Эстәлеккә күсергә

Алгет милли паркы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Алгет милли паркы
груз. ალგეთის ეროვნული პარკი
Милли парктың шыршы-бук урмандары
Милли парктың шыршы-бук урмандары
Категория МСОПII (Милли парк)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны6822 га[1] 
Нигеҙләнгән ваҡыты1965 йыл 
Килеүселәр һаны8030 (2015
Идара итеүсе ойошмаГрузияның һаҡланған биләмәләре агентлығы 
Урынлашыуы
41°34′00″ с. ш. 44°31′00″ в. д.HGЯO
[[ Грузии|Регион административ бүленеше]]Квемо-Картли
Грузия
Точка
Алгет милли паркы
 Алгет милли паркы Викимилектә

Алгет милли паркы (груз. ალგეთის ეროვნული პარკი) — Грузияның Тетрицкарой муниципалитетында урынлашҡан тәбиғәтте һаҡлау территорияһы. 1965 йылдың апрелендә ареалдың көнсығыш сигендә үҫкән көнсығыш шыршыһы һәм кавказ аҡ шыршыһы урман массивтарын һаҡлау өсөн булдырыла. Башта дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы[2]статусына эйә була, 2007 йылда милли парк тип үҙгәртелә. Хәҙерге майҙаны 6822 гектар тәшкил итә. Алгет милли паркында 250 төр бәшмәк һәм 1664 төр үҫемлек, шул иҫәптән 3 эндемик үҫемлек төрө табылған[1]. Парк популяр туризм объекттарына ҡарай. Парктың исеме уның сиктәрендә урынлашҡан иң ҙур Алгети йылғаһынан алынған.

Ҡурсаулыҡ булдырылғанға тиклем хәҙерге Алгет милли паркы территорияһы Тетрицкарой урман хужалығының Манглис урмансылығына ҡараған. Уның массивтарын тикшереү көнсығыш шыршыһы һәм кавказ шыршыһы кеүек ҡиммәтле ағаслыҡтарҙы асыҡлаған. Кесе Кавказ аша был ағас тоҡомдары ареалдарының көнсығыш сиге ята, шуға күрә был үҫемлектәр фәнни ҡиммәткә эйә. Уларҙы ҡырҡыуҙы туҡтатыу өсөн 1965 йылдың апрелендә был территория дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы тип иғлан ителә. Уның майҙаны 6400 гектар тәшкил итә, әммә тиҙҙән уны 6000 гектарға тиклем кәметәләр[2]. Был тәбиғәтте һаҡлау территорияһы барлыҡҡа килгәндән алып ҡәтғи һаҡлау режимын үтәүҙә ҡыйынлыҡтар барлыҡҡа килә. Улар һаҡлау зонаһының ауыл хужалығы ерҙәре менән киҫешеүе, шулай уҡ билдәле бер дәрәжәлә туристик объекттар ҡурсаулығы сиктәренә яҡын булыуы менән бәйле. Шуға күрә 2007 йылда компромисс ҡарар ҡабул ителә: Алгет ҡурсаулығының статусын милли паркҡа тиклем төшөрәләр, был ойошторолған туристарҙың иҫтәлекле урындарға инеү мөмкинлеген аса һәм рөхсәтһеҙ килеүселәр һанын кәметә. Шул уҡ ваҡытта уның майҙаны 6822 гектарға тиклем арттырыла.

Алгет милли паркы субтропиктарҙың күсеү зонаһында урынлашҡан, бында континенталь субтропик климат диңгеҙ уртаса дымлы климатына үҙгәрә. Абсолют бейеклектәрҙең етди кәмеүе һөҙөмтәһендә уның сиктәрендә микроклимат подзоналарын айырып ҡарарға мөмкин: Алгет тарлауығы— уртаса йомшаҡ ҡыш һәм оҙон йылы йәй менән һәм Цалк яйлаһы — ҡырыҫ ҡыш һәм оҙон уртаса йылы йәй менән. Уларҙа температура күрһәткестәре түбәндәгесә: һауаның уртаса йыллыҡ температураһы +7,9 °C һәм +5,9 °C, иң һыуыҡ айҙың уртаса температураһы (ғинуар) −2,4 °C һәм −4,8 °C, иң йылы айҙың уртаса температураһы (август) +18,6 °C һәм +16,1 °C, абсолют минимум −28 °C һәм −34 °C, абсолют максимум +36 °C һәм +33 °c[2].

