Эстәлеккә күсергә

Аллаяров Миңлебай Хәким улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аллаяров Миңлебай Хәким улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1903
Тыуған урыны Таш-Күстән, Сельское поселение Южное[d], Оло Глушица районы
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание рядовой һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Аллаяров Миңлебай Хәким улы (рус. Аллаяров Минлибай Хакимович; 1903-) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. Гвардия ҡыҙылармеецы. 18-се гвардия аҙыҡ-түлек ташыу транспорты шофёры[1].

Миңлебай Хәким улы Аллаяров 1903 йылда Куйбышев (хәҙер — Һамар өлкәһе) Оло Глушица районы Таш-Күстән (Таштинка)[2] ауылында тыуған. Артабан ғаиләһе менән Баймаҡ районына күсеп ҡайтҡан.

1942 йылда БАССР-ҙың Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла.

Гвардия ҡыҙылармеецы Аллаяров Миңлебай Хәким улы 7-се кавалерия корпусы составындағы 16-сы Башҡорт гвардия Чернигов Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ, Суворов, Кутузов орденлы дивизияһының 18-се гвардия аҙыҡ-түлек ташыу транспорты шофёры булып хеҙмәт итә.

1943 йылдың 13 октябрендә

« Аллаяров, М. Х. 1942 йылдың ноябренән транспортта эшләү дәүерендә хәрби частарҙы аҙыҡ-түлек менән тәьмин иткәндә һәм яралыларҙы эвакуациялағанда, дисциплина өлгөһөн күрһәтте. Барлыҡ заданиеларҙы ла ваҡытында үтәүе, үҙенә ышанып тапшырылған транспортты һәм йөктө тәртиптә тотоуы менән подразделениела үрнәк булырлыҡ кимәлдә. Хәрби заданиеларҙы срогына, хатта срогынан алда үтәй. Авария булдырғаны юҡ, машинаны һәр ваҡыт хәрби әҙерлектә тота[3] »

тигән юғары баһа менән, Аллаяров Миңлебай «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1943)[3]

Аллаяров Миңлебай Хәким улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Баймаҡ районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

  • ЦАМО. Фонд 33. Опись 686044. Единица хранения 1853[5].