Эстәлеккә күсергә

Айытбаев Хәбетдин Хәбрахман улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Айытбаев Хәбетдин Хәбрахман улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1910
Тыуған урыны Оҙондар, Архангел районы
Вафат булған көнө 5 август 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Вафат булған урыны Больше-Полянский район[d], Курск өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание рядовой һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы хәбәрһеҙ юғалған[d]

Айытбаев Хәбетдин Хәбрахман улы (рус. Аитбаев Хабутдин Хабрахманович; 1910-5.08.1942) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой. 294-се кавалерия полкының 4-се эскадроны кавалерисы. Ҡыҙылармеец[1].

Хәбетдин Хәбрахман улы Айытбаев 1910 йылда Өфө губернаһы Өфө өйәҙенең (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Архангел районы) Оҙондар ауылында тыуған.

Архангел районы хәрби комиссариаты Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡыра.

Ҡыҙылармеец Айытбаев Хәбетдин Хәбрахман улы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се кавалерия полкының 4-се эскадроны кавалерисы була.

1942 йылдың 5 авгусында Курск өлкәһе, Больше-Полянский районында хәбәрһеҙ юғала[2].

Айытбаев Хәбетдин Хәбрахман улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[3] һәм БР-ҙың Архангел районы Оҙондар ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Шулай итеп, оҙаҡ йылдар дауамында ул хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә. 1996 йылда эҙәрмәндәр һуғыш барған урындарҙа ҡыҙылармеецтарҙың һөйәктәрен тапты. Барлығы 671 яугир исемен белә алдылар[4]. Айытбаев Хәбетдин Хәбрахман улы буйынса тулы мәғлүмәт юҡ.