Был күрһәткестәргә бәйле фенологик осорҙар ҙа тирбәлә. Шулай, Алгет тарлауығында вегетация осоро оҙайлығы 161 көн тәшкил итә, парктың өҫкө өлөшөндә— 136 көн генә. Вегетация осоронда ыңғай температуралар суммаһы түбәнге подзонала 2501 °C һәм өҫкө зонала 1917 °C, ә йыллыҡ ыңғай температуралар суммаһы, ярашлы рәүештә, 3056 °C һәм 2519 °C тәшкил итә. Манглиси янында (парктың аҫҡы өлөшөндә) ҡырауһыҙ осор уртаса 183 көн дауам итә, яҡынса Цалки янындағы өҫкө өлөшөндә —160 көн[2].

Дымланыу режимында айырмалар әллә ни ҙур түгел. Мәҫәлән, Алгет тарлауығында йылына уртаса 777 мм яуым — төшөм, Ә Цалк платоһында 736 мм. Алгет милли паркы яуым-төшөмөнә йыллыҡ ике максимум (май, сентябрь) һәм йыллыҡ ике минимум (ғинуар, август) хас. Һауаның дымлылығы июль-август айҙарында иң түбән (66 %), октябрь ноябрь айҙарында иң юғары (76-78 %) була. Ҡар япмаһы яҡынса 70 көн тора. Рашҡы (боҙборсаҡ) йылына уртаса 3-6 тапҡыр яуа, ә ҡойма ямғырҙар һәм томан йыш ҡына (ярашлы рәүештә йылына 40-50 һәм 60-100 көн) була[2].

Географияһы һәм гидрологияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Триалет һырты
Алгети күле

Алгет милли паркы Грузияның Тетрицкарой муниципалитетындағы Квемо-Картли тарихи төбәгендә урынлашҡан. Парк хакимиәте ҡала тибындағы Манглиси ҡасабаһында урынлашҡан. Тирә-яҡ территориялар—Грузияның типик агроландшафттары, улар араһында көтөүлектәр өҫтөнлөк итә; юлдар селтәре ярайһы уҡ яҡшы үҫешкән. Ҡурсаулыҡ территорияһының 84 % урман менән ҡапланған (5055 га), шулай уҡ милли паркта болондар (800 га) һәм ҙур булмаған һыу ятҡылыҡтары (25 га) бар[3].

Һаҡлау зонаһының рельефы тигеҙһеҙ — соҡорло-саҡырлы, бында тауҙар һәм убалар бөтә ерҙә лә йырындар менән һәм йылға үҙәндәре менән сикләнгән. Ҡурсаулыҡ урмандарының 65%-ы тиерлек ауышлығы 21-35° тәшкил иткән битләүҙәрҙә, 35%-тан саҡ ҡына кәмерәге 11-21° ауыш битләүҙәрҙә үҫә, һәм урмандарҙың бик аҙ майҙаны (1 %) тигеҙ участкаларға йәки текә ҡаяларға тура килә[2]. Алгет милли паркы территорияһы Триалет һырты көнсығыш өлөшөнөң 1100—1950 м бейеклектәге көньяҡ битләүҙәрендә, ята[4]. Был тау һыртының оҙонлоғо 150 км-ға етә, киңлеге 25-40 км сиктәрендә тирбәлә. Тау йыйырсыҡтары, ҡалдыҡтар менән киҫешеп, елпеүескә оҡшаған система барлыҡҡа килтерә. Һырттың һыу айырғыс һырты кикрегенең бейеклеге 2800 м тиклем булған түбәһе бар. Улар араһында айырыуса икеһе айырылып тора: парктың көнсығыш сиге янындағы Биртвиси һәм төньяҡ-көнбайыш сигендәге Клдекари. Ике тау ҙа ҡаялы һәм урта быуат ҡәлғә ҡоролмалары менән тамамланған. Һуңғыһы уның иң бейек нөктәһе булып тора (2000 м).

