Эстәлеккә күсергә

Алиева Дилара Алекпер ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Алиева Дилара Алекпер ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 14 декабрь 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Тбилиси, Кавказ аръяғы Социалистик Федератив Совет Республикаһы[d], СССР
Вафат булған көнө 19 апрель 1991({{padleft:1991|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (61 йәш)
Вафат булған урыны Ках, Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Үлем сәбәбе авария[d]
Ерләнгән урыны Баҡының арҙаҡлылары ерләнгән аллея[d]
Һөнәр төрө учёный-литературовед, сәйәсмән, тәржемәсе
Эш урыны Институт литературы имени Низами[d]
Биләгән вазифаһы депутат Милли Меджлиса Азербайджана[d]
Уҡыу йорто Баҡы дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә филология фәндәре докторы[d]
 Алиева Дилара Алекпер ҡыҙы Викимилектә

Дилара Алекпер ҡыҙы (Алекперовна) Алиева (әзерб. Dilarə Ələkbər qızı Əliyeva; 14 декабрь 1929 йыл, Тифлис — 19 апрель 1991 йыл, Ҡах районы) — әзербайжан һәм совет әҙәбиәте белгесе, тәржемәсе, Низамиҙы өйрәнеүсе һәм картвелолог, филология фәндәре докторы, Әзербайжан Яҙыусылар союзы ағзаһы (1960 йылдан), Грузин ССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре[1][2]. Әзербайжан ССР-ы Юғары Советы депутаты[2].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дилара Алиева 1929 йылдың 14 декабрендә Тифлиста тимерсе ғаиләһендә тыуа. Тбилисиҙың 97-се урта мәктәбен тамамлай. Шунан һуң Әзербайжан дәүләт университетының шәрҡиәт факультетына уҡырға инә[1].

Әзербайжан ССР-ы Фәндәр академияһының Низами исемендәге Тел һәм әҙәбиәт институты аспирантураһына уҡырға ингәс, Грузин ССР-ы Фәндәр академияһының Шота Руставели исемендәге грузин әҙәбиәте институтына командировкаға ебәрелә. Бында ул «Отражение азербайджано-грузинских литературных связей в литературе XIX века» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы өҫтөндә эшләй, уны 1954 йылда яҡлай[1].

Һуңыраҡ Алиева Әзербайжан ССР-ы Фәндәр Академияһының Низами исемендәге Тел һәм әҙәбиәт институтында кесе ғилми хеҙмәткәр, Низами исемендәге Әҙәбиәт музейында өлкән ғилми хеҙмәткәр, музейҙың боронғо донъя һәм урта быуаттар әҙәбиәте бүлеге мөдире, ә һуңынан Низами исемендәге Әҙәбиәт институтының әҙәби бәйләнештәр бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре, Низамиҙы өйрәнеү ғилеме бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре, шул уҡ ваҡытта бүлек мөдире булып, институттың әҙәби бәйләнештәр бүлегенең төп ғилми хеҙмәткәре вазифаларында эшләй. 1984 йылда «Низами и грузинская литература» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[1].

1988 йылда Ҡарабах конфликты башланыу менән Дилара Алиева Әзербайжан Халыҡ хәрәкәтенең әүҙем ағзаһы була. Һуңыраҡ Әзербайжан Халыҡ фронтының Идара советы ағзаһы итеп һайлана. Бынан тыш Дилара Алиева Ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтарын яҡлау йәмғиәтенә нигеҙ һалыусыларҙың һәм етәкселәренең береһе була[2]. Демократтар блогынан Әзербайжан ССР-ы Юғары Советының депутаты була[1].

1991 йылдың 19 апрелендә Дилара Алиева һәм төркиәтсе-тел белгесе Айдин Мамедов ултырған машина Ҡах районы территорияһында аварияға эләгә. Ике ғалим да аварияла һәләк була[1].

Дилара Алиева Баҡыла II Почётлы ҡәберҙәр аллеяһында ерләнә.

Дилара Алиева исемен Ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтарын яҡлау менән шөғөлләнгән ойошма һәм Баҡы ҡалаһының бер урамы йөрөтә[1]. Алиева йәшәгән йорттоң стенаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Фәнни эштәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • М. Ф. Ахундов и его связи с грузинской литературой. — «Труды объедин. научной сессии АН СССР и академий наук закавк. республик по обществ, наукам». Стенограф, отчет. — Баку, Ак. наук Азербайдж. ССР, 1957, с. 687—690.
  • Из истории азербайджанско-грузинских литературных связей. — Баку, Академия наук Азербайджанской ССР, 1958. 177 с.
  • Азербайджанские писатели-классики о Грузии и Тбилиси. — «Заря Востока», 1958, № 244, 19 окт.
  • Славя братство народов. [Из истории азерб.- груз. лит. связей] . — Лит. Грузия, 1974, № 5, с. 82—86.
  • Низами и грузинская литература. — Б., Элм, 1988. 212 с.

Әзербайжан теленә тәржемәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Qardaşlar (хикәйәләр). Б. Азернешр, 1972, 122 б.
  • Bir gecənin sevinci (хикәйәләр). Б. Гәнжлек, 1977, 82 б.
  • Arçil Sulakauri. Aşağı-yuxarı (повестар һәм хикәйәләр). Б.: 1978, 185 б.
  • Şota Rustaveli. Pələng dərisi geymiş pəhləvan. Б.: Элм, 1978, 201 б.
  • Mixail Cavaxişvili. Torpaq çəkir. Б. Язычи, 1980, 248 б.
  • İlya Çavçavadze. Dilənçinin hekayəti. Б. Язычи, 1987, 151 б.
  • Kür Xəzərə qovuşur (грузин әҙәбиәтенән һайланған). Б. Язычи, 1988, 383 б.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Sabiq millət vəkillərinin müəmmalı avtoqəzada həlak olmalarından 25 il keçir (әзерб.) // interpress.az. — 2016.
  2. 2,0 2,1 2,2 Bu məşhurlarımız yol terroruna qurban gedib (әзерб.) // axar.az. — 2014. Архивировано из первоисточника 13 ноябрь 2020.