Алчевская Христина Даниловна
Христина Даниловна Алчевская | |
![]() В. Досекиндың төшөргән фотопортрет | |
Тыуғас бирелгән исеме: |
Христина Даниловна Журавлёва |
---|---|
Эшмәкәрлек төрө: | |
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: |
Рәсәй империяһы, Чернигов губернаһы, Борзна ҡалаһы |
Ил: |
|
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: | |
Ире: |
Алчевский Алексей Кириллович |
Балалары: |
Дмитрий, Григорий, Анна, Иван, Христина |
![]() |
Алчевская Христина Даниловна (4 апрель 1841 йыл — 15 март 1920 йыл) — Рәсәй империяһы һәм Украина педагогы, мәғрифәтсе.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Христи́на Дани́ловна Алче́вская (ҡыҙ фамилияһы — Журавлёва) 1841 йылдың 4 апрелендә Рәсәй империяһының Чернигов губернаһы Борзна ҡалаһында тыуған.
Халыҡ мәғарифы файҙаһына үҙенең фиҙакәр эшмәкәрлеге менән билдәле, 1860-сы йылдарҙан Харьков йәкшәмбе мәктәбе менән етәкселек итә. Уның инициативаһы буйынса мәктәптә педагогия советы һәм уҡыусыларҙың педагогия көндәлектәре системаһы индерелә. Ололарҙы уҡыу-яҙа белергә өйрәтеү методикаһына нигеҙ һалыусы.
Алчевская башланғысы менән һәм уның эшлекле хеҙмәттәшлеге һөҙөмтәһендә «Халыҡҡа нимә уҡырға?» (рус. «Что читать народу?»; 1888—1906) халыҡ һәм балаларға уҡыу өсөн 3 томлы библиографик күрһәткесе нәшер ителә, бында шулай уҡ халыҡ китаптарына бер нисә рецензия һәм халыҡтың фекере лә була. Алчевскаяның мәҡәләләре: «Огородник» хикәйәһе («Детское Чтение», 1870), «История открытия школы в деревне Алексеевке» («Южный Край» гәзите, 1881) һәм «Драматические произведения, как они понимаются народом» («Северный Вестник» гәзите, 1887).
1887 йылда Екатеринослав губернаһы (хәҙерге Украинаның Луганск өлкәһе) Алексеевка ауылындағы Алчевскаяның халыҡ мәктәбенә эшләргә Борис Дмитриевич һәм Мария Николаевная Гринченколар килә[2].
1920 йылдың 15 мартында Харьков ҡалаһында вафат була.
Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ире — Алчевский Алексей Кириллович, эшҡыуар һәм меценат.
Балалары:
- Дмитрий (1866—1920), эшҡыуар, Ҡырымда большевиктар тарафынан атыла[3].
- Григорий (1866—1920) — композитор.
- Анна (1868—1931) — А. Н. Бекетовтың ҡатыны.
- Николай (1872—1942) — театраль тәнҡитсе, ололар өсөн тәүге совет украин әлифбаһының авторы.
- Иван (1876—1917) — Мариин опера театры солисы.
- Христина (1882—1931) — украин шағирәһе, тәржемәсе һәм педагог.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
|
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 4 апрелдә тыуғандар
- 1841 йылда тыуғандар
- 16 апрелдә тыуғандар
- 15 августа вафат булғандар
- 1920 йылда вафат булғандар
- Харьковта вафат булғандар
- Ҡалыптар:Тышҡы һылтанмалар
- Украина педагогтары
- Рәсәй империяһы педагогтары
- XIX быуат Рәсәй яҙыусылары
- Шәхестәр:Луганск өлкәһе
- Чернигов өлкәһендә тыуғандар