Алгет милли паркының гидрологик селтәре яҡшы үҫешкән. Уның территорияһында күп кенә шишмәләр бар, уларҙың һыуы бәләкәй тау йылғаларына ағып ҡушыла. Йылдың миҙгеленә һәм яуым-төшөм күләменә бәйле, был ағымдарҙың һыу кимәленең һиҙелерлек тирбәлеүе хас. Һаҡлау зонаһы сиктәрендә төп һыу артерияһы булып Алгети йылғаһы тора, ул үҙ эсенә Диди Намтвриани, Сакавре, Тагарджина, Чинчриани ҡушылдыҡтарын туплай. Ғәҙәттә Алгети тар һәм һай йылға, әммә ҡар иреү һәм йәйге осорҙа ташҡындар көслө була, өҫтәүенә был осорҙа ул түбәнге ағымына ҡарағанда үрге ағымында тулы һыулыраҡ була[2].

Геологияһы һәм тупрағы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Битләүҙә тау тоҡомдары яланғаслығы

Триалет һырты ултырма һәм магматик тоҡомдарҙан төҙөлгән, химик составы ксерофит (ҡоролоҡҡа сыҙамлы) үҫемлектәр үҫешенә булышлыҡ итә. Алгет милли паркының ере механик составы һәм ҡеүәте буйынса төрлө көрән тупраҡлы. Ҡатнаш урмандар үҫкән участкаларҙа улар йыш ҡына көлһыуланған, ә текә битләүҙәрҙә — йыуылып, тау тоҡомдары яланғасланған[3]. Тау буйҙарында һоро урман тупрағы осрай, ул яйлап көрән болон һәм һоро-көрән дала тупраҡтарына күсә[2].

Ағас олонондағы ҡыу бәшмәктәр

Алгет тарлауығы үҫемлектәренең төрҙәре төрлөлөгө менән айырылып тора. Милли парк сиктәрендә 250 төр бәшмәк һәм 1664 төр үҫемлек, шул иҫәптән өс эндемик тасуирланған. Ботаниктар һаҡлау зонаһы территорияһын «флористик төйөн» тип атай, сөнки уларҙа кавказ, гиркан, иран, азия алды, колхида һәм иберия флораһы вәкилдәре йәшәй. Алгет милли паркында төп урман төрҙәре — бук урмандары (2250 га), шыршы (1442 га), имән (1380 га), ҡарағай (250 га), граб (120 га), ҡорос ағасы (9 га) һәм ҡайын (5 га) урмандары[1].

Бук урмандары, киң таралыуға ҡарамаҫтан, Алгет паркының тәүге урман фитоценозы (билдәле бер территориялағы үҫемлектәр күплеге, уларҙың үҙ-ара билдәле бер бәйләнеш системаһы) түгел. Улар башлыса диңгеҙ кимәленән 1100—1800 м бейеклектә ҡырҡылған шыршы һәм аҡ шыршы урмандары урынында барлыҡҡа килгән. Бындай үҙгәрештәрҙең тәбиғи булыуына ҡарамаҫтан, урындағы климат уның өсөн бер аҙ ҡоро булғанлыҡтан, көнсығыш бук паркта яҡшы шарттарҙа түгел. Шуға күрә бук урмандары башлыса төньяҡ һәм көнбайыш битләүҙәрҙә үҫә, ә көньяҡ һәм көнсығыш битләүҙәрҙә уларҙы башҡа япраҡлы тоҡомдар ҡыҫырыҡлай. Бук урманының төрөнә ҡарап унда төп тоҡомға төрлө ҡушылмалар—саған, граб, йүкә, шыршы, ә ҡыуаҡтарҙан —гордовина баланы, альп ҡарағаты, Биберштейн ҡарағаты, кавказ йәсмине булыуы мөмкин. Үлән япмаһы проектив япма буйынса, шулай уҡ төр составы буйынса бик ныҡ айырыла. Серек япмалы бук урмандарында тупраҡтың 80-90%-ы ҡойолған япраҡтар менән ҡапланған, ҡуйы булмаған ағаслыҡтарҙа майҙандың 40-70%-ын үлән биләй. Дымлы һәм ҡеүәтле тупраҡта күләгәле тарлауыҡтарҙа абағалы бук урмандары үҫә. Яҡты урындарҙа уларҙы үлән япмаһында, тау бүтәгәһенән (һолобаш) тыш, ябай ҡымыҙлыҡ, ябай подлесник, хуш еҫле бөрмәкәй (подмаренник), эре кәсәле кәкүк емеше, еҫле миләүшә, ир ҡалҡансығы (щитовник) үҫкән бүтәгәле бук урмандары алмаштыра.

