Эстәлеккә күсергә

Азиз Несин

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Азиз Несин
төр. Aziz Nesin
Зат ир-ат[1][2][3]
Гражданлыҡ  Төркиә[4]
Тыуған ваҡыттағы исеме төр. Mehmet Nusret Nesin
Тыуған көнө 20 декабрь 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[5][3][6] или 21 декабрь 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[7]
Тыуған урыны Хейбелиада[d][8]
Истанбул, Ғосман империяһы[3]
Вафат булған көнө 6 июль 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[2][8][6][…] (79 йәш)
Вафат булған урыны Алачаты[d], Чешме[d], Измир[d], Төркиә[9]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Миокард инфаркты
Ерләнгән урыны Истанбул
Балалары Ali Nesin[d] һәм Ahmet Nesin[d]
Туған тел Төрөк теле[3]
Һөнәр төрө шағир, яҙыусы, романист, балалар яҙыусыһы, журналист, автор
Уҡыу йорто Darüşşafaka High School[d]
Военный лицей Кулели[d]
Төркиә хәрби академияһы[d]
Кемдә уҡыған Hulusi Öktem[d]
Сәнғәт йүнәлеше Ислам
Сәйәси идеология просветительство[d]
Жанр Сатира
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Азиз Несин Викимилектә

Азиз Несин (төр. Aziz Nesin), ысын исеме — Мехмет Нусрет (төр. Mehmet Nusret; 20 декабрь йә 21 декабрь 1915 йыл6 июль 1995) — Төркиә яҙыусыһы, драматург һәм публицист.

Азиз Несин, сығышы менән ҡырым татары, 1915 йылдың 20 декабрендә Принц утрауҙарының береһе булған Хейбелиадала тыуған. Ул утрауҙар тураһында Несин былай тигән: был — «йәннәт мөйөшө, минең кеүек кешегә унда йәшәргә ярамай. Иң йоғонтоло төрөк байҙарының йәйге резиденцияһы минең тыуған ерем булып ҡуйҙы. Донъяның көслөләре фәҡирҙәрһеҙ тора алмай, уларҙың тарамышлы ҡулдарына бик мохтаждар. Бына шуның өсөн Хейбелиадала йәшәнек тә инде». 1934 йылда Төркиәлә титулдарҙы һәм иҫкесә мөрәжәғәт формаларын бөтөрөү тураһында закон ҡабул итә, һәм буласаҡ яҙыусы үҙенә «Несин» тигән фамилия ала, ул «Һин нисек?» тигән мәғәнәне аңлата. «Мин, — тип аңлата ул, — кешеләр үҙемә фамилиям менән өндәшһә, мин нимә, мин кем тип уйлана башлармын тип өмөтләндем». Һуңыраҡ, сираттағы псевдонимды эҙләгәндә атаһының исемен һайлау — Азиз. Был төп псевдонимдан тыш, Мехмета Нусреттың илленән ашыу псевдонимы була. Ниндәйҙер кимәлдә был уның сатирик әҫәрҙәренең үтке социаль-сәйәси характеры менән аңлатыла.

1939 йылда ул хәрби-техник училище тамамлай, сапер специальносы һәм кесе офицер чины ала. Тәүҙә Фракияға ебәрелә, шунан илдең көнсығышында, Карс төбәгендә, ә демобилизаицяланыр алдынан, 1944 йылда баш ҡалала — Анкарала хеҙмәт итә. Хеҙмәт осоро ул саҡта инде яҙыша башлаған Несинды тормош материалы менән байыта, уны һуңынан художестволы әҫәрҙәрендә киң ҡуллана. 1937—1939 йылдарҙа Нәфис сәнғәт академияһында лекциялар тыңлай.

Журналистик һәм нәшриәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1943 йылдан Азиза Несин «Еди Гюн», «Тан» гәзиттәрендә һәм күп һанлы ваҡытлы баҫмаларҙа, башлыса социалистик йүнәлешлеләрҙә, журналист эшенә тотона. Несиндың идея һәм эстетик планда үҫешенә уның Сабахеттин Али менән осрашыуы һәм «Марко Паша» аҙналығында хеҙмәттәшлек итеүе ҙур йоғонто яһай. Был баҫма халыҡ-ара һәм эске сәйәси тормоштағы мөһим ваҡиғаларҙы яҡтырта, идара итеүсе партияның эш-ғәмәлдәренә ирониялы ҡарашта була, айырым сәйәси эшмәкәрҙәрҙән көлә, крәҫтиәндәрҙең һәм ҡала эшсәндәренең ауыр тормошо менән борсола. 1957 йылда Азиз Несин яҙыусы Кәмал Таһир менән «Дюшон» нәшриәтен аса, унда күп төрөк авторҙарының китаптары баҫылып сыға.

