рентгеноструктур тикшеренеүҙәре өсөн Реховоттағы Вейцман институтында докторлыҡ дәрәжәһе ала[12].

1988 йылдан Вейцман институтының структур биология бүлексәһендә уҡыта.

Ғилми эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1969-1970 йылдарҙа Ада Йонат АҠШ-та, шул иҫәптән Массачусетс технология институтында эшләй.

Ада Йонат рибосоманы тикшереү өлкәһендә беренселәрҙән була. Ул шулай уҡ түбән температуралы аҡһым кристаллографияһы методикаһын да беренсе булып ҡуллана. Антибиотиктарҙың рибосомаға тәьҫире һәм организмдың антибиотиктарға ҡаршы тороу механизмы буйынса тикшеренеүҙәре дарыу терапияһының һөҙөмтәлелеген асыҡлауҙа мөһим аҙым була.

НАСА менән хеҙмәттәшлек итә[13].

Әле Ада Йонат Реховотта Вейцман институтының Элен һәм Милтон Киммельмандар исемендәге Биомолекуляр структура үҙәгенә етәкселек итә.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ада Йонат лабораторияла
  • 2002 — Рибосомаларҙы тикшергән өсөн химия өлкәһендә Израиль дәүләт премияһы[14]
  • 2002 — Ф. А. Коттон миҙалы
  • 2002 — Харви премияһы[15]
  • 2004 — Мэссри премияһы
  • 2004 — Пауль Каррерҙың алтын миҙалы
  • 2005 — Луиза Гросс Хорвиц премияһы
  • 2006 — Ротшильд премияһы
  • 2006 — Химия буйынса Вольф премияһы
  • 2006 — ЕМЕТ премияһы
  • 2007 — Л’Ореаль — ЮНЕСКО премияһы[16]
  • 2007 — Пауль Эрлих һәм Людвиг Дармштедтер премияһы
  • 2008 — Альберт Эйнштейн премияһы
  • 2009 — Химия буйынса Нобель премияһы
  • 2010 — Вильгельм Экснер миҙалы
  • 2012 — «Ҡаҙағстан Республикаһы бойондороҡһоҙлоғоноң 20 йыллығы» юбилей миҙалы[17]
  • Эрстед лекцияһы (2014)[18]


Һайланма библиографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 http://www.nytimes.com/2009/10/08/science/08nobel.html
  2. http://www.nytimes.com/reuters/2009/10/07/world/international-uk-nobel-chemistry.html
  3. http://www.nndb.com/people/914/000208290/
  4. FemBio
  5. http://www.nasonline.org/member-directory/members/20004897.html
  6. Генеалогия семьи Йонат
  7. מנכ"ל המדינה (стр. 4) Ҡалып:Webarchive
  8. The Nobel Prize in Chemistry 2009  (инг.). Тәүге сығанаҡтан архивланған 8 апрель 2012. 7 октябрь 2009 тикшерелгән.
  9. The Jerusalem Post
  10. «Голубка науки» из Реховота
  11. István Hargittai, Magdolna Hargittai «Candid science 6»: Interview with Ada Yonath (p. 390): в данном издании девичья фамилия Ады Йонат с её слов записана как Лившиц.
  12. Петров, Пётр. Нобелевская премия по химии — 2009, Элементы.ру (14 октября 2009). 14 октябрь 2009 тикшерелгән.
  13. Дом ученых и специалистов Реховота: Поздравляем Аду Йонат, которая работает в Реховоте в институте Вайцмана, с присуждением Нобелевской премии по химии
  14. Названы лауреаты Премии Израиля в области химии и археологии
  15. Ada E. Yonath, Israel на сайте Премии Харви Ҡалып:Webarchive  (инг.)(инг.)
  16. Пресс-релиз ЮНЕСКО: Десятой премией Л‘ОРЕАЛЬ-ЮНЕСКО «Женщины в науке» отмечены пять женщин-ученых
  17. Указ Президента Республики Казахстан № 327 от 17 мая 2012 года «О награждении юбилейной медалью „Қазақстан Республикасының тәуелсіздігіне 20 жыл“».
  18. H.C. Ørsted lecture — DTU

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]