Вейниклы бук урмандарында үлән япмаһында ҡыяҡлылар (ҡамыш һымаҡ вейник, тау һолобашы (бүтәгәһе), ябай бажат-мятлик), ә төрлө үләндәрҙән Роберт яраны, ҡайын еләге осрай. Бейек үләнле бук урмандарында үлән япмаһы иң ҡуйыһы, әммә уны башлыса ҡыяҡлылар түгел, ә эре япраҡлы үҫемлектәр: Gadellia lactiflora, гибрид баялыш (белокопытник), ирҙәр ҡалҡансығы (щитовник мужской) формалаштыра[2].

Ҡарт шыршылыҡ

1100—1400 м бейеклектә шыршылар үҫә. Элек был хәҙерге милли парк территорияһында төп урман тибы булған, әммә ҡырҡыу һөҙөмтәһендә таҙа шыршы урмандары фрагментар ғына һаҡланған. Шыршылыҡтарҙың биш төп төрө айырыла. Урмандың өҫкө ярусындағы күрән шыршылыҡтарҙа ҡушылмалар булып грузин имәне һәм бук тора, ә тәпәш урман бөтөнләй юҡ. Үлән япмаһында йомарт мүк ҡушылмаһы менән (30 % тиклем) дала тәпәш күрәне, рапунцель һымаҡ ҡыңғырауҙар, урман ер еләге, ябай бажат — мятлик өҫтөнлөк итә. Һолобаш шыршылары балсыҡлы ерҙә үҫешә һәм төрлө ағастар һәм ҡыуаҡлыҡтар менән айырылып тора. Шыршынан тыш, уларҙа бук, ҡарағай, уҫаҡ, ҡайын, ә тәпәш урманда — зелпе (осҡат — бересклет), ҡара бөрлөгән һ. б. осрай. Үләнле япмаһында ла бында 30 %-ҡа тиклем мүк тәшкил итә, әммә юғары үҫемлектәр араһында тау һолобашы (бүтәгәһе) өҫтөнлөк итә. Был типҡа шыршы-йәшел көртмәле, тик унда ағас ботаҡтары тығыҙраҡ ябыла, ә башҡа ағас тоҡомдарынан бер нисә бук ҡына осрай. Шыршы үҫемлектәре тығыҙлығы иң юғары булған урындарҙа серек япмалы шыршылар барлыҡҡа килә. Көслө күләгә арҡаһында, тәпәш урман һәм үлән япмаһы бөтөнләй юҡ. Шыршыларҙың үҙенсәлекле төрөнә аҡ шыршы менән ҡатнаш ултыртылған ағастарҙы индерергә кәрәк. Улар майҙаны буйынса бик бәләкәй һәм парктың Таштия, Тхинвала, Угудети кеүек участкаларҙа тупланған[2].

Шыршы-бук урмандарын айырым ҡарарға кәрәк. Был — ҡырҡылған таҙа шыршы урмандары урынында барлыҡҡа килгән икенсел фитоценоздар. Хәҙер улар Алгет милли паркында ныҡ таралған. Флористик составы менән бындай урмандар һолобаш урмандарына яҡын. Бындай урмандарҙың тәүге ярусында граб, кавказ грушаһы, саған, дардар (ҡорос ағасы) ҡатыш шыршы һәм буктар үҫә, тәпәш ағаслыҡта энәлек, сәтләүеклек, әлморон күп. Үлән япмаһында тау һолобашы, уға бер аҙ ҡушымта булып ябай алтынбаш (золотарник), ябай ҡымыҙлыҡ, урман ҡыҫҡаһабағы, хуш еҫле бөрмәкәй, эре кәсәле кәзә һаҡалы (кәкүк емеше), хуш еҫле миләүшә төп үҫемлек булып тора[2].