Азиз Несиндың нәшриәтселек эшмәкәрлегенә шәхси мәнфәғәттәр бер ваҡытта ла йоғонто яһамай. Ул гел йәмғиәт ихтыяжына йөҙ тота. Ә ул ихтыяжды яҙыусының граждан һиҙгерлеге бик тиҙ тотоп алыусан була. Нәҡ ижтимағи ихтыяж «Азиз Несин Фондының әҙәби йыллыҡ баҫмаһы» барлыҡҡа килеүгә сәбәпсе була. Меңдән ашыу бит күләм менән нәшер ителгән йыллыҡ баҫма 1976 йылдан алып ун йыл буйы сыға. Азиз Несин әүҙем ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлек менән шөғөлләнә башлағас ҡына сығыуҙан туҡтай. Йыллыҡ баҫмаға төрөк әҙәбиәтенә ҡағылышлы материалдар, проза, поэзия, балалар әҙәбиәте, театр, һынлы сәнғәт буйынса йыллыҡ күҙәтеүҙәр инә. Был баҫма финанс йәһәтенән табышһыҙ була, хатта уны сығарыу нәшриәткә финанслата юғалтыу ҙа килтерә, әммә нәшерсегә уның йәмғиәткә килтергән һәм киләсәктә килтерәсәк файҙаһы мөһим була.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Азиз Несин — бик күп мәҡәләләр, фельетондар, эссе, новелла, әкиәт, романдар, пьесалар авторы ғына түгел, ул йәмәғәт эшмәкәре, илдең әҙәби көстәрен ойоштороусы булып та таныла. Уның инициативаһы менән 1976 йылда «Назым Хикмәт йәмғиәте» булдырыла, был йәмғиәт төрөктәрҙең милли ғорурлығы булған шағир ижадын өйрәнеү һәм таратыу маҡсатын ҡуя; йәнә ул Тыныслыҡ яҡлылар йәмғиәтен ойоштора, был йәмғиәт термоядро һуғышы булыу ихтималлығына һәм америкалыларҙың Төркиәлә урынлашыуына ҡаршы көрәшә. Несин ун өс йыл буйы (1976—1989) Төркиә яҙыусылары синдикатына етәкселек итә, был ойошма әҙәбиәтселәрҙең авторлыҡ хоҡуҡтарын яҡлай, шулай уҡ «эксплуатацияланыусы кешенең мәнфәғәттәрен яҡлау» маҡсатын ҡуя, сөнки «революция идеяларын һеңдергән социаль әҙәбиәт уның яғында булырға тейеш» тигән ҡарашта тора. 1980 йылғы дәүләт түңкәрелешенән һуң башҡа профсоюздар менән бергә Синдикаттың эшмәкәрлеге лә «туҡтатып торола», асылда тыйыла, ә уның ун ете етәксеһе, «коммунистик эшмәкәрлек һәм пропаганда» алып барған өсөн тигән стандарт ғәйеп тағылып, судҡа бирелә. Дәүләт прокуроры әҙәбиәтселәргә һигеҙҙән ун бишкә йылға тиклем төрмә мөҙҙәте биреүҙе талап итә. Төрөк гәзиттәрендә суд судебном процесы башланасағы тураһындағы хәбәр баҫылғанда, Азиз Несин Мәскәүгә дауаланырға килгән була. Был хәбәрҙе алғас та, прокурорға һауыҡҡас та тыуған иленә ҡайтасағы һәм иптәштәренең яҙмышына төшкәнде бергә күтәрешәсәге тураһында белдерә. Яҙыусы үҙенең ғәҙеллекте яҡлауҙа туплаған тәжриәбеһе Синдикат етәкселәрен нигеҙһеҙ ғәйептәрҙән араларға ярҙам итеп тип өмөтләнә. Бер нисә йылға һуҙылған суд процесы хөкөм аҫтындағыларҙы аҡлау менән тамамлана.

Азиз Несин — 34 сатирик һәм юмористик хикәйәләр йыйынтығы, «Бер илдә» (1958) һәм «Хоптиринам» (1960) тигән сатирик әкиәттәр йыйынтығы, һигеҙ роман, шул иҫәптән «Футбол короле» романының, «Шулай булды, әммә шулай булмаясаҡ» тигән автобиографик романдың, алты пьесаның авторы. А. Несин сатираһы социаль етешһеҙлектәргә, сәйәси яраҡлашыуға ҡаршы йүнәлтелгән. Үҙенең ижадында ул Төркиәлә лә, бөтә донъяла ла ирек, бойондороҡһоҙлоҡ, кеше мөнәсәбәттәренең сафлығы яҡлы була. А. Несиндың яратҡан геройҙары — ваҡ чиновник, даланһыҙ зыялы, эш эҙләп хитланған фәҡир, йәғни халыҡ араһынан сыҡҡан кешеләр. Яҙыусы нәшер иткән әҫәрҙәрҙең дөйөм тиражы 2010 йылға бөтәһе 8 миллиондан ашыу данаға етә.

