Айбулатов Шиһап Зәйнетдин улы
Айбулатов Шиһап Зәйнетдин улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 9 август 1930 |
Тыуған урыны | Ҡоншаҡ районы, СССР |
Вафат булған көнө | 2 июль 2005 (74 йәш) |
Һөнәр төрө | журналист |
Уҡыу йорто | КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбе[d] |
Айбулатов Шиһап Зәйнетдин улы (рус. Айбулатов Шихаб Зайнетдинович; 9 август 1930 йыл — 2 июль 2005 йыл) — журналист. 1966—1991 йылдарҙа Силәбе өлкәһе Арғаяш районының «Восход» гәзите мөхәррире. 1959 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Ижади ойошманың 6-сы съезы делегаты. Райондың почётлы гражданы[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шиһап Зәйнетдин улы Айбулатов 1930 йылдың 9 авгусында Башҡортостан АССР-ы Арғаяш кантоны (хәҙер Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы) Новая ауылында тыуған.
Мәктәптә уҡыған сағынан уҡ райондың «Знамя труда» гәзитендә мәҡәләләре баҫыла башлай. Ә мәктәпте тамамлағандан һуң район гәзите редакцияһына әҙәби хеҙмәткәр итеп эшкә саҡырыла[2]. 1950 йылдан алып ул журналистика мөхитендә ҡайнай. 1959 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Байтаҡ йылдар «Знамя труда» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр, ауыл хужалығы мөдире, мөхәррир урынбаҫары вазифаларын башҡара. 1965—1966 йылдарҙа район-ара «Колос» гәзите, 1966—1991 йылдарҙа Арғаяш районының «Восход» гәзите мөхәррире була.
КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбенең журналистика бүлегенә ситтән тороп уҡырға инә һәм, уны 1967 йылда тамамлап, ҡулына журналист дипломы ала.
1990 йылда уға бер юлы өс гәзиттең мөхәррире булдырға тура килә. Башҡорт һәм татар телдәрен яҡшы белгәнгә күрә уны өлкәнең башҡорт телендәге «Тыуған яҡ» һәм татар телендәге «Дуслыҡ» гәзиттәре мөхәррире вазифаһына тәғәйенләйҙәр. Ул административ эш менән генә сикләнеп ҡалмайынса, ауыл эшсәндәре тураһында күләмле очерктар, социаль һәм сәйәси темаларға мәҡәләләр яҙа. Ижадында йәш быуынды ауыл хужалығы һөнәрҙәре менән таныштырыуға ҙур урын бүлә, уларҙың ауыл ерендә төпләндереү буйынса маҡсатҡа йүнәлешле эш алып бара. Өҫтәүенә өлкә һәм райондың ауыл хужалығы белгестәре ҡатнашлығында көнүҙәк темалар буйынса "Түңәрәк өҫтәл"дәр үткәреүгә лә етди иғтибар бүлә.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күп тапҡырҙар КПСС-тың район комитеты бюроһы ағзаһы, Арғаяш район Советы депутаты итеп һайлана. СССР Журналистар союзының 6-се съезы делегаты була.
1995 йылда хаҡлы ялға сыҡҡас, Арғаяш районының ветерандар советы рәйесе итеп һайлана һәм оло йәштәге граждандарҙың райондың өлкәнең ймәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыуын хәстәрләй. Уның инициативаһы буйынса район мәктәптәрендә «Ҡаһарманлыҡ» дәрестәре үткәрелә башлай.
2000 йылда Шиһап Айбулатовҡа «Арғаяш районының почетлы гражданы» тигән маҡтаулы исем бирелә[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Арғаяш районының почетлы гражданы (2000).