Алгет милли паркы имәнлектәре грузин һәм эре һеркәле имәндәренән барлыҡҡа килгән. Грузин имәнлегендәге имән ике типта була: 1100—1300 метр бейеклектә үҫкән кәҫле-граблы һәм 1250—1400 метр бейеклектәге йоҡа ҡеүәтле тупраҡта үҫешкән бажатлы имәнлек. Кәҫле-ҡырсынлы имәнлектәргә мүшмел (кизил обыкновенный) һәм көнсығыш грабынан барлыҡҡа килгән икенсе ағас ярусы хас. Был урмандарҙағы япма ҡоро, Lathyrus roseus, урман бажаты, айрауыҡ (ежа сборная), ябай мәтрүшкә, ҡайын еләге ҡатыш ҡыҫҡа һабаҡлы урман япмаһынан барлыҡҡа килгән. Бажат имәнлегенең үлән япмаһында урман бажаты, йыйылма айрауыҡ, төрлө клевер, ябай мәтрүшкә, тау күрәне өҫтөнлөк итә. 1400—1750 метр бейеклектә эре һеркәлек имән урманы үҫә, йыш ҡына улар һирәк урманға әүерелә. Бындай типтағы имәнлектәр бажат һымаҡ. Уларҙа зелпе, миләш, айыу баланы, балан, сәтләүек кеүек ҡыуаҡлыҡтар яҡшы үҫә. Имәнлектәрҙең үлән япмаһында урман бажаты, ҡытыршы түңгәк, шыршы өҫтөнлөк итә. Бындай имәнлектәр бажатлы типҡа ҡарай. Уларҙа зелпе (осҡат-бересклет), миләш, айыу баланы (жимолость), балан, урман сәтләүеге кеүек ҡыуаҡлы тәпәш урман яҡшы беленә. Бындай имәнлектәрҙең үлән япмаһында урман бажаты, ҡытыршы түңгәк (чина шершавая), айрауыҡ, ябай мәтрүш, тутыҡ уйммҡ сәскә (наперстянка ржавая), урман ҡайын еләге, ә өҫкө сигендә ҡамыш ҡолонғойроғо өҫтөнлөк итә[2].

Йәш шыршылыҡ

Алгет милли паркы ҡарағайлыҡтары башлыса ҡыяҡлыларға ҡарай, уларҙың ваҡ ағаслыҡтарындағы майҙаны буйынса ҙур булмаған участкаларҙа ғына энәлек өҫтөнлөк итә[2]. Күренеүенсә, ҡарағайлыҡтар — шыршылыҡтарҙың үҙендә ағастарҙың япраҡлы тоҡомдары яҡшыраҡ тергеҙелеү менән бер рәттән шыршыларҙың тәбиғи тергеҙелеүе күҙәтелгән берҙән-бер тиерлек урман төрө.

Кавказ рододендроны

Әммә уларҙың дөйөм майҙаны ҙур булмаһа ла, парк болондарының флористик составы төрлөсә. Һаҡ зонаһында ысын альп һәм субальп болондары юҡ, булған болон үҫемлектәре участкалары билдәле сәбәптәр буйынса ағас менән тергеҙелмәгән элекке ҡырҡылған урындарҙа барлыҡҡа килгән. Күберәк болонло аҡландарҙы эре һеркәле имән үҫентеләрендә табырға мөмкин. Яҡынса 144 гектарҙы беҙҙә Bromopsis biebersteinii, Bothriochloa ischaemum, тау һолобашы, ҡондораҡ (полевица), ебәләй (тимофеевка) бажаттан (мятлик) торған ҡыяҡлы болондар биләй. Шундай уҡ биоценотик шарттарҙа Agrostis planifolia, тау ебәләйе һәм дала ебәләйе, тау һолобашы, ябай ҡондораҡ һәм күрәндең бер нисә төрө өҫтөнлөк иткән болондар (53 га) өҫтөнлөк биргән. Грузин имәне һәм шыршы менән барлыҡҡа килгән урмандар араһында клевер-бажатлы болондар (45 га), ә ҡатнаш шыршы-бук ултыртмалары араһында клевер-баҫыу (106 га) һәм баҫыу (23 га) болондары үҫешә. Болондарҙың һирәк төрө булып 1500—1700 м бейеклектәге имәнлек һәм шыршылыҡ араһында табылған ҡара бөрлөгән (1 га) ҡушылған абаға һанала[2].

Алгет милли паркы фитоценоздарынан тыш, үҫемлектәрҙең һирәк, юғала барған, реликт, эндемик һәм башҡа айырым төрҙәре лә фәнни әһәмиәткә эйә. Мәҫәлән, өсөнсөл осор реликттарынан паркта көнсығыш бук, ябай һәм колхид падуб (мәңге йәшел сәнскеле ағас), һары рододендрон, кавказ йәсмине, һары сейә (черешня), Кавказ аҡ шыршыһы һ.б. үҫә. Грузияның Ҡыҙыл китабына индерелгән үҫемлектәр араһында бында кавказ астрагалы, ҡытыршы һәм граб япраҡлы ҡарама, эре һеркәлекле имән, ағас һымаҡ сәтләүек, эт муйылы һымаҡ һырғанаҡ таралған. Клдекари тирә-яғында Кавказ рододендроны ҙур булмаған ҡыуаҡлыҡтары бар, улар паркта үҙ ареалының көнсығыш сигендә урынлашҡан[2].

