Эстәлеккә күсергә

Немчинов Александр Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Александр Немчинов битенән йүнәлтелде)
Немчинов Александр Михайлович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 15 ноябрь 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Воскресенск, Юрматы кантоны, Башҡорт Совет Республикаhы[d]
Вафат булған көнө 3 октябрь 1985({{padleft:1985|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (65 йәш)
Вафат булған урыны Чернигов ҡалаһы, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены
 Немчинов Александр Михайлович Викимилектә

Немчинов Александр Михайлович (15 ноябрь 1919 йыл — 3 октябрь 1985 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, батарея командиры, өлкән сержант (1943). Майор дәрәжәһендә 1966 йылда запасҡа сыға. Советтар Союзы Геройы (1943).

Александр Михайлович Немчинов 1919 йылдың 15 ноябрендә Өфө губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙе [1]Воскресенск ауылында тыуған.

Урыҫ. Белеме — ете класс. 1943 йылдан КПСС ағзаһы. Армияға тиклем бәйләнеш контораһында эшләгән.

Ҡыҙыл Армия сафына 1939 йылда Мәләүез район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышында 1943 йылдың февраленән.

63-сө айырым истребителдәр-танкыға ҡаршы дивизиондың орудие командиры (106-сы уҡсылар дивизияһы, 65-се армия, Үҙәк фронт) өлкән сержант А. М. Немчинов 1943 йылдың 15 октябрендә Лоев ҡасабаһы (Гомель өлкәһе) янында Днепр йылғаһын һуғышып аша сыҡҡанда батырлыҡ күрһәтә. .

Һуғыштан һуң хеҙмәтен Совет Армияһында дауам итә. 1949 йылда хәрби пехота училищеһын тамамлай. 1966 йылдан майор А. М. Немчинов — запаста.

1985 йылдың 3 октябрендә Чернигов ҡалаһында вафат була. Чернигов ҡалаһының Яцев зыяратында ерләнгән[2].

«63-сө айырым истребителдәр-танкыға ҡаршы дивизиондың орудие командиры (106-сы уҡсылар дивизияһы, 65-се армия, Үҙәк фронт) өлкән сержант Немчинов А. М. 1943 йылдың 15 октябрендә Белоруссияның Гомель өлкәһе Лоев ҡасабаһы районында беренселәрҙән булып дошман уты аҫтында Днепр йылғаһы аша һал менән орудиены сығара. Пехотаның хәрби тәртибендә эш итеп, дошмандың 2 пулемётын һәм 25-кә яҡын гитлерсыны юҡ итә. Бер нисә дошман контратакаһын кире ҡағыуҙа ҡатнаша».

СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 30 октябрендәге указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне, шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн өлкән сержант Немчинов Александр Михайловичҡа Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 1620) тапшырылып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. хәҙер Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы
  2. Немчинов Александр Михайлович. «Герои страны» сайты.
  3. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525/793756, д. 59/33, л. 11/278, 279)
  4. Карточка награждённого к 40-летию Победы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Несокрушимые. — Уфа, 1985.
  • Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1979.