Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы
Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы | |
рус. Азербайджанская Советская Социалистическая Республика әзерб. Азәрбајҹан Совет Сосиалист Республикасы әзерб. Азәрбајҹан Республикасы | |
Байраҡ[d] | Герб |
Нигеҙләү датаһы | 28 апрель 1920 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Азербайджанская ССР[1], Azərbaycan Respublikası[1] һәм Azərbaycan Sovet Sosialist Respublikası |
Ҡыҫҡаса атамаһы | Азербайджанская ССР, Азербайджанская ССР, Azərbaycan SSR, Азербайджанська РСР, ҶШС Озарбойҷон, РСС Озарбойҷон, ҶШСО, РССО, Azerbaycan SSC, Azərbojčon SSR һәм Азербайджаны ССР |
Рәсми тел | Әзербайжан теле һәм урыҫ теле |
Гимн | Әзербайжан ССР-ы гимны |
Описание девиза | Пролетарии всех стран, соединяйтесь![d] |
Девиз тексы | Бүтүн өлкәләрин пролетарлары, бирләшин! |
Донъя ҡитғаһы | Азия |
Дәүләт | СССР |
Административ үҙәк | Баҡы |
Административ-территориаль берәмек | СССР һәм Кавказ аръяғы Социалистик Федератив Совет Республикаһы[d] |
Хәҙерге административ берәмек сиктәрендә урынлашҡан | Әзербайжан |
Идара итеү формаһы | совет республикаһы[d] |
Закондар сығарыу органы | Верховный Совет Азербайджана[d] |
Халыҡ һаны | 70 378 676 кеше[2] |
Валюта | Совет һумы[d] |
Алмаштырылған | Әзербайжан |
Алыштырған | Әзербайжан Демократик Республикаһы[d] һәм Кавказ аръяғы Социалистик Федератив Совет Республикаһы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 18 октябрь 1991 |
Рәсми дине | атеизм һәм атеистическое государство[d] |
Тема иҡтисады | экономика Азербайджанской ССР[d] |
Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы Викимилектә |
Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы (әзерб. Азәрбајҹан Совет Сосиалист Республикасы, хәҙер Azərbaycan Sovet Sosialist Respublikası, ҡыҫҡаса Әз. ССР-ы) — 1920 йылдың 28 апреленән 1991 йылдың 30 авгусына тиклем Совет Социалистик Республикалар Союзы — СССР составындағы республика.
Дөйөм мәғлүмәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әзербайжан ССР-ы 1920 йылдың 28 апрелендә Әзербайжан Демократик Республикаһы ҡолатылыу менән үк ойошторола. 1922 йылдың 12 мартынан 1936 йылдың 5 декабренә тиклем Кавказ аръяғы Совет Федератив Социалистик Республикаһы составында була, ә 1936 йылдың 5 декабрендә союздаш республика булараҡ СССР-ға туранан-тура инә. Кавказ аръяғының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан була. Төньяҡтан РСФСР составындағы Дағстан АССР-ы, төньяҡ-көнбайышта Грузин ССР-ы, көньяҡ-көнбайышта Әрмән ССР-ы һәм Төркиә, көньяҡта Иран менән сикләшкән була. Көнсығышта республика ярҙарын 86,6 мең км² майҙанда Каспий диңгеҙе йыуа. Уның һайығыуы арҡаһында һәм диңгеҙҙәге утрауҙар иҫәбенә Әзербайжан территорияһы ваҡыт үтеү менән 3,5 мең квадрат километрға ҙурая. 1969 йылдың 1 ғинуарына республика халҡы 5042 мең кеше тәшкил итә. Баш ҡалаһы — Баҡы. Әзербайжан ССР-ы составына Нахичеван Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы һәм Таулы Ҡарабах автономиялы өлкәһе инә. Республикала 60 район, 57 ҡала (1913 йылда — 13), 119 ҡала тибындағы ҡасаба була.
