Лашин Анатолий Григорьевич
Лашин Анатолий Григорьевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 6 февраль 1914 |
Тыуған урыны | Һарытау, Рәсәй империяһы[1] |
Вафат булған көнө | 1994[2] |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Һөнәр төрө | профессор |
Эш урыны | юридический факультет МГУ[d] |
Ғилми дәрәжә | юридик фәндәр докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Лашин Анатолий Григорьевич (6 февраль 1914 йыл — 1994 йыл) — юрист, социалистик дәүләттәр ойошмалары һәм эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса белгес; Харьков совет төҙөлөшө һәм хоҡуғы институтын тамамлаған (1938), юридик фәндәр докторы (1965), Мәскәү дәүләт университетының юридик факультеты профессоры һәм факультет деканы (1953—1956); ошо уҡ уҡыу йортонда философия факультетының социаль-сәйәси тәғлимәттәр тарихы кафедраһы мөдире; РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре. Ҡыҙыл Байраҡ һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Анатолий Григорьевич Лашин Һарытау ҡалаһында 1914 йылдың 6 февралендә тыуа. Икенсе донъя һуғышы алдынан 1938 йылда Харьков совет төҙөлөшө институтында юғары белем ала. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша — Ҡыҙыл Йондоҙ һәм Ҡыҙыл Байраҡ ордендары менән бүләкләнә. Һуғыштан һуң, 1950 йылда «О культурно-воспитательной деятельности Советского государства» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай — юридик фәндәр кандидаты була. Философия факультетының социаль-сәйәси тәғлимәттәрҙең тарихы кафедраһы профессоры булып 1994 йылға тиклем эшләй.
1951—1953 йылдарҙа Лашин юғары юридик уҡыу йорттарының баш идаралығы начальнигы булып тора, СССР-ҙың юғары белем министрлығы ҡарамағында эшләй (МВО). 1953—1965 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетының юридик факультеты деканы була. 1965 йылда «Возникновение и развитие форм социалистического государства» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай — юридик фәндәр докторы булып китте. Ун йылдан һуң, 1975 йылда, дөйөм университет гуманитар факультеттарының фәнни коммунизм кафедраһы мөдире була — был вазифала 1980 йылға тиклем ҡала; бер үк ваҡытта был кафедрала профессор булып эшләй. «РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре» исеменә лайыҡ була. 1994 йылда Мәскәүҙә вафат була.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Анатолий Лашин юридик мәсьәләләр менән шөғөлләнә, социалистик дәүләттәрҙе ойоштороу һәм уларҙың эшмәкәрлегенең юридик проблемаларын махсус өйрәнә
- «Культурно-воспитательная деятельность советского государства» (1955)
- «Местные органы государственной власти в СССР» (1955)
- «Формы социалистического государства» (1960)
- «Социалистический государственный аппарат» (1961)
- «Возникновение и развитие форм социалистического государства» (1965)
- «Преемственность в развитии социалистической демократии» (1968)
- «Международное значение опыта КПСС в государственном строительстве» (1974)
- «Теория социалистического строительства» (соавт., 1976)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Трухачев Е. В. В онлайн-энциклопедию внесены биографии 24 саратовцев (урыҫ) // Информационное агентство «СаратовБизнесКонсалтинг» — 2020.
- ↑ Василенко А. "Википедия" пополнилась 24 статьями об уроженцах Саратовской области (урыҫ) // Общественное мнение / под ред. А. Ю. Колобродов — Саратов: 2020.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лашин Анатолий Григорьевич // Видные ученые-юристы России (Вторая половина XX века). Энциклопедический словарь биографий / под ред. докт. юрид. наук В. М.; Сырых. — М.: РАП, 2006. — 548 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лашин Анатолий Григорьевич . Летопись Московского университета, Аналитическая служба МГУ имени М. В. Ломоносова. Дата обращения: 13 ноябрь 2019.
- 6 февралдә тыуғандар
- 1914 йылда тыуғандар
- Һарытауҙа тыуғандар
- 1994 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Юридик фәндәр докторҙары
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Мәскәү дәүләт университеты уҡытыусылары