А. Несиндың тәүге әҙәби тәжрибәләре поэзияға бәйле була. 1939—1943 йылдарҙа ул шиғырҙарын «Еди Гюн» гәзитендә баҫтыра. Әммә Назым Хикмәт уға ваҡытын әрәм итмәҫкә кәңәш итә, сөнки шиғырҙары насар була. «Хикәйәләр, романдар яҙ», — ти ул.

Беренсе хикәйәләре 1943 йылда «Миллет» журналында сыға. «Беренсе хикәйәмде яҙып бөткәс (уҡыусылар уны күҙ йәштәрен ҡоя-ҡоя уҡыр тип уйлағайным) һәм уны журналға алып килгәс, мөхәррир, әллә ни аҡыллы кеше түгел ине, илау урынына күңелле итеп ҡысҡырып көлөргә тотондо һәм былай тине: «Афарин… Шәп. Тағы ла ошондай хикәйәләр яҙ ҙа беҙгә алып кил…», — тип ирония менән хәтерләй ижадының башын яҙыусы.

Азиз Несин төрлө жанрҙарҙа эшләй: хикәйәләр, әкиәттәр, пьесалар, романдар, мәҡәләләр яҙа. Аиз Несин сығарған «Ҡайҙа барабыҙ?» тигән брошюра Төркиәгә ярҙам тәҡдим иткән булып, илде Америка капиталы бойондороҡлолоғона этәргән «Трумэн доктринаһын» ҡаты тәнҡитләй. Үҙенең «Һөргөндәгенең хәтирәләре»ндә (1957) Несин йыл ярымға Бурсаға һөрөлгәс, бик ауыр шарттарҙағы көнитмешен һүрәтләй. Дөйөм алғанда яҙыусы тормошонң биш йылы тотҡонлоҡта үтә. Төрмәлә сағында ла Несин уны һис ташламаған «моңһоу» юмор хисер юғалтмай, тормошоноң был осоро тураһында ул шулай тип яҙа: «Беҙҙең атайҙар үҙҙәре ҡатнашҡан һуғыштар һәм яуҙар тураһында ғорурлыҡ менән һөйләй торғайны. Беҙ ундай хәтирәләрҙән мәхрүмбеҙ. Үҙ балаларыбыҙға беҙ тик төрмәләр, полиция, судтар ҙа һорау алыуҙар тураһында ғына һөйләй алабыҙ».

Азиз Несиндың сюжет һайлауҙағы һәм материалды тасуирлағандағы уйлап табыусанлығы һоҡланғыс. Әҫәрҙәренең тематикаһы бик бай: дәүләт хеҙмәтендәгеләрҙең һатлыҡлығы, эшһеҙлек, крәҫтиәндәрҙең ерһеҙлеге, алдынғы фекерҙәрҙең эҙәрләнеүе. Яҙыусыны торлаҡ, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф проблемалары борсой. Ул эгоизмдан, башбаштаҡлыҡтан, түбәнһенеүҙән, ришүәтселектән, дини фанатизмдан көлә. «Күптәрҙе, — ти Азиз Несин, — мин яҙған хикәйәләрҙең һаны ғәжәпләндерә. Улар ике меңдән ашыу. Ә нимәгә ғәжәпләнергә һуң? Әгәр мин аҫраған ғаилә ун кешенән түгел, егерме кешенән торһа, ике тапҡырға күберәк яҙырға тура килер ине».

