Эстәлеккә күсергә

Ничков Андрей Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Андрей Александрович Ничков битенән йүнәлтелде)
Ничков Андрей Александрович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 6 декабрь 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[1] (63 йәш)
Тыуған урыны Первоуральск, Свердловск өлкәһе, РСФСР, СССР[1]
Һөнәр төрө журналист
Уҡыу йорто Рәсәйҙең беренсе Президенты Б. Н. Ельцин исемендәге Урал федераль университеты[1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ничков Андрей Александрович (6 декабрь 1961 йыл) — журналист. 2004 йылдан «Республика Башкортостан» гәзитенең Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш төбәге буйынса үҙ хәбәрсеһе. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы (2008) һәм Башҡортостан Журналистар союзы премияһы (1997) лауреаты.

Андрей Александрович Ничков 1961 йылдың 6 декабрендә Свердловск өлкәһенең Первоуральск ҡалаһында тыуған.

1979 йылда урындағы 10-сы урта мәктәпте тамамлай һәм Свердловск (хәҙерге Екатеринбург) ҡалаһындағы Урал дәүләт университетының[2] журналистика факультетына уҡырға инә.

Үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген юғары һөнәри белем алғандан һуң 1984 йылда Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең күп тиражлы «Моторостроитель» гәзитендә хәбәрсе булып башлай.

1986 йылда Башҡорт АССР-ы Эске эштәр министрлығының Дәүләт автомобиль инспекцияһы идаралығына агитация һәм пропаганда бүлеге инспекторы булып хеҙмәткә урынлаша һәм был вазифала өс йыл була.

1989—1992 йылдарҙа шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә.

Артабан матбуғат өлкәһенә кире ҡайта һәм 1992—1994 йылдарҙа «Банковский вестник» гәзите хәбәрсеһе булып эшләй.

1994 йылдан яңы ойошторолған «Известия Башкортостана» гәзитенең хәбәрсеһе һәм бүлек мөдире була. Ошо баҫмала донъя күргән ижтимағи-сәйәси йүнәлештәге мәҡәләләре, хоҡуҡ һаҡлау органдары эшмәкәрлеген әүҙем яҡтыртҡаны һәм ауыл хужалығы, спорт темаларына көнүҙәк репортаждары өсөн 1997 йылда Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы премияһын ала.

1998—2004 йылдарҙа — «Молодежная газета»ның бүлек мөдире.

2004 йылдан «Республика Башкортостан» гәзитенең Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш төбәгендәге үҙ хәбәрсеһе[3].

Ғаилә йылына арналған мәҡәләләр циклы өсөн 2008 йылда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына лайыҡ була[4].

2010 йылдағы халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек һәм уның барышы тураһындағы даими материалдары өсөн «За заслуги в переписи населения 2010 года» миҙалы менән бүләкләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы (2008)
  • Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы премияһы лауреаты (1997)
  • «За заслуги в переписи населения 2010 года» миҙалы (2010).