Алағуз (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Алағуз — башҡорт ир-ат исеме, шулай уҡ башҡа мосолман татар,ҡаҙаҡ төрки халыҡтарҙа бар.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алағуз Баҡынов (Алағузя Баҡынов) — 1710 йылда Баҡын(Алағуз) ауылында тыуған Дыуан улусы старшинаһы. Уның комадаһы 1771—1773 йылдарҙағы Поляк походыңда ҡатнашҡан. Салауат Юлаевтың көрәштәше. 1774 йылдың ғинуарында Красноуфимскиға һәм Ҡоңғөргә походта ҡатнаша.(Салауат Таймасов) китабы.
Фамилия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алағузин Ҡабул — Баш күтәреусе. Дыуан улусы старшинаһы Алағуз Баҡыновтың улы. 1734 йылда Алағуз ауылында тыуған. 1774 йылдың ноябрендә Юлай Аҙналин менән бергә Силәбегә баш һалып килә. 1798 йылда Троицк өйәҙенең 3-сө башҡорт кантонында старшина булып хеҙмәт итә.
Алағузов Марат Ескали улы.- Полковник. Рәсәй федерацияһының Атҡаҙанған хәрби штурманы исеменә лайыҡ була 1992 йылда .
Алағузова Баян Маҡсат ҡыҙы —(1974 йылдың 9 ғинуарында) ҡаҙаҡ йырсыһы, ,телевидениела алып барыусы, актриса, продюсер, Shine Production компанияһы башлығы.
Турум Алағузов — композитор, дирижер, Ҡаҙағстан республикаһы композиторҙар союзы ағзаһы.
Тулумгузин Әбделхаҡ Алагуз улы.-10.11.1914 Мәләүез районы,Мөхәс ауылы. Лейтенат. Бөйөк ватан һуғышында германияны еңгән өсөн 1941—1945 медале.
Ауылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алағуз — Башҡортостандың Ҡыйғы районындағы ауыл.
Топонимия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алағузлы (рус. Алагузлы) — Башҡортостан Республикаһы Ишембай районындағы бәләкәй йылға, Кесе Шешәнәк йылғаһының уң ҡушылдығы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |