Эстәлеккә күсергә

Айыу (пьеса)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Айыу
Нигеҙләү датаһы 1888
Рәсем
Атамаһы Медведь
Кем хөрмәтенә аталған медведь[d]
Сәнғәт формаһы театр пьесаһы[d]
Жанр Водевиль һәм Комедия
Баҫма йәки тәржемә Un Duelo[d] һәм The Boor[d]
Автор Чехов Антон Павлович
Место первого исполнения Мәскәү
Әҫәрҙең теле урыҫ теле
Нәшер ителеү ваҡыты 30 август (11 сентябрь) 1888
Беренсе тапҡыр башҡарыла 28 октябрь (9 ноябрь) 1888
Первая строка Нехорошо, барыня... Губите вы себя только...
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d] һәм 🅮[d]
 Айыу Викимилектә

«Айыу» — Чехов Антон Павлович Чеховтың бер шаршаулыҡ мәҙәк-комедияһы. 1888 йылдың февралендә тамамлай. Соловцовҡа арналған.

«Айыу» мәҙәк-пьеса өҫтөндә Чехов 1888 йылда эшләй. Пьеса ун бер өлөштән тора. Рус яҙыусыһы, мемуарист А. С. Лазарев-Грузинский былай тип хәтерләй: «...Чехов... бер мәлдә креслонан тороп, өҫтәлдән йоҡа дәфтәрҙе алды ла, бүлмә уртаһына баҫып, ҡулдарын һелтәп, тауышын үҙгәртеп, беҙгә бик йәнле һәм күңелле пьесаһын уҡыны. Был ул яңы ғына ғына тамамлаған «Айыу» пьесаһы ине. Чехов оҫта уҡыны... бөтөн пьесаны ул, тыны ҡыҫылмайса, иркен итеп, тауышын кәметмәй уҡып сыҡты...». Яҙыусының пьесаны үҙе  уҡыуы, ә Чехов ҡысҡырып һирәк уҡый ине, уның пьесаға ниндәй ҙур әһәмиәт биреүе хаҡында һөйләй.

«Айыу» пьесаһы 1888 йылдың 28 октябрендә Корш  театры сәхнәһендә тәүге тапҡыр ҡуйыла. Артист Смирнов алпауыт ролен уйнай. Тол ҡатын Попова ролен алмашлап артистар Н. Д. Рыбчинская һәм А. Я. Глама-Мещерская уйнай.

Мәскәүҙән тыш, һуңыраҡ пьеса  Харьковта, Калугала, Полтавала, Новочеркасскиҙа, Таганрогта, Ревелдә, Кронштадтта, Томскиҙа, Киевта, Тулала, Тифлиста, Ҡаҙанда, Ярославлдә, Иваново-Вознесенскиҙа, Костромала  һәм Симбирскиҙа уйнала.

Әҙәбиәт белгесе В. В. Билибин былай тип яҙа: «Айыу» һәм «Тәҡдим» бөтә Рәсәйҙе яулай». Чехов пьесаларының уңышы авторға ғаиләһенең матди хәлен яҡшыртырға ярҙам итә. Ул шаяртып: «Минең «Айыу»ҙы «Һауын һыйыр» тип атарға кәрәк булғандыр», -ти.

1888 йылда «Новое время»  гәзитенең  4491-се һанында "Айыу. Бер шаршаулыҡ мәҙәк" тигән баш аҫтында һәм А. П. ҡултамғаһы менән баҫылып сыҡҡан. Шул уҡ йылда Н. Н.Соловцовҡа бағышлау менән пьесаның литография баҫмаһы донъя күрә, 1890 йылда пьеса «Артист» журналында баҫыла, А. Ф. Маркс баҫмаһына инә.

  • Попова Елена Ивановна, йәш тол ҡатын, алпауыт 
  • Смирнов Григорий Иванович, Попованың күршеһе.
  • Лука, лакей, хужабикәне яҡлаусы.

Иренең үлеменән һуң ауыр ҡайғы кисергән алпауыт ҡатын Попова Елена Ивановнаға көтмәгәндә күрше поместье хужаһы — отставкалағы артиллерия поручигы Григорий Степанович Смирнов килә. Ул бик ныҡ аҡсаға мохтаж була һәм ул Елена Ивановнанан мәрхүм иренең бурысын кисектермәй ҡайтарыуын талап итә. Помещица, приказчигының ҡайҙалыр китеүе менән бәйле, бер-ике көн көтөүен һорай һәм үҙенең ҡунағын тупаҫ тип атай. Смирновҡа закладная буйынса процент түләргә кәрәк һәм ул, бурысын алмайынса, йорттан китмәүен белдерә, ә кире ҡағыуҙы күргәс — ыҙғыш сығара һәм тол ҡатынды дуэлға саҡыра. Попова саҡырыуҙы ҡабул итә, пистолеттар алып килә һәм Смирновтың уны атырға өйрәтеүен үтенеп һорай. Елена Ивановнаның был хәрәкәттәре  алпауытты таң ҡалдыра. Григорий Иванович, хужабикәнең билен ҡыҫып һәм ҡосаҡлап, нисек ҡорал менән эш итергә кәрәклеген күрһәтә. Ул ҡатынға ғашиҡ була һәм шунда уҡ уны һөйөүен әйтә. Попова ла уға хөрмәтен күрһәтә. Улар үбешә. Шул ваҡытта хужабикәне яҡларға йыйынған хеҙмәтсе Лука Ҡалып:Commentауыл ирҙәрен эйәртеп килеп инә. Уға бары тик: «Батюшки!» тип кенә әйтергә ҡала.

Театр постановкалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәүге тапҡыр 1888 йылдың 28 октябрендә Ф. А. Корш театрында  ҡуйыла. Төрлө ваҡыттарҙа пьеса  Харьковта, Калугала, Полтавала, Новочеркасскиҙа, Таганрогта, Ревелдә, Кронштадтта, Томскиҙа, Киевта, Тулала, Тифлиста, Ҡаҙанда, Ярославлдә, Иваново-Вознесенскиҙа, Костромала һәм Семберҙә ҡуйыла.

  • 1918 йылдың 3 мартында ҡушыла. пьесаларынан постановкалар тобольск романов ғаилә ағзалары, һәүәҫкәр башҡарыусылар. Николай II , уның тураһында шулай яҙа үҙенең көндәлектәрендә: "...Уйнаясаҡ: Ольга, тағы Мария һәм мин. Башта тулҡынланып тамаша күп була, тик, күрәһең, яҡшыраҡ була бара"[1].
  • 1938 — Айыу — реж.: Исидор Анненский.
  • 2003 — Мөхәббәт тураһында, — реж.: Сергей Соловьев.
  1. Дневник Николая II // Записки очевидца: Воспоминания, дневники, письма. – М.: Современник, 1990. – С. 561.