Бәләкәй майҙан, айырыуса парк территорияһының ауыл хужалығы ерҙәре менән ныҡ йырғыланыуы унда эре ҡырағай хайуандарына йәшәү һәм үрсеү мөмкинлеген бирмәй, шуға күрә уларҙы һаҡлау Алгет милли паркының төп бурысы тип иҫәпләнмәй. XVIII быуат географы Вахушти Багратиони һүрәтләүенсә, элек Алгет тарлауығы урмандар менән генә түгел, ҡырағай йәнлектәре һәм ҡоштар менән дә дан тотҡан. Мәҫәлән, Вахтанг VI батша бер һунар ваҡытында ғына унда 180 Кавказ (благородный) боланын аулаған[2]. Алгет милли паркының хәҙерге фаунаһында телгә алынған байлыҡ эҙҙәре ҡалмаған. Грузияның Ҡыҙыл китабына индерелгән төрҙәрҙән бында көрән айыу, Кавказ ҡоры, көсөгән (могильник)[1], моронло ҡара йылан иң ҡиммәтлеләре булып һанала.

Ҡоралайҙар — Алгет паркының ғәҙәти тояҡлылары

Имеҙеүселәр араһында Алгети үҙәне өсөн ғәҙәти һәм күп һанлы ваҡ урман йән эйәләре: ябай тейен, соня-полчок, йәтсә һәм башҡалар бар. Уларҙан башҡа, болондарҙа үр ҡуяндары ла бар. Йыртҡыстар артыҡ күп түгел. Улар араһында һирәк кенә һыуһар, төлкө (Кавказ апъяғы ярым төрө), урман бесәйе, бурһыҡ бар, ҙ ҙур йәнлектәр бүре һәм һоро айыу тағы ла аҙыраҡ һанда. Милли парк тарихында бер нисә тапҡыр һеләүһендәр менән осрашыу осрағы билдәләнә. Алгет милли паркының тояҡлы хайуандары күп төрлө, ләкин шулай уҡ аҙ һанлы. 50 баш самаһы тау кәзәһе (серна-антилопа) — паркта берҙән-бер даими йәшәүсе хайуан. Төньяҡ-көнбайыш урмандарынан бында даими рәүештә ҡабандар туҡланырға килә[2]. Алгет тарлауығының элекке хужалары, боландар, хәҙер һаҡлау зонаһының тирә-яғында һирәк кенә осрай. Паркта шулай уҡ тау кәзәләре менән айырым осрашыуҙар теркәлгән[3], ләкин уларға ҡараған биотоптарҙың булмауы арҡаһында уларҙы осраҡлы ғына тип иҫәпләргә кәрәк.

Алгет милли паркының тулы булмаған исемлегенә 80 төр инә. Уларҙың күпселеген урмандағы турғай ғаиләһе ҡоштары: деряба, ҡара тумыртҡа (желна), һары башлы кәрлә турғайы (королёк), ҡара башлы үрмәлсек турғай (поползень), суҡ турғай (сойка), ҡарағанат һайыҫҡан (чернолобый сорокопут), шыршы турғайы[3] тәшкил итә, ә эреләрҙән — Кавказ ҡорҙары күҙгә салына. Асыҡ биотоптарға ҡая ҡарлуғасы, һөҙһөт, күк ҡарға, сыбар таш барҡылдағы тура килә. Ҡурсаулыҡҡа ҡараған йылғаларҙа һыу турғайы осрай. Йыртҡыс ҡоштарҙан урмандарҙа ваҡ совкалар, шулай уҡ ҡарсығаларҙың ҙур һәм бәләкәй ике төрө йәшәй. Башҡа йыртҡыстар — ябай һар (канюк), болон көйгәнәге (лунь), көсөгән (могильник) асыҡ урындарҙа һунар итеүҙе өҫтөн күрә[2], өҫтәүенә көсөгән бөркөтө парк биләмәһенә бик һирәк инә[1].