1953 йылда уның «Ни ҡалды, шул ҡалды» тигән йыйынтығы сыға. Баш һүҙендә яҙыусы ҡыҙыҡ ҡына бер күренеште һүрәтләй: «Бер заман нервы ауырыуҙары табибына пациент килә: Доктор, мин ауырыйым. Мин хәҙер элеккесә йәшәй алмайым. Ашаған сағымда астар күҙ алдымда тора ла, ризыҡ тамағыма тығыла. Яланғас аяҡлылар һәм кейемһеҙҙәр менән мин юлдарҙа туңам. Һәр енәйәттә үҙемде ғәйепле күрәм. Үлтереүсенең бысағын минең дә ҡулым тотҡан кеүек, кешенеү күкрәгенә тейгән пуля минең йөрәккә инеп ултырғандай тойола. Бөтә енәйәттәрҙең ауырлығы минең яурынға ята. Мин инде көлөргә лә оноттом. Табип ҡулын ауырыуҙың иңбашына һала, тәҙрә эргәһенә алып килә, пәрҙәне асып ебәрә һәм ҡаршылағы сағыу цирк афишаһына төртөп күрһәтә. Унда шуҡ йылмайып торған клоун һүрәте төшөрөлгән. Ҡәҙерлем, — ти доктор, — анау клоунды күрәһеңме? Һиңә шуның тамашаһына барырға тәҡдим итәм. Һин ҡайғыңды ла, хәсрәтеңде дәла, мәшәҡәттәреңде лә оноторһоң. Яңынан көлә башларһың, тормош һиңә ҡабат яҡты йылмайыр. Ауырыу башын ҡырын һала: — Доктор, ни бит әле, мин ул — анау клоун…».

Азиз Несин әҫәрҙәре көлкө һәм һыҙланыу менән тулы. Улар уҡыусыны көлөргә мәжбүр итә, әммә шул уҡ ваҡытта уның фекерен уята, тирә-яҡта хөкөм һөргән залимлыҡҡа күҙен аса. Үҙенең ижади кредоһы һәм әҙәби эшмәкәрлектең ижтимағыи мәғәнәһе тураһында Азиз Несин былай тип яҙа: намыҫлы кешеләргә күп ватандаштарының Урта быуаттар ҡараңғылығында, аслыҡта һәм иртәгәһе көнгә ышанмауҙа көн итеүен аңлау оят һәм ауыр — шунда уҡ эргәлә генә улар иҫәбенә тормоштоң бөтә рәхәтлектәренән файҙаланған бәхетлеләр, уңышлылар. Шуның өсөн кешеләрҙе көлдөрә-көлдөрә тормош тураһында уйландырырлыҡ, уйлана-уйлана тағы көлдөрөрлөк хикәйәләр яҙырға кәрәк.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

А. Несин — сатирик яҙыусыларҙың бер нисә халыҡ-ара конкурсы лауреаты:

  • 1956 йылда Италияла IX халыҡ-ара юморист яҙыусылар конкурсе, «Ҡаҙан банкеты» хикәйәһе өсөн Азиз Несин беренсе премияға һәм «Алтын пальма ботағы» миҙалына лайыҡ була;
  • 1957 йылда Несин «„Фил“ Хәмди» тигән хикәйәһе менән шул уҡ награданы яулай;
  • 1959 йылда — репортаждар серияһы өсөн Төркиә Журналистар берлеге премияһы;
  • Болгарияла юмористар конкурсында «Патриотик бурыс» хикәйәһе өсөн «Алтын терпе» миҙалы, «Ул ҡалырға тейеш» хикәйәһе өсөн «Крокодил» журналының халыҡ-ара премияһы, төрөк гәзите «Миллиет»те нигеҙләгән Али Неджми Караджан иҫтәлегенә бағышланған конкурста «Карагёз» пьесаһы өсөн премия, «Чичу» пьесаһы өсөн Төрөк лингвистика йәмғиәтенең премияһы һәм башҡа күп наградалар;
  • 1974 йылда Азия һәм Африка яҙыусылары ассоциацияһы Азиз Несинға әҙәбиәт өлкәһендәге ҙур ҡаҙаныштары һәм әүҙем ижтимаға-сәйәси эшмәкәрлеге өсөн «Лотос» Премияһын тапшыра.

Азиз Несин һикһән йәше тулған йылда вафат була (1995), унан иҫ киткес ҙур әҙәби мираҫ, яҡшы исем һәм Ваҡиф фонды ҡала. Истанбулдан көнбайышҡа ҡарай алтмыш километрҙа, Чаталджа тигән урында, тәпәш биналар һәм емеш ағастары уратылышында, дүрт ҡатлы таш бина тора. Юҡ, ул донъяға билдәле яҙыусының ҡала ситендәге йорто түгел. Был уның аҡсаһына һалынған һикһән биш урынлыҡ етем һәм фәҡир ғаиләләрҙәге балалар өсөн интернат. Бында улар өс йәштән алып йәшәй һәм ун һигеҙ йәшкә тиклем урындағы мәктәптә уҡый, улар уҡып йөрөгән саҡта уҡ һөнәр алырға, ә айырыуса һәләтлеләре уҡыуын юғары уҡыу йортонда дауам итергә тейеш тигән шарт бар. Яҙыусы бөтә аҡсаһын, китаптарынан килгән бөтә килемде интернатҡа мираҫ итеп ҡалдыра, ә үҙенең дүрт балаһына үҙҙәре икмәкте үҙҙәре табырға тейеш тип әйтә. Азиз Несин фондының эштәрен алып барыуҙы улы Алиға тапшыра, шунлыҡтан физика-математика һәм фәлсәфә докторы Америка Ҡушма Штаттарынан Төркиәгә әйләнеп ҡайта һәм Чаталджала төпләнә.

«Халыҡ иҙеүселәргә һәм буйһондороусыларға ҡаршы ҡулына ҡорал алып көрәшкән саҡта юморға урын юҡ. Әммә халыҡ рухи һынған, еңелгән һәм иҙеүсе-буйһондороусынан ҡурҡа икән, ул юмор менән ҡораллана һәм бик күп көләмәстәр барылҡҡа килә»

«Юморҙа шәхсилектән сығып, уны кешелеккә хеҙмәткә ҡуя алғандар донъяла бөйөк юмористарға әүерелгән».

«Минеңсә, юморист — ул донъяны йөкмәп барған Атлант…»

«Донъяла иң яҡшыһы нимә? Французға— тапҡыр телле йәш ҡатын; инглизгә — пароход; итальянға — иҫәр һылыу; немецҡа — хәрби парад; америкалыға — бизнес; төрөккә — ултырайыҡ, гәпләшәйек»

Мин, башҡаларға эйәреп: «Әгәр тағы бер тапҡыр тыуһам, шуны уҡ эшләр инем», тип әйтә алмайым. Икенсе тапҡыр тыуһам, мин әлегегә ҡатағанда күберәк һәм яҡшыраҡ эшләр инем. Кешелек тарихында үлемдән ҡасып ҡала алған берәүҙең дә булмауы йәл — мин уның өлгөһөнә эйәрер инем. Тик нишләйһең инде, ундай өлгө юҡ, бөтәһе кеүек мин дә үлһәм, был минең ғәйеп булмаҫ …»

  • Ҡатынға әйләнгән ир (1955)
  • Футбол короле (1957)
  • Һылыу ир (1957)
  • Аллопеция (1959)
  • Зүбүк (1961)
  • Бөгөнгө гүзәл көндәр (1967)
  • Фамилия (1976)
  • Бер юл (1978)
  • Һөргөндәгенең хәтирәләре (1957)
  • Шулай булды, әммә шулай булмаясаҡ (1966—1977)
  • Полицияла (1967)
  • Үрләүҙең башы (1982)
  • Минең тилелектәрем (1984)
  • Азиз Несин — беҙҙең замандың Хужа Насретдины (1984)
  • Аҫылырға тейешле кешеләр өйкөмө (1987)
  • Бер заман бала инем (1989)
  • Хыялдарымды әрәм итмә (1990).
  • Бер илдә (1958)
  • һикерештәр(1960)
  • Йоҡла, ҡәҙерле буғам (1971)
  • Азиз олатай әкиәттәре (1978)
  • Азиз китабы (1979).

Сәйәхәтселәргә әҙәбиәт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ишеттегеҙме-юҡмы икәнен әйтмәгеҙ (1976)
  • Донъя — ҡаҙан, ә мин — половник (1977).
  • Инә алмаҫһығыҙмы икән? (1958)
  • Мет, берәй нимә эшлә (1959)
  • Тороса монстры (1963)
  • Һыҙғырыусылар менән таҙартыусылар араһындағы көрәш (1968)
  • Ҡулымды тот, Ровни (1970)
  • Йә, үлтер мине, ҡәҙерлем (1970)
  • Биш ҡыҫҡа пьеса(1979)
  • Бөтә пьесалар (1982).
  • Ахырҙан башҡа (1984)
  • Һөйөүгә ун һәм үлемгә биш (1986)
  • Үҙеңде аула (1988)
  • Хуш (1990)
  • Сивастың һыҙланыуы (1995).
  • Республика осоронда төрөк юморы (1973).
  • хатлашыу/ Азиз Несин, Али Несин (1994)
  • Ҡәҙерле улым, ҡәҙерле атайым, хатлашыу, Азиз Несин һәм Али Несин (1966—1981, 2002).
  • Сатира и юмор Турции: Сборник: Пер. с тур./ составл. и послесл. Т.Меликова. — М.: Радуга, 1991—496 с.
  • Азиз Несин. Рассказы для Вас. Избранное. Пер. с турецкого. М., «Худож. Лит.», 1976.
  • Избранные произведения писателей Среднего Востока. Под ред. А. М. Михалева. М., Изд-во «Прогресс», 1979.