1991 йылдың 5 февралендә Әзербайжан ССР-ының Юғары Советы республиканың исемен «Әзербайжан Республикаһы» (урыҫса «Азербайджанская Республика»)[3] итеп үҙгәртеү тураһында СССР Конституцияһының 71-се статьяһына ҡаршы килгән ҡарар ҡабул итә.
1991 йылдың 19-21 авгусындағы ГКЧП-ға бәйле ваҡиғаларҙан һуң күп тә үтмәй, йәғни 30 августа Әзербайжан ССР-ының Юғары Советы республиканың бойондороҡһоҙлоғын иғлан итә[4]. Илдә 8 сентябрҙә үткән һайлау һөҙөмтәһендә, 98,5 процент тауыш йыйып, быға тиклем Әзербайжан ССР-ы президенты һәм Әзербайжан Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретары булған Аяз Моталибов үҙаллы Әзербайжандың беренсе президенты итеп һайлана.
«Союздаш республиканың СССР-ҙан сығыуы менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү тәртибе тураһында» СССР Законы менән ҡаралған процедуралар үтәлмәгәнлектән, Әзербайжан Республикаһы (Әзербайжан ССР-ы) 1991 йылдың 26 декабрендә Советтар Союзы тарҡалғансы формаль рәүештә СССР составында ҡала.
Административ төҙөлөшө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Республика Конституцияһына ярашлы, Әзербайжан ССР-ы «эшсе һәм крәҫтиәндәрҙең социалистик дәүләте, ССР Союзы составына ингән союздаш совет социалистик республикһы» була. Дәүләт власының юғары органы — Әзербайжан ССР-ының бер палаталы Юғары Советы, ул дүрт йылға бер һайланған, вәкәләтлек нормаһы — 12,5 мең кешенән 1 депутат. Юғары Совет сессиялары араһында Дәүләт власының юғары органы функцияларын Әзербайжан ССР-ының Юғары Советы Президиумы тормошҡа ашырған. Юғары Совет республика хөкүмәтен — Әзербайжан ССР-ы Министраҙар Советын төҙөгән, Әзербайжан ССР-ы закондарын ҡабул иткән. Райондарҙа, ҡалаларҙа, ҡасаба һәм ауылдарҙа, шулай уҡ Таулы Ҡарабах автономиялы өлкәһендә урындағы власть органдары — халыҡ тарафынан ике йылға бер һайланған хеҙмәтсәндәр депутаттары Советтары булған. Әзербайжан ССР-ының Юғары Советының Милләттәр Советы 32 депутаттан торған. Бынан тыш Әзербайжан ССР-ы составына ингән Нахичеван АССР-ынан 11 һәм Таулы Ҡарабах автономиялы өлкәһенән 5 депутат Милләттәр Советына ингән булған.
Конституцияға ярашлы, Әзербайжан ССР-ының Юғары Советы тарафынан 5 йыллыҡ срокка һайланған Әзербайжан ССР-ының Юғары суды республикала юғары суд органы булған. Уның составында 2 суд коллегияһы (граждан һәм енәйәт эштәре буйынса) һәм Пленум эшләп килә. Бынан тыш Юғары судтың Президиумы ла булған. Әзербайжан ССР-ы прокуроры, шулай уҡ Нахичеван АССР-ы һәм Таулы Ҡарабах автономиялы өлкәһе прокурорҙары 5 йыллыҡ срокка СССР Генераль прокуроры тарафынан тәғәйенләнгән.
Республика филателияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Опера һәм балет театры
-
Фәндәр академияһы
-
Сталин исемендәге проспект
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Azərbaycan SSR-in adında dəyişiklik edilməsi haqqında Azərbaycan Sovet Sosialist Respublikasının Qanunu (әзерб.) — 1991.
- ↑ http://demoscope.ru/weekly/ssp/sng89_reg1.php
- ↑ Закон Азербайджанской ССР «Об изменении в наименовании Азербайджанской ССР»
- ↑ s:Постановление ВС Азербайджанской Республики от 30.08.1991 № 179-ХII
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Азербайджанская ССР на сайте «Горной энциклопедии»
Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы Викимилектә |