Моронло ҡара йылан

Алгет милли паркында һөйрәлеүселәр күп. Улар араһында кавказ агамаһы, орсоҡ йыланы, ябай туҙбаш һәм һыу туҙбашы, ябай орсоҡ йыланы, артвин кеҫәрткеһе, Даль кеҫәрткеһе һәм кура кеҫәрткеһе, етеҙ кеҫәртке ғәҙәти төрҙәр тип иҫәпләнә. Кавказ аръяғы сыбар йыланы герпетофаунаның һирәк осраған вәкиле булып тора. Бында парктың эргә-тирәһендә һирәк осраған моронло ҡара йыланы һәм дала ҡара йыланы йәшәй ала, тип фаразлайҙар. Грузияның Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау союзының Ҡыҙыл китабына индерелгәнлектән, моронло ҡара йыланды һаҡлау бигерәк тә мөһим. Паркта, ҡурсаулыҡ һыу ятҡылыҡтарының бәләкәй майҙанын иҫәпкә алғанда, ер-һыу хайуандары аҙ, атап әйткәндә, бында Кесе Азия һәм күл тәлмәрйене һәм йәшел әрмәнде табылған. Шулай уҡ, Алгетиҙа һәм уның ҡушылдыҡтарында йыш осрамаһалар ҙа, балыҡтарҙың төрҙәре күп түгел. Парктың ихтиофаунаһында ни бары ике төр генә теркәлгән — Barbus lacerta һәм кумжа теркәлгән[2].

Экосистема торошо

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Алгет милли паркы тирәһендәге сабынлыҡтар

Алгет милли паркы элек-электән йәшәгән кеше йәшәгән ерҙә булдырылған. Уның янындағы фортификация ҡоролмалары ҡалдыҡтары бында кәм тигәндә Урта быуат дәүеренән алып әүҙем эшмәкәрлек алып барылыуын раҫлай. Бында күп быуаттар дауамында мал көткәндәр, һунар иткәндәр һәм хужалыҡ ихтыяждары өсөн ағас ҡырҡҡандар. Һөҙөмтәлә, парктың ҙур булмаған урындарында грузин имәненең тәбиғи массивтары юҡҡа сыҡҡан тиерлек, ә урмандарҙың башҡа төрҙәре икенсел булып һанала (мәҫәлән, заманса бук урмандары элекке шыршы һәм аҡ шыршы массивтары урынында барлыҡҡа килгән). Был урмандарҙың 1970—1980 йылдарҙа ул саҡтағы Алгет ҡурсаулығында шыршы ҡабыҡ кимергесенең (йүкә ҡуңыҙы) һаны арта, һәм ул шыршылыҡтарҙың яртыһынан күберәген зарарлай. Был урмандарҙың ⅓ өлөшө ҡороған һәм санитар ҡырҡыуға дусар ителгән, атап әйткәндә, 1974 йылдан 1984 йылға тиклем 60 392 ағас юҡ ителгән[2]. Был проблеманы тикшереү өсөн грузин хөкүмәтенең махсус ултырышы саҡырыла, унда алгет урмандарын ҡотҡарыу планы раҫлана. Уны тормошҡа ашырыу барышында химик (пестицидтар) һәм биологик көрәш саралары ҡулланыла: меңдәрсә шыршы олондарын һаҡлағыс матдә менән эшкәрткәндәр һәм урмандарҙа ҡабыҡ кимергесте юҡ итергә һәләтле берҙән-бер йыртҡысты — 200 000 ҙур ризофаг ҡуңыҙын — урынлаштырғандар. XXI быуатта барлыҡ ҡурсаулыҡ урмандарының торошо яҡшы, бигерәк тә бында эре һеркәлек имән массивтары тулы күрһәтелгән.

XVIII быуатта Алгети тирә-яғын тасуирлаусы тәүге һүрәтләмәләрҙе билдәле грузин географы Вахушти Багратиони яҙған. Фәнни тикшеренеүҙәр XIX быуаттың икенсе яртыһында башлана. Башлыса улар ботаник йүнәлешле булған. Билдәле натуралистарҙан заманса Алгет милли паркы биләмәһенә тәүгеләрҙән булып Густав Радде килә. 1900-сө йылдарҙа бында ботаниктар Александр Васильевич Фомин һәм Яков Сергеевич Медведев эшләй. XX быуат уртаһында тикшеренеүҙәрҙе Александр Альфонсович Гросгейм һәм Дмитрий Иванович Сосновский алып бара. Уларҙың эштәре дөйөм алғанда Алгет флораһына арнала, йәғни уртаҡ характерҙа була. 1970-се йылдарҙан алып шыршы ҡабығы кимергесенә ҡаршы көрәшкә арналған ғилми-ғәмәли тикшеренеүҙәр башлана. Был йылдарҙа Алгет ҡурсаулығында ҙур ризофаг үрсетеү буйынса биолаборатория булдырыла. Парк биләмәһендә төрлө системалы хайуандар төркөмөн тикшереү тәртипһеҙ уҙғарыла һәм тулы булмай. 1971 йылдан алып ҡыҫҡартылған программа буйынса тәбиғәт йылъяҙмаһы алып барыла[2].

