Эстәлеккә күсергә

Лашин Анатолий Григорьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Анатолий Григорьевич Лашин битенән йүнәлтелде)
Лашин Анатолий Григорьевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 6 февраль 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Тыуған урыны Һарытау, Рәсәй империяһы[1]
Вафат булған көнө 1994[2]
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Һөнәр төрө профессор
Эш урыны юридический факультет МГУ[d]
Ғилми дәрәжә юридик фәндәр докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Лашин Анатолий Григорьевич (6 февраль 1914 йыл — 1994 йыл) — юрист, социалистик дәүләттәр ойошмалары һәм эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса белгес; Харьков совет төҙөлөшө һәм хоҡуғы институтын тамамлаған (1938), юридик фәндәр докторы (1965), Мәскәү дәүләт университетының юридик факультеты профессоры һәм факультет деканы (1953—1956); ошо уҡ уҡыу йортонда философия факультетының социаль-сәйәси тәғлимәттәр тарихы кафедраһы мөдире; РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре. Ҡыҙыл Байраҡ һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.

Анатолий Григорьевич Лашин Һарытау ҡалаһында 1914 йылдың 6 февралендә тыуа. Икенсе донъя һуғышы алдынан 1938 йылда Харьков совет төҙөлөшө институтында юғары белем ала. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша — Ҡыҙыл Йондоҙ һәм Ҡыҙыл Байраҡ ордендары менән бүләкләнә. Һуғыштан һуң, 1950 йылда «О культурно-воспитательной деятельности Советского государства» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай — юридик фәндәр кандидаты була. Философия факультетының социаль-сәйәси тәғлимәттәрҙең тарихы кафедраһы профессоры булып 1994 йылға тиклем эшләй.

1951—1953 йылдарҙа Лашин юғары юридик уҡыу йорттарының баш идаралығы начальнигы булып тора, СССР-ҙың юғары белем министрлығы ҡарамағында эшләй (МВО). 1953—1965 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетының юридик факультеты деканы була. 1965 йылда «Возникновение и развитие форм социалистического государства» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай — юридик фәндәр докторы булып китте. Ун йылдан һуң, 1975 йылда, дөйөм университет гуманитар факультеттарының фәнни коммунизм кафедраһы мөдире була — был вазифала 1980 йылға тиклем ҡала; бер үк ваҡытта был кафедрала профессор булып эшләй. «РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре» исеменә лайыҡ була. 1994 йылда Мәскәүҙә вафат була.

Анатолий Лашин юридик мәсьәләләр менән шөғөлләнә, социалистик дәүләттәрҙе ойоштороу һәм уларҙың эшмәкәрлегенең юридик проблемаларын махсус өйрәнә

  • «Культурно-воспитательная деятельность советского государства» (1955)
  • «Местные органы государственной власти в СССР» (1955)
  • «Формы социалистического государства» (1960)
  • «Социалистический государственный аппарат» (1961)
  • «Возникновение и развитие форм социалистического государства» (1965)
  • «Преемственность в развитии социалистической демократии» (1968)
  • «Международное значение опыта КПСС в государственном строительстве» (1974)
  • «Теория социалистического строительства» (соавт., 1976)
  • Лашин Анатолий Григорьевич // Видные ученые-юристы России (Вторая половина XX века). Энциклопедический словарь биографий / под ред. докт. юрид. наук В. М.; Сырых. — М.: РАП, 2006. — 548 с.
  • Лашин Анатолий Григорьевич. Летопись Московского университета, Аналитическая служба МГУ имени М. В. Ломоносова. Дата обращения: 13 ноябрь 2019.