Туризм инфраструктураһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Паркка ингән урындан йыраҡ түгел Манглис соборы урынлашҡан

Алгет милли паркының тирә-яғы археологик ҡомартҡыларға бай, уларҙың күбеһе энеолит һәм бронза дәүеренә ҡарай. Туристик объекттар, ғәҙәттә, емерелгән ҡәлғәләрҙән һәм ғибәҙәтханаларҙан ғибәрәт, ләкин улар араһында бер нисә ғәмәлдәге сиркәү ҙә бар. Улар араһынан иң билдәлеләре — IV быуат Изге Георгий сиркәүе, Изге Мария сиркәүе, Пресвятая Троица сиркәүе, Манглис соборы. Триалет һыртының көньяҡ битләүҙәрендә боронғо юлдар һаҡланған, урындағы халыҡ уларҙы «Батшабикә Тамара юлдары» тип йөрөтә.

Уларҙың береһе тәбиғи ҡәлғәнән ғибәрәт Клдекари тауына алып бара. IX быуатта унда нығытылған ҡәлғә төҙөлгән. Тағы бындай бер ҡоролма Биртвисиҙың юлһыҙ түбәһендә урынлашҡан. Биртвиси ҡәлғәһе XI быуат ҡомартҡыһы. Милли парктың төньяҡ-көнсығыш сигендә урынлашҡан Дидгори тауы тарихи ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра[1]. XII быуатта был түбә эргәһендә грузин һәм төрөк ғәскәре араһында хәл иткес алыш үткән, һәм грузиндарҙың еңеүе менән тамамланған. Ауылды сәлжүктәрҙән азат итеү иҫтәлегенә бында Дидгор мемориалы ойошторолған.

Алгет милли паркында халыҡҡа йәйәүле экскурсиялар, махсус археологик турҙар һәм атта йөрөү кеүек ял төрҙәре тәҡдим ителә, етмәһә, ҡыш көнө ҡар ҡатламының күп булыуы сәбәпле маршруттарҙың ҡайһы бер участкаларында йөрөүе ҡыйынлашһа ла, улар менән йылдың теләһә ниндәй миҙгелендә файҙаланырға мөмкин. Туристик инфраструктураға хакимиәт бинаһынан алыҫ түгел урынлашҡан ярҙамсы ҡоролмалар комплексы менән пикник зонаһы инә. Хакимиәт бинаһында белешмә мәғлүмәт алырға мөмкин. Комплекс башлыса бер көнлөк визиттарға иҫәпләнгән, шуға күрә парктың үҙенең ҡунаҡханаһы юҡ[4].

  • Заповедники СССР: в 11 т. / под ред. В. Е. Соколова, Е. Е. Сыроечковского. — М.: Мысль, 1990. — Т. Заповедники Кавказа. — С. 177—183.
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Algeti National Park (ингл.). georgianholidays.com. Дата обращения: 22 октябрь 2019. Архивировано из оригинала 27 апрель 2019 года.
  2. 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 2,10 2,11 2,12 2,13 2,14 2,15 2,16 2,17 2,18 2,19 2,20 Заповедники СССР: в 11 т. / под ред. В. Е. Соколова, Е. Е. Сыроечковского. — М.: Мысль, 1990. — Т. Заповедники Кавказа. — С. 177—183. (рус.)
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Алгетский государственный заповедник. zapovedniki-mira.com. Дата обращения: 22 октябрь 2019. Архивировано 22 октябрь 2019 года.
  4. 4,0 4,1 ალგეთის ეროვნული პარკის ადმინისტრაცია (груз.). apa.gov.ge. Дата обращения: 22 октябрь 2019. Архивировано 2 март 2020 года.

Махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре